«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТӨБӘККӘ ХАС СИРҘӘР ҺӘМ ЕР ТЕТРӘҮҘӘР, ШИХАНДАР ТУРАҺЫНДА БЕР КӘЛИМӘ
+  - 



Төрлө һөнәр эйәләре араһында тәбиғәткә, ергә иң яҡын кеше, моғайын, геологтыр. Нәҡ геолог ер-әсә тураһында бөтә мәғлүмәтте белеүсе, донъяның яралған ваҡытынан алып бөгөнгөһөнә тиклем бар нескәлегендә аңлаусы, ерҙәге ултырмаларға ҡарап, миллионлаған йылдар эсендә теге йәки был төбәктең нисек үҫеүе тураһында киң мәғлүмәт биреүсе, таштар һәм минералдар тураһында сәғәттәр буйы лекция һөйләй алыусы һөнәр эйәһе. Башҡорт дәүләт университеты география факультетының геология һәм файҙалы ҡаҙылмалар кафедраһы мөдире, геология-минералогия фәндәре кандидаты Исхаҡ ФӘРХЕТДИНОВ үҙ һөнәренең оҫтаһы булып танылған белгес. Ул беҙҙең төбәккә хас ҡайһы бер мәсьәләләргә геолог күҙлегенән сығып аңлатма бирҙе.

Исхаҡ Мансур улы, әңгәмәне геология фәне тураһында дөйөм белешмә биреүҙән башлайыҡ.

- Боронғо грек теленән "Геология" "Ер тураһында тәғлимәт", тип тәржемә ителә. Ябай тел менән әйткәндә, геология ерҙең төҙөлөшөн һәм уның үҫеш тарихын өйрәнеүсе фән. Ер шары һәр ваҡыт үҙгәреш кисерә. Вулкан, һыу баҫыу, цунами һәм башҡа ошондай үҙгәрештәргә беҙ шаһитбыҙ, ләкин беҙгә күренмәгәндәре лә байтаҡ. Мәҫәлән, тауҙар һәр ваҡыт хәрәкәт итә. Әлеге мәлдә Урал тауҙары күтәрелеш осоро кисерә. Беҙҙең төбәк тә, ошо тау эргәһендә урынлашыу сәбәпле, шулай уҡ яйлап өҫкә күтәрелә. Тәбиғи, беҙ быны һиҙмәйбеҙ. Ә күпмелер ваҡыттан тау кире "ултыра" башлаясаҡ. Боронғо ваҡыттарҙа Урал тауҙары биш, ә урыны менән ете мең метрҙан бейегерәк булған. Күпмелер ваҡыттан һуң Урал "ултырған". Ә кайнозой эраһының неоген осоронда тауҙар кире ҡалҡа башлай. Хәҙер Урал тауҙары йылына 5 миллиметрға "үҫә". Шул рәүешле тауҙар һәм улар янындағы ҡоро ерҙәр яңырып тора. Әйтергә кәрәк, был тәбиғи процесс: океан - тау - океан. Әгәр ҙә тәбиғәттә тауҙар барлыҡҡа килеү процесы булмаһа, Ер шары элекке замандарҙағы кеүек бер тигеҙ кимәлдәге һыу менән ҡапланған булыр ине. Йәшәргә яраҡлы ҡоро ер нәҡ тауҙар арҡаһында хасил була.
Үҙгәреш шулай уҡ һыу ятҡылыҡтарына ла ҡағыла. Йылғалар яйлап ҡына ҡитғаларҙы йыуа бара. Аныҡлап әйткәндә, йыл һайын һыу ҡоро ерҙең бер миллиметрын ашай. Был үҙгәреште лә ябай күҙ менән күрмәйбеҙ, ләкин ул процесс туҡтамай. Шуға күрә, күпмелер ваҡыттан һуң бөтә Ер шары кире һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал.
Бына ошо һәм башҡа төрлө үҙгәрештәрҙе, шулай уҡ ерҙең барлыҡҡа килеүен, уның составын, ер ҡабығының төҙөлөшөн өйрәнә геология фәне. Ул башҡа фәндәр менән тығыҙ бәйләнештә эшләй һәм үҙе үк әллә нисә төргә бүленә.

Бөгөнгө көндә геологик эҙләнеүҙәрҙең өс төп йүнәлеше бар, тип билдәләнә. Тасуирлау, динамикалы һәм тарихи геология. Ә һеҙ, белеүемсә, медицина геологияһы йүнәлешендә тикшереүҙәр алып бараһығыҙ...

- Беҙ Томск политехник университеты менән берлектә геологик мөхиттең төбәктәге халыҡтың һаулығына тәьҫирен өйрәнәбеҙ. Беҙҙең республика төрлө составтағы геологик тоҡомдарға бай һәм уларҙың һәр береһе һаулыҡҡа төрлөсә йоғонто яһай. Мәҫәлән, Өфө халҡы эзбизташ һәм гипс ҡатламы өҫтөндә йәшәй. Шуға күрә лә баш ҡалала һыу татырлы. Эзбизташ менән гипс ҡатламы - диңгеҙ ултырмалары һәм химик составтары буйынса улар тигеҙлек һаҡлай.
Ә бына геологтар билдәләүенсә, вулкандан барлыҡҡа килгән әсе иретмә йәки, ябай тел менән әйткәндә, уран өҫтөндә йәшәүселәргә хәүефләнергә урын бар. Вулкан тоҡомонда тимер, магний һәм башҡа минералдарҙың күп булыуы химик составтағы тигеҙһеҙлеккә килтерә. Мәҫәлән, Хәйбулла районында урыны-урыны менән уран ятҡылыҡтары бар. Әлбиттә, белгестәр ундағы күрһәткестәр санитар нормалар буйынса билдәләнгәндән юғары түгел, тип белдерә. Ләкин оҙайлы ваҡыт был төбәктә йәшәүселәрҙең һаулығына зыян килмәй ҡалмай. Уран һәм башҡа ауыр металдарҙың тәьҫире төрлө яман шеш ауырыуҙары барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Был районда бигерәк тә ашҡаҙандың яман шеш ауырыуы көслө. Шулай ҙа был сирҙең барлыҡҡа килеүендә тирә-яҡ мөхиттең тәьҫире, йәғни геологик фактор һуңғы баҫҡысты биләй, тиергә була. Тәүге урында кешенең оҙайлы ваҡыт депрессия хәлендә йөрөүе, борсоулы уйҙарға йыш бирелеүе, төшөнкөлөккә тиҙ бирешеүе тора, тип билдәләр инем. Бындай ваҡытта кеше үҙен эстән "ашай", организмдың иммунитеты кәмей, төрлө ауырыуҙарға, шул иҫәптән, яман шешкә лә тиҙ бирешә. Икенсе фактор - кешенең туҡланыуына бәйле. Өсөнсө урында - йәшәү рәүеше. Артабан - генетика килә.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, республиканың төньяҡ райондарында организм өсөн мөһим булған цинк әҙ. Ул организмда инсулин эшләп сығарыу өсөн кәрәк. Шулай уҡ Башҡортостан ҙур һыу ятҡылыҡтарынан, йәғни океандарҙан алыҫ булыу сәбәпле, беҙҙә йода әҙ. Бигерәк тә таулы райондарҙа уның етешмәүе күҙгә бәрелә. Ә бына нефть сыҡҡан райондарҙа йод күберәк.
Диабет сиренең барлыҡҡа килеүе, геологик күҙлектән сығып ҡарағанда, теге йәки был төбәктә тимерҙең әҙ булыуына бәйле. Мәҫәлән, Урал аръяғы райондарында был ауырыуға дусар булыусылар һаны әҙерәк, сөнки унда тимер күп. Ә көнбайыш райондарҙа был сир буйынса күрһәткес юғары.
Әлеге эҙләнеүҙәр һәм тикшеренеүҙәр тағы ла бер ҡыҙыҡлы нәмәне асыҡларға булышлыҡ итте. Әгәр ҙә ерле халыҡ урындағы геологик факторҙар тәьҫирен оҙайлы ваҡыттан һуң ғына тойһа, ситтән күсеп килеүсе өсөн был процесс тиҙерәк бара, сөнки уның организмы әлеге мөхит геологияһына яраҡлашмаған. Тимәк, тыуған еребеҙҙә йәшәүҙе төрлө ауырыуҙарҙан һаҡланыуҙың бер сараһы итеп ҡарарға мөмкин. Бында һүҙ республика сиктәре тураһында ғына түгел, ә сит илдәргә сығып китеүҙең ниндәй эҙемтәләргә килтереүе хаҡында ла бара. Шулай уҡ ғалимдар сит илдә үҫкән һәм етештерелгән аҙыҡ-түлекте ашау ҙа кеше организмына насар тәьҫир итеүе тураһында белдерә.
Әлеге һығымталар эшмәкәрлегебеҙҙең һуңғы һөҙөмтәһе түгел, сөнки тикшеренеүҙәр әле дауам итә. Бөгөнгө көндә төрлө райондарҙан алынған ҡан, сәс, тырнаҡ һәм башҡа биологик материалдарҙы Томск университетында тикшерәләр. Был эҙләнеүҙәрҙең үҙ иҫәбебеҙгә уҙғарылыуы һәм алыҫ Томск ҡалаһында үтеүе эште оҙаҡҡа һуҙа. Яҡын киләсәктә әлеге йүнәлеш республикабыҙ тарафынан яҡлау табыр, тип өмөт итәм. Тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн кәрәкле аппараттың БДУ-ла булыуы ла эште күпкә еңелләштерер һәм һөҙөмтәлерәк итер ине.

Стәрлетамаҡ шихандары тирәләй барған шау-шыу бер аҙ һүрелһә лә, һүнмәне. Фәнни күҙлектән сығып һүҙ йөрөткәндә, әлеге шихандарҙың әһәмиәте тураһында фекерегеҙҙе белергә ине.

- Шихандарға ҡағылышлы терминологик буталыш күптәрҙе яңылыштыра. Уларҙы ҡәҙимге тауҙар рәтенә ҡуйыу төптө хата. Уларҙың тәүге үҙенсәлеге шунда - беҙҙең шихандар түбәнге пермь осорона (палеозойҙың һуңғы арауығына) ҡараған риф массивтары, йәғни һыу бассейны төбөндә барлыҡҡа килеп, ер өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан тауҙар. Ә башҡа яҡтарҙағы рифтар былай ныҡ асылмаған йәки һуңғы осорҙарҙағы ултырмаларҙың ҡалын ҡатламы менән ҡапланған. Стәрлетамаҡ шихандарының ошо рәүешле күтәрелеп тороуы ғалимдарға рифтарҙы өйрәнеүҙә ҙур мөмкинлектәр аса. Мәҫәлән, Торатауҙа таш күмере осоронан (карбон) түбәнге пермь осорона тиклемге дәүерҙе күрһәтеп тороусы геологик киҫелештәр бар. Шуға күрә Стәрлетамаҡ шихандарының киҫелештәре бөтә донъя фәнни әҙәбиәтенә индерелгән һәм Халыҡ-ара стратиграфик шкалала сағылдырылған. Элек бындай тау массивтары күп булған, ләкин беҙҙең көндәргә тиклем Башҡортостандағы шихандар ғына яҡшы һаҡланып ҡалған.
Икенсенән, әлегеләй шихандар донъяла йыш осрай, тигән фекер бар. Төрөк теленән "шихан" һүҙе яңғыҙ уба, тигәнде аңлата. Бындай түмәләстәрҙе, ысынлап та, төрлө урындарҙа осратырға була, ләкин беҙҙең башҡорт шихандары үҙенең үҙенсәлекле составы, йәғни тик гипс һәм тоҙҙан тороуы менән башҡа бер шиханға ла оҡшамаған. Уның нисек барлыҡҡа килеүен аңлар өсөн ябай миҫал ҡарап үтәйек. Һыулы стаканға тоҙ һалып, быуға әйләндергәндә, унда тоҙҙоң ултырмаһы ҡала. Шихандар ҙа ошондай уҡ юл үткән. Йәғни 290-280 миллион йыл элек океан төбөндә нигеҙ "һалынған" шихандар тирәләй һыуҙың яйлап ҡына быуға әйләнә башлауы уларҙы өҫкә ҡалҡыта, ә составындағы гипс менән тоҙҙоң бик йомшаҡ минерал булыуы һөҙөмтәһендә бөгөнгө торошта һаҡланып ҡалырға булышлыҡ итә. Ә, мәҫәлән, Силәбе өлкәһендәге "Шихан" йәки Әлшәй райондағы "Сусаҡтау" шулай уҡ яңғыҙ убалар, ләкин уларҙың беренсеһе граниттан, ә икенсеһе ябай ҡомташтан тора. Өсөнсөнән, шихандар геологик йәһәттән генә түгел, биологик яҡтан да уникаль тәбиғәт ҡомартҡылары. Унда үҫкән һәм башҡа бер ҡайҙа ла осрамаған үҫемлектәр Ҡыҙыл китапҡа индерелгән. Ғалимдар билдәләүенсә, әлеге үҫемлектәрҙең тамырҙары ныҡ төптә булыуы уларҙы икенсе урынға күсереп ултыртыу мөмкинлеге бирмәй. Тимәк, уларҙың ер йөҙөндә һаҡланып ҡалыуы шихандарҙың урынында ҡалыуына бәйле.
"Торатау" геопаркын булдырыу тураһындағы ҡарарҙың бик урынлы һәм кәрәкле булыуын билдәләгем килә. Киләсәктә уның составында шулай уҡ Ҡуштау ҙа булыр тип ышанам.

Республикала шихандарға теймәйенсә, Башҡортостан "Сода" компанияһын сеймал менән тәьмин итеү мөмкинлеге бармы? Әллә уның эшмәкәрлеге тик әлеге шихандарға ғына бәйлеме?

-Төбәктә сода етештереү өсөн кәрәк булған эзбизташ ятҡылыҡтары күп һәм заводтың артабан да өҙлөкһөҙ эшләүен тик шихандарға ғына ҡайтарып ҡалдырыу урынһыҙ, сөнки башҡа урындан да сеймал алырға мөмкин. Ләкин беҙҙең БСК-ны башҡа ятҡылыҡтарҙағы эзбизташтың составы ҡәнәғәтләндермәй. Бөтә донъяла сода етештереү өсөн алынған эзбизташҡа ҡуйылған талапҡа ярашлы, ундағы кварцтың миҡдары 2,5 процентҡа тиклем булырға тейеш. Ә Стәрлетамак заводы ни өсөндөр был һанды 1 процентҡа ҡәҙәр төшөргән һәм геологтар тәҡдим иткән башҡа ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүҙән баш тарта, сөнки уларҙа кварц күләме 1 һәм унан саҡ ҡына күберәк. Әгәр ҙә ошо ятҡылыҡтарҙы сода етештереүсе башҡа берәй компанияға тәҡдим иткәндә, улар ҡуш ҡуллап эшкә тотонор ине. Дөрөҫөн әйткәндә, донъяла бер ошондай завод та беҙҙең БСК кеүек сеймал өҫтөндә "ултырмай", ә эзбиташты әллә ҡайҙарҙан ташый.
БСК, мәҫәлән, Сибай карьерындағы сеймалды ҡуллана ала. Был аҙым, үҙ сиратында, Сибайҙа өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килтерәсәк һәм шулай уҡ заводтың эшмәкәрлегенә туҡталып ҡалмаҫҡа мөмкинлек бирәсәк. Ләкин унан сеймал ташып эшкәртеү финанс мәсьәләгә барып тоташа. Әлеге мәлдә заводтың йыллыҡ килеме 10 миллиард һум самаһы тәшкил итә. Әгәр ҙә сеймалды Сибайҙан ташығанда, юл төҙөү һәм башҡа сығымдарҙы иҫәпкә алғанда, ошо сумманың 200-300 миллион һумы сарыф ителәсәк. Шулай итеп, үлсәүҙең бер яғында 300 миллион һум аҡса, ә икенсеһендә - шихандар.
Аҙыҡ-түлек өсөн генә тәғәйенләнгән соданы күҙ алдына килтереп, ул ни өсөн шул тиклем күп кәрәк һуң, тигән һорау йыш яңғырай. Көндәлек тормошта ҡулланылған сода етештерелгән бөтә күләмдең 10 процент тирәһен генә алып тора, ә ҡалғаны - кальцинирланған сода. Уның химик атамаһы - натрий карбонаты. Ул металлургияла, быяла эшләүҙә, нефтте таҙартыуҙа, бокситтан алюминий етештереүҙә һәм башҡа өлкәләрҙә ҡулланылған, сәнәғәт өсөн кәрәкле компоненттарҙың береһе. Шуға күрә уны етештереү ошондай масштаблы рәүештә алып барыла ла инде.

Былтыр "Янғантау" геопаркы булдырылып, уны ЮНЕСКО исемлегенә индереү эше тураһында мәғлүмәт булғайны. Әлеге ваҡытта был эш нисек бара һәм ошо исемлеккә инеү төбәк өсөн нимә бирә?

- "Янғантау" геопаркы 2017 йылдың көҙөндә булдырылды. 2018 йылдың июль айында ЮНЕСКО эксперттары килеп, геопарк менән танышып ҡайтты. Ә шул уҡ йылдың сентябрендә Италияла "Янғантау" геопаркын ЮНЕСКО объекттары исемлегенә индереү тураһында кәңәшмә уҙҙы. Был исемлеккә инергә теләгән геопарктар үҙ эшмәкәрлеген, кәмендә, бер йыл дауамында алып барған булырға тейеш. Ә "Янғантау" геопаркының ЮНЕСКО вәкилдәре килгән ваҡытта тик туғыҙ ай ғына эшләүе әлеге исемлеккә инеүгә кәртә булды. Шулай уҡ геопарк етәкселегенә комиссия ағзалары билдәләгән тағы ла бер нисә ваҡ иҫкәрмәне төҙәтергә кәрәк ине. Ул иҫкәрмәләр, башлыса, геопаркты мәғлүмәти яҡтан тулыландырыуға ҡайтып ҡалды. Быйыл беҙҙең геопарк тарафынан бирелгән заявка тағы ла ҡараласаҡ һәм ул ыңғай хәл ителер, тип уйлайым. "Янғантау" геопаркы Рәсәйҙә ЮНЕСКО исемлегенә инергә тырышҡан беренсе парк түгел. Алтайҙа ошондай геопарк бар, шулай уҡ Краснодар өлкәһендә һәм Дағстанда геопарк булдырырға тырышып ҡаранылар. Ләкин Башҡортостан ЮНЕСКО комиссияһы геопаркта эшләһен өсөн бөтә шарттар булдырған берҙән-бер төбәк булды.
ЮНЕСКО исемлегенә инеү "Янғантау" геопаркына халыҡ-ара статус бирә. Ә был, үҙ сиратында, төбәккә сит ил туристарын йәлеп итеүҙең бер ысулы. Беҙҙең өсөн экзотика итеп ҡабул ителгән Төркиә, Ғәрәп Эмираттары һәм башҡа илдәрҙә ял итеп "арыған" сит ил халҡына быға тиклем күрмәгән-белмәгән урындар кәрәк. Ләкин уларҙы төбәктең тәбиғәтен һәм урындағы халыҡтың йәшәйешен ҡарап ҡайтыу ғына хушландырмай. Сәфәр мотлаҡ фәнни, мәҙәни, тарихи һәм башҡа өлкәләр буйынса ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Һәм әлеге исемлеккә эләгеү төбәккә ошо йәһәттән үҫергә этәргес буласаҡ. Рәсәйҙән генә түгел, ә тотош донъянан килеүсе туристар төбәктәге бәләкәй эшҡыуарлыҡтың үҫешенә булышлыҡ итеп, "Янғантау" шифаханаһына яңы һулыш биреп, республика иҡтисадына ла ыңғай йоғонто яһаясаҡ.
Шулай уҡ ЮНЕСКО исеме аҫтында эшләүсе геопарк ышаныс һәм хәүефһеҙлек билдәһе. Үҙ именлеген беренсе урынға ҡуйған сит ил турисы өсөн был бик мөһим һәм сәйәхәт урынын һайлауҙа тәүге шарттарҙың береһе булып тора.

Туризм тураһында һүҙҙе дауам иткәндә...

- Һуңғы ваҡытта был йәһәттән республикала эштәрҙең әүҙемләшеүен күреү ҡыуаныслы. Беҙҙең төбәк үҙенең матурлығы, тәбиғи байлығы, күп милләтле халҡы, мәҙәниәте, тарихы менән айырылып тора. Шулай уҡ геологик яҡтан алып ҡарағанда ла Башҡортостан кеүек ерҙең миллионлаған йылдар дауамындағы үҫешен асыҡ күрһәтеүсе төбәктәр яҡын-тирәлә юҡ. Республиканың һәр районында ла нәҡ шул ерҙәрҙә ниндәй үҙгәрештәр булыуын күрһәтеүсе урындар бар. Шул уҡ "Янғантау" геопаркындағы бынан 60 миллион йыл элек бөгөнгө Салауат районы биләмәһенең ниндәй булыуын, шул ваҡытта йәшәгән тере организмдар, үҫкән үҫемлектәр тураһында мәғлүмәт биреүсе киҫелеште телгә алырға була. Шулай уҡ Әбйәлил районында мәрмәр сығарғандан һуң ҡалған карьерҙар бар. Уларҙы мәғлүмәти сығанаҡ булараҡ ҡулланырға мөмкин. Шулай уҡ башҡа карьерҙар янында ла тейешле кимәлдә стендтар эшләп, мәғлүмәтле геогидтар әҙерләп, геологик туризм маршруттары эшләргә һәм туристарҙы йәлеп итергә була. Әлегә тиклем беҙ үҙ төбәгебеҙҙе, туристик потенциалыбыҙҙы күрһәтә белмәнек. Бынан ары боҙ ҡуҙғалыр, тип өмөтләнәм.
Гидтарға килгәндә, улар, ғөмүмән, бөтә яҡлап та белемле, мәғлүмәтле булырға тейеш. Төбәктең геологияһы, тарихы, бөгөнгөһө тураһында, мәҙәниәте һәм халҡы хаҡында тулы һәм ҡыҙыҡлы итеп һөйләй белгән гидтар уңышлы туризмдың бер терәүе. Мәҫәлән, башҡорт ырыуҙары, ундағы билдәле шәхестәр һәм уларҙың башҡарған эштәре тураһында, йыйындар, милли байрамдар хаҡында төплө һәм, иң мөһиме, төрлө телдә мәғлүмәт биргән сос, белемле, итәғәтле гидтар әҙерләү мөһим беҙгә. Беҙ, мәҫәлән, гидтарҙы геологик яҡтан әҙерләүҙә хеҙмәттәшлеккә әҙербеҙ.
Билдәле "Шүлгәнташ" мәмерйәһе хаҡында иҫ китерлек бай һәм йөкмәткеле итеп һөйләргә була. Мәмерйә нисек, ҡасан барлыҡҡа килгән, борон унда ниндәй тормош булған һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән тулыландырыу тик файҙаға ғына булыр ине. Боронғо һүрәттәрҙе ҡарау һәм "Мәмерйә хужаһының кәүҙәләнеше" һәм башҡа ошондай телмәрҙәр фәнни-танып белеү туризмына өҫтөнлөк биргән сит ил турисын артыҡ ҡыҙыҡһындыра алмай. Беҙҙә булып ҡайтҡан сит ил кешеһе тағы ла Башҡортостанға килергә атлығып торорлоҡ, үҙенең дуҫтарына һәм туғандарына бында барырға кәңәш итерлек шарттар тыуҙырыу мөһим.
Беҙҙә әлегә тиклем ҡырағай туризм өҫтөнлөклө урын алып торҙо. Бынан ары ла бындай туризм үҙ актуаллеген юғалтмаясаҡ. Ләкин ҡырағай туризм да яҡшы шарттар менән булырға тейеш. Миҫал өсөн алғанда, Өфөнән Бөрйәнгә тиклем арауыҡта туҡтап алырлыҡ бер нисә генә урын бар. Инйәрҙән һуң бөтөнләй шарттар юҡ. Шулай уҡ интернет селтәрендә юлда осраясаҡ ҡунаҡханалар тураһында ла мәғлүмәт табып булмай. ГУГЛ картаға ышанып юлға сығыу мөмкин түгел, башҡа яҡтан килгән кеше түгел, үҙебеҙ аҙашып ҡалырға мөмкинбеҙ. Шулай уҡ ГУГЛ картала турист өсөн ҡыҙыҡ булырлыҡ урындар тураһында ла хәбәр юҡ. Мәҫәлән, шул уҡ Бөрйән районында ҡымыҙсылыҡ фермаһы бар. Ләкин уға илткән юлды күрһәтеүсе алтаҡта бөтөнләй күҙгә эленмәй. Ошо урында ферма барлығын белмәгән кеше уны күрмәй үтеп китә. Ә тәүлегенә, кәмендә, бер төркөм туристар инеп сыҡҡанда ла, ферма хужалары күпмелер килем алыр ине. Ғөмүмән, күрһәткестәргә килгәндә башҡараһы эштәр ифрат ҙур. Бөгөнгө көндә инглиз, урыҫ телендә генә түгел, хатта башҡорт телендәге күрһәткестәр юҡ кимәлендә. Әлеге етешһеҙлекте бөтөрөү ҙә туризм өлкәһендә эшләүселәрҙең үҙ алдарына ҡуйған тәүбурыстары булыр, тип ышанам. Туризмды үҫтереүҙә шулай уҡ автомобиль ҡуйыу өсөн һаҡланған махсус майҙансыҡтарҙың етерлек булыуы ла мөһим роль уйнауын билдәләп үткем килә.

Былтыр көҙ ер тетрәүҙәренә шаһит булдыҡ. Емергес көскә эйә булмаһа ла, халыҡты ярайһы ғына ҡурҡыуға һалды улар. Беҙҙә лә сит илдәге кеүек көслө ер тетрәүҙәр булырға мөмкинме?

- Ундай хәүеф беҙгә янамай. Әлеге тетрәүҙәрҙең сәбәбе - Урал тауҙарының күтәрелеүендә. Ләкин был күтәрелеш, мәҫәлән, Кавказ тауҙарына ҡарағанда, бик яй бара һәм шуға күрә ер тетрәүенең көсө беҙҙә 5-6 балл булһа, ул яҡтарҙа 8-10 балға тиклем етергә мөмкин, сөнки унда тауҙар йылына 10-15 миллиметрға "үҫә". Ә бына Камчатка, Курил утрауҙары сейсмологик йәһәттән хәүефле биләмәләр, сөнки улар урынлашҡан урында Тымыҡ океан плитаһы ҡоро ер плитаһы аҫтына бата бара. Әгәр ҙә ниндәйҙер ҡаршылыҡҡа осрап, әлеге шылыу тотҡарланһа һәм ниндәйҙер арауыҡтан һуң ҡапыл ғына ҙур араға күсһә, ҙур ер тетрәүҙәр була ла инде. Шуға күрә йыл һайын ҡабатланып торған әҙ баллы ер тетрәүҙәрҙең булып тороуы тик яҡшыға ғына, сөнки бындай осраҡта ҙур ҡыйралыштар булмай.
Беҙҙең төбәктә ағымдағы ер тетрәү, ғалимдар билдәләүенсә, яҡынса 100 йылдан һуң ҡабатланырға мөмкин.

Шулай итеп...
Киң мәғлүмәтле кеше менән аралашыу һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы. Ә уның тәрән белеме илһөйәрлек менән тулыландырылған булһа, һөйләшеү үҙенән-үҙе ялғанып, бер ауырлыҡһыҙ үтә. Бөгөнгө әңгәмәсем нәҡ ошондай кешеләрҙең береһе булды. Төбәктең геологияһын өйрәнеүҙә әһәмиәтле эшмәкәрлек алып барыусы йәш ғалимға артабан тик уңыштар юлдаш булыуын теләргә генә ҡала.

Гөлназ САФУАНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.19 | Ҡаралған: 803

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru