«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТА-БАБАМ ҺӨНӘРЕ - ҠОШ СӨЙӨҮ
+  - 


Ыласындар ғаиләһендәге ҡоштар

Бөркөттәр ғаиләһендә һунар өсөн тотолған ҡоштар сикле. Мәҫәлән, таҙғараны, диңгеҙ бөркөтөн, йылан бөркөтөн һунарға өйрәтеү осраҡтары тәбиғәт һәм һунар баҫмаларында ла осрамай. Ә бөркөттәрҙең дүрт төрө - бөркөт, көсөгән, ялан бөркөтө, ҡарағош - һунар өсөн өйрәтелгән. Уларҙың һунар әүҙемлегенә лә, алымына ла, хатта осҡорлоғона, таһыллығына йәшәгән ере, тәбиғәте йоғонто яһаған. Шулай ҙа боронғо атай-олатайҙарҙа ваҡ ҡоштар менән һунар итеү күпселекте тәшкил иткән, булһа кәрәк. Беренсенән, уларҙы табыуы ла еңел, сөнки күп, икенсенән, өйрәтеүе еңел, өсөнсөнән, аҫрағанда сығым әҙ, дүртенсенән, табыш күберәк.
Ыласындар ғаиләһендәге ҡоштар менән торнаға, ҡаҙға, үрҙәккә, ҡыр тауығына, һуйырға, селгә, ағунаға, ҡуянға һунарсылыҡ иткәндәр.
Ыласындар ғаиләһендәге тәүгеһе сапсан. Кәүҙәһе һәм ҡанаттары осҡанда оҙон, осло. Ҡойроғо ҡанаты менән бер оҙонлоҡта. Ҡарараҡ арҡаһында буйҡат-буйҡат күгелйем һыҙмалар бар. Башы һорғолт ҡара, күҙ тирәһенән боғағына ике яҡтан да һалбырап мыйыҡ һүрәте төшә. Суҡышы, оҙон аяҡтары ҡара, тубығынан тырнаҡтарына тиклем асыҡ. Тырнаҡтары ҡырҡма, оҙон, бик үткер һәм осло. Күкрәк һәм бот мускулатураһы үҫешкән. Түше һәм эсе күгелйем аҡһыл, уҡ башағы кеүегерәк, әммә тупаҫ, ҡара-көрән билдәләр бар. Кәүҙәһе ала ҡарға самаһы. Текә ултыра. Ултыраҡ ҡош. Күберәк ҡая таштарға оя ҡора, ләкин ағас башында ла ояһы осрай. Һарғылт йомортҡаларында көрән таптар бар. Ояла, ғәҙәттә, өс-дүрт йомортҡа була. Оя сыбыҡ-сабыҡтан ҡорола, эсенә кипкән ваҡ үлән түшәй. Ояһына яҡын барһаң, ғауғалы, "ҡыяҡ-ҡыяҡ" тип ҡысҡырып, аталы-инәле тирә-йүндә осоп йөрөйҙәр. Әгәр янында эт булһа, уға ла һөжүм итәләр, әммә йәбешмәйҙәр, тик тоҡоялар ғына. Күҙҙәре ҡара, тыштан дүңгәләк менән ҡоршалған. Ҡаршы күҙгә сәнсеп килеп кергән кеүек. Ул һунарға ҡарсығаға ҡарағанда ауыр өйрәнә. Ыласындың холҡо бик текә, тәкәббер, ваҡлашмай. Бер типкәндә ала алмаһа, бик һирәк осраҡта ғына икенсе тапҡыр һөжүм итә. Шуға ла халыҡ телендә әйтем бар: "Ыласын бер тибә". Быны ирҙәрҙең алымына, эш йә башҡа төр ынтылышына ҡарап әйткәндәр. Әммә ыласындың бер холҡо хужаһына һәр саҡ оҡшаған. Хужаһы ҡулынан ашап өйрәнгән ыласын һәр саҡ табышты типкәндән һуң, уға кире осоп ҡайтып, ҡулынан "бүләк" алыр булған. Әммә ул ерҙә йүгереп барған йәнлекте осоп барған ҡошҡа ҡарағанда ауыр алған. Ыласындарҙың башҡа туғандарына ҡарағанда, һунарҙа тағы ла бер кире яғы бар. Ул һәр ваҡыт үрҙәкте, ҡорҙо, ҡаҙҙы, ғөмүмән, нимәне һуғыр булһа ла, уға ташланыр ҡорбанына ҡарағанда өҫтә булыуы шарт. Осоу тиҙлегендә ыласындан, бәлки, ҡарсыға ғына ҡалышмайҙыр. Ҡорбанына уҡ кеүек өҫтән ташланған сапсан уның арҡаһына, муйынына, башына үткер тырнаҡтары менән һуғып өлгөрә, хатта бүтәгәһе, эсе ярылып килеп төшкән үрҙәктәр ҙә була.
Оянан себеш йә етешеп осор осорҙа, йә осоу осороноң башында алған себештәр иректә ҡыш сыҡҡанға, төләп өлгөрмәгәндәренә ҡарағанда ауыр өйрәнә. Бигерәк тә ололары. Оло бөркөттө, ыласынды, ҡыйғырҙы өйрәтеү осоро өс-дүрт ай, ярты йәки бер йылға тиклем дауам итә. Ә йәш ҡоштарҙы ай, ай ярым ваҡыт осоронда өйрәтеп һунарға алып сығыу мөмкинлеге булған.
Ҡоштарҙы өйрәнеү, белеү, ғөмүмән, бик ауыр шөғөл. Тәбиғәтте, ундағы тереклекте ни тиклем яратма, иғтибарлы булма, һәр береһенең: ҡоштарҙың, хайуан-йыртҡыстарҙың үҙенсәлектәрен, холоҡ-шөғөлөн, тәбиғи булмышын өйрәнеү, белеү өсөн бер ғүмер әҙ кеүек. Улар бит йәшәү рәүеше менән дә төрлөсә. Ҡайһы бер ҡоштар беҙҙә оялап, беҙҙә бала сығарып, үҫтереп, ҡышлар өсөн йылы яҡҡа осорға мәжбүр булғандар. Ә ултыраҡ ҡоштар? Улар йыл әйләнәһенә беҙҙә йәшәйҙәр. Тимәк, улар ҡулайлашҡандар, ҡыш көнө лә беҙҙә аҙыҡ таба алалар. Унан, күскенсе ҡоштар бар. Беҙҙең яҡта бала сығара, әммә ҡышты яҡын-тирәлә үткәрә, йә бөтөнләйгә китмәй. Мәҫәлән, сәүкә һуңғы утыҙ йыл тирәһендә даими рәүештә ҡышҡа беҙҙә ҡала. Ҡоҙғон да шулай уҡ. Әммә беҙгә һалҡыныраҡ яҡтан осоп килеп ҡыш үткәреп, яҙ тағы ла үҙҙәренең һалҡыныраҡ иленә осоп ҡайтыусы ҡоштар бар. Мәҫәлән, аҡ һупай, майҙыгис йәки ҡарабаш һары турғай һ.б. Ҙур йыртҡыс ҡоштар менән сағыштырғанда, ыласындар һәм уларҙан ҙурыраҡ шоңҡар, беҙҙеңсә әйткәндә, төйҙөргәндәр ғаиләһенә ингәндәр ярайһы уҡ күп. Ыласын, ҡарсығалар төрө: ҡыр ҡарсығаһы, бүҙәнә ҡарсығаһы, ваҡ ҡарсыға, яғылбай, торомтай, сысҡан типкес, ҡыйғыр һәм башҡа төрҙәре бар. Ыласындарҙың: сапсанды, ҡыйғырҙы, яғылбайҙы, торомтайҙы, мүктәрәне, ҡарсығаларҙың төрлөһөн дә ҡулға һәм һунарға өйрәткәндәр. Һәр ҡайһыһының тәғәйенләнеше буйынса үҙ алымы. Мәҫәлән, торомтайҙы, бүҙәнә ҡарсығаһын ваҡ үрҙәктәргә, бүҙәнәгә, селгә, ағунаға өйрәткәндәр. Был ҡоштарҙың һауанан ҡурҡыныс килгәндә ҡамыш, үлән, бесән, һалам аҫтына йә ергә лыпын ятып йәшеренә торған ғәҙәте бар. Торомтай, ваҡ ҡарсыға - һауала аҫылынып тора торған ҡош. Йәшеренгән ҡорбанын ул шулай эҙләй, көтә. Ҡорбаны йә ҡыбырлап, йә күҙгә күренеп ятһа, йә ҡасып осһа, ул шунда уҡ өҫтөнә ташлана. Тырнаҡтары менән ҡырҡа һуға. Үлтергәс, ҡорбаны өҫтөндә сипылдаған кеүек тауыш сығарып, ҡанаттарын ҡағып-ҡағып ултыра ла йөнөн туҙҙырып ашай башлай. Ҡыйғыр, ҡарсыға осҡан ҡошто ла, ҡасып ерҙән йүгереп барған ваҡ йәнлекте лә тота. Ул ерҙән оса. Ыласын кеүек ҡорбанына ташланыр өсөн юғарыға күтәрелмәй.
Ҡарсығаның төрлөһө була. Ҡарғанан ҙурырағы ҡорҙо, һуйырҙы, ҡаҙҙы, хатта торнаны ла һуға. Бәләкәй ҡарсығалар һәм ҡыйғыр ваҡ ҡоштарҙы ала. Ҡар ҡарсығаһының арҡаһы көрән, эс яғы аҡһыл-һоро, йыш арҡыры һыҙаттары бар. Күҙенең өҫтөндә аҡ ҡашы билдәле. Ҡуйы ботаҡтар, ваҡ ағастар араһынан бик оҫта оса, ҡойроғо оҙон. Тауышы бик яңғырауыҡлы. Ә күҙҙәре - төҫөнә ҡарап. Бик һирәк, әммә ҙур урмандарҙа, Урал төпкөлөндә аҡ ҡарсыға ла күргәнем бар. Шуныһы ҡыҙыҡ: аҡ ҡарсығанан ағас башында ултырған ҡор ҙа, һуйыр ҙа ҡурҡа һалмай. Шуның менән алдана. Ҡарсыға уларҙы ағас башынан шунда уҡ һуғып төшөрә. Тауышы яңғырауыҡлы. "Ҡъяҡ-ҡъяҡ-ҡъяҡ" тип тауыш бирә. Ултыраҡ ҡош. Ҡыш көнө лә беҙҙә үткәрә. Шырлыҡтарҙа ҡышҡы турғайҙарҙы, ҡуян, ҡор, ауылға килеп күгәрсен аулай. Йыл һайын үҙ ояһын яңырта. Ваҡ, бәләкәй ҡарсығалар ағас башында оялай, ә ҙурҙарының күңеленә ҡая таштары яҡын. Әммә шуныһы шарт: ҡая йә көньяҡҡа, йә көнсығышҡа битле булһын. Ваҡ ҡарсығаларҙың күҙҙәре ҡара. Ауылға яҡын килһә, күгәрсендәрҙе, сыйырсыҡтарҙы, тауыҡ себештәрен тибә.
Ҙур бөркөттәр һәм ҡарсығалар араһында кәүҙә дәүмәлдәре менән урталыҡта торған йыртҡыс ҡоштар бар. Халыҡ төйҙөргән тип атаһа ла, әҙәбиәттә төйлөгән тип яҙылған ҡош. Балабан тип яҙылып, балапан тигәне лә бар. Әммә һунарға шоңҡарҙы һәм балапанды ғына өйрәткәндәр. Ә төйҙөргәнде, ҡамышҡараны һунарға өйрәтеүҙәре билдәле түгел. Башҡа йыртҡыс ҡоштар менән осрашҡанға ҡарағанда төйҙөргән менән йыш осрашырға тура килһә лә, ҡылыҡ-ғәҙәтенә әҙ иғтибар биргәнмен. Бала ваҡытта ҡаҙ бәпкәләрен йәшел үләндә көткәндә һауала бәпкәләрҙе һағалап осҡан төйҙөргәнде салҡатан ятып күп күҙәткәнем булды. Кеше юҡта ҡаҙ бәпкәләренә баҡышып ата ҡаҙ менән талашҡан төйҙөргәнде күп тапҡыр аралағаным бар. Кәүҙәһе ҡара ҡарға самаһы. Ҡоҙғон ҙурлығы ла осрай. Кәүҙәһе ҡара-көрән. Ҡанаттарының бер осонан икенсеһенә тиклем бер метр, унан да күберәк, 120 - 130 сантиметрға тиклем еткәндәре бар. Ҡойроғо оҙон, аса, боролғанда елкән кеүек борола. Ҡалтыранған кеүегерәк тауыштан һуң һыҙғырыу ишетелә. Һыу ҡоштарына, бәпкәләргә ташлана. Күсмә ҡош. Беҙҙең яҡҡа апрель аҙағында ҡайтып, ағас башында оя ҡора. Уның ояһының тирә-яғында ҡарға ояһы булмай. Ә ояһының башы ябыулы булғанлыҡтан, һайыҫҡан ояһы осрай. Таплыраҡ аҡ ике йомортҡаһы була. Батыр ҡош. Әммә ҡулға өйрәнмәй, ҡулдан ашамай, ғорур, аслыҡтандыр, ахыры, үлә. Ҡанатында аҡ ҡауырһындары була. Һунарға өйрәтелгәнлеге билдәһеҙ. Балапандың арҡаһы һорғолт-көрән. Ҡойроғо ҡыҫҡа, һорғолт, унда һары төҫтәге арҡылы һыҙаттар бар. Өҫтөндәге ҡаурый-йөндәренең осо һары. Аяғы ҡыҫҡа, йыуантыҡ, асыҡ. Түше һәм эсе көрәнһыу-сыбар. Томшоғо ҡара, кәкере һәм ҡыҫҡа. Ике яҡ яңағы көлһыу-аҡ. Һоро күҙе һары тәгәрмәс эсендә. Яр буйындағы таштарҙы үҙ итә. Ағасҡа ла ҡуна. Ялан ерҙе үҙ итә. Йомортҡаһы шыйыҡ көрән, ҡара һипмәһе бар. Ғәҙәте буйынса балапан ялҡау кеүек. Ағаста йәки таш түшендә ултырғанда түбәндә йылға күләүегенән сөрәгәй үрҙәктәр осһа, башта ул вайымһыҙ ғына уларҙың осоу йүнәлешен күҙәтә. Үрҙәктәр, ғәҙәттә, ҙур ғына түңәрәк яһап кире борола һәм түбәнәйә башлай. Шул саҡта балапан үрҙәктәргә ташлана. Түбәнгә, төшөр ерҙе ҡарап килгән үрҙәктәр уны шәйләмәйҙәр. Ҡабырғанан һөжүм итеп, берәүһен һуғып төшөрә, әммә күп осраҡта уға ергә төшөргә ирек бирмәй, һауала уҡ тотоп алып, кире ултырған таш түшенә ҡуна. Унан һуң ел ҡая өҫтөнә ҡаурыйҙар һәм мамыҡ тарата… Һәм шоңҡар тураһында. Күсмә ҡош. Беҙгә көндәр һыуынып, ҡар яуғас килә. Беҙҙең тирәлә оя ла ҡормай. Күрәһең, ул тундра менән Урта Урал климаты ҡошо. Яҙ булһа, китә, күрәһең, әҙ генә төньяҡ һыҙатҡа. Һирәк осрай. Кәүҙәһе ҡара ҡарғанан ҙурыраҡ. Дөйөм төҫө аҡ, әммә бик шыйыҡ һарғылттары осрай. Арҡаһы, ҡанат өҫтө ҡара-көрән, өсмөйөш башы кеүек таптар бар. Түшендә - арҡыры буйҡат һыҙаттар. Дөйөм ҡарағанда аҡ-сыбар ҡош. Текә ултыра, йыуантаҡ. Йылы яҡҡа китмәй. Ҡыш көнө күбә, дүңгәк өҫтөндә оҙаҡ ултыра. Һәр саҡ шырлыҡ ситенән ҡуян һағалай. Төньяҡтан беҙгә ҡышлар өсөн килгән аҡ турғайҙар туп булып шырлыҡтан яланға осһа, шунда уҡ баҫтырырға тотона. Шәшкегә ташланып, үлтерелеп, шәшкенән ашалған шоңҡарҙың туҙып ятҡан ҡаурыйҙарын осратҡаным бар. Аяҡтары ҡыҫҡа, бармаҡтары йыуан, йөн менән ҡапланған, һары. Тауышын ишеткәнем юҡ. Шоңҡарҙы тере ҡуян менән алдап, ау менән тотҡандар. Һунарға еңел өйрәнгән. Ашауға талымһыҙ, йылыға түҙемһеҙ булған.
Һунарға ҡош өйрәтеү шөғөлө хәҙерге Рәсәйҙә боронғо ваҡытта тик башҡорт, алтай, тува халҡының ғына кәсебе булған. Бөркөттө, ҡарсығаны өйрәтеп тотҡан башҡорт, ғәҙәттә, мал-тыуары күп, донъяһы ҡалын, даими кәсебе булған билдәле, күп осраҡта дәрәжәле кеше. Ҡош менән һунар итеү, билдәлелек, абруй килтергән. Абруйлылыҡ мал өҫтәгән, малы күп кеше зауыҡ өсөн һунар иткән. Әммә ҡоштоң төп хужалары уның менән бергә йәшәгән, бергә донъя көткән, уның менән һунар итеүҙе тормош сығанағы тип ҡараусылар булған. Сөнки зауыҡ башҡа, хеҙмәт башҡа. Тибер ҡошто үҙенә хеҙмәткә алыр кеше уның төрөн, ҡылығын, булмышын, мөмкинлеген, тәбиғәтен өйрәнгән. Йыл әйләнәһенә ҡошто яңы ит менән тәьмин итеү ул шөғөлгә бик-бик бирелгәндәр, көн һайын ҡош менән мәшғүл булғандар өсөн генә. Ҡош сөйөү алымдарын беҙгә килтереп еткереүселәр зауыҡсылар түгел, ә һөнәрселәр. Улар ғына ысын һунарсылар, йомғаҡты, ҡош сөйөү серҙәрен быуындан-быуына һүтеүселәр.Бөркөт, ҡарсыға өйрәтеү хәҙерге цирктарҙа һөтимәрҙәрҙе өйрәтеүгә ҡарағанда байтаҡҡа ауыр булғандыр. Сөнки һөтимәрҙәр аң буйынса ҡоштарға ҡарағанда өҫтәрәк баҫҡыста тора. Ниндәй генә йән эйәһе булмаһын, ниндәйҙер бер ғәмәлгә, шөғөлгә уны бала саҡта, йәш ваҡытында өйрәтәләр.

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.20 | Ҡаралған: 566

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru