Ҡыуаныслы бер йола барлыҡҡа килде һуңғы йылдарҙа район ауылдарындағы мәктәптәрҙә. "Мин башҡортса һөйләшәм, ә һин?" тигән флешмобтар, акциялар әленән-әле үтеп тора уларҙа. Өлкәндәр бындай сараларҙың балалар күңелендә телһөйәрлек тойғолары тәрбиәләүе тураһында шатланып билдәләй. Шулайҙыр. Ошондай телһөйәр балалар ауылдарҙа ғына түгел, республикабыҙҙың баш ҡалаһында ла бихисап икәнен беләбеҙ. Тыңлайыҡ әле бер нисәһен:
Гөлназ Әхмәтйәнова, М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһының 8 синыф уҡыусыһы: Өфөгә күсеп килгәс, мин башта ҡаланың 5-се лицейына уҡырға барҙым. Шунан әсәйем М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы тураһында белеп ҡалып, унда инеп ҡарап, белем усағының матурлығына, балаларҙың матур итеп башҡортса һөйләшеп йөрөүенә иҫе китеп, мине 5-се синыфҡа уҡырға ошонда бирҙе. Ғаиләлә тик башҡортса ғына һөйләшкәс, яңы белем усағы күңелемә ятты, урыҫ телен дә әкренләп өйрәнеп алдым. Хәҙер инде башҡорт теле буйынса йыл һайын район һәм ҡала кимәлендәге олимпиадаларҙа ҡатнашам, уҡыусылар араһында үткәрелгән ғилми конференцияларҙан да ситтә ҡалмайым, ижади эштәремде лә конкурстарға ебәреп торам. Башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарырға яратам, үткән аҙнала ғына "Фольк-тайм" фольклор сәнғәте буйынса республика конкурсының һайлау турын үттем.
Туған телемде белеү халҡымдың мәҙәниәте, тарихы һәм бай әҙәби мираҫы менән танышыу мөмкинлеген бирә. Башҡорт халҡының тарихы тураһында китаптар уҡый башлаһаң, айырылып булмай, йөрәктә оло ғорурлыҡ уяна, баштар күтәрелеп, аң асылып китә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә лә уҡытыусыбыҙ Айгөл Игелекова беҙгә төрлө шәхестәр тураһында презентациялар ойоштора, документаль фильмдар ҡарайбыҙ, башҡорт халыҡ йырҙарын тыңлайбыҙ. Бына шундай ҡыҙыҡлы дәрестәр үткәрә уҡытыусыбыҙ. Беҙҙең гимназияла башҡа милләт ҡыҙҙары-малайҙары ла белем ала, улар бында үҙ теләге башҡорт телен дә башланғыс синыфтан алып тырышып өйрәнә. Атай-әсәйҙәре уларҙы, моғайын, "Башҡортостанда йәшәгәс, республиканы төҙөүсе төп халыҡтың телен белергә кәрәк", тип алып килгәндер был гимназияға. Башҡорт атай-әсәйҙәре лә үҙ балаларына "Туған телде белеү кәрәк!" тигәнде һеңдереп үҫтерһен ине.
Баязит Кәримов, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһының 5-се синыф уҡыусыһы: Беҙ ғаиләбеҙҙә тик башҡортса ғына һөйләшәбеҙ, шуға мин туған телемде һәйбәт беләм. Балалар баҡсаһында ла, әле мәктәптә лә башҡортса һөйләшкән уҡытыусылар, малай-ҡыҙҙар менән аралашам, башҡорса үткән сараларҙың уртаһында булырға ынтылам. Башҡорт теле дәрестәрендә диктант һәм инша яҙып, төрлө һорауҙарға яуап биреп, яҡшы билдәләр алам. Әлеге ваҡытта "Ҡушма һөйләм" тигән теманы үтәбеҙ, ҡағиҙәләрҙе өйрәнеүе ауыр түгел былай. Китапта бөтәһе лә матур итеп тасуирланған, һүрәттәре ҡыҙыҡлы. Башҡорт телен белгәс, мин башҡорт халҡының мәҙәниәтен, әҙәбиәтен яҡшы беләм һәм уны башҡаларға ла һөйләп ишеттерә алам. Туған телебеҙҙе белмәгән ҡайһы бер йәштәштәремде осратҡаным бар. Улар миңә йәл булып китә. Беҙ үҙ-ара башҡортса һөйләшә башлаһаҡ, ситтә генә етемһерәп баҫып торалар. Атай-әсәйҙәре өйрәтмәгәндер инде. Өйрәтмәгәс, ниңә балаларын башҡорт гимназияһына алып килделәр икән, тип тә аптырайым. Уҡытыусылар өйрәтһен, тиҙәрме икән? Иң тәүҙә ғаиләлә, атай-әсәйҙәр менән һөй-ләшеп өйрәнергә кәрәк инде ул туған телдә. Башҡортостанда йәшәгәс, башҡорт халҡының улы булғас, был телде мотлаҡ белергә тейешбеҙ бит...
Алһыу Хәкимова, З. Биишева исемендәге 140-сы башҡорт гимназияһының 11 синыф уҡыусыһы: Был гимназияла мин беренсе синыфтан белем алам. Сөнки атай-әсәйем миңә туған телемде өйрәтеп үҫтергән һәм уҡырға биргәндә лә быны иҫәпкә алған. Хәҙер сығарылыш уҡыусыһы булараҡ, ышаныс менән әйтә алам: был гимназияла башҡорт теленән дә, башҡа фәндәрҙән дә яҡшы белем бирҙеләр. Мин төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, ижади һәм ғилми эштәр конкурстарында әүҙем ҡатнашып, үҙемә кәрәкле портфолио тупланым, унда башҡорт теле һәм әҙәбиәтенә бәйле грамоталар, дипломдар ҙа бар. Туғыҙынсы синыфтан һуң башҡорт теле буйынса имтихан тапшырҙым. Әлбиттә, киләсәктә техник йүнәлештәге һөнәр үҙләштерәсәкмен. Шулай ҙа туған телемде белеү үҙем өсөн кәрәк икәнен яҡшы аңлайым. Гимназияға бер ваҡыт М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның ҡаҙаҡ студенттары осрашыуға килгәйне, улар үҙ телендә һөйләне, йырланы - барыһын да тиерлек аңлап ултырҙым. Ҡырғыҙ, үзбәк кеүек башҡа төрки халыҡтарҙың телдәрен дә аңларға була. Шулай булғас, башҡорт теленең файҙаһы тураһында әйтеп торорға ла түгел. Тиҫтерҙәремә теләктәргә килгәндә, кеше нисек йәшәргә, ниндәй тел белергә, ниндәй шөғөл һайларға икәнде үҙе хәл итә. Тик шуны онотмайыҡ: туған телен белмәгән кеше үҙенең кем икәнен, тамырҙарын да белмәй. Йәмғиәттә үҙ урынын табам тигән кеше быны яҡшы аңлайҙыр, тип иҫәпләйем. Мин атай-әсәйемә шyндай мөмкинлек биргәндәре өсөн рәхмәтлемен.
ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...
Динар Шаһиев, эшҡыуар: Мин Башҡортостанда тыуғанмын. Атай-әсәйем - башҡорт. Мин башҡорт. Мин дә башҡортса һөйләшәм! Ғөмүмән, өйҙә беҙ тик башҡортса һөйләшәбеҙ. Мине башҡортса тәрбиәләнеләр.
Бөгөн әленән-әле, "Башҡортостанда башҡорт телен уҡырға кәрәкме?" тигән һорау күтәреп, ығы-зығыланып алалар. Бындай бәхәс бөтөнләй урынһыҙ. Башҡортостан Конституцияһын асып ҡарайыҡ. Уның 1-се статьяһында: "Башҡортостан Республикаһында рус һәм башҡорт телдәре дәүләт теле", - тип яҙылған. Конституцияның 54-се статьяһында: "Башҡортостан Республикаһы уның территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың туған телдәрен һаҡлау буйынса тигеҙ хоҡуҡтарын һәм туған телдәрҙе өйрәнеү һәм үҫтереү мөмкинлектәрен гарантиялай. Башҡортостан Республикаһында Башҡортостан Республикаһының дәүләт телдәрен өйрәнеү өсөн шарттар булдырыла", - тиелә. Тел юҡ икән, мәҙәниәт тә юҡ. Был турала 57-се статьяла шулай тиелә: "Башҡортостан Республикаһы башҡорт һәм Башҡортостан Республикаһы территорияһында йәшәүсе башҡа милләттәрҙең тарихи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм яҡлауҙы, мәҙәниәт үҫешен тәьмин итә".
Мин халҡыбыҙ тарихын, әҙәбиәтен башҡортса уҡыуҙы хуп күрәм, сөнки шул саҡта ғына уларҙың асылын аңларға мөмкин. Ә "Урал батыр" кеүек эпостарыбыҙҙы мотлаҡ башҡортса уҡырға кәрәк. Күпме аҡыл, фәлсәфә һалынған уларға!
Тәүге уҡыған китаптарым Мостай Кәримдең башҡорт телендәге әҫәрҙәре булды. Рәми Ғариповтың шиғриәтен яратам һәм ошо бөйөк шәхесебеҙҙең исемен йөрөткән 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатын тамамланым. Башҡорт йырҙарын бәләкәйҙән яратам. Ғәзим Ильясов, Ирек Ноғоманов, Рөстәм Ғиззәтуллин, Сәғиҙулла Байегет, Радик Юлъяҡшин, Заһир Ҡунафиндарҙы һәм башҡаларҙы бөгөн дә яратып тыңлайым. Һәм мин уларҙы һәр аҙымдарында, һәр сығыштарында туған телебеҙҙе яҡларға саҡырам. Башҡорт сәнғәт эшмәкәрҙәре туған телдең һаҡланыуын үҙҙәре хәстәрләмәһә, киләсәктә уларҙың йырҙарын кем тыңлаясаҡ һуң?..
Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА