«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАЙЫШТАБАН ТУРАҺЫНДА ЫСЫНБАРЛЫҠ
+  - 



Тәбиғәттәге төрлө үҙгәрештәр, ҡыҙыҡлы йә ғибрәтле күҙәтеүҙәр, ғәҙәти булмаған күренештәр тураһында йыш яҙыла бөгөн. Интернет селтәрҙәрендә төрлө видеояҙмалар, фотоһүрәттәр йөрөй. Ҡарайһың да, ни өсөн былай булды икән йәки нилектән был януар улай ҡыланған, тип уйлайһың. Шуның кеүек, айыуҙар ҙа һуңғы мәл хайран итә. Уларҙың кешенән ҡурҡмай, юл ситендә йөрөүҙәре, ауыл эргәһендәге ҡый багынан килеп сығыуҙары, урам буйлап мал баҫтырыуҙары һәм башҡа төрлө башҡа һыймаҫ ҡылыҡтары мәрәкә булыуҙан туҡтайҙыр инде. Туҡтайҙыр, сөнки тау-урманлы райондарҙан "айыу көн аша мал һуға" тигән хәүефле сигналдар ҙа килә.

Ул ниңә ауылға килә?


Айыуҙарҙың кешеләргә һәм кеше йәшәгән биләмәләргә яҡынлашыу сәбәбен аңлау өсөн айыулы яҡтарҙың төрлө интернет-хәбәрләшеү төркөмдәренә һорауҙар ҡуйҙым. Ғүмер буйы шул тәбиғәт эсендә йәшәгән һәм айыуҙарҙы ла күреп белгән, борон-борондан уларҙың холоҡ-фиғеле менән таныш булған халыҡтың фекерен ишетке килде. Һәм төрлө яҡтан төрлө яҙмалар алдыҡ. Берәүҙәр сәбәпсе булырҙай хәлдәрҙе, икенселәр айыу мажараһын, өсөнсөләр һунарсы күҙәтеүҙәрен яҙып ебәргән. Хатта "Шүлгәнташ" дәүләт ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре, биология фәндәре кандидаттары һәм үҙен "браконьер" тип исемләгәндәрҙән дә сәләм килде. Һәр хәлдә, был һорау күптәр өсөн актуаль булған икән. Мин үҙем дә урман ҡыҙы һәм айыуҙы әкиәттән генә түгел, күреп беләм. Уның хаҡында йөҙ төрлө тарихтар һөйләгән, тереһен дә, үлеһен дә алып ҡайтҡан һәм ғүмер буйы айыу менән отҡорлоҡта уҙышып йәшәгән һунарсы балаһымын. Йәғни, был тема миңә таныш, тип әйтмәксемен.
Халыҡ менән аралашыуҙан һәм Шүлгәнташ ҡурсаулығы белгестәре биргән мәғлүмәттәрҙән түбәндәге сәбәптәрҙе ҡарап сығайыҡ. Шул сәбәптәрҙе асыҡлаған арала төрлө тарихтарҙы, иҫтәлектәрҙе лә урап үтмәйәсәкбеҙ, әлбиттә. Айыуҙарҙың һаҡһыҙлығы, иң беренсе сиратта, уларҙың һаны күбәйеүгә бәйле, тиелә беҙгә килгән һәр икенсе яҙмала. Рәсәй буйынса һунарсылыҡ тәртиптәре үҙгәреү беҙҙең яҡтарға ла йоғонто яһай. Элек айыуға һунар итеүҙең 55 проценты уны өңөндә алыуға ҡайтып ҡалһа, 2010 йылдан был ҡышҡы һунар тыйылған. Әйтергә кәрәк, рөхсәт ҡағыҙы булмағандарға айыу өсөн штраф бик ҙур, түләү 500 меңгә барып етә (РФ ЕК 258-се ст.). Бөгөнгө көндә полицияның да был эшкә ныҡлы тотоноуы, кәрәҙле телефон бәйләнеше булыуы ла үҙенекен итә. Ҡайҙалыр, кемдер айыу алғаны беленә икән, шундуҡ хәбәр итеүселәр ҙә табыла. Айыу ауларға рөхсәтең булған осраҡта ла был һунар һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел, ти белгән кешеләр. Бының өсөн иң беренсе ҙур тәжрибә, унан саялыҡ, артабан инде ҡулайлы мылтыҡ, яҡшы һунар эте кәрәк. Ауыл кешеһе өсөн былар хатта айыуҙың үҙенә ҡарағанда ла ҡиммәткә төшә.
Элегерәк урман халҡы айыуҙың итен рәхәтләнеп ашай ҙа ине. Бала саҡта атайыма көҙөн икенсе ауылдарҙан килеп, айыу итенә заказ биргәндәрен хәтерләйем. Һәм үҙем дә ул итте һыпыра торғайным. Хәҙер уны ризыҡ итеүселәр бик һирәктер. Һуңғы йылдарҙа айыу итендә элек күҙәтелмәгән трихинеллеза тигән паразит табылған. Ашап ағыуланғандар булған. Шул сәбәпле айыу ите, тиреһе, үте, майы хәҙер йәшерен баҙарҙа ла бик осһоҙға әйләнгән. Рөхсәтһеҙ айыу алыу элек килемле кәсеп булһа, бөгөн рөхсәтһеҙенең дә, рөхсәтлеһенең дә килеме 3-5 тапҡырға кәмегән. Ә айыуҙар бик шәп үрсей. Рәсәй буйынса айыу иң ныҡ үрсегән төбәк - ул Башҡортостан, тиҙәр. Башҡорт айыубикәләре ике йыл һайын 2-3-әр бала таба. Әле 1980 йылда уҡ ҡурсаулыҡ зоологы А.В. Лоскутов "Бөрйән айыуҙары СССР буйынса иҫәпләнгән урта һандан ике тапҡырға шәберәк үрсей", тип яҙған булһа, һуңғы 30 йыл эсендә был күрһәткестәр артыҡ үҙгәрмәгән. Тимәк, улар бөгөн дә шулай әүҙем арта. Бөрйән районында айыуҙар һаны 300-400 башҡа ла барып баҫа. "Шүлгәнташ" ҡурсаулығында 2019 йылдың июль айындағы иҫәпләүҙәрҙә 40 баш айыу теркәлгән. 1992 һәм 2017 йылдарҙа улар 44 һәм 47 булған. 1999-2010 йылдарҙа иһә 26-27 генә иҫәпләнгән икән. Артыҡ үрсеп, улар территорияларына һыйышмай китә. Йәшерәк айыуҙар олораҡтарынан ҡурҡып та һәм аҙыҡ эҙләп тә кешеләр йәшәгән яҡтарға сығырға мәжбүр була.
Бөрйәндән Айбулат Рәхмәтуллин смс-хәбәр менән айыуҙарҙың ауыл эргәһендә йөрөүен ошолай тип аңлата: а) экосистеманың үҙгәреүе (янғындар, урмандарҙы вәхшиҙәрсә ҡырыу); б) аҙыҡҡа ҡытлыҡ; в) ауылға яҡын ташланған сүп-сар ҡалдыҡтарының артыуы, шулар араһында боҙолған аҙыҡ-түлек, хайуан үләкһәләре булыу осраҡтары; г) уларҙың (айыуҙарҙың) дәүләт ҡурсыуы аҫтында булыуҙары, шул иҫәптән ишәйеп, йәш айыуҙарға сараһыҙҙан үҙҙәренә яңы ареал эҙләп, ауылға яҡынайыуҙары; д) ҡартлыҡ, йә ауырып үҙенә аҙыҡ таба алмағанлыҡтан ауыл малына һунар итеүгә күсеүе һ. б. (Аҙағынан: "Үҙҙәренән һорап булмай бит инде, ҡурҡыта",- тип өҫтәп ҡуйған. Эй, мәрәкәсел дә инде ауыл кешеһе!)
Һуңғы йылдарҙа урман-таулы райондарға, шул иҫәптән Бөрйәнгә, туристар ағымы тыйып тотҡоһоҙға әйләнде. Башҡортостанда туризмды үҫтереү айыуҙарҙың холҡон үҙгәртеүгә лә килтерә, тип яҙа биология фәндәре кандидаты Марина Бакалова. Айыуҙар кеше тауышын ишетеп йөрөүгә, уларҙы йыш күреүгә күнегә. Бигерәк тә туристарҙан һуң ҡалған аҙыҡ-түлеккә күңелдәре ята. Әҙәмде еңел тамаҡ табыу сараһы итеп ҡабул итә. Кеше аҙығына иң тиҙ өйрәнеүсе януар икән дә ул айыу. Ул бөтә нәмәне лә ашай. Икмәк булһынмы, ҡурылған итме, тәм-том, майлы ризыҡтар - барыһы ла бата. Бер апайҙың хатын килтереп үтәм әле ошо урында, исемен Хөснә тигән: "Йәш саҡта ғаилә менән бесәнгә йөрөйбөҙ. Йылға аша ғына айыу тауышлана. Өс балалы айыу был. Йылға буйында ҡалдырған майҙы, һөттө нисек тә асып, банкаһын ташҡа һуғып ярып ашап ҡуялар. Ниндәй аҙыҡты йәшереп китһәм дә табып алалар. Сей картуфтарҙы ла кимереп бөтәләр. Хатта ҡыуыш бесәне араһына тыҡҡан какаоны ла ипле генә итеп йыртып ялаған. Балалары ҡыуыш башына менеп, бесәнен туҙҙырып уйнап киткән була. Төшкө аш бешергәндә ҡайһы ваҡыт аш еҫенә килеп, йылға аша аяғүрә баҫып ҡарап тора торғайны. Балалары ла теҙелешеп тора. Беҙ тастан барабан элеп ҡуйғанбыҙ, шуны доңғорҙатабыҙ, радио ҡысҡыртып һөйләтеп ҡуябыҙ. Бына шулайтып айыу тамағыбыҙҙы "талап" ыҙалатты беҙҙең..."
Халыҡ араһында йөрөгән "ҡыш йоҡламай торған муйнаҡ айыу" тигән нигеҙһеҙ хәбәрҙәрҙе кире ҡаға белгестәр. Беҙҙең яҡ айыуҙары һоро айыуҙар. Айыу балалары тыуғанда муйнаҡ булып тыуырға мөмкин, әммә үҫә бара был ағы юғала. Төҫтәре һарғылт-һоро, һоро, көрән һәм ҡара-көрәнгәсә айырыла ала. Республика буйынса алғанда, район ни тиклем төньяҡтараҡ, айыу ҙа шул тиклем "ҡарараҡ" һәм эрерәк була. Көньяҡҡараҡ улар "ағыраҡ" та, бәләкәйерәк тә. Бик һирәк аҡ муйынлы, муйынында муйнаҡ табы булған айыуҙар ҙа осрап ҡуя. Тик былар беҙ белгән ҡыш йоҡламаған муйнаҡтар түгел. Ундай муйнаҡтар Башҡортостанда бөтөнләй юҡ һәм булмаған да. Ҡыш йөрөгән айыу ул йәки ояһынан ҡурҡытып сығарылған, йәки башҡа сәбәп менән килеп сыҡҡан. Бары "кеше ашау өсөн" түгел. Беҙҙең яҡтағы айыуҙың муйнаҡ булып ҡуйыуы генетик хата ғына, ти белгестәр. Бындай айыуҙың ата-бабаһы альбинос-айыу булырға мөмкин. Муйнаҡлыҡ айыуҙарҙа балаһы-ейәненә бирелмәй, сөнки был үҙенсәлектән януарға бер ниндәй ҙә файҙа юҡ. Ул бары тик шулай осраҡлы ғына килеп сыҡҡан генетик тайпылыш.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.19 | Ҡаралған: 476

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru