«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺУНАРСЫ ЯҘМАЛАРЫ
+  - 


ИЛГӘҘӘК ҠОШСОҠТАР

Яҙ йылы яҡтарҙан ҡайтҡан ҡоштар араһында иң көтөп алғаным - йылғыр ҡарлуғастар. Хәйер, ҡарлуғастарҙы һағыныусы бер мин генә түгелдер. Ни өсөн тигәндә, ҡарлуғас менән ысын йәй килә, ләйсән ямғырҙар яуа. Йылы ел иҫеп, шифалы ямғыр һибәләп үттеме - бар донъя күҙ алдында танымаҫлыҡ булып үҙгәрә лә китә. Унда-бында ышыҡ урындарҙа, тәрән үҙәктәрҙә күренгеләгән ҡар ҡалдыҡтары бөтөнләй юҡҡа сыға, йәш үлән йылдам күтәрелеп ер өҫтө йәшәрә, йоҡоларынан арына алмай торған ағастар ихласлап япраҡ яра башлай, сәселгән иген тиҙерәк шытып сыға. Игенсегә ҡыуаныс өҫтәлә. Шулай булғас, ҡарлуғастар бар мөхитте үҙгәртә түгелме? Үҙгәртә шул. Һәр хәлдә, миңә шулай тойола.
Ҡарлуғас - ауылда һәр кем өсөн ҡәҙерле, көтөп алынған ҡошсоҡ. Уның үҙ ҡураһына, ҡыйығының аҫтына йоморо ғына, йәтеш кенә итеп оя ҡорғанын кем теләмәй икән? Юҡ ундайҙар. Беҙҙең дә үҙ ҡарлуғастарыбыҙ бар. Эйе-эйе, үҙ ҡарлуғастарыбыҙ, тип һис ҡурҡмайынса әйтә алам. Сөнки меңәр саҡрым арауыҡта ятҡан илдәрҙән, ете диңгеҙ аша үтеп, һис юл яҙлыҡтырмайынса йылдың-йылы һағындырып ҡына нәҡ беҙҙең ҡураға килеп етәләр. Мин уларҙың нисек итеп юлды табыуҙарына, нисек аҙашып китмәүҙәренә хайран ҡалам. Миңә ҡалһа, беҙҙең ҡарлуғастар ише илгәҙәктәре, наҙлылары һәм яғымлылары башҡаса юҡтыр. Беҙ уларҙы хатта тауыштарынан, ҡылыҡтарынан танып беләбеҙ. Беҙҙең өй ҡарлуғастары үҙҙәре бер төрлө. Көндәр тотороҡло йылынып, һауала һәр төрлө бөжәктәр оса башлау менән килеп етәләр ҙә улар, лапаҫ аҫтына һыуҙа сыланған балсыҡтан, йә мәтенән оя йүнләргә тотоналар. Сыйырсыҡ кеүек, уларҙы әҙер өй ҡаршы алмай. Шуныһы ғәжәп, ҡарлуғастар бер ваҡытта ла иҫке ояларын файҙаланмай, йыл да яңыһын төҙөйҙәр. Үәт егәрлеләр! Ояларҙың һанына ҡарап, ҡошсоҡтар һинең ҡурала нисә йыл йәшәгәндәрен дә белергә була.
Мин ҡарлуғастарҙың арыу-талыу белмәй осҡандарын ҡарап торорға яратам. Бына, исмаһам, осоу оҫталары! Асстар! Көноҙоно ял итмәйенсә осоп йөрөргә һәләтлеләр. Белгегеҙ килһә, мәтене лә осоп барған килеш эләктереп алалар, осоп барған килеш кенә һыуҙа сылаталар. Ҡарлуғасты башҡа бер ҡош та ҡыуып етә лә, тота ла алмай. Хатта йәшен тиҙлеге менән осҡан яғалбай ҙа уның янынан битараф ҡиәфәттә үтеп китә. Сөнки белә: барыбер эләктерә алмаясаҡ, нимәһенә ваҡыт әрәм итергә.
Әйтелгәндәргә өҫтәп, ҡарлуғастар сикһеҙ ҡыйыуҙар һәм иҫ китмәле батырҙар. Бер ҡош та ояларына яҡынлашырға баҙнат итмәй. Ҡош нимә, яуыз бесәйҙәр ҙә уларҙан шөрләй. Һауала ҡарлуғас сырҡылдауы ишетелеп ҡалдымы, бесәйең тиҙерәк шылыу яғын ҡайыра. Шулай, балаларын ҡурсалап, үҙҙәренән күпкә ҙур, күпкә көслө дошмандарына ла йән аямай ташланалар. Ҡарлуғас булған ҡураға һайыҫҡан, ала ҡарға ише ҡараҡтар яҡынларға ҡыймай. Тимәк, улар ҡураны ла һаҡлай булып сыға. Ғәжәп ҡошсоҡтар ифрат файҙалылар ҙа.
Ауыл ере өсөн ҡарлуғас - үҙе бер айырым ҡош. Илгәҙәклек, яғымлылыҡ, ҡыйыулыҡ һәм эшһөйәрлек буйынса уға еткәне башҡаса юҡ. Ҡарлуғас - изге ҡош - наҙ, һөйкөмлөлөк, тоғролоҡ өлгөһө. Улар парҙарына бер ваҡытта ла хыянат итмәй. Матур, иркә ҡыҙҙарын әсәйҙәр юҡҡа ғына: "Ҡарлуғасым минең", - тип һөймәйҙер. Бер ҙә сыйырсығым, йә турғайым тимәйҙәр. Ни өсөн тигәндә, сыйырсыҡ матур һайраһа ла - ҡырыҫыраҡ, ә турғай тартымһаҡ булһа ла - күрер күҙгә күрекһеҙ генә.
Тағы ла ҡарлуғастарҙың үҙҙәре кеүек үк тиктормаҫ балалары йыш ҡына ояларынан ҡолап төшөүсән. Шуға күрә уларҙы ҡарап ҡына торорға, йығылғандарын, йыртҡыс тырнағына эләкмәҫ борон, күтәреп һалырға кәрәк. Миңә был изге эште йыш ҡына башҡарырға тура килгәне бар. Ана шул изгелекте лә аңлай улар. Дөрөҫ, өлкән, тәжрибәле ҡарлуғас бәләкәстәрен тәпәйҙәренән ат ҡылы менән ояһына бәйләп ҡуя. Үҙем күргәнем бар. Шулай ҙа ҡайсаҡ, ҡыл сиселеп, сыпсыҡтар йығылып төшкөләй. Ҡай берҙәре һәләк була. Ләкин бындай осраҡтар һирәк, әммә булғылай.
Ә ҡарлуғастың төнгө йырын ишеткәнегеҙ бармы? Күптәрҙең юҡтыр. Эйе, эйе, балалары әле сыҡмаҫ элек ул төндәрен дә йырлай. Һандуғас һымаҡ. Һандуғастан айырмалы рәүештә ул осоп барғанда ла һайрай ала. Ҡарлуғастың төнгө йыры айырата моңло һәм серле. Мин шуныһына аптырайым: май, июнь айҙарының күҙгә төртһәң күренмәҫ дөм-ҡараңғы төндәрендә ҡунып һайрар тимер сымдарҙы нисек итеп таба ул? Күҙҙәренең үткерлеге шул тиклемме?
Ҡарлуғастар менән хушлашыуы бигерәк ауыр. Көҙ миҙгеле етеп, һуңғы йәшен менән бергә йылҡылдап торған сөм-ҡара һыртлы, селт-аҡ сикәле, алһыу күкрәкле, асалы ҡыл ҡойроҡ шаян ҡарлуғастар ҙа йылы яҡтарға китеп бөтһә, ауыл ҡапыл ғына етемһерәп ҡалғандай була. Ауыл кешеһе ҡарлуғасһыҙ буш һауаға ҡарап, күңелһеҙ генә көрһөнә, аҙаҡ, йылы хәтирәләргә бирелеүҙән йылмайып ҡуя.

ИПЛЕ ТУМЫРТҠА

Бөгөн мин көтөүсе. Тейешле сират буйынса ауылдың кәзә-һарығын көтөргә сығам. Сират буйынса, тиһәм дә, был эш минең өсөн мәжбүри түгел, ошо көндө йөрәкһенеү ҡатыш түҙемһеҙлек менән үҙем көтөп алам. Шуғалырмы, бәғзе берәүҙәрҙең көтөүҙән ҡасыу өсөн ҡырҡ сәбәп эҙләүен, үҙ малын һис көтәһе килмәгәнлеген аңлай алмайым. Малды ҡарарға теләге булмағас, нимәһенә тоторға?
Минең өсөн был көн мал-тыуарға ҡараусы ғына булыу түгел, йәй миҙгелендә эләккән бәләкәй генә ял да. Эйе, эйе, ысын мәғәнәһендә ял. Сөнки утыҙ йылдан ашыу эшләп тә бер ваҡытта ла йәй көнө отпуск алғаным булманы. Бирмәйҙәр. Мин, тимәк, алыштырғыһыҙ кеше.
Тирә-яҡ тәбиғәт, тыуған ерең менән яҡындан аралашыу өсөн мал көтөүҙән дә уңайлыраҡ ысул юҡтыр ул. Кемгә нисектер, әммә миңә шулай һымаҡ. Кәзә-һарыҡ артынан эйәреп йөрөү генә түгел, замана ығы-зығыһынан, бөтмәҫ-төкәнмәҫ донъя ваҡлыҡтарынан, ниһайәт, йәшәйеш мәшәҡәттәренән бер аҙға ғына булһа ла тынсып ҡалаһың бит ул көтөүҙә. Үҙенең бер ауырлығы ла юҡ кеүек. Шулай, ваҡ малды көтөүе анһат. Хайуанҡайҙар ауылды сығып, саңдауға еткәнсе байтаҡ ер һәрмәнеп бара һәм шул етә: буйтым туя ла ҡуя. Тамағы туйҙымы, кәзәң дә, һарығың да, бәйләнсек күгәүен менән себендән, эҫе көндәрҙә ҡайнар ҡояштан һаҡланыу яғын ҡайыра башлай. Бының иң уңай ысулы ағас күләгәһенә инеп, саңы әйләнеп бөткән ергә ятыу. Ә бер ятып алдылармы, уларҙы урындарынан тиҙ генә ҡуҙғатырмын тимә. Бөгөн дә шулай булды.
Бына мин азаттарҙың да азаты! Бер кем бимазаламай, тегеһен-тегеләйт, быныһын-былай ит, тип, бер кем ҡолаҡ төбөндә безелдәп тормай (ошондай мәғәнәһеҙ мыжыҡ холоҡлолар минең иң яратмаған бәндәләрем. Үҙҙәре лә эшләмәй, кешегә лә эшләргә ҡамасаулап, ирек бирмәй. Бәхетһеҙлеккә күрәме, ундайҙар тормошомда йыш осраны). Унда-бында аушанлап ауа башлаған туҡ малҡайҙар хәҙер инде өс сәғәттән дә кәм ял итмәйәсәк.
Тоҡсайымды яртылаш сереп тарҡала башлаған йыуан ҡайын төпһәһе янына уңайлап урынлаштырҙым да, ҡулымды түш кеҫәмә тыҡтым. Бына һиңә мә, шыйыҡ мейе! Иғтибарҙы йәлеп иткәндәй, ул-был ваҡиғаларҙы теркәп барыу өсөн тотҡан блокнотым да, уның эсендәге ҡәләме лә онотолоп ҡалған, хәйерһеҙ. Кейемде алмаштырғайным бит. Үкенестән тубығыма һуғып ҡуйҙым. Тик эш уҙған, кире ҡайтып булмай, алыҫ. Үҙем шулай уйлаһам да, күңелдең ҡайһылыр мөйөшөндә хатта йәшертен ҡыуаныс тойғоһо ҡуҙғалып ҡуйҙы һымаҡ: ҡағыҙға текәлеп ултырғансы, уның ҡарауы, туйғансы күҙәтәсәкмен дә баһа! Күргәндәрҙе аҙаҡ иҫкә төшөрөүе ауыр булмаҫ. Арҡамды төпһәгә терәп, үләнгә ултырҙым.
Йәнәшәләге осо һынған туҡыш ҡарағас төбөндә тиктормаҫ тумыртҡа туҡылдағаны ишетелә. Бар тырышлығын һалып бер урынды суҡый-суҡый ҙа ул, ҡапыл ғына һикереп, ситкә, икенсе урынға күсә. Унда күпмелер соҡсонғандан аҙаҡ өҫкәрәк күтәрелә биреп, йәнә суҡырға тотона. Ахырҙа, тәүге урынына кире әйләнеп ҡайта. Ҡоштоң шулай, һис яңылышмайынса өсмөйөш яһап әйләнеүе сираттан бер нисә тапҡыр ҡабатланғандан һуң, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмайынса, урынымдан тороп, уға яҡынлаша башланым. Тәбиғәттең бер йәтеш һәм кире ҡаҡҡыһыҙ ҡануны бар: ҡыр йәнлеген ҡурҡытмай-өркөтмәй генә мөмкин тиклем яҡыныраҡ киләм тиһәң, уға тура ҡарама һәм тура барма. Ҡыҫҡаһы, күрмәмешкә һалыш.
Күҙ ҡыры менән генә күҙәтә-күҙәтә, спираль буйынса ҡарағасҡа яҡынлашам. Мин ағас тирәләп әйләнгән ыңғайға тумыртҡа ла олон буйлап әйләнә. Ул да мине һис күҙҙән ысҡындырмай, ныҡ күҙәтә, шилма! Хәйер, шунһыҙ булмайҙыр ҙа, ҡырағай тәбиғәт ҡанундары ҡаты, саҡ ҡына һаҡһыҙ ҡыландыңмы... Шуныһы ҡыҙыҡ, суғыртмаҡлы олон буйлап һикерәнләгән ыңғайға тумыртҡа баяғы урындарҙы суҡып алырға ла өлгөрә. Шул тиклем нимә тапҡандыр инде?
Бына беҙҙе айырған ара ун аҙымлап ҡына ҡалды. "Урман докторының" үҙенсә матур ғына сыбар ҡаурыйҙары, сем ҡыҙыл күркәм "түбәтәйе", хатта аптырау тулы төймәсек ҡара күҙҙәре хәҙер ап-асыҡ күренә. Мин уның шул тиклем тырышыуының серенә төшөнә лә башланым, буғай. Тумыртҡа дәү ҡарағас олоно суғыртмаҡтары араһына йәтешләп кенә тубырсыҡтар ҡыҫтырып ҡуйған да, ғәжәп көйлө сират менән шуларҙы сира икән. Өс ярыҡта -өс тубырсыҡ. Ә ни эшләп, һис яңылышмайса, сиратлап суҡый? Быныһын әлегә аңлатырлыҡ түгел.
Мин аңшайып торған арала эшлекле ҡошсоҡ бер тубырсыҡты урынынан алып ырғытты ла, йәһәт кенә табып, икенсеһен урынлаштырҙы. Шулай ҙа суҡыу сиратын боҙманы. Хатта йәшертен асыу менән ныҡышыбыраҡ суҡырға тотондо. "Балалары сыҡҡан осор бит, - тип фекер йөрөттөм мин, - ашарға ем күп кәрәк. Шуға күрә өтәләнеп-өтәләнә тумыртҡа, етеп килгән кешегә лә иғтибар итмәй. Тирә-йүндә ҡоларға әҙер серек ҡайын тулып тора, уның ҡортон сүпләүе күпкә еңелерәк, ниңә шуның менән булышмаҫҡа?" Бында ниндәйҙер хикмәт бар кеүек. Аҙаҡ белдем, ҡарағас орлоҡтары тәмлерәк тә, туҡлыҡлыраҡ та икән. Йәғни, калория тигән нәмәһе күберәк. Уны ашаған ҡошсоҡтар тиҙерәк үҫә, төрлө сирҙәргә бирешә һалып бармай. Өҫтәүенә, ризыҡ аралаштырыу ҙа кәрәктер. Сөнки бер төрлөһө ялҡытып китә. Белмәгәне юҡ икән "докторҙың".
Ошо мәл аяҡ аҫтымда сарт итеп ҡыу ботаҡ һынды. Тертләгән тумыртҡа пырылдап осоп китте. Осоп барған көйөнә бер-икене саңҡылдап ҡуйҙы. Ризаһыҙлыҡ белдереүе ошо ине шикелле. Мин уның үҙ иткән ҡарағасы янына килдем. Бына яртылаш сирылып ҡабарған тубырсыҡтар. Уларҙы ҡулыма алдым да, ҡойолорға әҙер ҡанатлы орлоҡтарҙы усыма ҡаҡтым. Ҡабып ҡарайым. Әскелтем генә икән, үҙенсәлекле сайыр тәме килә. Кемдең ҡарағас һағыҙы сәйнәгәне бар, улар шунда уҡ аңлар. Баҡһаң, ҡарағас орлоғон тиккә генә яратмай икән аҡыллы баш тумыртҡа.
Уның тубырсыҡ "эшкәртеү станогы" ҡулай ғына ине. Үҙемде тумыртҡа урынына ҡуйып, мин дә шундайын эҙләп ҡарайым. Меңәрләгән суғыртмаҡ араһынан берәүҙе лә таба алманым. Күпмелер торғандан һуң, ниһайәт, башыма барып етте: әлеге уйымдарҙы тумыртҡа үҙе яһамаймы икән? Үҙе яһай шул! Ана, уңайлы станоктарҙың сит-бото, хатта, йышып ҡуйылғанмы ни! Берәй оҫта үткер бысаҡ менән юнып тигеҙләгән тиерһең. Юҡ, улай-былай ғына оҫтаң да был тиклем матур, теүәл итеп эшкәртә алмаҫ ине, моғайын. Ә тумыртҡаның бит бысағы ла, ҡасауы ла, башҡа махсус ҡорамалы ла юҡ. Бар ҡоралы суҡыш ҡына!
Тубырсыҡтарҙы урындарына ҡыҫтырҙым да, ситкә киттем. Артабан ни эшләр икән был? Йүнсел ҡош әллә шатлығынан, әллә асыуын белдереп, яңғырауыҡлы саңҡ.. саңҡ... ҡысҡырып, ҡарт ҡайын олононда бер-аҙ ураңғыланды ла, ҡарағасҡа кире осоп килде. Теге мин тотҡан яртылаш буш тубырсыҡтарҙың өсөһөн дә киҫкен хәрәкәттәр менән алып ырғытты ла, урындарына, бер үҙенә генә оҡшағандарын һайлап, яңыларын беркетте. Күренеп тора, тумыртҡа нимәгәлер ныҡ асыулы ине. Ул ҡабалан-ҡарһалан элекке кәсебенә тотондо. Мин тағы уйға ҡалдым: "Ҡайҙалыр, урман төпкөлөндәге ағас ҡыуышында, ҡоро мүк түшәлгән йылы, ышыҡ ояларындағы балаларын "аяҡҡа баҫтырыу", дөрөҫөрәге, ҡанаттарына күтәреү өсөн күпме тубырсыҡ эшкәртергә, күпме орлоҡ йыйырға кәрәк. Ә мин уға ҡамасау яһап йөрөйөм. Шунан асыуланмай нисек итәһең".
Эйе, ҡайҙалыр уны, ас булмаһа ла, ғүмерҙә туймаҫ оңҡот себештәре көтә, уның ваҡыты тар, уға ашығырға кәрәк. Көҙ етеп килә. Ҡара, ана, бала бағам, тип нисек өйөрөлә тумырҡа, ҡайһылай етеҙ эшләй! Эшләгән арала ян-яғына ҡаранып алырға ла онотмай: берәй хәүеф-хәтәр янамаймы, йәнәһе. Йүнсел дә, ипле лә ҡош икән, бөтәһенә өлгөрә. Минең баштан ҡыҙыҡлы ғына уй-теләк үтә: "Кешеләрҙең барыһы ла шул тумыртҡа ише булһа икән..."

(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.07.20 | Ҡаралған: 645

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru