«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛҒЫШТАР ӘЙТЕП...
+  - 

Рухи ҡәнәғәтлек, күңел бөтөнлөгө табыу өсөн бала мотлаҡ үҙенең туған телендә һөйләшергә тейеш. Был хәҡиҡәтте йәш быуынға тапшырыуҙы беҙҙең Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылы ағинәйҙәре үҙҙәренең төп бурысы тип һанай.

Шуға ла, ниндәй генә эшкә тотонһаҡ та, сараларға йәш быуынды, мәктәп уҡыусыларын йәлеп итергә тырышабыҙ. Йыл да 1-се синыфҡа киләсәк балалар менән осрашыу үткәрәбеҙ. Йәнһүрәт, әкиәт геройҙары саҡырыла. Йомаҡтар ҡойошабыҙ, мәҡәлдәр әйтешәбеҙ, һамаҡлы-йырлы башҡорт милли уйындары уйнатабыҙ. Был башҡорт ауыҙ-тел ижады аша балаларҙа үҙ теленә һөйөү, тоғролоҡ тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Ағинәйҙәр шулай уҡ мөнәжәттәр әйтеп, "иман", "әҙәп", " белемле кеше" кеүек төшөнсәләрҙе лә һеңдерә улар күңеленә. Беҙ үткәргән саралар программаһына "Донъяла иң матур тел - ул минең туған телем" темаһына арналған түңәрәк ҡор, "Иң күп китап уҡыусы" темаһына фекер алышыуҙар ҙа индерелә. Ағинәйҙәр үҙ сығыштарында мәҙәниәтле, белемле, әхлаҡлы, милли рухлы кеше булыу өсөн үҙ телеңде үҫтереү, байытыу, бының өсөн иһә әҙәби китаптар, башҡорт телендә ижад ителгән гәзиттәр, журналдар уҡыу кәрәклеген иҫкә алырға ла онотмай. Балалар менән матурлыҡ темаһына төрлө дәрестәр, осрашыуҙар үткәргәндә тышҡы һәм эске матурлыҡҡа ниндәй сифаттар инеүен асыҡлайбыҙ. Нигеҙенә "әҙәп", "иман", "тәүфиҡ" төшөнсәләре һалынған, шулай уҡ туған телдең кешене биҙәүе тураһындағы мәҡәлдәрҙе (мәҫәлән, "Үҙ телен белгән кеше - фекерен әйтә белгән кеше", "Тел ғәйрәтле ҡорал: тамуҡҡа ла төшөрә, күктәгә лә ашыра") бергәләп иҫкә төшөрәбеҙ һәр улар тураһында ла фекер алышабыҙ. Мәҡәлдәр аша яғымлы һүҙҙәр кешене биҙәй, бер-берегеҙгә яғымлы һүҙҙәр әйтегеҙ, тигән нәсихәт тә еткерәбеҙ. Балаларға ағинәйҙәребеҙҙең алғышлау тураһында һөйләүе бигерәк тә оҡшай икәнен белеп ҡалдыҡ та, бындай осрашыуҙарҙы йышыраҡ ҡабатларға булдыҡ. Алғышлау - бер-береңә яҡшы мөнәсәбәтле булыуҙы, изге теләк теләүҙе аңлата. Боронғо ата-бабалар ауыҙҙан сыҡҡан яҡшы һүҙҙең дә, яман һүҙҙең дә ғаләмде гиҙеп, эйәһенә әйләнеп ҡайтырына ышанған. Шулай алғыштар барлыҡҡа килгән. Өй һалғанда, һуғым һуйғанда, ҡунаҡ һыйлағанда, бала тыуғанда һәм башҡа осраҡтарҙа алғыш әйтеү күркәм йолабыҙға әйләнгән ("Минән ҡеүәт - һинән көс", "Эшегеҙ уң булһын", "Нигеҙең ныҡ булһын", "Күлдәгең ҡотло булһын" һәм башҡалар). Мәҫәлән, 12 февраль көндө генә әле Ишмырҙа ауылы мәҙәниәт йортонда ағинәйҙәребеҙ менән берлектә "Ҡот ҡойоу", "Тел-теш ҡырҡыу", "Ноҡот һалыу" йолаларын күрһәттек. Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа йолалар үтәлмәй, юҡҡа сығып бөтөп бара. Юғалып барған һыу юлы, килен һөйөү, теләк теләү һәм башҡа йолаларҙы тергеҙеүҙе нәҡ ағинәйҙәребеҙ үҙ өҫтөнә алды ла инде.
Төрлө йолалар үткәрер алдынан балаларға алдан өй эштәре бирәбеҙ: бишек йырҙарын өйрәнеү, таҡмаҡтар сығарыу, яғымлы һүҙҙәр уйлап килеү, алғыштар әҙерләү, үҙ исемдәренең мәғәнәләрен аңлатыу һәм башҡалар. Исемдәргә нығыраҡ туҡталабыҙ. Борон ата-бабалар балаға исемде бик ныҡ уйлап ҡушыр булған. Сөнки исем баланың киләсәк яҙмышын хәл итә тип һанағандар. Бына шулай, беҙ балалар менән үткәргән бар саралар үҙ туған телебеҙгә ҡарата һөйөү уята, уны байыта, балаларҙың телмәрен үҫтерә, тип ышанабыҙ һәм үҙебеҙҙең ойошма ағзаларының бер эш йүнәлеше булараҡ дауам итәбеҙ.

Гөлгөнә ТОТМАНОВА,
Баймаҡ районы Ишмырҙа ауылы ағинәйе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.02.21 | Ҡаралған: 565

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru