«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯЛА ТИҢЕ БУЛМАҒАН СӘНҒӘТ ӨЛГӨЛӘРЕ ТЫУҘЫРҒАН МИЛЛӘТ ВӘКИЛЕ БЕҘ
+  - 



Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәнеү әйберҙәренә ҡулланыусы булараҡ иғтибар артһа ла, бөгөнгө көндә уларҙы йыйыу һәм фәнни яҡтан өйрәнеү эшмәкәрлеге өлкәһендә бушлыҡтар байтаҡ әле. Был биҙәнеү әйберҙәрен һәр кем үҙенсә атап йөрөтә, үҙенсә аңлатма бирә, үҙенсә яһай. Рубриканың бөгөнгө ҡунағы - филолог һәм тыуған яҡты өйрәнеүсе белгес Азат Салауат улы ҒАРИПОВ уларға тарихи күҙлектән баһа бирә, уларҙың таралыу территорияһын ғына түгел, биҙәүес төрҙәренең айырмалыҡтарын, нимәнән эшләнеүен асыҡлай. Әңгәмәбеҙ - башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшкә тағып йөрөтөлә торған биҙәнеү әйберҙәренең үҙенсәлеге тураһында.

Һеҙ яңы ғына башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшкә тағып йөрөгән биҙәнеү әйберенең тарихына арналған "Башҡорт биҙәнеү әйберҙәре" тигән китап сығарҙығыҙ. Уның тураһында аҙыраҡ ҡына мәғлүмәт бирһәгеҙ ине.

- Был китап учалылар өсөн генә тәғәйенләнгән тиергә була. Тәүге өлөшө башҡорт биҙәнеү әйберҙәренең тамырҙары, уларҙы тағып йөрөү традицияһы, төрҙәре, төҙөлөшө, биҙәлеү үҙенсәлектәре тураһында булһа, икенсе яртыһы - альбом-каталог. Ике йыл дауамында Учалы районын көньяғынан төньяғына тиклем йөрөп сыҡтым, 50-нән ашыу яға (учалылар башҡалар селтәр, һаҡал тигәнде яға, ти) осраны, уларҙың 43-ө китапҡа инде. 20-нән ашыу ауылдың яғаһы, уларҙың һүрәтләмәһе бар, тергеҙеү өсөн әҙер өлгө булып тора. Бының әһәмиәте ҙур, сөнки китаптарҙа Учалы районы тураһында ғәҙәттә бер генә һөйләм осрай: "Көньяҡтан төньяҡҡа киткән һайын, яғаларҙа тәңкәләр һаны арта". Ә хәҙер беҙ үҙебеҙҙең ерлектәге яғаларҙы яһай алабыҙ.
Уртаса алғанда, китапҡа ингән яғаларҙың тарихы бер быуат. Нигеҙенә ҡарағанда, унан да боронғораҡтары бар. Мин ул тиклем яға осрар тип көтмәгәйнем, сөнки был өлгөләрҙе байрамда ла, ҡунаҡта ла, урамда ла күреп булмай. Улар һандыҡ төптәрендә, музей сейфтарында ята. Йәғни, халыҡ уларҙы белмәй, күрмәй һәм киләсәктә күрмәйәсәк тә. Ә яғаларҙың ептәре көндән-көн серей, тәңкәләре ҡойола, ятып-ятып ҡасандыр таралып бөтәсәк. Матур сағында теркәп ҡалайым тип тотондом был эшкә. Унан һуң, музей экспонатына ҡарап ҡына фекер йөрөтөп булмай, төбәктә ниндәй яғалар таралыуын күреү мөһим.
"Яға" тип аталған биҙәнеү әйбере беҙҙең Урал аръяғына хас. Этнографтар Урал аръяғы тигәндә Силәбе, Ҡурған яҡтарын, Учалы районын, Әбйәлилдең бер өлөшөн күҙ уңында тота. Әбйәлил районының күбәләк ырыуы вәкилдәре йәшәгән ерҙән төньяҡҡа китһәк - был яғаның элек-электән йәшәгән урыны. Тағып йөрөү ысулы атамаға исем биргән, сөнки муйынды уратып алған яҫы таҫмаһы бар. Халыҡ уны һапма тип йөрөтә. Ҡурған һәм Силәбе башҡорттарында һапма һәм биҙәнеү әйберенең нигеҙе башлыса бер бөтөн. Учалы менән әбйәлилдәрҙә уларҙың һәр береһе айырым эшләнгәндән һуң ғына ҡуша тегелә. Горизонталь тәңкәләр - ҡорҙар һаны Әбйәлилдә 6-7 булһа, Учалыла 13-14 ҡорға тиклем барып етә.

Яға, селтәр, һаҡал - бөгөн нисек теләйбеҙ, биҙәнеү әйберен шулай атай ҙа ҡуябыҙ. Был күренештең фән өсөн ниндәй кире яғы бар?

- Бер район эсендә лә бер нисә биҙәнеү төрө осрай. Әйтәйек, Әбйәлилдә тамъян һаҡалы тигән төшөнсә бар. Ололарҙан һораштым, ысынлап та, ошо территорияла тамъяндар үҙенсәлекле биҙәнеү әйбере эшләгәндәр. "Хәҙер уны селтәр тип атай башланылар, элек әсәйҙәр һаҡал тип әйтә ине", - тинеләр. Ошо уҡ төбәктә селтәр ҙә бар һәм ул тамъян һаҡалынан айырылып тора. Тәңкәнән генә баҫылған алмиҙеү ҙә осрай. Тимәк, бер район эсендә биҙәнеү әйберҙәренең бер нисә төрө таралыу алған һәм был традиция борондан килә. Һәм һәр бер төбәктең үҙенең үҙенсәлектәре бар. Әгәр ҙә беҙ яғаны өйрәнеү өсөн Силәбе һәм Ҡурған яғына сыҡһаҡ, уларҙың Учалы яғаһынан айырылғанын күрәбеҙ. Шуға ла беҙ яға тип һөйләйбеҙ икән, бер генә өлгөгә, фотоға ҡарап, яға шулай булырға тейеш, тип уйларға ярамай. Селтәр тураһында һүҙ алып барһаҡ, ул шулай уҡ боронғо биҙәнеү әйбере. Күберәк көньяҡ райондарҙа таралыу алған тип иҫәпләнә. Нигеҙҙә, уны эшләүҙең үҙенең традицияһы бар һәм уны бер нисек тә яға менән бутарға ярамай.
Шуны күҙәтеп йөрөйөм, ысынлап та, беҙҙә бер генә биҙәнеү әйберен күҙ уңында тоталар ҙа, уны селтәр тип тә, һаҡал тип тә, яға тип тә атайҙар. Әгәр ҙә шулай дауам итһәк, башҡорт ҡатын-ҡыҙының бер генә биҙәнеү әйбере бар кеүек килеп сыға. Берәү - һаҡал, берәү селтәр тип атап, был фекерҙе үҙебеҙ нығытабыҙ. Был дөрөҫ түгел. Башҡорт ҡатын-ҡыҙы яға ла, һаҡал да, селтәр ҙә, иҙеү ҙә, алмиҙеү ҙә, дәүәт тә, хәситә лә, муйса ла, муйынса ла, түштек тә һ.б. эшләгән һәм таҡҡан һәм уларҙың һәр береһенең үҙенең айырмаһы һәм төрҙәре бар.

Башҡорт телендә "түшелдерек" тигән һүҙ бар. Түшкә тағылған бөтөн биҙәнеү әйберҙәрен дөйөмләштереп, түшелдерек тип атау дөрөҫ буламы?

- Был атама белдергән предмет, һүҙлектәрҙә үҙенең билдәләмәһе бар. Ул шулай уҡ түшкә, әммә күлдәктең эсенән тағыла. Туҡымаға горизонталь итеп төҫлө таҫмалар тегелә. Шуға ла түшелдерек тиһәк, уны күҙ уңында тоторға тейешбеҙ. Боронғо традицияларҙан сығып ҡараһаҡ, тимәк, биҙәнеү әйберҙәрен түшелдерек тип атау дөрөҫ түгел. Электән дөйөм атамаһы юҡ икән, "биҙәнеү әйбере" тип кенә йөрөтөү дөрөҫөрәк.
Шуны ла әйтергә кәрәк, беҙ биҙәнеү әйберҙәренең тарихын белеп бөтмәйбеҙ. Мәҫәлән, "һаҡал" тибеҙ икән, стереотип буйынса ул көрәк формаһында, ситенән шөңгөрҙәр, йоморо таштар булырға тейеш, тип уйлайҙар. Ә һаҡалдың Белорет районындағы өлгөләре, әбйәлилдәрҙең тамъян һаҡалы формаһы башҡа. Улар тураһында яҙһаң, был селтәр йә яға булырға тейеш, трапеция формаһында бит, тип төҙәтә башлайҙар. Эш шунда, райондар, ауылдар осрашҡан урындарҙа биҙәнеү әйберҙәре ҡатышыбыраҡ киткән һәм үҙенә күрә гибрид формаһы барлыҡҡа килгән. Сәрмәндәге һаҡалдарҙың, ысынлап та, нигеҙе трапецияға оҡшаш, әммә уны һаҡалға яҡынайтҡан нәмә - аҫҡы яғы ярым түңәрәк. Композицияһына килгәндә, уны селтәр тип атап булмай, иҙеүе - һапмаһы бар. Билдәле булыуынса, селтәргә таҫма ғына тегелә лә, уны шул таҫма менән бәйләп йөрөтәләр. Шуға ла беҙ һаҡалдың да төрлө булыуын аңларға тейешбеҙ. Бына Ишембай һаҡал менән селтәр осрашҡан территория, унда ике биҙәнеү әйберен дә тағып йөрөгәндәр. Бер фото ла һаҡланған, ундағы ҡатындарҙың береһе бәләкәй генә селтәргә оҡшаған биҙәнеү әйбере таҡҡан, уның аҫтынан ярым түңәрәк булып һаҡал күренеп тора. Руденко ла биҙәнеү әйберен ике ҡат итеп тағыуҙары хаҡында яҙа.

"Хәситә" тигән термин да биҙәнеү әйберенә ҡарата киң ҡулланыла, уны селтәр тибындағы биҙәнеү тип беләбеҙ. Хеҙмәтегеҙҙә һеҙ уны әмәйҙек, дәүәт менән бергә ҡарайһығыҙ...

- Заманында райондар буйлап этнографтар ғына түгел, телсе ғалимдар - диалектологтар ҙа йөрөгән. Биҙәнеү әйберҙәрен өйрәнгәндә телгә лә иғтибар итергә кәрәк. Көньяҡ райондарҙың ҡайһы бер һөйләштәрендә түшкә тағып йөрөтөлгән биҙәнеү әйберен хәситә тиҙәр. Әммә уның формаһы ниндәй, селтәрҙе хәситә тип атайҙармы, әллә хәситә тигән айырым төрө булғанмы - был турала мәғлүмәт етмәй.
Нигеҙҙә, беҙ белгән хәситә ул һул иңбаштан уң ҡултыҡ аҫтына төшөрөп, түшкә ҡырын кейә торған биҙәнеү әйбере. Улар хәситә, әмәйҙек, дәүәт атамалары менән билдәле. Паллас Башҡортостанда XVIII быуаттың аҙағында булып китә һәм хәситәләрҙе яҫы таҫманы ваҡ тәңкәләр, мәрйендәр, башҡа төр әйберҙәр менән биҙәйҙәр, тип яҙа. Руденко беҙҙә бер нисә тапҡыр була һәм ул әмәйҙек, дәүәт, хәситә араһында айырмаларҙы ла күрһәтә. 15-20 см киңлектәге таҫманан торғаны әмәйҙек, ваҡ тәңкәләр һәм мәрйендәр менән биҙәлә. Дәүәттә мәрйендәр ҡулланылмай, тип яҙа. Нигеҙенә тәңкә менән бер рәттән эре аҡыҡ тегелгән, ҡайһы берҙә ситен уҡа менән биҙәгәндәр. Шитова, ғәйнә башҡорттары дәүәтте муйынса тип атай, тип билдәләй. Әйткәндәй, һөйләштәрҙә башҡа төр терминдарҙы ла осратабыҙ: кесәбикә (һаҡмар), ҡыйа иҙеү (ҡыҙыл, мейәс), муйынҫа (дим, урта), муйын тәңкәһе (ҡыҙыл), теркәмә (дим, урта), хәйкә (төньяҡ-көнбайыш). Үкенес, музейҙарҙа дәүәттең совет осоро тәңкәләренән баҫылғаны бар, боронғолары юҡ тиерлек. Милли музейҙа бер генә дәүәткә барып юлыҡтым, әммә бер генә әйбергә ҡарап, һығымта эшләп булмай. Дәүәттең "тәүәт" фонетик варианты ла бар.
Учалы районында, Арғаяшта ҡыя иҙеү осраны, ул тәңкәнән эшләнгән. Халыҡ уны арҡыры яға тип тә атай. Руденко билдәләүенсә, хәситәгә тәңкәләрҙән тыш төрлө бетеүҙәр, доғалыҡтар ҙа тегелгән. Формаһы һәм материалы йәһәтенән әмәйҙектән айырылмаған тиерлек. Йыш ҡына хәситәне дәүәттең аҫҡы яғына ҡушып теккәндәр. Әйткәндәй, хәситә көньяҡ диалекттың айырым һөйләштәрендә һәм төньяҡ-көнбайыш диалектта ике мәғәнәне белдерә. Беренсеһе - "доғалыҡ", икенсе мәғәнәһе - "бетеү". Хәситә Татарстан яғында таралған, китаптарына ла ингән, музейҙарында, фотоларҙа ла бар. Һәр хәлдә, ул ошо төбәктә нығынған.
Ошо төр биҙәүестәр тураһында һүҙ алып барғанда, "бутимар" тип аталғанын да телгә алырға кәрәк. Уны Илдар Ғатауллин тергеҙҙе. Ул балыҡ тәңкәһе һымаҡ ваҡ тәңкәләрҙән һырып эшләнгән, эсендә доғалыҡ һала торған урындары ла булған, тип иҫәпләнә. Паллас, XVIII быуаттың башҡа тикшеренеүселәре һүрәттәрендә башҡорт-ҡатын ҡыҙы тап ошо биҙәүесте тағып алғанлығы күренә. Былай булһа, уның тарихы тағы ла боронғораҡ осорға барып тоташа.

Ғалим булараҡ, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, был биҙәүестәрҙең йәшәйештәге төп функцияһы нимәлә булған?

- Беҙ биҙәүестәрҙе бөгөн байрам кейеменең элементы тип кенә ҡабул итәбеҙ. Петр Паллас, ни тиклем генә ҡыйын булмаһын, башҡорт ҡатын-ҡыҙы биҙәнеү әйберен көнө буйы таға, шунһыҙ кеше араһына сыҡмайҙар, тип яҙа. Әгәр ҙә ошоно нигеҙ итеп алһаҡ, бында матурлыҡ тураһында һүҙ бармай. Бөгөн һәр беребеҙ белемле, күп һорауҙарға яуап бирә алабыҙ. Боронғо заманды күҙ алдына килтерегеҙ, тәбиғәт балаһына уны уратып алған донъя төрлө һынауҙар әҙерләгән, төрлө йәндәргә ышанғандар, уларҙан һаҡланыу сараһын күргәндәр. Әйтәйек, мәрүәтте ҡырғандар ҙа, тире сирҙәренә һипкәндәр. Көмөш тә, аҡыҡ та ошолай уҡ дауалау сифатына эйә. Биҙәүестәрҙең ошо материалдарҙан тороуы уның функцияһына ла ишара яһай - ул ҡатын-ҡыҙҙы һаҡлаусы булған.
Һуңғы ваҡытта ҡортбашты күпләп ҡуллана башланылар. Учалы районында табылған боронғо яғаларҙың береһендә лә ҡортбаш юҡ. Силәбе, Ҡурған яғаларында, һапманың бер тирәһендә генә осрай ҡайһы берҙә. Ҡортбаштың урыны - ҡашмауҙың олононда (ҡойроғо). Легенда буйынса, кешеләр араһында күҙҙәрендә уҡтар булғандары бар. Шул кешенең ҡарашы төшһә, уҡтары һиңә ҡаҙала ла, ауырыйһың, тигәндәр. Мәжүсилек осоронда башҡорттар күҙҙән һаҡланыу өсөн ҡыу баш һөйәген аҙбар тирәһенә элеп ҡуйыр булған. Әммә ул ҙур, үҙең менән алып йөрөп булмай. Ҡортбашты ҡыу баш һөйәгенә оҡшатып, кешенең насар күҙенән һаҡланыу сараһы итеп, балаларҙың кейеменә, баш кейемдәренә тегә башлағандар.
Тағы ла. Был биҙәүестәрҙе кемдер яугир ҡатын-ҡыҙҙар кейеме тип аңлата. Әгәр ошо күҙлектән сығып ҡараһаҡ, мәҫәлән, селтәр һаҡлау функцияһын үтәмәй. Йәки биҙәүестәр ҡатын-ҡыҙҙың кассаһы булған, тиҙәр. Боронғо яҙмаларҙа осрай ул, баҙарҙа ире менән ҡатыны ниндәйҙер әйбергә тап булалар ҙа, һатып алырға хәл итәләр. Шыбырлаштылар ҙа, ҡатындың биҙәүесенән бер тәңкәне ҡырҡып алдылар, тиелә унда. Быларҙа, бәлки, дөрөҫлөк барҙыр, тик улар тураһында күп һөйләп, биҙәүестәрҙең мәғәнәһен ошоға ғына ҡайтарып ҡалдырыуыбыҙ бар. Әммә башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының түшкә тағыла торған биҙәнеү әйберҙәренең мәғәнәһе күпкә тәрәнерәк.

Уралдың аҫты-өҫтө ҡиммәтле таштарға бай, ошондай ерҙә йәшәгән халыҡ ни өсөн һаҡал, яғаларҙы улар менән биҙәмәне икән?

- Байлыҡты, матурлыҡты күрһәтеүҙе маҡсат итһәләр, был биҙәнеү әйберҙәрендә нимә генә булмаҫ ине икән? Тимәк, таштың, металдың көсө төп урынға ҡуйылған. Донъя кимәлен алып ҡараһаҡ, аҡыҡ, мәрйендәр башҡа халыҡтарҙа ла һаҡлау сараһы булып тора. Мәҫәлән, мәрүәт заманы өсөн бик ҡиммәтле булған, ул диңгеҙҙән килгән. Унан түңәрәктәр ҡырҡып, тишеп, биҙәүескә тағып ҡуйылған. Сихри көскә эйә тип иҫәпләнгән мәрйен дә беҙҙең яҡта булған нәмә түгел. Ул Урта диңгеҙ, Ҡыҙыл диңгеҙҙән килгән. Юл ыңғайына алып ҡайтҡандар, тип тә әйтәләр. Ә ул беҙҙә шул тиклем ныҡ таралған, юл ыңғайы ғына 1-2 кеше алып ҡайта алмай ул тиклем күләмдә. Бының өсөн сауҙа эше яйға һалынырға тейеш.
Урал аръяғы тураһында һүҙ алып барһаҡ, яҙмаларға ҡарағанда, Троицкиҙа ҙур йәрминкә булған. Унда Көнсығыш илдәренән, Һиндостандан да килеп еткән әйберҙәр булған. Ошо мәрйендең таралыуының бер юлы булған. Көмөш ҡатын-ҡыҙ металы тип иҫәпләнә, ул шулай уҡ Ай есеме менән бәйле. Им-томда көмөш тәңкә күпләп ҡулланыла, уның менән баланың ҡашын да һыҙалар һ.б. Туй йолаһында "Ҡарта ашы"нда еңгәләр тәңкәләрҙе ҡарынға, йылҡы итенең ҡартаһына ҡушып, ҡалаҡҡа һалып бирәләр. Был ҡыҙға әсәлек бәхете теләү менән бәйле. Ана шул туй йолаһында ҡулланылыуы һөҙөмтәһендә лә был биҙәүестәр бөгөнгә тиклем һаҡланған да. Һаҡланыу сараһы итеп ҡараһаҡ, биҙәнеү әйберҙәрен ҡыҙ балалар ҙа таҡҡан. Бер рус яҙыусыһы башҡорт ғаиләһенә килә һәм 6 йәшлек ҡыҙҙың биҙәүесен һүрәтләй. Иң кәрәкле мәғлүмәт - әсәһенекенә оҡшатып эшләнгән, тиелә. Быны раҫлаусы фотолар ҙа бар.
Шуға ла биҙәнеү әйбере ул халыҡтың йәшәйеше, донъяға ҡарашы менән бәйле һәм һаҡлаусы элементтарҙы бер урынға йыйған уникаль бер күренеш. Ул үҙенә күрә китап, уҡый белергә генә кәрәк. Милләттең, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының бер ҡаҙанышы. Башҡа милләт вәкилдәре өйрәнеп, һоҡланыуын белдерә. Тәңкәләр тарихын өйрәнгән И. Спасский тигән ғалим Эрмитажда һаҡланған боронғо һаҡалды миҫал итеп килтереп, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары аҡсаны сәнғәт өлгөһөнә әйләндергән, тип яҙа. "Уйлап ҡараһаң, байлыҡты йәшерергә кәрәк, ә улар, киреһенсә, барыһына ла күрһәтеп йөрөйҙәр", - ти. Эрмитаждағы был һаҡал көмөш аҡсалар, малахит, гранит, башҡа материалдар менән биҙәлгән.

Бөгөн биҙәнеү әйберен эшләүселәр күбәйҙе. Оҫталарға айырыуса нимәгә иғтибар итергә кәңәш итер инегеҙ?

- Бөгөн биҙәнеү әйберҙәрен эшләүҙә тәртип юҡ. Ошо юлдан китһәк, боронғо биҙәнеү әйберҙәрен тергеҙеү урынына яңыһын уйлап сығарыуға күсәсәкбеҙ. Уйлап сығарылған тарих башланасаҡ. Шуға ла ҡулға энә, еп алырҙан алда ул ни өсөн эшләнгән, нисек эшләнгән тип уйларға кәрәк. Тәү ҡарашҡа еңел тойолһа ла, биҙәүестең төҙөлөшө ҡатмарлы ғына. Муйынға тағыу өсөн ҡулайлаштырып тегелгән элемент халыҡ телендә "һапма" тиеп йөрөтөлә. "Иҙеү" тигәне лә бар. Өҫтән аҫҡа табан төшһәк, айырыуса селтәрҙә тәңкәләрҙән өс вертикаль бағана төшә. Ғәҙәттә, тәңкәләр бәләкәйҙән башланып, өлкәнәйә бара. Шул бүленеште "бүлмә" тип атайҙар. Билдән быуыу өсөн таҫманы "билдек" тиҙәр. Горизонталь рәттәр "ҡор" тип атала. Ололар, селтәрҙәге ҡорҙар һаны 4-тән ашырға тейеш түгел, ти. Яғаларҙа ҡорҙоң һаны артып китә. Биҙәүестең иң аҫтында "тояҡ", ҡайһылыр төбәктәрҙә "төйәк". Әгәр ҙә ошондай атамалар һаҡланып ҡалған икән, был биҙәүесте эшләүҙә система барлығын күрһәтә. Кем нисек теләй, шулай эшләгән булһа, бер ниндәй атамаһы ла булмаҫ ине.
Селтәр - боронғо биҙәнеү әйберҙәренең береһе. Атамаһына ҡарағанда, төп баҫым уның мәрйендән яһалған селтәренә төшә, ул биҙәнеү әйберенең 50 процентын алып тора. Мәрйендәр ромб формаһында тегелә, күп халыҡтарҙа ул ҡатын-ҡыҙ башланғысы, Ер әсәһе тигән төшөнсә менән бәйле. Яға тигәндә тағыу ысулына иғтибар итәбеҙ.
Хәҙер был биҙәүестәрҙе тиҙ генә эшләргә тырышып, әҙер туҡымалар менән эш итәләр. Тик реконструкция тип һөйләйбеҙ икән, уның формаһы, төҙөлөшөнән тыш, материалын да боронғоға оҡшатырға тейешбеҙ. Бында "реплика" тигән терминды ҡулланыу кәрәк, сөнки бөгөн реконструкцияны эшләгән кеше юҡ, тип уйлайым. "Реплика" иһә боронғоғо оҡшатып, хәҙерге заман материалдары менән эшләү. Ә боронғо яғаларҙың 95 проценты тиерлек өй шарттарында яһалған туланан тора. Уларҙың һырт яғы тышланмаған, әйләндереп ҡараһаҡ, барыһы ла күренеп тора. Ни өсөн тышламағандар һуң? Сөнки көндәлек тормошта нимәгәлер эләгеп, һүтелеп, тәңкәһе төшөп китеүе бар. Уны кире тегеп ҡуйырға кәрәк. Әгәр һырты тышланған булһа, уны һүтергә тура киләсәк. Бына был тормош ысынбарлығы, практик йәһәттән уңайлы булған өсөн тышланмаған да. Ә тула ул башта станокта һуғыла, унан кейеҙ һымаҡ баҫыла һәм ике ысул ҡушылыуҙан тығыҙ туҡыма барлыҡҡа килә. Тәңкәләрҙең ауырлығы бар. Йоҡа туҡымаға баҫһаң, ҡыбырлаған һайын тәңкәләр ҡыйшая, уларҙың ауырлығы баҫа ла, формаһы юғала. Тула нигеҙ ҡалын булғас, трепеция формаһында эшләнгән икән, шул формала тора. Өйҙөң нигеҙе ныҡ булған кеүек, биҙәнеү әйберҙәренең дә нигеҙе ныҡ булырға тейеш. Ошо нигеҙ туланың өҫкө өлөшөн ҡыҙыл туҡыма менән ташлағандар. Яғаларҙа ситтәрен ҡара туҡыма менән ҡайып сығыу күҙәтелә, селтәрҙә был юҡ. Мәрйенде һырығанда ебенең төҫөн тура килтергәндәр, ҡыҙыл еп булмаһа, буяғандар. Көмөш тәңкәне теккән саҡта аҡ еп ҡулланылған. Мәрйендәрҙе бер епкә теҙгәндәр ҙә, аҙаҡтан ошо нигеҙ ебендәге һәр бер мәрйенде нығытып, ҡыялатып тегеп сыҡҡандар. Хәҙерге тәңкәләр менән эшләнһә лә, бер нисә урынға көмөш тағып ебәреү уны тағы ла әһәмиәтлерәк итәсәк.
Китапҡа ингән 43 яға араһында күсермәләр юҡ, улар бер-береһен ҡабатламай. Нигеҙе оҡшаған, технологияһы оҡшаған, әммә һәр эшләгән кеше ниндәйҙер үҙенсәлек өҫтәгән, шуға ла улар уникаль. Нигеҙҙә биҙәүестәрҙең иң көслө, иң кәрәкле ерҙәрен һаҡлағандар. Шуға ла был эшкә аңлы рәүештә, бик һаҡсыл тотонорға кәрәк.

Шулай итеп...
Башҡорт ҡатын-ҡыҙының биҙәүес әйберҙәрен өйрәнеү эшендә был китап башланғыс ҡына. Этнографик хеҙмәттәрҙәге ҡыҫҡа ғына һүрәтләмәләрҙән тыш, беҙгә хәҙер ошондай китап-каталогтар өҫтөндә эшләргә кәрәк, сөнки халыҡта булған өлгөләрҙән генә аныҡ фәнни һығымта яһап буласаҡ. Азат Салауат улының һәр биҙәүес төрөн ентекләп аңлатыуынан күптәр үҙҙәре өсөн кәрәкле мәғлүмәтте алғандыр, тип ышанайыҡ. Мин дөрөҫ эшләйем, һин юҡ, тигән бәхәстәрҙән дә арынайыҡ. Әңгәмәсебеҙ әйтмешләй, халҡыбыҙҙың донъяға ҡарашын күрһәтеүсе ошо уникаль "китап"ты уҡырға өйрәнәйек һәм бер нәмәне иҫтә тотайыҡсы: беҙ донъяла тиңе булмаған сәнғәт өлгөләре тыуҙырыуға өлгәшкән юғары зауыҡлы милләт вәкиле. Ошо мираҫыбыҙға һаҡсыл булайыҡ.

Ләйсән НАФИҠОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 25.04.19 | Ҡаралған: 688

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru