«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗӘЙНЕТДИНОВТАР ТУҒАНДАРЫ ҺӘМ ХАЛҠЫ МЕНӘН КӨСЛӨ
+  - 

Өфөлә Башҡортостандың 43 районы һәм ҡалаһынан 107 социаль әүҙем ғаилә ҡатнашҡан "Өлгө ал" республика бәйгеһенең еңеүселәре билдәләнде. Баш ҡалала йәшәүсе Гөлгөнә менән Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтар ғаиләһе иңдәрҙең иңе тип табылды. Ғаиләләрҙе интернетта халыҡ үҙе лә, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкиле Анна Кузнецова етәкселегендәге махсус комиссия ла һайланы. Ошо турала ғаилә хужабикәһе Гөлгөнә Сәрүәр ҡыҙы менән һөйләшеп алдыҡ.

Бәйгелә ҡатнашайыҡ тип кенә, бер көндә генә социаль йәһәттән әүҙем булып китеп булмай. Был еңеү йылдар дауамында алып барылған эшмәкәрлектең һөҙөмтәһелер, моғайын?

- Эшмәкәрлек, тимәҫ инем, дөрөҫөрәге - йәшәү рәүеше. Беҙ бер ҡасан да халҡыбыҙҙың бөгөнгөһөнә, уның йәшәйешенә, мәҙәниәтенә битараф булманыҡ. Халҡыбыҙҙы күрһәтәйек, беҙҙе белһендәр, тинек. Быға балаларыбыҙҙы: ҡыҙҙарыбыҙ Ләйсән менән Илүзә, улыбыҙ Азаматты ла йәлеп иттек. Шуға ла был еңеүҙе ғаиләбеҙ менән 25 йылға яҡын башҡарған эштәребеҙҙең емеше, тип иҫәпләйем. Дөрөҫ баһа бирелде, лайыҡлы еңеп сыҡтығыҙ, тип әйтеүселәрҙең күп булыуы ла беҙҙең өсөн шатлыҡ, тимәк, халҡыбыҙ был юлы ла беҙҙең өсөн янып-көйгән.
Ояһында ни күрә, осҡанында шул булыр, тиҙәр. Мин үҙем дә, иптәшем дә өлгөлө матур ғаиләләрҙә үҫтек. Әсәйем элемтә бүлеге етәксеһе булып эшләне, гел халыҡ араһында булды. Халыҡ йырҙарын моңло итеп башҡарыр, гармунда, баянда уйнар ине, ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләне. Районда үткәрелгән бәйгеләрҙә ғаилә менән ҡатнашыр, гел беренселекте яулар инек. Шундай уҡ ғаиләгә килен булып төштөм, Зәйнетдиновтар туған йәнле, эшһөйәр, татыуҙар. Бер туған Зәйнетдиновтар һәм уларҙың балаларынан торған ғаилә ансамблен бөтөн республика белә. Конкурстың финалында 30 кеше сығыш яһаныҡ, был сараның иң матур өлөшө булды.

Талантлы кеше бар яҡлап та талантлы була, Зәйнетдиновтарҙы ла етмеш һөнәр эйәһе итеп беләбеҙ. Ғаиләгеҙ тураһында һөйләгәндә нимәгә баҫым яһанығыҙ?

- Быйыл ғаилә һәм волонтерҙар йылы, шуға ла ошо темалар сағылырға тейеш ине. Бөтөн һөнәрҙәр һәм эштәребеҙҙе 1 минутлыҡ сюжетҡа һыйҙырыуы еңел булманы. Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты халыҡ оҫта ҡумыҙсы итеп белә, ул халыҡ музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтә. Хәҙер уҡыусылары 4 меңдән дә ашып китте. Һәм быларҙы бер ҡасан да матди килем алайым тип түгел, халҡыма ярҙам итәйем, тип эшләй. Балалар ҙа төрлө-төрлө музыка ҡоралдарында уйнай. Мин быйылдан уҡытыусылыҡ һөнәрен ҡалдырып, ғаиләм менән бергә күргәҙмәләрҙә, оҫталыҡ дәрестәре үткәреүҙә ҡатнашам, ҡатын-ҡыҙҙарҙың милли биҙәүестәрен яһау менән шөғөлләнәм.
Шулай уҡ беҙҙең ғаилә быйыл ҙур проекттың үҙәгендә булды. Йәй буйына Якутов паркында "Тирмәләр ҡаласығы" эшләне. Халыҡ күп йөрөнө паркка, улар өсөн концерттар ҙа, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторҙоҡ. Әллә күпме кеше менән таныштыҡ. Ә был еңеүебеҙ башҡорт мәҙәниәтенең, сәнғәтенең юғары кимәлдә булыуын тағы бер тапҡыр дәлилләне, халҡыбыҙҙың берҙәмлеген күрһәтте. Был беҙҙең генә түгел, ә халҡыбыҙҙың еңеүе.
Ҡыҙым Ләйсән социаль селтәрҙәрҙәге битләүенә шулай тип яҙып ҡуйған: "Беҙҙең ғаилә айсбергтың өҫтө генә. Туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, халҡыбыҙҙың ошо еңеү өсөн һалған көс-ҡеүәте күренмәһә лә, уның нигеҙендә уларҙың тырышлығы ята". Баламдың был һүҙҙәренән шул тиклем күңелем булды. Тимәк, ғаиләлә һалынған тәрбиә нигеҙҙәре бушҡа булмаған - кеше туғандары һәм халҡы менән генә көслө.

Ләйсән ДАЯНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.11.18 | Ҡаралған: 766

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru