Әлеге рубрика булыуынан файҙаланып үҙемде ҡыуандырған һәм шулай уҡ борсоған ҡайһы бер мәсьәләләр тураһында әйтеп үтәйем әле. Ҡағыҙға баҫылған күҙгә лә бәрелә, ҡолаҡҡа ла эленә, мейегә инеп һеңеп тә ҡала.
Һуңғы ваҡытта Өфө урамдарында, ҡалаға яҡын трасса буйҙарында башҡортса яҙылған һәм төрлө сараларға саҡырып тороусы плакаттарҙың күбәйеүен күреү йөрәккә май кеүек ятты. Сит илдә йәшәгән һәм беҙҙең хаҡта белеп-күрмәгән ниндәйҙер моделдәр ҡарап торған плакаттар күптән маҙаға тейә ине. Ә хәҙер беҙгә үҙебеҙҙең егет һәм ҡыҙҙарыбыҙ йылмайып баға. Үтә лә һөйөнөслө хәл, йәмәғәт. Артабан да был башланғыс әүҙем дауам ителеренә ышанысым ҙур.
Ҙур ҡалаларға хас йәмһеҙ күренеш бар беҙҙә. Ул да булһа, оҙаҡ йылдар буйына сереп һәм тутығып ултырған автомобилдәрҙең күплеге. Хужаһыҙмы, әллә хужалары була тороп та "тимер ат"тарына ҡул һелтәгәндәрме, иллә мәгәр төрлө урында һибелеп ҡалған ошондай машиналар биткә сыҡҡан сөйәл ише. Шуға күрә уларҙы юҡ итергә бойороҡ булыуы тураһында ишетеп, ҡыуанып ҡуйҙым. Үҙенең хужалығында тәртип булыуына баҫым яһаусы кеше генә әлеге проблеманы күреп хәл итергә тотонор, тип күптән әйтә килдем. Ниһайәт, был көн килеп етте. Үҙебеҙ өйрәнеп бөтһәк тә, ситтән килеүселәрҙең күҙенә ошоноң кеүек сүп-сар бәрелеп бара ул.
Йыл да үткәрелеп килгән "Милли кейемдәр парады"н ҡалдырмаҫҡа тырышам. Ләкин "Беренсе ҡоймаҡ төйөрлө була" тиһәләр ҙә, тәүге ошондай парад иң оҡшағаны булды. Хәҙер был сараның сифатына иғтибарҙы икенсе планға күсереп, ҡатнашыусылар һанының әҙме-күпме булыуына ҡайтарып ҡалдыра баралар кеүек. Быйыл, мәҫәлән, амфитеатрға төшкән ҡатнашыусылар ҡәҙимге кейемдәге меңәрләгән кеше араһында юғалып ҡалды, костюмдарҙың матурлығы, сағыулығы бәҫһеҙләнде. Тәүге йылдағы кеүек өҫтә, Салуат Юлаев майҙанын тултырып милли кейемдә йөрөүселәр ҙә булманы тиерлек.
Баш ҡала халҡын ғына түгел, ә тотош республика һәм хатта сит илдән килеүселәрҙе үҙенә йыйған ҙур сараларҙа сәхнәгә сығасаҡ артистар халыҡ тарафынан хупланған булһын ине ул. Хәҙер социаль селтәрҙәр әүҙем эшләй, йәше-ҡарты интернет киңлектәрендә гиҙә. Шуға күрә ниндәй йырсы һәм төркөмдәрҙе күрергә теләүҙәре тураһында тамашалар алдынан һорауламалар алынһа, беҙ ҙә үҙебеҙҙең һүҙҙе әйтмәйенсә ҡалмаҫ инек.
Һуңғы йылдарҙа район һәм ҡала-ара маршруттарҙа елдереүсе таксистар күбәйҙе. Уларҙың эшмәкәрлеген, күп осраҡта, бер кем дә контролдә тотмай. "Юлдаш" һүҙе аҫтына йәшеренеп, ә ысынында такси булып йөрөүселәр юлда барғанда ҡулдарынан телефон төшөрмәйенсә кире ҡайтыуға пассажир эҙләү менән мәшғүл. Үҙҙәренең генә түгел, ә әллә нисә кешенең ғүмерен ҙур хәүеф аҫтына ҡуйыусыларға һүҙ ҙә әйтеп булмай, шул урында төшөрөп ҡалдырырға ла күп һорамаҫтар. Ошондай "эшҡыуарҙар"ҙың бизнесын күҙ уңынан ысҡындырмаһындар ине тейешле органдар. Элек беҙ райондан ике водителе булған автобустарҙа йөрөнөк. Улар бер-береһен алмаштырып, ял итеп, бөтә иғтибарҙарын юлға төбәп кенә алып йөрөттө. Ошондай рейстарҙың тергеҙелеүе балаларыбыҙ өсөн хәүефләнеп ултырыуҙан азат итер ине беҙҙе.
Йәйҙәрен райондарҙа, ауылдарҙа "Һаумыһығыҙ, ауылдаштар", "Шәжәрә" байрамдары кеүек осрашыуҙар, саралар үтеп тора. Эскеһеҙ үткән һабантуйҙарҙан өлгө алып, ошо байрамдар көнөндә лә спиртлы эсемлектәр һатыуҙы тыйыуҙы күптәр күтәреп алыр ине, моғайын. Ә магазин хужалары ниндәйҙер ҡарар көтөп ятмайынса, үҙҙәре ошондай инициативаны күтәреп сыҡһа, ниндәй шәп буласаҡ!
Миңсара АБДУЛЛИНА.
Бөрйән районы.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|