«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
Биш көнлөк уҡытыу аҙнаһына күсеү мәсьәләһенә нисек ҡарайһығыҙ?
+  - 



ЕТӘКСЕ ҺҮҘЕ:

Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий ХӘБИРОВ "Взлетай!" ("Юғары ос!") тип аталған беренсе мәктәп форумында ҡатнашып, ил Президенты тәҡдим иткән милли проекттарҙың иң мөһимдәрҙең береһе - "Мәғариф" милли проекты буйынса үҙ фекерҙәрен белдерҙе.
"2024 йылға беҙҙең мәғариф сифаты буйынса алдынғы ун илдең береһе иҫәпләнергә тейеш, - тине Радий Фәрит улы.- Ҡатмарлы мәсьәлә был, ләкин бөгөнгө форумда мин һүҙҙе бер аҙ икенсе юҫыҡта - беҙҙең балалар, мәктәп уҡыусылары тураһында алып барырға теләр инем. Иң беренсе шундай тәҡдим бар: әйҙәгеҙ, бергәләп уйлашайык, бәлки, беҙгә биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсергә кәрәктер? Был хаҡта беҙ оҙаҡ һәм ныҡлы уйландыҡ. Ниндәй улар - беҙҙең бөгөнгө балалар, мәктәп уҡыусылары? Ярайһы хәлдән тайған, йонсоған балалар, һәм беҙ уларға аҙнаһына алты көн буйына белем бирергә тырышабыҙ. Шул уҡ ваҡытта беҙ балаларыбыҙҙың мәктәптән сәләмәт, бәхетле, әхлаҡи матур кешеләр булып сығыуын теләйбеҙ. Шуға күрә мин "биш көнлөк"кә күсергә тәҡдим итәм дә. Шул осраҡта 32 шәмбе бушаясаҡ. Ай һайын шуларҙан берәр шәмбене алһаҡ, йәмғеһе һигеҙ шәмбе - мәктәптеке иҫәпләнә. Шул көндәрҙе ай һайын системалы эшкә егергә була. Әйтәйек, сентябрҙең тәүге шәмбеһе - мәктәп буйынса спартакиадаға арнала. Олоһо-кесеһе - бөтә бала берҙәм рәүештә кросс уҙыштарына, башҡа төрлө спорт ярыштарына сыға. Ҙурҙары кескәйҙәрҙе ҡарап алып йөрөтә - был берҙәм мәктәп йәмғиәте булдырырға ярҙам итәсәк, тип уйлайым. Икенсе шәмбе тыуған яҡты өйрәнеүгә бағышланһа, өсөнсөһө республикабыҙҙа йәшәүсе халыҡтар мәҙәниәтенә арнала. Бөгөн балалар агрессив, көнәркәшлек (конкурентный) һәм ҡатмарлы донъяла йәшәй. Шуға ла мәктәпте тамамлап сыҡҡандан һуң, айырыуса ауыл мәктәбен бөтөрөүселәр, ҙур донъяға аяҡ баҫҡанда юғалып, баҙап ҡалмаһындар өсөн уларға ниндәйҙер көнәркәшлек өҫтөнлөктәр, мөмкинлек бирергә кәрәк, тигән фекерҙәбеҙ. Бының өсөн мәктәптәрҙә "Үргә ос!" тигән программа индерергә тәҡдим итәбеҙ. Ул үҙ эсенә балаларға төрлө һөнәри күнекмәләр биреп сығарыуҙы күҙҙә тота: машина йөрөтөргә өйрәнеп, хоҡуҡ таныҡлығы алыу, һәр төрлө уҡыу-етештереү комбинаттарында практика үтеү, дөрөҫ итеп сит һәм туған телдәрҙә һөйләшергә, шахмат уйнарға, вальс бейергә өйрәнеү һәм башҡалар... Республика Хөкүмәте бындай сараларға һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға, шул иҫәптән, финанс йәһәтенән тәьмин итергә әҙер.
Тағы бер мәсьәлә. Әйҙәгеҙ, һәләтле балалар өсөн көрәшәйек. Имтиханда 100 балл алыусы уҡыусыға ул уҡыған мәктәптең директоры ла, уҡытыусылар коллективы ла, хатта был райондың хакимиәт башлығына тиклем ошо баланы күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейеш, тип уйлайым. Теләһә, әйҙә ул Мәскәү, Санкт-Петербург, йә башҡа берәй ҡалаға уҡырға инһен, ә беҙҙең бурыс - тейешле ҡыҙыҡһындырыу, дәртләндереү стимулдары булдырып, вуз тамамлағандан һуң ундай балаларҙың тыуған республикабыҙға әйләнеп ҡайтыуын, кәрәкле белгес булып эшләүен тәьмин итеү.

Шулай итеп, көн һорауы: "Республика мәктәптәрендә биш көнлөк уҡытыу аҙнаһына күсеү мәсьәләһенә нисек ҡарайһығыҙ?"

Самат МӨХӘМӘТЙӘНОВ, философия фәндәре докторы, профессор, педагог:
Мәктәптәрҙе биш көнлөк уҡытыу системаһына күсереү буйынса Рәсәй кимәлендә бер нисә йыл инде фекер алышыуҙар барһа ла, тәғәйен генә ҡарарға килгәндәре юҡ ине әле. Бөгөн балалар ысынлап та бик ҙур көсөргәнешкә дусар ителә. Был үҙ сиратында уҡыусыларҙың йонсоуына, иғтибары кәмеүенә килтереп, шул арҡала белем алыу һөҙөмтәлелегенә насар тәьҫир итһә, икенсе ҡурҡыныс - йоҡо туймауҙан, дәрестәрҙәге ялҡытҡыс бер төрлөлөктән биҙәреү баланың нервылар системаһы һәм иммунитеты ҡаҡшауға алып килә. Ошо йәһәттән республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың республика мәктәптәрен биш көнлөк уҡытыу тәртибенә күсереү кәрәклеге хаҡындағы тәҡдимен ваҡытлы һәм көнүҙәк мәсьәлә тип ҡабул иттем. Күп йылдар балалар уҡытҡан һәм ошо өлкәне өйрәнеп, ғилми хеҙмәттәр яҙған педагог булараҡ, тураһын әйтәм: бөгөн мәктәпкә ҡыуанып, шатланып барған бала юҡ, тиһәң дә хата булмаҫ. Һүҙ бында һәләтле, белемгә ынтылып торған бер нисәү хаҡында бармай, әлбиттә, ә күпселек хаҡында. Икенсенән, көҙҙән алып яҙға тиклем балалар бер ҡараңғынан икенсе ҡараңғыға тиклем уҡырға мәжбүр. Ҡайтып, дәрес әҙерләгәнсе, йоҡларға ла ваҡыт етә. Һөҙөмтәлә уларҙың өйҙә ата-әсәһе менән аралашыу мөмкинлеге лә бик сикләнгән. Шунан үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ата-әсә балаһын ҡасан тәрбиәләргә тейеш булып сыға? Беҙ бит, юғиһә, балаға төп тәрбиәне өйҙә ата-әсәһе бирергә тейеш, тип тәҡрарлайбыҙ һәм был дөрөҫ тә. Һөҙөмтәлә ата-әсәгә балаһы менән күрешеп, хәл-әхүәл белешергә ни бары бер көн - йәкшәмбе генә тороп ҡала. Ул көн иһә беҙҙең ғаиләләрҙә "ҙур йыйыштырыу, йыуыу, йыуыныу" кеүек эштәргә бағышлана, ә бала урамда йә онлайн донъяла сәфәр гиҙә. Дәрестән бушатылған шәмбе, шулай итеп, иң тәүҙә балаға һәм ата-әсәгә файҙаға булыуын теләгем килә минең. Унан балалар был көндө өҫтәмә белем туплауға, күңел донъяһын байытыуға бағышлай ала бит. Имтиханға әҙерләнеү, әҙәби әҫәрҙәр уҡыу, спорт күнекмәләренә, ижади секцияларға йөрөү мөмкинлеге лә тыуа.

Наилә НАСИРОВА, Өфө ҡалаһы 111-се гимназияның башҡорт теле уҡытыусыһы: Биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеү, әлбиттә, изге ниәттәрҙән сығып эшләнә: балалар көсөргәнешле аҙнанан һуң ике көн ял итә, ғаиләһендә ата-әсәһе, туғандары менән аралашыуға йә булмаһа яратҡан шөғөлө менән мәшғүл булырға, ниндәйҙер секцияларға, түңәрәктәргә йөрөргә форсат тыуа. Беҙҙең гимназия әлеге осорҙа тап ана шундай система буйынса эшләй ҙә инде. Әммә... Биш көнлөк уҡыу аҙнаһы хаҡында һүҙ сыҡҡас та баш ҡалабыҙҙың төрлө мәктәптәрендә минең кеүек үк башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында тағы ла ҙур борсолоуҙар башланды: был яңылыҡ тағы ла туған тел дәрестәре ҡыҫҡартылыу иҫәбенә ғәмәлгә ашырылмаҫмы, тигән хафаға ҡалды уҡытыусылар. Был хәлде аңларға була, сөнки шәмбе дәрестәре аҙнаның башҡа көндәренә һәм, ғәҙәттәгесә, мәктәп етәкселеге тарафынан "үгәйһетелеп" ҡаралған фәндәр иҫәбенә күсерелеүе бик ихтимал бит. Мәҫәлән, башҡорт теле дәүләт теле булараҡ аҙнаһына 1 сәғәт ингән мәктәптәр байтаҡ баш ҡалабыҙҙа. Был предмет булараҡ ингән туған тел дәрестәренә лә ҡағылыуы бар. Бәхеткә, бындай хәл мин башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытып йөрөгән 111-се гимназияға ҡағылмаҫ, тип уйлайым, сөнки беҙҙә йылға яҡын инде былай ҙа биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күскәнбеҙ һәм уҡыу фәндәре һәр береһе үҙ урынында, тигәндәй. Ә шулай ҙа башҡа мәктәптәрҙәге башҡорт теле дәрестәре һәм бигерәк тә коллегелерым өсөн борсолам, сөнки уҡыу йылы башындағы сыр-сыу, ығы-зығы онотолмаған әле. Үҙ республикабыҙҙа үҙ туған телебеҙҙе тыныс һәм ижади шарттарҙа, бөтөн көстө һалып уҡытырға мөмкинлек булырмы икән, әллә артабан да үҙ илебеҙҙә үҙ телебеҙҙе йәшәтеү өсөн яғалашырға, көрәшергә, нервыларҙы сарыф итергә тура килерме? Әлбиттә, Башҡортостаныбыҙҙың 100 йыллыҡ данлы юбилейы йылында туған телебеҙҙе артабан да ҡыйырһытырға баҙнат итмәҫтәр, тип ышанам былай. Ошоға ҡағылышлы тағы бер фекеремде белдергем килә: мәғариф учреждениеларында башҡорт теле дәрестәренең абруйын күтәреү, уға бәйләнмәһендәр өсөн статусын нығытыу башҡорт теле уҡытыусыһының үҙ шәхесенә, үҙ абруйына ла ныҡ бәйле. Әгәр ул дәрестәрен алдынғы методик ысулдарға нигеҙләнеп, ҡыҙыҡтырырлыҡ, йәнле итеп алып бара икән, балалар дәрестәрҙән ҡасыу түгел, бындай уҡытыусының артынан эйәреп йөрөйәсәк. Башҡорт теле уҡытыусыларына эшләгән коллективтарында абруй ҡаҙанырға, ә бының өсөн иһә мәктәп тормошондағы ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнарға, предметы буйынса ҡыҙыҡлы саралар ойошторорға, һәр йәһәттән белемен даими камиллаштырырға кәрәк, тип уйлайым. Уның хатта үҙ-үҙен тотошо, телмәре, хатта кейеменә тиклем тейешле кимәлдә булырға тейеш.

Илнар АБРАРОВ, эшҡыуар: Радий Фәрит улы, һис шикһеҙ, күптән яйға һалыуҙы талап иткән мәсьәләне көн үҙәгенә сығарҙы. Мәктәптәрҙең аҙнаһына алты көн эшләүе, бер яҡтан, балаларға иркенләп ял итергә мөмкинлек бирмәһә, икенсенән, былай ҙа ҡағыҙ мәшәҡәттәренә күмелгән, каникулдарҙа ла яуаплылыҡтан бушатылмаған уҡытыусыларҙы ауыр хәлгә ҡуя ине. Ниһайәт, был көндәрҙә аныҡ ҡарар ҡабул ителде, уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә, педагогтар ҙа иркен тын алғандай булды. Тик белем биреү программалары нисек үҙгәртелер бит әле, күптәрҙе ошо һорау борсоуға һалды. Ниндәйҙер дәрестәрҙе, "артыҡ" тигән мөһөр һуғып, ҡыҫҡарта башларҙармы? Тағы ла башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуҙы, башҡорт балаларына үҙ телен һәм әҙәбиәтен өйрәтеүҙе кәрәкһеҙгә һанарҙармы? Ижтимағи селтәрҙәрҙәге яҙмаларға ҡараһаң, халыҡтың күпселеге әлеге үҙгәрештең эҙемтәләре тураһында уйлап та бирмәй. Биш көнлөккә күсһәк, шул еткән, тигәндәй. Ә бит мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы мәсьәләләр һис тә ҡыҙыу баштан хәл ителә торғандарҙан түгел. Республика етәксеһе, халыҡты тыңлап, ҡарарын әйтте. Бынан ары системаны үҙгәрткәндә Мәғариф министрлығының, район-ҡалаларҙағы мәғариф идаралыҡтарының, мәктәп директорҙарының ғына түгел, ата-әсәләрҙең, йәмәғәт ойошмаларының да фекерҙәре ентекле өйрәнелер, тип ышанғы килә. Юғиһә, ваҡиғалар ағышының Рөстәм Хәмитов осорондағы һымаҡ булырын көт тә тор. Ул саҡта Башлыҡтың икеләнеүе, барыһына ла ярарға тырышыуы, шул сәбәпле башҡорт телен уҡытыуға ҡарата иғтибарҙың кәмеүе туған телдән һәм әҙәбиәттән белем биреүсе нисәмә мең уҡытыусының эшһеҙ ҡалыуына килтерҙе! Нисәмә мең баланы ата-әсәләре, төрлө фетнәселәрҙең һүҙенә ҡолаҡ һалып, юҡ-барҙан ҡурҡып, шөбһәләнеп, башҡорт теле дәрестәре булмаған мәктәптәргә, кластарға үҙ ҡулдары менән етәкләп алып барып индерҙе...
Үҙебеҙ ултырған ботаҡты тумырыуҙы дауам итмәйек! Был һынауҙы ла битарафлыҡ, тар ҡарашлылыҡ, тарҡаулыҡ менән үткәрһәк, киләсәктә хәлде үҙгәртеү мөмкинлеге, бәлки, тыумаҫ та. Мәғариф өлкәһе буйынса етәкселәргә фекерҙәрҙе еткерәйек, тыңларға теләмәгәндәрен дә милли мәнфәғәттәрҙе иҫәпкә алырға мәжбүр итәйек. Был - беҙҙең хоҡуғыбыҙ!

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.02.19 | Ҡаралған: 867

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru