2025
әйт, тиһәгеҙ...
Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?
2024
2023
2022
2021
2020
2019
2018
2017
2016
2015
2014
Белоретҡа "Хеҙмәт батырлығы һәм даны ҡалаһы" тигән абруйлы халыҡ-ара исем бирелде. Был хаҡта Дәүләт-ара Герой-ҡалалар союзына һылтанма менән Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итте. Ҡалаларға бындай исем халыҡтың Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән хеҙмәт ҡаһарманлығы, Ватан алдындағы ҙур ҡаҙаныштары өсөн бирелә. Был исемде алыу өсөн документтар йыйырға Белорет металлургия комбинатының Ветерандар советы тәҡдим иткән, уларҙы республиканың тау-металлургия профсоюзы, ҡала һәм район Советы, хакимиәте, Белореттың почётлы граждандары һәм ҡала тарихына вайымлылар хуплаған. "Беҙ исем алыу өсөн алты меңгә яҡын ҡултамға йыйҙыҡ, уны 1941-1945 йылдарҙа баҫылған "Белорецкий рабочий" гәзитенең бөтә һандары төпләменән материалдар менән нығыттыҡ, бик күп документтар тупланыҡ. Пандемия ҡыҙған осорҙа Белореттан Мәскәүгә курьер менән ебәрелгән документтар баш ҡалаға барып етмәҫ, ойоштороу комитеты исем биреү буйынса кәңәшмәне күсерер тип ныҡ борсолдоҡ. 9 майға ҡалаға бүләк эшләү теләге ҙур ине - беҙ быға өлгәштек. Был исем - беҙҙең дөйөм еңеү, белореттар!" - тип яҙҙы Андрей Иванюта социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
КИРЕ СЫҒЫРҒА
Яҡшы һүҙ әйтте, тип һөйөнмә, ихласлығын белмәйенсә, Яман һүҙ әйтте, тип көйөнмә, көнсөллөктән икәнен белмәйенсә.
(Башҡорт халыҡ мәҡәле).