Бынан ике-өс тиҫтә йылдар элек етенсе ноябрь көнөн "Октябрь байрамы" тип билдәләгәнебеҙҙе бөтә оло быуын кешеләре яҡшы хәтерләйҙер. Ә хәҙер "Ата-бабаларыбыҙ ун етенсе йылда батшаны ҡолатып, илдә социализм төҙөп, Советтар Союзы барлыҡҡа килтереп, бөтөнләй дөрөҫ эшләмәгән", тип һанай күпселегебеҙ. Әлеге "иң бөйөк" байрамды икенсе төрлөгә әйләндереп, "Берҙәмлек көнө" тип атауҙарына ла тап ана шул сәбәпле. Берҙәмлек, халыҡ-ара татыулыҡ, дуҫлыҡ мәсьәләләре, әлбиттә, ниндәй генә дәүләт ҡоролошо булыуына ҡарамаҫтан, нәҡ үҙебеҙҙең күләгәбеҙ һымаҡ, көнкүрешебеҙҙә беҙҙе һәр саҡ оҙатып бара инде ул. Күп милләтле илебеҙ өсөн был хәл - тәбиғи.
Эйе, әле күптән түгел Ер йөҙөндә иң ҙур, иң көслө булып һаналған Советтар Союзында йәшәй инек. Күп кенә йәштәр был осорҙо тарих биттәренән уҡып һәм ололарҙың һөйләүе буйынса ғына белә. Ана шул ваҡыттарҙы хәҙер инде һәммәбеҙ "рәхәтләнеп сәйнәйбеҙ", тәнҡит утына тотабыҙ. Бынан, әйтәйек, утыҙ-ҡырҡ йылдар элек "бөйөк Коммунистар партияһы" етәкләгән совет ҡоролошо хаҡында берәй ҡырын һүҙ әйтеп кенә ҡара! Әйтеү түгел, хатта ул турала уйларға ла ҡурҡҡан мәлдәр булманы түгел. "Ләғнәтле" империалистик илдәрҙең, буржуаз ҡоролоштоң берәй ыңғай яғы хаҡында ниҙер "ысҡындырып ебәреүҙән" дә ҡурҡа инек. Ошо темаға бихисап анекдоттар булыуына ла ҡарамаҫтан, кешеләр уларҙы, "тейешле органдарҙың" һиҙгер ҡолағына барып ишетелеп ҡуймағайы тип, бер-береһенә тик аулаҡта, үҙҙәренең яҡындарына ғына һөйләй ине. Әгәр һине ышанысты юғалтҡан, йәки шул ваҡытта йыш ҡына телгә алынған "несознательный элемент" тип табалар икән, тыныс йәшәрмен, тыныс йоҡлармын тип уйлама. Һәр тарафтан: партия, комсомол ойошмалары, эштәге етәкселәрең аша һине "аҡылға ултыртыу рычагтары" ифрат та күп ине, һәм үҙ заманында ул "аппарат" һис кенә "ватылмай" эшләне.
Оҙайлы хеҙмәт иткән осоромдағы үҙемдең госпиталь начальнигы менән бәйле бер лаҡапты иҫләйем (ул саҡта был подполковникта көлкө ҡайғыһы юҡ ине, әлбиттә). Йыш ҡына "товарищ солдат", "товариш майор", "товарищ генерал", тип һөйләшеп өйрәнгән, ҡанына "хәрбилек һеңгән" был начальнигыбыҙ йома көндө офицерҙар йыйылышында политинформация үткәрә. Америка Ҡушма штаттары башында ул саҡта Рейган исемле президент тора ине. Ана шул ил башлығының "агрессив" яҡтары хаҡында бара ине һүҙ. Барыбыҙ ҙа оло иғтибар менән тыңлап ултырабыҙ. Дөрөҫ, ифрат дөрөҫтө һөйләй беҙҙең начальник, АҠШ президентының тетмәһен тетә, афарин! Тик кинәт начальнигыбыҙ "товарищ Рейган" тип ысҡындырмаһынмы! Залда ултырған офицерҙар үҙ ара быш-быш килә башланы. Ә начальнигыбыҙ ни әйткәнен үҙе лә һиҙмәгәндер, әлеге һүҙҙе тағы бер мәртәбә ҡыҫтырып ебәрҙе. Был юлы хатта: "…товарищ Рейган, как бы продолжает политику захвата Мира, подобно товарищу Гитлеру…"-тип тә әйтеп ебәрҙе. Мин көлкөмдө тыя алмай, парта аҫтынаса эйелергә мәжбүр булдым. Залдағы башҡа офицерҙар ҙа шундай уҡ хәлдә. Тик беребеҙҙең дә начальникты төҙәтеп ебәрергә баҙнатыбыҙ етмәй. Доклад һөйләүҙән ҡыҙып киткән ағайыбыҙ шулай был ике дошманды "иптәш" тип атай-атай, үҙенең "ялҡынлы" телмәрен тәки һөйләп бөттө. Барыбыҙ ҙа таралыштыҡ… Киләһе йома көндө йәнә политинформацияға йыйылдыҡ. Был юлы командирыбыҙҙың йөҙө етди, кәйефе ҡырылған ине. Ул беҙгә былай тип өндәште: "Офицер иптәштәр, мин фәләнсә йылдан алып Коммунистар партияһында торам, фәләнсә йыл Демократик Германияла хеҙмәт иттем. Күп тапҡырҙар һыналғанмын. Үткән дәрестә Рейганға бәйле яңылыш ҡына әйтеп ебәргән һүҙем хаҡында кемегеҙ "Особый отдел"ға еткерҙе?" Һәммәбеҙ аптырашта ҡалдыҡ. Арабыҙҙа әлеге Дәүләт хәүефһеҙлеге органдарының берәй йәшерен агенты булған булһа кәрәк… Эйе, ул саҡта шул "ағайҙарҙың" "ҡолағы һәм күҙе" һәр ҡайҙа ине.
Бер аҙ хәтирәләргә төшөп китеп, һүҙбашымдан боролоп китә яҙғанмын. Күптәребеҙ ана шул үткән заманды тәнҡитләүҙән ҡәнәғәтлелек кисергән фонда Союзыбыҙҙың яҡшы яҡтары булыуы хаҡында ла бер аҙ әйтеп үтмәк булғайным бит. Совет иленең иң яҡшы сифаттарының береһе, хатта бөтә замандағы кешеләр өсөн үрнәк булырлығы - халыҡтар дуҫлығы ине. Бына шул темала айырыуса туҡталып китергә ниәтем. Күп кенә "теләнгән нәмәне ысынбарлыҡҡа һанаған" ("Принимать желаемое за действительность", тип урыҫтар күберәк ҡуллана был һүҙбәйләнеште) осор ине бит инде ул саҡ. Әммә, "халыҡтар дуҫлығы" тигән ошо төшөнсәнең һис кенә лә ялған түгеллеген, шул дәүер өсөн фәҡәт ысынбарлыҡ ҡына булғанын һәр оло быуын кешеһе раҫлар. Бөтә Союздан йыйылған милләт вәкилдәрен - таныштарымды, хатта дуҫтарымдың бик күптәрен әле булһа яҡшы хәтерләйем. Барыһы ла бер иштән совет һалдаты формаһы кейгән "хахол" Печиборщ, "Дүшәмбе" Фәруҡ, "генацвали" Курашидзе, "ара" Мнацян, молдован Вася Зглавуца, үзбәк Ибраһим һәм башҡа бик күп иптәштәремдең яҡты йөҙҙәре, һәр эштә бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тороуҙары, һәр кемеһенең үҙенсәлекле акцент менән мине "Халик" йә "Халил әкә" тип атауҙары әле булһа күҙ алдымда. "Һин нацмен, ә беҙ - бөйөк милләт", тип кемдеңдер берәүҙе кәмһеткән осраҡтарҙы хәтерләмәйем. Хатта әлеге мәлдә немец фашистарын үҙҙәренең азат итеүселәре итеп тойған Балтик буйы илдәре вәкилдәре лә беҙҙең менән бер рәттә ине. Һәр кем башҡаларға тик уның кешелеклегенә ҡарап мөнәсәбәт ҡыла ине. Һәммәбеҙ ҙә һәр союздаш республикала үҙебеҙҙе иркен тойҙоҡ. Ял йорттарына барыу булһынмы ул, хәҙерге ваҡытта әйтмешләй, әлеге "яҡын сит ил"дәрҙең береһенә барып йәшәү һәр кемебеҙ өсөн бер ни ҙә торманы. Сөнки барыбыҙ ҙа СССР-ҙы дөйөм бер ил тип һананыҡ.
Баштараҡ иҫкә алған Скибюк тигән фамилиялы подполковникты - бар булмышы менән "хохол" булған командирымды тағы бер иҫкә алып китәйем әле. Хәрби табиптар араһында уның яҡташтары - украин милләтенән булған медицина хеҙмәте офицерҙары ифрат та күп ине. Шуға ла ҡарамаҫтан, уның мине - әлегә тик "өлкән лейтенант" званиеһында ғына булған йәп-йәш "ҡара башҡорт" балаһын госпиталь бүлеге начальнигы вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләп ҡуйыуы күп нәмәгә ишара. "…Я знаю, товариш Суюндуков, у тебя в "верхах" нет "волосатой руки", чтоб поддерживать…", тигән һүҙҙәрен әле булһа иҫләйем. Офицерҙерҙың фәҡәт тырыш хеҙмәтенә генә ҡарап ярҙам итәсәге хаҡында ла әйткәйне ул. Милләтенә түгел, ә һәр кешенең эшкә, үҙенә йөкмәтелгән бурысын үтәүенә ныҡ иғтибар ителә ине ул саҡтарҙа… Октябрь байрамымы, йә булмаһа Совет армияһы көнөмө, һәр частан йыйып, үҙешмәкәр артистар араһында конкурстар ҙа йыш ҡына үткәрә инеләр. Ана шул байрамдарҙа ла "халыҡтар дуҫлығы" темаһы иң алғы планда торҙо. Һәр милләт вәкиле үҙенең концерт номерын әҙерләй… Украиндар, молдовандар, Балтик буйы, Кавказ вәкилдәре һәм башҡаларҙың араһында йырсылар, бейеүселәр күп кенә. Барыһы ла үҙенең милли кейемендә сығыш яһарға тейешле. "Ни булһа - булһын", тип, бер мәл мин дә тәүәкәлләргә булдым. Төрлө яҡтан йыйылған ана шул халыҡҡа үҙебеҙҙең башҡорт ҡурайын күрһәтәйем әле, тигән теләгем тыуҙы. Иңемә оҙон аҡ елән һалып, башыма "төлкө кәпәс" кейеп, ғөмүмән, боронғо ата-бабаларыбыҙға оҡшатырға тырышып, үҙемсә яһандым. Аяғыма кейергә аҡ итек булмағас, үҙемдең "офицерский" хром итегемде аҡҡа буятып, ҡунысына милли башҡорт биҙәген төшөргәс, ҡәҙимге килешеп ҡалды. "Дом офицеров"тың сәхнәһендә "Сыңрау торна" һәм бер нисә бейеү көйөн уйнаным. Дәррәү ҡул сабыуҙарға баштараҡ үҙем дә ышана алмай торҙом хатта (ҡурайҙы бер кем дә аңламаҫ, тип уйлағайным). Концерттан һуң ҡайһы берәүҙәр килеп ҡурайҙы тотоп, әйләндергеләп ҡарай, өрөп тә маташтылар. Араларында бер офицерҙың ошо һүҙҙәре хәтеремдә: "Бындай музыкаль инструментты ғүмеремдә беренсе тапҡыр ишетеүем. Уйнаған көйөгөҙ бигерәк һағышлы. Уны тыңлағанда матур тәбиғәтле, йәнлек, ҡош-ҡорттар менән тулы икһеҙ-сикһеҙ иркен далалар күҙ алдына килә…" Ә иң ҡыҙығы - Ракета частары дивизиялары араһында уҙғарыла торған ярышҡа, йәғни финалға үтеүем, шунда төрлө милләт вәкилдәренән торған жюри ағзаларының башҡорт ҡурайына беренсе урынды биреүе булды! Ул осорҙа милләт-ара ҡапма-ҡаршылыҡтар булыу мөмкинлеген хатта күҙ алдына ла килтерә алмай инек бит. Эйе, ябай халыҡтарҙың һәммәһе һәм һәр саҡ үҙ-ара дуҫ йәшәргә тырышты…
Тик илдә әлеге "үҙгәртеп ҡороу" башланғас, "ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡан" һымағыраҡ булып китте шул. Элекке союздаш республикаларыбыҙ барыһы ла айырым дәүләткә әүерелде. Бәғзе берәй милләт вәкиленең - аныҡ бер кешенең фәҡәт үҙ яғын ғына ҡайырып, башҡаларҙы "һанға һуҡмауы", ул ғына ла түгел, айырыуса, халҡын, телен яратҡандарҙы милләтселеккә япһарып хөсөт таратыуы, башҡа милләттәргә ҡарата кире ҡараш пропагандалау осраҡтары ла күренеп ҡалғылай башланы. Һәр халыҡта тиерлек "ойоштороусылар" табылып тора шул инде. Был, әлбиттә, бер ҡасан да яҡшыға алып бармай. Милләтселектең ниндәй һөҙөмтәләргә алып килгәнен беҙ хәҙерге көндә көнбайыш Украина, Балтик буйы илдәре миҫалдарында күрәбеҙ. Хатта элекке фашистарға "оло ихтирам" тойғоһо йөрөтөүселәр ҙә ярайһы ғына иркенләп "баш ҡалҡыта" башланы. Ошондай темаға һүҙ алып барғанда үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙы ғорурланып телгә алам. Милләттәр дуҫлығының өлгөләренең өлгөһө була килде беҙҙең халҡыбыҙ һәр дәүерҙә лә. Хатта әле әйтелгән "үҙгәртеп ҡороу" мәлендә лә! Кемдәрҙе генә үҙ ҡуйынына һыйындырманы эскерһеҙ, изге күңелле йомарт, ҡунаҡсыл башҡорт халҡы!
Шулай итеп, үҙем һәр саҡ М.Горбачевтың үҙгәртеп ҡороуҙар дәүерен сәләмләп, совет иле сәйәсәтен йыш ҡына тәнҡитләгеләүемә ҡарамаҫтан, үткән дәүерҙең, йәғни СССР-ҙың бына ошо бик тә мөһим бер яғы хаҡында ла әйтмәй булдыра алманым. Һәр нәмә тик кире сифаттарҙан ғына тормай һәм шул уҡ ваҡытта гел яҡшы ғына ла була алмай шул.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
КИРЕ СЫҒЫРҒА