«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАТЫРЫБЫҘҘЫ ШӘХЕС БУЛАРАҠ АСТЫ ТРАГЕДИЯ
+  - 

Милли театр сәхнәһендә Бөйөк Ватан һуғышы темаһын яҡтыртҡан спектаклдәр араһынан Флорид Бүләковтың Советтар Союзы Геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовтың шәхесенә арналған героик жанрҙағы "...Шайморатов генерал..." трагедияһы (1998 йыл) айырым урын алып тора. Унда төп ролде башҡарыусы - М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла ҮТӘШЕВ менән ошо спектакль хаҡында бәләкәй генә әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Актер өсөн аныҡ героик шәхесте уйнауы нисек? Шәхес кисергән ваҡиғалар булған, ул унда ниндәй юлдан киткән, һөҙөмтәлә нимәгә килгән - быларҙың барыһы ла актерға ла, тамашасыға ла билдәле бит?

- Берҙән, еңел, уның хаҡында тарихи материалдар табырға була ине. Икенсе яҡтан, ауыр, сөнки һәр кемдең үҙенең уйҙарында, аңында ошо шәхестең образы бар. Шул сәбәпле тамашасының генерал Шайморатовына тап килерме икән, тигән борсолоуҙар, хафаланыуҙар булды. Уға тиклем дә тарихи шәхестәрҙе - Салауатты (М. Кәрим "Салауат"), Сыңғыҙханды (Н. Абдыҡадиров "Сыңғыҙхандың һуңғы төйәге"), Әнғәм Атнабаевтың һуғыш темаһына бәйле "Ул ҡайтты" спектаклендә төп герой Тимербулатты һ.б. уйнағайным. Улар араһында Шайморатов генерал образы айырылып тора. Ул минең үҙем өсөн дә бик ҡәҙерле.
Флорид Бүләков уны бик яратып, матур итеп яҙған. Ғөмүмән, ижади төркөм бик ихлас эшләгәйнек. Режиссеры - Азат Нәҙерғолов, рәссамы - Таң Еникеев, композиторы - Урал Иҙелбаев, актерҙар Гөлли Мөбәрәкова, Нурия Ирсаева, Шамил Рәхмәтуллин, Эльвира Юнысовалар уйнаны. Уйҙар аша бөгөнгө көнгә хәтирә булып ҡына ҡайтҡан кеше булараҡ, генералдың кейеме лә аҡһыл төҫтә ине. Күптәр быны тәнҡитләне, хәрбиҙәрҙең кейеменә тура килмәй, тейеүселәр булды. Пьеса бер кешенең яҙмышына ғына түгел, Ҡ. Даяндың "Шайморатов генерал" йырына ла ҡоролғайны. Уның исеме лә ошо йырҙан өҙөп алынған, шуға ла ике яҡлап өс нөктәләр ҡуйылған. Композитор Урал Иҙелбаевтың музыкаһы ла ошо осорға сумырға шул тиклем ярҙам итә ине, унда ошо йырҙың көйө һуғыш мәхшәре - танкыларҙың, артиллерияның атыуҙары артында ишетелеп-ишетелеп ҡала ине. Бер яҡтан - Тыуған ил алдындағы бурыс, икенсе яҡтан, хәрби егеттәрен иҫән-аман алып ҡайтыуға бәйле атайҙарса борсолоуҙар - ике хис, ике ут араһында ҡалған шәхестең уйланыуҙары трагедияһының башынан аҙағынаса үтә. Һаман иҫләйем, спектаклдә ошондай һүҙҙәр бар ине: "Бөтөн Башҡортостандан иң яҡшы, иң көслө егеттәрҙе йыйып алып, уларҙы һәләк итергә юл ҡуйһам, халҡыбыҙ ҡәһәрләр мине". Шайморатов дан-шан көҫәгән парад генералы түгел, ул һалдаттары менән бергә утты-һыуҙы кисеүсе һәм шуның менән уларҙың ихтирамын яулаусы. Образды аса алғанмындыр, тип уйлайым, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы миңә ошо һәм тағы бер нисә спектаклдәрҙәге ролдәремде башҡарғанда юғары актерлыҡ оҫталығы күрһәткән өсөн тапшырылды. Сәхнәлә ул бик оҙаҡ барҙы тип әйтә алмайым, театрҙың үҙ йорто булмаған дәүерҙә сыҡҡайны. Шулай ҙа төп бинаға күскәс тә уйнап йөрөнөк.

Атайығыҙ шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ул һуғыш иҫтәлектәре менән уртаҡлаша инеме?

- Тарихи шәхес тураһында мәғлүмәт табып була, тип әйтһәм дә, хәҙерге замандағы кеүек интернет юҡ ине, шуға ла беҙ репетициялар башлағанда башта һуғыш тураһында белгәнебеҙҙе бер-беребеҙгә һөйләй инек. Ә атайым һуғыш хаҡында һөйләргә яратманы. Киноларҙы ла ҡарамай ине, ҡайһы берҙә ҡараһа ла, һуғышты дөрөҫ күрһәтмәйҙәр, тиер ине. Элек бит гел бер яҡлы яҡтыртылды һуғыш та, еңеү ҙә - гел генә беҙҙекеләр уңышлы, һалдаттар күтәренке кәйефтә. Бөгөн килеп еңеү көнөн билдәләр алдынан инвалид һалдаттарҙан ҡалаларҙы таҙартҡандар тигәнерәк ҡурҡыныс мәғлүмәтте лә ишеткәнебеҙ бар.
Атайым да әрмелә үк кавалерияла хеҙмәт иткән. Һуғыш башланғас, 1941 йылдың 24 июнендә фронтҡа китә. Бер нисә тапҡыр яралана, контузия ала, госпиталдәрҙә лә дауалана. 1946 йылдың яҙында ғына күкрәк тултырып орден-миҙалдар тағып ҡайтып төшә. Унан һуң колхозды тергеҙеүгә бар көсөн бирә, ғаиләбеҙ ҙә ишле булды. Бер мәл һабантуйҙа ҡабырғаһын һындырҙы һәм мине, 10 йәшлек малайҙы, үҙе менән көтөү көтөргә алып йөрөнө. Шул мәлдә һуғыштағы ҡайһы бер ваҡиғаларҙы һөйләне миңә. Бер шулай атлы дивизия дошман ҡамауынан сыҡҡан саҡта атайымдың атының аяғына мина ярсығы тейә. Сатанлаған аттың саба алмаҫын аңлай. Ҡараһа, ҡаршыһына ат елә икән, атайым шуны тотоп менә. Был фашист аты булып сыға, уға беркетеп ҡуйырған сумкала бик мөһим документтар була. Документтарҙы штабҡа алып бара, портмонеһын трофей итеп алып ҡайта, ул һандыҡ төбөндә ятты. Тағы бер ваҡиға иҫтә ҡалған. 5 һалдатты, улар иҫәбендә атайым да була, командир менән бергә разведкаға ебәрәләр. Ҡамауға эләгәләр һәм алдарына ҡуйылған бурысты үтәй алмайҙар, командир менән 2 һалдат һәләк була. Атайымдар яралы көйө үҙ дивизияһына ҡайта. Әммә НКВД уларға ҡаршы эш аса - ҡурҡып, үҙебеҙҙекеләрҙе һәләк иткәнһегеҙ, тигән яла тағыла. Атырға тигән ҡарар ҙа була, барыһын да теҙеп, уны ҡысҡырып уҡып торғанда: "Туҡтағыҙ, атмағыҙ!" тигән тауыш ишетелә. Баҡтиһәң, үлгән тип иҫәпләгән һалдаттарҙың береһе тере ҡала. Ул эштең нисек булғанын һөйләп бирә һәм атайымдарҙы аҡлайҙар. "Бер минутҡа ғына һуңыраҡ килһә лә, беҙ иҫән булмаҫ инек", - тип һөйләгәйне атайым.

Ләйсән НАФИҠОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.05.19 | Ҡаралған: 613

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru