Ил буйынса пандемия бәләһе таралғанда профессиональ медицина хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән, медицина уҡыу йорттары студенттары ла көрәш сафына баҫты. Улар төрлө йүнәлештәрҙәге табиптарҙы алмаштырҙы, ауырыуҙарға ярҙам итте, йорттарында ғына ултырған ололарҙың хәлен еңеләйтеү өҫтөндә лә эшләне. Шундай ҡыйыу, илһөйәр, батыр йәштәр менән танышып үтәйек.
Резеда Үлмәҫова, Башҡорт дәүләт медицина университетының 4-се курс студенты, "Беҙҙең хәстәрлек" волонтерҙар штабы акцияһында ҡатнашыусы: Илгә ниндәй бәлә килгәндә лә медицина хеҙмәткәрҙәре ситтә ҡала алмай. Һуғыш булһынмы, эпидемиялармы - табиптар халыҡты ҡурсаларға бурыслы, тип иҫәпләйем мин. Шул маҡсаттан мин дә ирекмәндәр штабына яҙылдым. Иртәнсәктән штабҡа бирелгән заявкаларҙы ентекле өйрәнеп сығам, шунан уларҙың адрестарын дөрөҫләйем һәм был адрестар буйынса уңайлы маршруттар төҙөйөм. Төшкә тиклем һәр заявкала һоралған әйберҙе һатып алабыҙ. Төштән һуң инде ирекмәндәр менән был кәрәк-яраҡтарҙы өйҙәр буйлап йөрөп таратып сығабыҙ. Бына шулай бер нисә ай дауам итә инде...
Әлеге ирекмәнлек хәрәкәтендә мине иң һоҡландырғаны кешеләр булды. Нисек кенә ауыр булмаһын,улар һәр ваҡыт асыҡ, ярҙамсыл, изге булып ҡала белделәр. Ирекмәндәр араһында ғаиләләре менән йөрөгәндәр ҙә бар ине. Берәүҙәр дуҫтарын алып килде, икенселәр коллегаларын. Бер ваҡытта ла мәшәҡәт тимәнеләр, адрестары алыҫ йә тапмайбыҙ тип торманылар. Һәр ваҡыт эштәрен еренә еткереп үтәп, килеп хәбәр иттеләр. Ошо пандемия ваҡытында мин кешеләргә ышанырға, бер-береңә ярҙам итә белергә кәрәк икәнде аңланым. Беҙ бергә булғанда ғына көслөбөҙ!
Виктория Моратова, Республика Клиника-педиатрия үҙәгенең врач-ординатор неонатологы: Мин Башҡорт дәүләт медицина университетының 6-сы курс студенты, шул уҡ ваҡытта яңы тыуған сабыйҙар бүлегендә медсестра булып эшләйем. Медицина университеты етәкселеге студенттарын ирекмәндәр хәрәкәттәренә ҡушылырға саҡырғас, беҙ барлыҡ курс менән ҡалҡып сыҡтыҡ һәм баш ҡаланың төрлө бала табыу йорттарына таралып урынлаштыҡ. Пандемияны бөтөн төрлө кимәлдәрендә лә күрергә тура килде. Беҙҙең алда сир йоҡторған кешеләрҙе ваҡытында күреү, таныу һәм изоляциялау бурысы торҙо. Был шулай уҡ яңы тыуған сабыйҙарға ла ҡағыла ине. Бала табыу һәм йәш балаларҙы тотоу бүлектәрендә мөмкин тиклем сирҙе таратмау, бәләкәстәрҙе һаҡлау өсөн тырыштыҡ. Хәҙер ауырыу бер аҙ сигенде, әммә беҙ әле лә һаҡта.
Айгөл Нуриева, Республика перинаталь үҙәге педиатры, студент-ординатор: Пандемия тоҡанып киткәс тә халыҡтың күпселеге уның ни тиклем етди икәнен аңлап етмәне әле. Участка педиатры булып эш башлағас, сит илдәрҙән йәйге ялдан килгән балаларҙы теүәлләргә тура килде. Ата-әсәләр балаларын тикшертеүҙән алып ҡасты, ишектәрен асмай аҙапланы. Улар өсөн баланың ауырып ҡуйыу ихтималы хәүефлерәк булды, ахыры. Тикшереү эштәрен участка полицияһы менән йөрөп атҡарырға ла тура килгән осраҡтар булды. Балалар араһында ауырыу күпкә еңелерәк үтә, әммә сир уларҙа юҡ түгел. Күп балалар ауырығандарын тоймаҫҡа, белмәҫкә лә мөмкин, әммә вирус йөрөтөүсе булып иҫәпләнәләр. Тап ошо ваҡытта ата-әсәләрҙе балаларға иғтибарлы булырға, уларҙың кәйеф үҙгәрешенә, хәленә күҙ һалып торорға кәңәш итәм. Мөмкин тиклем бәләкәстәрҙе лә, мәктәп уҡыусыларын да халыҡ йыйылған урындарға йөрөтмәҫкә һәм дуҫтары менән дә аралашыуҙы сикләргә кәрәк. Былар барыһы ла ваҡытлыса ҡыйынлыҡтар, сабыр булайыҡ, бөтөн һаҡланыу сараларын да үтәйек.
Ринат Ғафаров, "Тиҙ ярҙам" фельдшеры, Башҡорт дәүләт медицина университетының студент-ординаторы: "Тиҙ ярҙам" саҡырыуҙары шул тиклем күп, бер осор хатта транспорт, медицина хеҙмәткәрҙәре етешмәне. Башта халыҡ араһында паника булды һәм ниндәй генә симптомдар булғанда ла ярҙам саҡырҙылар. Әлеге ваҡытта был тулҡын үткән, коронавирус сирлеләр ҙә өйҙә ҡалдырыуҙы һораған осраҡтар йыш. Яйлап ауырыуҙар тынысланды һәм үҙаллы дауаланыу юлдарын да өйрәнеп алды.
Мин бында эшләй инем инде, пандемия башланғас та хеҙмәтемде дауам иттем. Ҡурҡманым. Бөтөн һаҡланыу сараларын күрҙем һәм әлегә тиклем имен-һау постамын. Беҙҙең хеҙмәттә иң беренсе сиратта тыныслыҡ һәм ышаныслы эш итә белеү кәрәк, тип иҫәпләйем. Ауырыуҙы дауалай башларҙан алда уға психологик ярҙам кәрәк. "Тиҙ ярҙам" медиктары тап шул өлкәлә оҫтара ла инде. Һөйләшеү, аңлатыу, хәлен асыҡлау күптәргә ыңғай тәьҫир яһай. Был сир беҙҙең бөтәбеҙ өсөн дә кешелеклелектә, изгелектә һәм бер-беребеҙҙе ҡәҙерләй белеүҙә ҙур һынау булды.
Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА
яҙып алды.
КИРЕ СЫҒЫРҒА