«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТТЫ ИЗГЕЛӘШТЕРЕҮҘЕҢ ҮҘ ХИКМӘТЕ БУЛҒАНДЫР
+  - 



Башҡорт риүәйәттәрендә һәм легендаларында аттың кешегә яҡын булыуы уның халыҡты ҡурсалай алыуы, кешеләргә юл күрһәтеп барыуы, ауыр хәлдәргә тарыған ваҡытта яңы йәшәү урындарын табырға ярҙам итеүе кеүек ваҡиғалар аша бирелә.

Риүәйәттәрҙә ат тотемистик баба рәүешендә ҡабул ителеп, башҡорт ырыу төркөмдәренә күсеп ултырыу өсөн яңы ерҙәр таба алыусы зат итеп һүрәтләнә. Мәҫәлән, "Әйлеләр, мырҙалар, тырнаҡлылар ҡайҙан килеп сыҡҡан?" тигән риүәйәттә уларҙың ата-бабаларының Һырдаръя буйҙарында йәшәгәнлеге тураһында әйтелә. Бер заман ырыу аҡһаҡалының һылыу ҡыҙы һәм аттары юғала. Өс егет уларҙы эҙләргә сығып китә. Былар ат эҙҙәре буйлап килә торғас, Әй һәм Йүрүҙән буйҙарына килеп сығып, аттарҙы һәм ҡыҙҙы ошонда осрата. Һырдаръя яғына кире ҡайтҡас, улар аҡһаҡалдарға үҙҙәре күргән ерҙәр тураһында һөйләй, һәм Һырдаръя башҡорттары Уралға күсенә. Ҡыуаҡан ырыуы ҡарыһүҙендә шундай уҡ мотив күҙәтелә: уларҙың ата-бабалары, юғалған йылҡы көтөүен эҙләп, Урал һырттары аша үтеп, Йүрүҙән буйына килеп сыға һәм бөтә ырыуы менән ошо иркен ерҙәргә күсеп ултыра. Тағы ла бер фольклор әҫәрендә һөйләнелеүенсә, Учалы яҡтарында халыҡ күбәйеп киткәс, бер аҡһаҡал үҙе үлер алдынан улына иркен ерҙәргә күсеп китергә ҡуша. Бындай ерҙәргә уны бәйҙән ысҡындырылып ебәрелгән ҡолондар алып сығырға тейеш була. Улар артынан бара торғас, хәҙерге Арғаяш башҡорттарының ата-бабалары Миәс йылғаһы үҙәненә килеп сыға.
Р.Ғ. Кузеев төньяҡ-көнсығыш башҡорттары араһында юл күрһәтеүсе ат тураһындағы сюжеттың киң таралыуын көнкүреш һәм дини ҡараштар үҙгәреүенә ярашлы бүре-баба хаҡындағы боронғо тотемистик мифтың һуңынаныраҡ үҙгәртелеүе аша аңлата. Ат юл күрһәтеүсе рәүешендә төньяҡ-көнсығыш һәм Урал аръяғы башҡорттарының ғына ауыҙ-тел ижадында сағылыш тапмаған. Билдәле эпик герой Иҙеүкәй үҙенең улы Мораҙымға (меңдәр) аттар көндөҙ үлән утларға, төнөн ял итергә туҡталған урындағы яңы ерҙе төйәк итергә кәңәш итеп, васыят әйтә. Был урын Дим йылғаһы үҙәне булып сыға. Халыҡта Әлшәй районының Түбәтәй һәм Себенле ауылдарына нигеҙ һалыныуҙы ла ошо ваҡиға менән бәйләйҙәр. Әлшәй районының мең ырыуы башҡорттары араһында Иҙеүкәй һәм Мораҙым вафат булғас, уларҙы ҡайҙа ерләү тураһындағы мәсьәләнең нисек хәл ителеүе тураһында риүәйәт таралған. Ул былай булған: аҡһаҡалдар мәрхүмдәрҙе хәрби аттарының арҡаларына бәйләп һалып ебәргәс, улар ҡайҙа барып туҡтай, шунда батырҙарҙы ерләргә ҡуша. Аттар Түбәтәй ауылынан алыҫ булмаған Күнкәҫ ауылы янындағы тау башында туҡтай. Был ҡәберҙәр хәҙер ҙә ҡайһы бер кешеләр өсөн табыныу урыны булып тора.
"Баштай ырыуы" легендаһына ярашлы, Туҡ йылғаһы буйына беренсе кеше тарпандар артынан барып, килеп сыҡҡан. Бәрәстауға етә килә, ул ҡырағай аттарҙы күҙҙән юғалта һәм ошо яҡтарҙа йәшәргә ҡала.
Ырымбур өлкәһендә хәҙер район исеменә нигеҙ булған "Ҡыуандыҡ" топонимының килеп сығышы шулай уҡ ат менән бәйле. Әүәл Рамазан исемле башҡорт Көньяҡ Уралдың Гөбөрлө һыртында ҡайраҡ таш эҙләп йөрөгән. Шул таштарҙы эҙләп табып, тоғон тултырғас, болонда торғоҙоп ҡалдырған аты эргәһенә китә был. Аты ҡалдырған урында булмай сыға. Уның эҙҙәре буйлап юллап бик оҙаҡ барһа ла, Рамазан атын тиҙ генә таба алмаған. Төндө тауҙар араһында уҙғарғас, таң менән тау артынан тау артылып, таныш булмаған йылға үҙәненә килеп сығып, атын табып ала. Ҡыуанысынан Рамазан ошо йылғаға "Ҡыуандыҡ" тип исем ҡуша. Һуңынан ул ошо йылға буйҙарына үҙенең ырыуҙаштары - үҫәргәндәрҙе алып килә, һәм улар ошонда Ҡыуандыҡ ауылына нигеҙ һала. Ул 1953 йылда ҡала итеп үҙгәртелә, уның гербында артына боролоп ҡарап барыусы алтын ат урын алған.
"Һаҡтау" риүәйәтендә бик күп йылдар элек ҡыпсаҡ ауылы Ҡунаҡбай (Ырымбур өлкәһе Новосергиевский районы) башҡорттарының йылҡы көтөүенең сит яҡтарға сығып китеп юғалыуы тураһында бәйән ителә. Бер йыл үткәс кенә был аттар Урал аръяғы һырттарында, Һаҡтау буйында табыла. Ошо ерҙәр бында тәүләп килгән кешеләргә бик оҡшай, һәм улар, ошо тау армыттары араһына күсеп килеп, һуңынан Ҡәнзәфәр тип аталып йөрөтөлә башлаған Һаҡтау ауылына нигеҙ һала. Оҡшаш сюжет "Ямаш менән Йомаш" хикәйәтендә лә сағылыш тапҡан: күп йылдар элек бөрйән ырыуынан бер туған һунарсылар Ямаш менән Йомаш бүре баҫтыра барышлай арыған аттарын иреккә ебәреп, икенселәренә менеп, ары киткән. Тик теге аттар кире ҡайтмай. Юғалған аттарҙы оҙаҡ ҡына эҙләһәләр ҙә, улар табылмай. Бер нисә ай үткәс, бесән ваҡытында Ямаш йылға буйына төшкән икән, ҡышын юғалған аттарҙы күреп ҡала. Ямаш аттарҙы өйөнә алып ҡайта ла, ошо турала атаһына һөйләй. Атаһы уға аттары ҡыш сыҡҡан мул үләнле йылға буйына күсеп ултырырға кәңәш итә. Ямаш атаһы ҡушҡанын үтәй - ошо урында ул Ямаш ауылын нигеҙләй.
Ошондай риүәйәт түңгәүер башҡорттары араһында ла теркәлгән. Уның тыуған яҡты өйрәнеүсе Р. Рәхимов тарафынан яҙып алынған вариантында Хәйбулла районының Таштуғай ауылын түңгәүерҙәр Таналыҡ йылғаһының Таштуғай тауҙары менән уратылып алынған бик матур һыубаҫар туғайында нигеҙләүе тураһында бәйән ителә. Улар ҙа ошо ергә юғалған йылҡы көтөүен эҙләп килеп сыҡҡан була. Юл күрһәтеүсе аттар мотивы "Аҡһаҡ ҡола" һәм "Ҡара юрға" хикәйәттәренең ҡайһы бер варианттарында осрай: риүәйәт геройҙары үҙҙәренең кәләштәренә аҡһаҡ ҡола йәиһә ҡара юрға аттарын эҙләп барышлай юлыға.
Тотемизм күренештәрендә, шул иҫәптән атты изгеләштереүгә бәйле культта, юл күрһәтеүсе тотем тотороҡло элемент булып иҫәпләнә. Был башҡа халыҡтар традицияларына ла хас булған күренеш. Сыуаш ҡарыһүҙендә Тура илаһ тарафынан яратылған ҡанатлы ат ("ҫилҫунаг") сыуаштарҙың тәү бабаларын урман төпкөлдәренән дала киңлектәренә алып сыға.
Уғыҙхан тураһындағы мифта уның ғәскәре менән ҡараңғылыҡ иленә килеп еткәс, бер ҡарттың кәңәше буйынса мәмерйәгә инә торған урында дүрт ҡолондо бәйләп ҡалдырып, уларҙың инәләрен - бейәләрҙе үҙе менән алып китеүе тураһында бәйән ителә. Кире сығырға булғас, хан ғәскәре алдынан әлеге дүрт бейәне ебәрә, һәм улар мәмерйәнән сығыу урынын таба. Италия сәйәхәтсеһе Марко Полоның Ҡытайға барыуы тураһындағы китабында ҡыпсаҡтарҙың ҡараңғылыҡ иленә походҡа барып, унан бейәләр артынан эйәреп, кире ҡайтыуы хаҡында оҡшаш легенда килтерелгән. "Бокту-Кириш" исемле тыва эпик хикәйәтендә ырыуҙың бөтә кешеләре ҡоллоҡҡа алып кителгәс, бер туған ир һәм ҡыҙ балаға ҡолонло бейә осрап, малайға атаһының мәмерйәлә йәшерелгән һуғыш ҡоралдарын табырға ярҙам итә. Монгол эпосында аҡ бейә геройға ата-әсәһен ҡоллоҡҡа алып киткән дошманы торған урын тураһында хәбәр итә. Боронғо һинд мифологияһында батша, иреккә ебәрелгән изге ат артынан ғәскәре менән барып, төрлө ил һәм халыҡтарҙы буйһондора. Һинд-иранлыларҙың "Басра Хәсәне тураһындағы әкиәт"ендә ат Хәсәнде тылсым эйәһенә алып барғас, уға ҡатынын эҙләп табырға мөмкинлек тыуа. Тирия батшаһы Мутондың ҡыҙы Элисса, атаһы үлгәс, батша булып алған ағаһының эҙәрлекләүенән ҡасып, үҙенең яҡындары менән караптарға ултырып, йәшерен рәүештә диңгеҙгә сығып китә. Оҙаҡ ҡына йөҙөп барып, Урта диңгеҙҙең Төньяҡ Африка ярҙарына етәләр. Элегерәк Элиссаға ул ат башы һөйәген тапҡан ерҙә яңы ҡалаға нигеҙ һаласағы тураһында күрәҙәлек ҡылған булалар. Яр буйлап бара торғас, ҡасаҡтар ысынлап та ат башы һөйәген табып, ошо урында Карфаген ҡалаһына нигеҙ һала. Ливия сүллегендә аҙашҡан аргонавтарға диңгеҙгә табан юлды уның төбөнән сыҡҡан аҡбуҙ ат күрһәтә. Боронғо Рим ҡарыһүҙендә Марс аллаһының изге аттары уға бағышланып, яҙын тыуған егеттәрҙе үҙҙәре артынан эйәртеп, уларҙы торасаҡ ерҙәренә алып бара. Был мифтарға төрлө халыҡтарҙың тылсымлы әкиәттәрендә мифик аттарҙың геройҙарға ауырлыҡтарҙан сығыу юлдарын өйрәткән эпизодтары килеп ялғана.

Шулай итеп...
Боронғо дәүерҙәрҙә юл күрһәтеүсе ат тураһындағы сюжеттар барса халыҡтар араһында таралған булып, бәлки, тере донъя барлыҡҡа килгән архаик эпохаларҙа йәшәгән, тип иҫәпләнгән кеше-аттарҙың, йәғни кентаврҙарҙың әҙәми заттың тәү бабалары булыуы тураһындағы мифтар ерлегендә тыуғандыр.

Азалия ИЛЕМБӘТОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.05.19 | Ҡаралған: 590

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru