«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАШ ТӨҘӘТӘМ, ТИП МАТУРЛЫҠ ҠОРБАНДАРЫ ХАҠЫНДА БЕР КӘЛИМӘ
+  - 



Медицинала борондан килгән "Зыян итмә", тигән бер ҡағиҙә бар. Буласаҡ табиптарға ана шул ҡанунды университеттың беренсе курсында уҡ өйрәтәләр. Латин телендә "non nocerе" (не навреди) тигән яңғырашлы ошо һүҙбәйләнеште белмәгән бер табип та юҡтыр.

Халыҡта "Ҡаш төҙәтәм, тип, күҙ сығарып ҡуя күрмә", тигән мәҡәл бар. Бөтә Рәсәйгә билдәле булған фәлән актрисаның косметик операция мәлендә вафат булып ҡалыуы хаҡында ишетеүем ошо мәҡәләмә тотонорға сәбәпсе булды. Операцияһыҙ ҙа ифрат матур, мөләйем был сәнғәт кешеһенең "матурлыҡ ҡорбаны" булып китеүе, башҡа күптәрҙең дә шуның һымаҡ нәмәләр менән булышыуы тураһында бер аҙ фекер йөрөтөп алырға этәрҙе.
Һәр кем матурлыҡ тигән төшөнсәне үҙенсә аңлай. Кемдәрҙер өсөн (бәхеткә, улар - күберәк) күңел матурлығы, йәғни кешенең холоҡ-фиғеле, башҡаларға мөнәсәбәте иң беренсе урында торһа, үҙен һәм бүтәндәрҙе тышҡы ҡиәфәте, йөҙөнә ҡарап баһалаусы, уға саманан тыш әһәмиәт биреүселәр ҙә юҡ түгел. Ана шундай кешеләрҙең хәжәттәрен үтәү өсөн дә медицинала "косметик хирургия" тигән тармаҡ барлыҡҡа килгәндер инде. Ниндәйҙер берәй йәрәхәт арҡаһында ауыҙ, танау, ҡолағы йәиһә күҙе ныҡ имгәнеп, деформацияланып уңалған кешеләрҙең башҡалар алдында кәмһенеү тойғоһо кисереүе, комплексланыуы уларҙы косметик хирургияға мөрәжәғәт итеүгә килтереүе - тәбиғи. Ундайҙарға һүҙем юҡ. Бөгөнгө һүҙем башлыса йәшлеге үтеп, биттәренә бураҙналар төшә башлағас, үҙ тәнендә барған ифрат та нормаль физиологик процестар менән килешмәй, шуларға ҡаршы "аяуһыҙ көрәш асыусылар" хаҡында.
Йәшерәк саҡта, хәрби табип булараҡ, мин үҙем дә бер нисә йыл шундайыраҡ эш менән булышып алғайным. Күптән түгел үҙ һөнәре буйынса эш башлаған, үҙендә рухи һәм физик көс ташып тороуын тойған һәр йәш хирургтың "башына ҡарағанда ҡулдары алдараҡ йөрөй" торған бер мәле булалыр. Бындай осор минең менән дә булып алды. Ана шул заманда тыумыштан "ҡарпыш ҡолаҡлы" бер килке һалдатҡа "коррекция оттопыренных ушных раковин" тип аталған операциялар атҡарып алдым. Оло йәштәге хирург-коллегаларымдың тәнҡитләүҙәренә ҡолаҡ һалманым. "Һалдат ил һаҡлар өсөн әрмегә килгән, матурланыр өсөн түгел..." тип һөйләнгеләй ине бәғзе бер подполковник ағайҙар. Әммә, бала саҡтарында күпселеге "ушастик" ҡушаматы менән атап йөрөтөлгән был егеттәрҙең операциянан һуң "яңыртылған" ҡолаҡтарын һыйпай-һыйпай, көҙгө алдынан китешмәгәнен, уларҙың бәхетле йөҙҙәрен күреү, әлбиттә, үҙемә күңелле була торғайны. Гарнизонда йәшәгән халыҡ алдында ниндәйҙер кимәлдә абруй яулап алғы ла килгәндер, шөһрәт тә күҙҙе ҡыҙҙырғандыр инде... Хәрби ҡаласығыбыҙҙа ғына түгел, был хаҡта хәбәр "йүкә телефон" аша башҡа яҡтарға ла тарала башлағайны. Хатта сығышы буйынса Ҡырымдан булған бер офицер үҙенең яҡын туғанын саҡыртып алып, ҡолаҡтарын төҙәйттереп ҡайтарҙы... Бер аҙ олоғая төшкәс, был эшемдән бөтөнләйгә баш тарттым. Һирәкләп кенә булһа ла, ҡайһы бер дауалау учреждениеларында тап шундай операцияларҙан һуң өҙлөгөүҙәр килеп сығыуы хаҡында хәбәрҙар була килдем. Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡолаҡ төҙәтеүҙәрҙе ҡуйыуымдың иң төп сәбәбе тап ана шунда ла инде. Баштараҡ әйткән, "Зыян итмә", тигән ҡанун һәр саҡ ҡолағымда сыңлап торғандай ине. Әлхәмдулиллаһ, ул мәлдәрҙә Аллаһы Тәғәлә мине бындай бәлә-ҡазаларҙан аралап алып ҡалды...
Баштараҡ иҫкә алып киткән "биттәге шырыштар" хаҡында бер аҙ фекер йөрөтөп алайыҡ. Әҙәм балаһының ошо яҡты донъяға килеүе, бала, үҫмер сағы, йәш ваҡыты, ҡартайыуы һәм, ахырҙа, үлеп китеүе лә, медицина теле менән әйткәндә, нормаль физиология. Күп кенә кеше тыуыу-үҫеүҙәрҙе нормаль тип ҡабул иткән хәлдә лә, үҙенең ҡартайыуы һәм үлеме менән килешеп етә алмай, ғәҙәттән тыш булған ниндәйҙер бер процесс һымаҡ итеп күрә. Шулай, бәғзе берәүҙәрҙең һәр саҡ йәш булып күренергә тырышып "көсәнеүҙәрен" күреп хайран ҡалаһың. Ныҡлабыраҡ иғтибар итһәк, бәғзе бер "йондоҙҙар"ҙың маңлай һәм сикә тиреләре артҡа ҡарай һуҙылып тарттырылып, ахыр сигенә килеп еткәне яҡшы ғына төҫмөрләнә. Ҡаштары элеккегә ҡарағанда күпкә юғары күтәрелгән, һәммә кешегә хас булырға тейешле танау һәм ирен мөйөштәрен тоташтырған һырҙары (носогубные складки) ла тигеҙләнгән булыуы уларҙың йылмайыуын, ысынлап та, бер аҙ ғына көсәнгән һымағыраҡ итеп күрһәтә. Күҙҙәре, ауыҙҙары ике яҡҡа тартылып тороуы ла һиҙелә. Ғәҙәттә операцияһыҙ ҡалған һырлы-бураҙналы муйын тиреһе (ни өсөндөр күптәр муйындарын ҡаплап тормауҙы хуп күрә) ысын йәште "һата", барыбер...
Аллаһ илсеһе саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм ҡатын ҡыҙҙарҙың (үҙенең хәләл ефеттәре алдында) матурланыуын тыймаған. Сал төшкән сәстәрҙе буярға ҡушҡан, күҙҙәргә һөрмә тартыуҙы рөхсәт иткән. Әммә тәнгә, ғөмүмән һаулыҡҡа зыян килтереүсе һәр төрлө башҡа нәмәләрҙе тыйған. Хатта ҡаш йолҡоу ҙа хупланмаған. Ир кешегә лә мыйыҡ ҡыҫҡартыу, һаҡал буяу (тик сөм ҡара төҫкә түгел!) рөхсәт ителә.
Хәҙерге медицинаның күпме генә алға китеүенә ҡарамаҫтан, бит тиреһен ҡырҡҡылап-бескеләп йөрөү һәр төрлө ҡурҡыныс менән бәйле. Кешенең иммун системаһы түбәнерәк булыу йәиһә башҡа сәбәптән, операция яраһы кәрәгенсә уңалмауы, йә эренләп китеү ҡурҡынысы ла бар. Уңалғас та, күпмелер ваҡыттан, яра йөйө урынында келлоид туҡыма (келлоидные рубцы) үҫеп киткән хәлдәр ҙә булғылай. Күҙ бәбәктәре саманан тыш тартылыу сәбәпле, керпектәре тулыһынса ябылмаҫ хәлгә килгән осраҡтар ҙа билдәле. Операцияла ҡулланылған һәр төрлө дарыуҙарға аллергик реакция арҡаһында, "анафилактик шок" булыу ихтималлығы ла юҡ түгел. Баштараҡ әйткән актрисаның үлеме, минеңсә, тап ана шул сәбәптән дә булыуы мөмкин. Кемдәрҙер һырҙар аҫтына уларҙы тигеҙләүсе гель инъекциялары яһата. Унан, аллергик реакцияны профилактикалау өсөн, бәғзе берәүҙәр йылдар буйы һәр төрлө дарыуҙар эсергә мәжбүр...
Кешеләрҙе күп кенә осраҡтарҙа операцияһыҙ йүнәлтеү ҙә мөмкин түгел бит. Әммә, һап-һау ғына йөрөгән мәлеңдә, битеңдә барлыҡҡа килгән ниндәйҙер нормаль физиологик үҙгәрештәрҙе юҡ итәм тип, оло бәләгә тарыуың ихтимал, тип кенә һүҙ башлауым ине. Ҡыҫҡаһы: беткә ҡарышып, туныңды утҡа яндырыу, йә баштараҡ әйткәнсә, ҡаш төҙәтәм тип, күҙһеҙ ҡалыу ҡурҡынысын үҙеңә үҙең тыуҙырырға тырышыу, минеңсә, һис кенә лә ярамаған эш. Бына шулай. Минең менән ризалашмаусыларҙың да булыуына шигем юҡ. Уларҙың фекерен тыңларға ла әҙермен.

Хөрмәтулла ҠЫУАНДЫҠОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 30.07.19 | Ҡаралған: 543

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru