«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИТМӘЙЕМ, ЯҢЫ ИЖАДҠА КҮСӘМ
+  - 

Республика тамашасыларының һөйөүен яулап өлгөргән Zainetdin псевдонимы аҫтында билдәле Заһир Зәйнетдинов көтмәгәндә генә эстраданан китәсәге тураһында белдергәйне. Ошо көндәрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында ике йыл эшмәкәрлегенә һығымта яһап уҙғарған концертынан һуң нимә буласаҡ? Артистың киләсәккә пландары тураһында үҙенән һораштыҡ.

Шоу проект менән сәхнәгә сығыуыңа нисә йыл булды һәм ни өсөн әлеге ваҡытта уны туҡтатырға ҡарар иттең?

- ZAINETDIN шоу-проекты менән сәхнәгә сығыуға ике йыл булды, ошо ваҡыт арауығында беҙ 200-ләп концерт ҡуйҙыҡ, 8 илдә булдыҡ. "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үткән концертты эшебеҙгә һығымта яһау тип ҡабул итәбеҙ, республика буйлап планлаштырылған турҙарым үткәс тә, гастролдәрҙе туҡтатып, яңы йүнәлештә эш башлайбыҙ. Бындай ҡарарға килеүемдең сәбәбе - әлеге эшләгән йүнәлештә маҡсаттарға өлгәштек, хәҙер яңырырға һәм яңы үрҙәр яуларға ваҡыт. Киләсәктә күберәк сит илдәр сәхнәһен яулауға йүнәлтелгән шоу-программа төҙөргә ниәтләйбеҙ һәм тәүҙә, моғайын, Европа илдәренә йүнәлербеҙ. ZAINETDIN атамаһы фамилиямдан алынған, күптәр мине был исем менән таный һәм ул ҡалыр, моғайын. Әммә яңы шоу-программаның атамаһы икенсе төрлө булыр, әлегә уйлайбыҙ. Ә бына эш йүнәлешенә килгәндә, шулай уҡ төрлө музыка ҡоралдары, бейеү, яҡтыртҡыстар ярҙамында ижад итәсәкмен.

Социаль селтәрҙәрҙә ZAINETDIN таланттар ҙа эҙләгәйне, был эшмәкәрлектең яңы йүнәлешеме?

- Эйе, әлеге көндә "Girza music" тигән лейбл астыҡ, үҙебеҙҙең продюсерлыҡ үҙәгендә йәш таланттарға танылыу яуларға ярҙам итәбеҙ. Ҡайҙан ундай уй килде: ваҡытында үҙем шундай продюсерлыҡ үҙәген эҙләгәйнем, республикала булмай сыҡты. Шуға ла хәҙер команда туплап алып, үҙебеҙ әҙерәк аяҡҡа баҫҡас, бүтәндәргә лә ярҙам ҡулы һуҙырға теләйбеҙ. Яңыраҡ онлайн режимында социаль селтәрҙәрҙә һайлап алыу турҙары уҙғарҙыҡ, унда 300-ҙән ашыу кеше ҡатнашты һәм бер нисә һынау үткәреп, шулар араһынан 14 кешене финалға сығарҙыҡ. Финал һынауҙарын уңышлы үтеүселәр менән киләсәктә килешеү төҙөләсәк һәм уларға продюсерлыҡ ярҙамы күрһәтәсәкбеҙ. Әйткәндәй, йәштәрҙе аныҡ ҡына бер йүнәлеш буйынса эҙләмәнек, кемдең ниндәй һәләте бар - барыһы ла ҡатнашты. Әлеге көндә йәштәр араһында хип-хоп стиле модала, шуға күптәр нәҡ шул стилдә йырлай-бейей. Талантлы, тырыш, маҡсатлы йәштәргә ижад итергә, республика ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә билдәлелек яуларға ярҙам итергә теләк ҙур.

Камилә ҒӘЛИЕВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.19 | Ҡаралған: 677

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru