«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИНТЕРНЕТТА, ЦИФРЛЫ ТЕХНОЛОГИЯЛАРҘА БАШҠОРТ ТЕЛЕНЕҢ ҮҘ УРЫНЫ БАРМЫ?
+  - 


Был тормошта һәр саҡ башҡаларҙан бер аҙым алдараҡ йөрөгән кешеләр була. Улар йәмғиәттә үҙ идеяларын, фекерҙәрен әйтеп, ҡайһы ваҡыт аңлау тапмай һәм бер ни тиклем тынып торғандан һуң, ҡабат үҙ асылына әйләнеп ҡайтып, тағы ла аңлатыу эштәре алып бара башлай. Әммә улар бер ваҡытта ла үҙҙәре һайлаған юлдан тайпылмай, сөнки ваҡыт уларҙың хаҡлы булыуын раҫлай. Әле генә үҙебеҙҙе: "Ике башҡорт башҡорт телендә һөйләшә икән, тимәк, тел йәшәйәсәк", "Башҡорт телендә ғаиләлә һөйләшәләр икән - тел үлмәй", - тип тынысландырһаҡ, хәҙерге яңы технологиялар заманында: "Әгәр һинең телең интернетта, цифрлы технологияларҙа бар икән, тимәк ул йәшәй", - тигән юлдар төп әйтемгә әйләнә шикелле. Был, ысынлап та, шулаймы? Теманы нығыраҡ асыҡлау өсөн һүҙҙе социология фәндәре кандидаты Тимур МӨХТӘРОВ менән "Башҡорт проекттары" проекты ирекмәндәре координаторы Илдар КИНЙӘБУЛАТОВҡа бирәйек.

Тимур Мөхтәров: Былтыр 14 декабрҙә икенсе тапҡыр рәсми рәүештә Башҡорт теле көнөн билдәләнек. Ошо йәһәттән, йыл да тамамланғас, башҡорт теленең хәленә, башҡарылған эштәргә ниндәй йомғаҡ яһарға, ниндәй баһа бирергә була? Белеүебеҙсә, башҡорт теле 2009 йылдан ЮНЕСКО тарафынан юғалып барған телдәр атласына индерелгән һәм, минеңсә, уның хәле ауыр, сөнки башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, үҫтереү өсөн мотлаҡ эшләнергә тейешле бик күп эштәр атҡарылмай ҡала. Бигерәк тә онлайн, цифрлы йә интернеттағы башҡорт теле өлкәһендә тейешле эштәр башҡарыламы, улар маҡсатҡа ярашлы алып барыламы, ниндәй проблемалар бар һәм әгәр булһа, уларҙан сығыу юлы буйынса ниндәй кәңәштәр бирер инең?

Илдар Кинйәбулатов:
Ниндәйҙер проекттар эшләнә, үҙенсә ниндәйҙер хәрәкәт бара. Ләкин хәрәкәт төрлөсә. Мәҫәлән, цифрлаштырыу темаһын дөйөм алғанда ул бер нисә йүнәлештән тора. Беренсенән, телде цифрлы донъяға индереү өсөн дөйөм йәки лингвистик технологиялар бар. Улар инглиз телендә NLP (Natural Language Processing - тәбиғи телде эшкәртеү технологиялары) тип атала, ана шул процестар беҙҙә яйыраҡ үҫешә. Ә улар ни өсөн кәрәк? Улар онлайн тәржемә, телде аңлау һәм телде синтезлау системалары. Ошолар - бер йүнәлеш. Икенсенән, мәғариф өлкәһендә телде уҡытыу, телде өйрәнеүҙә ҡулланылған продукттар һәм технологиялар. Элек бит уҡытыу өсөн китаптар, әсбаптар булған, хәҙерге заманда ҡушымталар, медиа материалдар, төрлө ярҙамсы технологиялар кәрәк. Был өлкәлә ниндәйҙер үҙгәрештәр бара, яңы продукттар барлыҡҡа килгән һымаҡ. Өсөнсөнән - медиа. Был өлкәлә, дөрөҫөн әйткәндә, күп нәмә яйыраҡ бара, әйтәйек, яңы форматта булған киң мәғлүмәт саралары башҡорт телендә әле үҫешмәгән.

Тимур Мөхтәров: Һуңғы йылдар эсендә интернетта ниндәйерәк процестар бара: башҡорт телен ҡулланыу күләме, сайттар, контенттар артамы, әллә, киреһенсә, кәмейме?

Илдар Кинйәбулатов:
Дөйөм алғанда, әлбиттә, башҡорт телендә сыҡҡан контент күләме арта һәм иң элек был социаль селтәрҙәрҙә күренә: телде белгән кешеләр башҡортса аралаша, сәхифәләрендә йәки төркөмдәрендә төрлө тематикалар буйынса контент эшләй. Икенсе яҡтан, киреһенсә, башҡортса алып барылған сайттарҙың һаны кәмей бара. Беренсе шундай тикшеренеүҙәрҙе 2009 йылда Борис Орехов һәм БДУ-ның компьютер филологияһы буйынса лабораторияһы башлағайны. Шунан бирле сайттарҙың иҫәбен тикшереп торалар, әле Борис Орехов Мәскәүҙә Юғары иҡтисад мәктәбендә гуманитар тикшеренеүҙәр буйынса лабораторияла эшләй һәм улар Рәсәйҙә төрлө телдәрҙә сыҡҡан сайттарҙы өйрәнә. Беҙ ҙә 2016 йылда шундай тикшеренеү үткәргәйнек. Ул ваҡытта башҡортса сайттарҙың һаны 126 булһа, әлеге мәлдә, Борис Ореховтың тикшеренеүҙәре буйынса - 74.

Тимур Мөхтәров: Был сайттарҙың һаны кәмеүе беҙҙең өсөн бик ҡурҡынысмы, әллә ул объектив процесмы?

Илдар Кинйәбулатов:
Уны объектив процесс тип ҡарарға һәм сәбәптәрен дә әйтеп китергә була. Беренсенән, әгәр 2016 йылда киң мәғлүмәт саралары, һәр гәзит-журнал үҙенең сайтын асып, уны параллель рәүештә алып барырға тырышһа, хәҙер сайттар һаны кәмене. Икенсенән, хөкүмәт сайттары. Элегерәк, әйтәйек, Мортаза Рәхимов заманында күпселек мәғлүмәт системалары ике телдә эшләнде, ә әле, киреһенсә, яңы сыҡҡан сайттар, мәғлүмәт системаларының күпселеге урыҫ телендә генә алып барыла. Мәҫәлән, Госуслуги - ул федераль талаптар буйынса эшләнгән һәм унда башҡорт теле лә, шул иҫәптән Рәсәй халыҡтарының башҡа телдәре лә ҡулланылмай. Йәғни, яңы сығарылған сайттар Рәсәй халыҡтары телдәрен ҡабул итмәй.

Тимур Мөхтәров: Башҡорт телендә киң мәғлүмәт сараһы - электрон гәзитме, яңылыҡтар порталымы булырға тейеш. Мин башҡортса ундай порталды белмәйем. BashNews порталында телевидение, радио хәбәрҙәре яҙма рәүештә лә ҡуйыла. Ул әйтеп киткән порталға тап киләме, юҡмы?

Илдар Кинйәбулатов:
Башҡорт телендә мәғлүмәттәр сығыуын сыға ул. Мәҫәлән, BashNews, Башинформ, башҡа гәзит-журналдар - уларҙың дөйөм порталы RB.SMI тип атала, башҡортса сыҡҡан порталдар ҙа бар. Тик уларҙың элекке форматтамы, яңы форматтамы икәнен айырырға кәрәк. Әйтәйек, Башҡортостан телевидениеһының порталы - ул яңыраҡ контент, шул уҡ ваҡытта Рәсәй мәғлүмәт саралары һымаҡ порталдар етешмәй. Беҙҙә порталдарға күберәк редакцияға ҡағылышлы мәғлүмәт сыға. Әгәр редакция яңы медиа талаптары буйынса эшләй икән, тимәк, уны яңы медиа тип атап була. Әйтәйек, Татарстанда ошондай форматта эшләгән порталдар бар ул, тик, үкенескә күрә, улары ла рус телендә.

Тимур Мөхтәров: Беҙҙең башҡорт теле технологик йәһәттән әҙерәк артта ҡалған, башҡортса телмәр синтезы, телмәр анализы юҡ. Яңы портал булһа, уны яңы контент менән тултырырға ярҙам итер инеңме?

Илдар Кинйәбулатов:
Әлбиттә, бында шундай дөйөм генераль технологиялар ҡулланыла һәм улар башҡа проекттарға ныҡ йоғонто яһай. Мәҫәлән, урамдарҙа, магазиндарҙа, иғландарҙа хаталар йыш осрай һәм уны активистар, ябай граждандар күҙәтеп, күреп йөрөй. Ни өсөн алтаҡталарҙа хаталар килеп сыға? Сөнки уларҙы эшләгән дизайнерҙар Яндекс-тәржемәсе системаһын ҡуллана, улар, әлбиттә, тәржемәнең сифаты яҡшымы, насармы икәнен белмәй. Башҡа телдәрҙә, мәҫәлән, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ телдәрендә шул системаны ҡулланғанда хаталар ул тиклем күп булмай. Телде белмәүселәр исемлектә башҡорт телен күрә лә, уны ла хатаһыҙ, камил икән тип ҡуллана бирә. Әлбиттә, әгәр ошондай тәржемә системаһы яҡшырһа, күпселек уның менән ҡулланып, контент тулыландырыр, аралашыу ҙа артыр ине.

Тимур Мөхтәров: Минеңсә, шул уҡ онлайн-тәржемәсе, телмәр синтезы менән анализы киң мәғлүмәт сараларын да, милли мәғарифты үҫтереүҙә лә иң кәрәклеһе булырға тейеш, сөнки беҙ аңламай, һиҙмәй ҡалһаҡ та, ҡағыҙ дәүере артта ҡалып бара. Быға тиклем иң ҡурҡыныс нәмә глобалләшеү булһа, хатта телебеҙ ассимиляцияға түгел, ә глобалләшеүгә дусар ителһә, хәҙер иһә цифрлаштырыу хәүеф менән янай. Глобаль кимәлдә башҡорт теле ошо цифрлаштырыу процесы эсендә юғалып ҡалмаһын өсөн алдыбыҙҙа ниндәй бурыстар тора? Был мәсьәләне ни өсөн күтәрәм, сөнки урбанизация хатта башҡорт халҡының йәшәү рәүешен юҡҡа сығарҙы, башҡорттар ҡалаға күсеп, күбеһе башҡортлоғон, телен юғалта һәм ниндәйҙер бер һоро массаға әйләнә. Цифрлаштырыуҙы ла глобаль рәүештә ҡараһаҡ, ул яҡшымы, насармы?

Илдар Кинйәбулатов:
Телдәрҙең цифрлаштырылыуы - ул ике яҡлы. Бер яҡтан, әлбиттә, һәр телдең яңы мөмкинлектәре арта. Мәҫәлән, бәләкәй тел цифрлаштырылһа, ошо технологияны үҙләштереп алға китһә, ул юғалып ҡалмай. Икенсе яҡтан, цифрлаштырыу хатта күп кеше ҡулланған телдәр араһында ла үҙенсәлекле ярыш башланы. Мәҫәлән, инглиз теле ошо яңы технологияларҙы бик яҡшы үҙләштерә һәм башҡа телдәргә ҡарағанда күпкә тиҙерәк үҫешә. Ә урыҫ теле саҡ ҡына артта ҡалып бара. Һәм был шулай уҡ ниндәйҙер дискриминация тыуҙыра: кем цифрлы технологияларҙы тиҙерәк үҙләштерә, шулар тиҙерәк алға китә, ә артта ҡалып барғандар цифрлы донъяла ла әллә ни ҡаҙаныштар яулай алмай. Башҡорт теленең хәле тураһында әйткәндә, минеңсә, әле өмөт бар. Әммә башҡорт теле һаҡланып ҡаламы йәки алға китәме - уныһы үҙебеҙҙән тора.

Тимур Мөхтәров: Цифрлаштырыу өсөн ниндәйҙер фәнни ойошмаларҙың йәки ирекмәндәрҙең ҙур күләмле эштәре кәрәк. Башҡортостанда ундай үҙәктәр, фәнни ойошмалар һәм ирекмәндәр бар. Кемдәр аныҡ шул эштәрҙе башҡара йә башҡармай?

Илдар Кинйәбулатов:
Әйтәйек, әлеге мәлдә тел үҫһен, эштәр алға барһын өсөн экосистема кәрәк. Ул бер нисә өлөштән тора: фәнни үҙәктәр, разработчиктар/программа эшләүселәр, ирекмәндәр, төрлө проекттар, ошо проекттарҙы финанслау, финанс ярҙамы күрһәтеү системаһы, шулай уҡ Хөкүмәттең төрлө институциялары, йәмәғәт ойошмалары һәм шәхси кешеләр. Бына ошо системала һәр береһе үҙенең эшен башҡарып һәм шул уҡ ваҡытта бер-береһенә ярҙам итеп, бергәләшеп эшләп китмәйенсә, эш алға бармаясаҡ. Әйтәйек, фәнни ойошмаларҙы алһаҡ, бер яҡтан, башҡорт теле, лингвистика буйынса тикшеренеүҙәр яҡшы алып барыла. Икенсе яҡтан, компьютер филологияһы һаман башланғыс хәлдә генә тора. Ирекмәндәргә килгәндә, Рәсәй халыҡтары менән сағыштырғанда беҙҙә тел өлкәһендә иң көслө ирекмәндәр хәрәкәте бар. Үкенескә күрә, был хәрәкәт тейешле ярҙам күрмәне. Әлеге ваҡытта айырым активистар һаман үҙ эшен алып бара, ләкин бығаса булған хәрәкәт һүнеп ҡалды. Хәҙер удмурт, татар телендә әүҙем эшләгәндәр һаны, бәлки, күберәктер. Ә бер нисә йыл элек, киреһенсә, беҙ алда бара инек.
Финанс ярҙамына килгәндә, әлбиттә, яҡшы үҙгәрештәр бар. Мәҫәлән, әле йыл һайын ойошмаларға гранттар бирелә. Ләкин был финанс ярҙамын профессиональ разработчиктар түгел, йышыраҡ бюджет ойошмалары, йә Хөкүмәт менән яҡын аралашҡан йәмәғәт ойошмалары ала. Әммә грант алған һәр ойошма ла уңышлы эшләй тип әйтеп булмай, сөнки күптәргә тәжрибә етешмәй. Әлбиттә, проекттары яҡшы ла булырға мөмкин, ләкин эште башлап ебәреп, артабан дауам итергә тәжрибәләре етмәй ҙә ҡуя. Финанс мәсьәләһе - ул проекттың бер яғы ғына бит, иң мөһиме - белем, тәжрибә, технологиялар.

Тимур Мөхтәров: Милли һәм тел сәйәсәтен алып барыуҙы финанслау, ул сәйәсәтте берҙәм рәүештә үткәреү, ошо ирекмәндәрҙе, дәүләт структураларын берләштереү өсөн кемгә, ниндәй органға йәки дәүләт кешеһенә өмөт бағлай алабыҙ?

Илдар Кинйәбулатов:
Минеңсә, ундай структуралар бар ул. Әйтәйек, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы, ошо эштәр буйынса хәҙер айырым министрлыҡ, комитеттар бар. Эштәр алып барыла, ләкин ирекмәндәр, активистар менән тығыҙыраҡ бәйләнештә эшләргә кәрәк. Төрлө проекттар башҡарыла һәм Хөкүмәт өсөн интерфейс - ул ойошма. Ә талаптарға яуап бирерҙәй эштәрҙе барыбер айырым кешеләр алып бара. Уларҙы бер кем дә күрмәй, ойоштороу ярҙамы күрһәтелмәй, уларҙы бер-береһе менән таныштырыу, аралаштырыу эше атҡарылмай тиерлек. Шуға, айырым активистарға, әүҙем эшләгән кешеләргә шулай уҡ ярҙам кәрәк, тип әйтмәксемен. Мәҫәлән, Искәндәр Шакиров нисәмә йылдар буйы ошо цифрлаштырыу менән шөғөлләнә: үҙе китаптар сканлай, шәхси китапханаһын булдырҙы, хәҙер ул башҡорт теленең параллель корпусын сығарырға маташа. Шуға ҡарамаҫтан, ул бер кемгә лә кәрәкмәй. Әлбиттә, Фонд яғынан да, Ҡоролтай яғынан да, Хөкүмәт яғынан да был ҡарашты үҙгәртеү зарур. Белеүемсә, был активистар менән Фонд ҡына аралаша, башҡалар ҡолаҡҡа ла элмәй, бәлки, белмәйҙәрҙер ҙә. Башҡортостанда ирекмәндәр был өлкәлә күп кенә тәжрибә туплаған һәм уларҙың белеме юғалып ҡалырға тейеш түгел.

Тимур Мөхтәров: Килешәм, ирекмәндәрҙең дә шундай проблемалары бар, ләкин, фәнни ойошмаларҙың да йә ойоштороу йәһәтенән, йә Хөкүмәт менән мөнәсәбәт булдырыуҙа барыһы ла ал да гөл түгел, тип беләм. Мәҫәлән, Дәүләт программаһында башҡорт телен анализлау һәм синтез, башҡорт теленең милли корпусын төҙөү буйынса айырым эштәр планлаштырылған һәм уларға финанслау ҡаралған. Ләкин, белеүемсә, башҡорт теле өсөн бик тә кәрәкле саралар тураһында нишләптер бик ишетелмәй, фәнни ойошмаларға башҡарырға бирелмәй. Мәҫәлән, БР Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ошо сараларҙы бойомға ашырырға тейеш булған, әммә Хөкүмәт тарафынан заказ, ошо эштәрҙе башҡарыу буйынса мәғлүмәт килмәгән. Хөкүмәт, министрлыҡтар яғынан ниндәйҙер инициатива күрмәйбеҙ, шуға, ирекһеҙҙән, шундай фекер тыуа: был эштәр исем өсөн генә башҡарыламы? Был осраҡта кем инициатор булырға тейеш: Хөкүмәтме, фәнни ойошмалармы, ирекмәндәрме? Кем яуаплы?

Илдар Кинйәбулатов:
Ҡатмарлы технологиялар тураһында әйткәндә, ысынлап та, был эште ойоштороуға аҡса бүленгән, әммә нисәмә йылдар инде эш бер нисек тә алға бармай. Элек был өлкәлә Зиннур Сиражетдинов - берҙән-бер фән кешеһе - булды. Ул һаман да был проекттарҙы алып бара. Минеңсә, был осраҡта Хөкүмәт заказсы булырға, йәғни үҙе талаптар ҡуйып, был эште тиҙләтергә тейеш. Икенсе яҡтан, бында разработчиктар һәм шәхси компанияларҙы йәлеп итмәйенсә эш урынынан ҡуҙғалмаясаҡ. Мәскәүҙә урыҫ теленә ҡағылышлы күпселек нигеҙле технологиялар Яндекс һәм ABBYY компаниялары менән партнерлыҡта булдырылған. Параллель корпус та, тәржемә системалары, эҙләү системаларына нисек кенә ҡарама, барыбер һин йә береһенә сығаһың, йә икенсеһенә. Шулай уҡ Питерҙа Телмәр технологиялары үҙәге бар - хәҙер ул Сбербанктың экосистемаһына инә. Ентекләп тикшерә башлаһаң, ошо өс компанияның береһенә барып сығаһың. Беҙҙә ни өсөн проекттар яртылаш ҡына тормошҡа ашырылған? Сөнки ошо разработчиктарҙың өлөшө эшләнмәгән. Әлбиттә, бындай проекттарҙы, телдең нигеҙле технологияларын фән өлкәһе белгестәре һәм разработчиктар бергә генә эшләй ала. Мәҫәлән, Ҡаҙанда яңыраҡ тәржемә системаһы тәҡдим ителде, минеңсә, унда Иннополис менән Семиотика институты бергә эшләгән һәм һөҙөмтәһе ысынлап та яҡшы. Минеңсә, ошо модель беҙгә лә тура килә. Әгәр ҙә беҙ прогресс теләйбеҙ икән, тимәк, был эшкә шәхси компанияларҙы ла йәлеп итергә кәрәк.

Тимур Мөхтәров: Тап Татарстандың Семиотика институты хатта башҡортса-русса онлайн тәржемәсе эшләне. Ирекһеҙҙән шундай фекер тыуа: беҙҙең фәнни, дәүләт һәм коммерция структуралары быны башҡара алмаймы, үҙебеҙҙә шуны башҡарырлыҡ кадрҙар юҡмы? Ярай, онлайн тәржемәсе - ул ябайыраҡ проект, ә шул уҡ башҡорт теленең синтезын һәм анализын башҡарыр өсөн дә кадрҙар кәрәк. Әллә, ысынлап та, хәҙер был кадрҙар юҡҡа сыға һәм беҙгә башҡорт теленә ҡағылышлы эштәрҙе йә Мәскәүгә, йә Ҡаҙанға заказ биреп кенә башҡарырға тура киләсәкме?

Илдар Кинйәбулатов:
Һәр бер ысулдың үҙенең ыңғай һәм кире яҡтары бар. Кеше, ысынлап та, ошо технологияларға һыуһаған. Онлайн тәржемәсе, Алиса һымаҡ эҙләү системалары күптән кәрәк. Шуның өсөн дә әлеге мәлдә иң яҡшыһы - был өлкәлә тәжрибәһе булған разработчиктарға заказ биреп, тиҙерәк эшләтеп алыу. Икенсе яҡтан, Башҡортостанда ошо хисаплау лингвистикаһы өлкәһендә тикшеренеүҙәр алып барған фәнни үҙәк кәрәк, сөнки NLP технологиялар алдынғы инновацион технологияларҙың мөһим өлөшө. Әйтәйек, Яндекс һәм Гугл һымаҡ компаниялар ошондай технологияларға таянып эшләнгән. Әгәр һин тел менән эш итә белмәйһең икән, башҡа технологияларың да алға барамясаҡ. Мәҫәлән, интерфейстарың кеше менән аралаша белмәй икән, һата ла, хеҙмәтләндерә лә алмайһың. Йәғни, эҙләү системаһы - ул тел, тел менән эш итеү, тәржемә системалары - шулай уҡ тел, һәм башҡа эштәрҙе лә NLP технологияларһыҙ атҡарып булмай. Тимәк, әгәр Башҡортостанда ошо технологияларҙы үҙләштерерлек, алға этәрерлек фәнни үҙәк булмай икән, беҙҙең башҡа технологиялар ҙа артта тороп ҡаласаҡ.

Тимур Мөхтәров: Цифрлаштырыу һәм башҡа темалар буйынса фекерҙәреңде уҡып, үҙемә шундай һығымта яһаным: беҙҙең был өлкәлә баһабыҙ ике менән өс билдәһе араһында тора, сөнки, минеңсә, беҙҙә фәнни мәсьәләләр генә түгел, башҡорт телен өйрәнеү ысулдары, ҡушымталар, төрлө программалар, сайттар, медиа бик үҫешмәгән, юл башында ғына тора. Балалар үҫә, улар башҡортса өйрәнә, әммә башҡортса контент күрмәй. Мәктәп программаһына башҡортса уҡытыу кермәй, сөнки контент юҡ, яңы дәреслектәр сығарылмай һ.б. Минеңсә, был бик түбән баһа. ЮНЕСКО критерийҙары буйынса йә башҡа халыҡ-ара стандарттарға таянып, ошо процестарға ниндәй баһа бирер инең?

Илдар Кинйәбулатов:
Тренд, әлбиттә, аңлашыла, әгәр ҙә уны үҙгәртмәһәк, башҡорт теле икенсе, түбәнерәк статуста ҡаласаҡ. Мәҫәлән, әлеге мәлдә Рәсәйҙә ундай телдәр араһында мари теле, эрзән теле бар. Башҡорт теле менән сағыштырғанда, уларҙың хәле насарыраҡ, һөйләшкән кешеләрҙең һаны ла кәмерәк, телде белеүселәр ҙә аҙ, белем биреү ҙә шәптән түгел. Әлеге тренд осоронда был башҡорт теленең киләһе стадияһы ошондай булырына ишара. Мин оптимист, һәм уэльс телен алһаҡ, ул ҡасандыр ошондай деградацияны үткән, әлеге мәлдә уны тергеҙәләр. Иврит теле шундай юл үтте. Әгәр ҙә башҡорт теле бөтөнләй юғалып ҡалмаһа, тейешле саралар күрелһә, тейешле технологиялар эшләнһә, Хөкүмәт үҙенең сәйәсәтен, кешеләр телгә ҡарашын, мөнәсәбәтен үҙгәртһә, ысын әүҙем эштәр ошо мәлдән башланһа, иврит һәм уэльс теленең уңышын ҡабатлап булыр ине.

Шулай итеп...
Тимур Мөхтәров менән Илдар Кинйәбулатовтың был диалогы "Ашҡаҙар" радиоһындағы "Ике йондоҙ" тапшырыуында яңғырағайны. Авторы З. Шәймәрҙәнованың рөхсәте менән был һөйләшеүҙең стенограммаһын ҡағыҙға төшөрөп, үҙебеҙҙең уҡыусыларға ла тәҡдим итергә булдыҡ. Һөйләшеүҙә атап үтелгән проблемаларҙы хәл итеү өсөн Илдар Кинйәбулатовтың тағы бер фекеренә ҡолаҡ һалыу зарур: "Ошо проекттар өҫтөндә Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетында ла, бер нисә йыл ирекмән булып та эшләнем, гранттар конкурсында ла ҡатнаштым. Хөкүмәт системаһының нисегерәк эшләгәнен аңлап, нимә әйтер инем: әлбиттә, хәл-торошто яҡшыртыу өсөн потенциал бар һәм ул юғары, бары тик ошо өлкәлә менеджментты артабан да яҡшыртырға кәрәк. Айырым проекттарҙы сығарыу, эшләү генә кәрәкле һөҙөмтә бирмәйәсәк, бөтә нәмә комплекста эшләнергә тейеш. Һәм ошо бөгөн телгә алған ойошмалар, кешеләрҙең барыһы бергә тығыҙ аралашып эшләүе фарыз. Проблеманы әлегә Хөкүмәттән башҡа берәү ҙә хәл итә алмаясаҡ".

Әңгәмәне ҡағыҙға
З. ӘЙЛЕ төшөрҙө.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.21 | Ҡаралған: 419

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru