«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ - ТАНЫП, СЫҒЫШЫБЫҘ - ҠАРА-ТАБЫН
+  - 


XV быуаттың икенсе яртыһында Ҡара-Табын башҡорттарының бер өлөшө, Ибәк (Ибраһим) хан ҡыҫымынан ҡотолоу маҡсатында, элек биләгән ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр була. Улар, Урал һырттары аша сығып, Кесе Табын олоҫон барлыҡҡа килтерә. Уларҙың бөгөнгө вариҫтары Архангел, Ҡырмыҫҡалы һәм Ғафури райондарында йәшәй.

Әммә Себер ханлығының Шибан олоҫонда сәйәси низағтар дауам итә, был ваҡиғалар Урал аръяғында көн иткән ҡара-табындарҙың тағы ла бер ҙур төркөмөнөң күсеп китеүенә сәбәп була. Әммә улар, Кесе-Табын башҡорттарынан айырмалы, икенсе юлдан китә. Ғәли Соҡорой "Тазкират ли-ль-ихван ва-ль-ахбаб" исемле әҫәрендә үҙҙәренең Әхмәтшәйех тигән бабаларының Мейәстәге йорттарынан Чусовая йылғаһы үҙәне аша Кама (Сулман) йылғаһы буйындағы ерҙәргә барып етеүе хаҡында бәйән итә. Әхмәтшәйех бабаның яңы ерҙә тыуған ейәненә Сулман бей, тип исем ҡушалар. Улар тәүҙә ғәйнә башҡорттары биләмәләренән төньяҡтараҡ, буласаҡ Уса һәм Оханск ҡәлғәләре ерҙәрендә көн итә. Шәжәрәлә раҫланыуынса, "Ғәйнә-баба Сулман бейгә Барҙа йылғаһы үҙәнендә төпләнергә рөхсәт итә", ә был территория ғәйнә башҡорттарының аҫаба биләмәләренә ҡарай. Тап ошо замандарҙан ғәйнә һәм танып (ҡара-табын) башҡорттары араһында тығыҙ бәйләнеш хасил булып, туғанлыҡ мөнәсәбәттәре урынлаша. Ошо хаҡта ғалим Р.Ғ. Кузеев былай тип яҙа: "Ғәйнә башҡорттары, башҡа күршеләренән айырмалы рәүештә, таныптарҙы үҙҙәренең туғандары, тип иҫәпләй. Ғәйнәләрҙең бер риүәйәтендә былай тип әйтелә: "Таныптар - беҙҙең туғандарыбыҙ. Ғәйнәләрҙең ата-бабалары Таныпҡа үҙҙәренә нәҫелдәш булған таныптарҙы эҙләп, улар менән бергә йәшәр өсөн килде". Ғәйнәләрҙең икенсе бер атамаһы - аҫтанып - боронғо танып-ғәйнә бәйләнештәрен раҫлай". Күпмелер ваҡыттар үткәс, Ғәйнә ерендә йәшәгән ҡара-табындар (буласаҡ танып ырыуы башҡорттары) көньяҡҡа табан, Танып, Төй һәм Байҡы йылғалары үҙәндәренә күсеп китеп, елдәк, гәрәй, таҙлар ырыуҙарына күршеләш булып йәшәп китә. Пермь крайының Барҙа районында хәҙер ҙә Танып ауылы бар: күрәһең, таныптарҙың бер ни тиклеме ошо ерҙәрҙә тороп ҡалған. Ә хәҙерге төньяҡ Башҡортостан ерҙәренә күсеп килгән, этник сығыштары менән ҡара-табындарҙан булған башҡорттар ошо яҡтарҙа Ирәкте, Балыҡсы һәм Танып олоҫтарына нигеҙ һала.
Балыҡсы ырыуы башҡорттары ла тәүҙә шул уҡ Танып олоҫоноң бер айырым түбәһен тәшкил иткән, был факт Ырымбур губернаһы хакимиәте чиновнигы, тарихсы П.И. Рычковтың "Разделение башкирского народа по волостям и родам" тип аталған исемлегендә сағылыш тапҡан. 1744 йылдан бирле Ырымбур провинциаль канцелярияһы етәксеһе вазифаһында хеҙмәт иткән ошо рус тарихсыһы Ҡайпан аймағының да шул уҡ Танып олоҫона ҡарауы хаҡында мәғлүмәт ҡалдырған. Башҡорт мәғрифәтселәре Ғәли Соҡорой һәм Ғарифулла Кейековтың әҫәрҙәрендә килтерелгән шәжәрәләрҙә Балыҡсы һәм Ҡайпан исемле ырыу башлыҡтары хаҡында ла мәғлүмәт бар. Ғәҙәттә бындай шәхестәрҙе легендар, йәғни халыҡ ижады тыуҙырған кешеләр иҫәбенә индерәләр. Әммә әлеге осраҡта Ҡайпан исеме менән бәйле тарихи документ барлығын да иҫәпкә алыу зарур. Алдараҡ Өфө воеводаһы И.И. Чичериндың Танып олоҫо башҡорттары Аҡбирҙе Сысҡанов һәм Йәнсуба Йәнбәковтың ергә хоҡуҡтары буйынса бәхәсе айҡанлы 1627 йылдың 8 авгусында төҙөлгән "наказная память" тип аталған документы хаҡында иҫкә алынған ине. Ошо уҡ документта Танып олоҫонда йәшәүсе аҫаба башҡорт Йәнйегет (Ензигит) Ҡайпановтың да исеме теркәлеп ҡалған. Тимәк, Ҡайпан ауылы һәм ошо уҡ исемдәге аймаҡҡа нигеҙ һалыусы Ҡайпан исемле башҡорт кешеһе булыуы, уның үҙ заманының арҙаҡлы ир-уҙамандары рәтенә инеүе тарихи ысынбарлыҡҡа тап килә. Танып (Ҡара-Табын) башҡорто Ҡайпан XVI быуат аҙағында йәшәгән, урындағы шәжәрәләргә ярашлы, ул Балыҡсы бей улы, Ҡара-Табын ҡушаматлы Ҡара Ғәзиздең ейәне була. Балыҡсы, Танып, Ирәкте, Ҡара-Табындар бер үк тарихи шәхес - Майҡы бей, йәғни Сыңғыҙ хан сардары Байку вариҫтары, тип һанала.
Танып олоҫона ингән Ҡаҙансы түбәһе тарихы буйынса ла төрлө фараздар бар. Ошо хаҡта Ғарифулла Кейеков бына ниҙәр яҙа: "Ирәкте ҡәбиләһе өс олоҫҡа бүленде. Беренсеһе - Ялан Ирәкте, ул Минзәлә өйәҙендә, Ыҡ һәм Меллә йылғаларында Ирәкте олоҫон хасил итеп, ҡырғыҙ ауылдары араһында (ҡырғыҙ ырыуы башҡорттары. - Авт. иҫк.) урынлашҡан ине. Икенсеһе - Урман-Ирәкте, ә быныһы - беҙҙең илебеҙ. Өсөнсөһө - Танып-Ирәкте. Үрге Тәтешле, Ваныш-Алпауыт һәм Иҫке Ҡаҙансы олоҫтары сығыштары менән үрҙәрәк иҫкә алынған Әхмәтшәйех бейҙән".
Шулай итеп, шәжәрә буйынса ҡаҙансы аймағы башҡорттары ирәктеләргә нәҫелдәш булып сыға. Ҡайпан этнонимының ырыу башлығы исеме менән бәйле булыуы кеүек үк, ҡаҙансыларҙың да атамаһы уларҙың төп бабалары исеме менән бәйле булыуы мөмкин.
"Ҡаҙансылар иле" тип аталған китапта Иҫке Ҡаҙансы ауылы аҡһаҡалдарынан яҙып алынған мәғлүмәттәр килтерелгән. Йәнәһе, Сыңғыҙ хандың Ҡаҙансы бей тигән яу башлығы булған. Ҡаҙансы бейҙең Ҡиғазы һәм Ҡайпан исемле улдары ла булған икән. Ҡаҙансы бей Иҫке Ҡаҙансы (Асҡын районы), Елдәк (Борай районы), Оло Шаҙы (Мишкә районы) ауылдарына нигеҙ һалған, имеш.
Әммә Сыңғыҙ хандың Ҡаҙансы бей исемле сардары булыуы билдәле түгел. Ә бына Аҡһаҡ Тимерҙең Кавказдағы ғәскәрҙәренә ҡаршы Туҡтамыш хан тарафынан яуға ебәрелгән бейҙәр араһында Ҡаҙансы исемлеһе лә теркәлгән. XV быуатта йәшәгән фарсы тарихсыһы Шәрәф ад-дин Йезди яҙмаларында шундай мәғлүмәт бар: "В ту зиму (1385-1386 гг.) Токтамыш-хан через Дербент отправил к Тебризу огромную армию, приблизительно 9 туманов, большей частью язычников, все безжалостных и злобных, с 12 огланами во главе с Бек-Пуладом, с эмирами Иса-беком, Яглы-беком, Казанчи и другими нойонами…"
Ҡыпсаҡ ырыуы шәжәрәләренең береһендә шулай уҡ ниндәйҙер Ҡаҙансы бей булыуы теркәлгән. "Ҡаҙансылар иле" китабындағы фараздар тарихсы-этнолог Р.Ғ. Кузеевтың "Башҡорт халҡының килеп сығышы" исемле фундаменталь хеҙмәтендә сағылыш тапҡан фекерҙәргә тап килә. Билдәле башҡорт ғалимы ошо хаҡта былай тип яҙған: "Башҡортостандың иң төньяҡ тарафтарында ҡаҙансы һәм ҡайпан исемле танып ырыуҙарының йәшәй башлауы әүҙем ҡыпсаҡ миграцияһы дәүере менән бәйле". Алдараҡ ҡайпандарҙың танып - ҡара-табын сығышлы булыуы хаҡында етерлек кимәлдә мәғлүмәттәр булыуы хаҡында бәйән ителгәйне. Ә бына ҡаҙансыларҙың ҡыпсаҡ сығышлы булыу мөмкинлеге етди дәлилдәр менән нигеҙләнмәгән. Чингизидтар менән килгән, йәиһә Туҡтамыш хан әмире булған Ҡаҙансы бейҙең таныптар аймағы булған ҡаҙансыларҙың бабаһы булыуын әлегә билдәле булған сығанаҡтар аша раҫлап булмай. Бында ни барыһы бер үк исемле, әммә төрлө заманда йәшәгән шәхестәр хаҡында һүҙ барыуын инҡар итеп булмай. Ә шул уҡ Иҫке Ҡаҙансы ауылы тарихи документтарҙа тәү тапҡыр Себер даруғаһы Ҡаҙансы ауылы башҡорто Ҡошуҡ Арыҫланов эше менән бәйле 1710 йылда ғына теркәлгән. Шулай ҙа танып - ҡыпсаҡ бәйләнештәренең һуңғыларының тарихи Башҡортостан территорияһына килеп урынлаша башлаған замандарҙан уҡ барлыҡҡа килеүен дә фаразлап була. Хәҙерге замандарға тиклем һаҡланып ҡалған топонимдар ошоға дәлил. Мәҫәлән, хәҙерге Мәләүез районының Арыҫлан ауылының (Бошман-Ҡыпсаҡ олоҫона ҡарай) икенсе исеме Танып була. Шул уҡ ваҡытта Танып йылғаһы бассейнында ла "ҡыпсаҡ" һүҙе ингән топонимдар осрай. Пермь крайының Көйәҙе районында Ҡыпсаҡ ауылы булыуын ҡыпсаҡтарҙың төньяҡҡа табан миграцияһы эҙемтәһе итеп ҡарарға кәрәктер.
Танып олоҫо башҡорттары XVII-XVIII быуаттарҙа береһе артынан береһе ҡабынып торған башҡорт ихтилалдарынан ситтә ҡалмай, әлбиттә. 1662-1664 йылдарҙағы барса башҡорт йорттары күтәрелешенә улар ҙа бик әүҙем ҡушылып китә. 1662 йылда Себер һәм Уса даруғалары башҡорттары Бөрө йылғаһындағы Архангельское ауылын яндыра, әммә батша властары, ошо төбәк башҡорттарын буйһондороп тотоу маҡсатында, шул уҡ урында 1663 йылда Бөрө ҡәлғәһенә нигеҙ һала. Шуға ҡарамайынса, таныптар, ғәйнә башҡорттары хәрәкәтенә ҡушылып, Көнгөр ҡалаһын алыуҙа ҡатнаша. Тап ошо ваҡиғалар менән бәйле Өфө воеводаһы А.М. Волконский уларға бына ниндәй ғәйептәре хаҡында киҫәтеү белдергән: "... вы, башкирцы Таныпских волостей и Осинской дороги Гайнинских волостей, великому государю изменили, к ним же айским башкирцам пристали, к Сюлтюку ж и Кучюку салтану подклонились, и приходили во многие места в Уфимской и в Казанской и Соликамской в уезды все вместе с Сибирскою дорогою войною, многие села и деревни повоевали, людей побили, в полон поимали многих и к Сюлтюку отдали, света вы отбыли, во тьму преклонились и на оной век".
Башҡорт йорттары тыныслана биргәс, батша чиновниктары уларҙы рус армияһының көньяҡ походтарында ҡатнашырға саҡыра. Мәҫәлән, бер тарихи документта (1675 йылда хөкүмәттең башҡорттарҙы Ҡырым походына саҡырыуынан һуң) ошоға ризалыҡ биргән Танып олоҫо башҡорттарының исемдәре теркәлеп ҡалған: "Таныпские волости разных деревень башкирцы Солтангин Дейдертякеев, Чюраш Аювчин, Чипчик Чюриков, Умир Чубаев, Бекбов Кулбаев, Козянгул Кузеев, да Назар Алиметев, да Токай Актуганов, Юлюмбет Чипчикаев сказали: мы де на ево службу ехать готовы, куды ево государское повеление будет".
Башҡорттар өсөн иң уңышлы тип һаналған 1704-1711 йылдарҙағы ихтилалда ла, иҫ китмәле ҡан ҡойош һәм ҡырылыш менән тамамланған 1735- 1740 йылдарҙағы азатлыҡ хәрәкәтендә лә таныптар йән аямай алыша. Башҡорт илен ҡанға батырған яуыз полковник А.И. Тевкелев палачтарының Һөйәнтүҙ ауылындағы вәхшилегенән һуң күтәрелешкә Себер даруғаһының барса йорттары ла ҡушылып китә. Әсир алынған Балыҡсы олоҫо башҡорто Ялтыр Дусаев, карателдәрҙең ғазаплауына түҙә алмайынса, ихтилалсылар ҡорған планды асып һала: "И как де команда ево выйдет из лесу к реке Аю до Мурзаларской волости, то иттить на лыжах и, соединясь с ворами башкирцами, которых де в собрании при показанной реке Аю человек з 2000 с начальными ворами с Юсупом да Тюлкучурою, да Таныпской волости деревни Кайгазы Ремгулом, чей сын не знает же, напасть и разбить оную полковника Тевкелева команду". Был документта күрһәтелгән Ремгул (Уранғол) буласаҡ Пугачёв полковнигы Арыҫлан Уранғоловтоң атаһы була. Шулай уҡ Ҡыр-Танып олоҫоноң Ҡайпан түбәһе старшинаһы Аладдин Биктуғанов та Салауат Юлай улының тоғро яу башлығы була, ихтилалда аҙаҡҡаса ҡатнашып, әсир алына һәм Ҡаҙан төрмәһендә һәләк була.
Генетик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләренә ярашлы, танып, ҡаҙансы һәм ҡайпан башҡорттарының, табын, балыҡсы, ирәкте, унлар, көҙәй, әйле һәм башҡа төньяҡ һәм төньяҡ-көнсығыш ырыуҙарына хас булғанса, R1a-M198 гаплотөркөмөнә ҡарауы асыҡланды.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы. Башы 51-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.20 | Ҡаралған: 474

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru