«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХАЛҠЫБЫҘ ИМЕНЛЕГЕ ГАРАНТЫ – БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ
+  - 


Уҡыусыларыбыҙға күренекле дәүләт эшмәкәре, хоҡуҡ белгесе, Башҡортостан Республикаһы Конституция Суды рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, юридик фәндәр докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Зөфәр Ирғәле улы ЙӘНЕКӘЕВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Зөфәр Ирғәле улы, һеҙ ғүмерегеҙҙең етмеш йәш баҫҡысына аяҡ баҫтығыҙ. Етмеш һүҙенең нигеҙендә ғүмерҙең бер дәрәжәһенә, кимәленә барып етеү мәғәнәһе лә ята. Ошо юғарылыҡтан сығып ҡарағанда үткән йылдарығыҙ нисек күренә, ҡайһы мәлдәрегеҙҙе иң бәхетлеһе тип атар инегеҙ?

- Хоҙайға шөкөр, тормошомда бәхетле мәлдәрем күп булды. Балалыҡ, үҫмер йылдарымдың ниндәй генә ауырлыҡтары булмаһын, атай-әсәй ҡуйынында үҫкәс, барыбер бәхетле инем. Беренсенән, мин бик дан ҡартатайҙарҙың ейәне булдым. Әсәйемдең атаһы Ғәйзулла ҡартатайым революцияға тиклем Берлинда йәшәгән һәм шунда ветеринарға уҡып, 1923 йылда тыуған иленә әйләнеп ҡайтҡан. Немец телендә бик матур һөйләште. Ни өсөндөр беҙ унан был телде өйрәнергә диҡҡәт итмәгәнбеҙ - шуныһы ғына үкенесле. Ғәйзулла ҡартатайымдың немецтарға хас теүәллегенә бәйле бик ҡыҙыҡлы тарихтары, халыҡ теленә күскән лаҡаптары бар. Шуларҙың береһе ҡунаҡ саҡырыуға бәйле. Беҙҙә бит инде ҡунаҡҡа саҡырыу һәм ҡунаҡҡа килеү ваҡыты сама менән әйтелә, әйтәйек, киске 7-гә саҡырһаң, 9-ға килергә лә мөмкиндәр. Ҡыҫҡаһы, ҡартатайым ауыл халҡын ҡунаҡҡа саҡырған ваҡытҡа теүәл йөрөргә өйрәткән. Үкенес, ҡартатайым иҫән саҡта күп нәмәне һорашып яҙып алмағанмын.
Атайымдың атаһы Сафый ҡартатайым революциянан һуң ҡаҙаҡтар яғына барып, унда ике йыл эшләп, ике ат, ике һыйыр алып ҡайта, ҡарағастан йорт һала. Ҡартатайым сирләп үлеп китә, атайым алты йәштән етем үҫә. Өләсәйем мәрхүмә Таһира ҡарсыҡ күмәк бала менән тороп ҡала, улар астан үлмәһен өсөн ҡарағас йорттарын һатып, землянкала йәшәргә мәжбүр була. 1954 йылдан һуң ғына, миңә өс йәш тулғанда, атайым яңы йорт һалып сыға. Атайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, өс тапҡыр яраланыу сәбәпле, 2-се төркөм инвалиды ине. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, ауылдаштары араһында абруйы ҙур булды. Уны һәр ваҡыт иптәштәр суды рәйесе итеп һайланылар.
Тыуған ауылым Моҡастан ун саҡрымдағы Әхмәр ауылы мәктәбенә бишенсе класҡа йөрөп уҡыған саҡтарым иҫтә. Ул саҡта транспорт юҡ, яҙлы-көҙлө тракторҙың асыҡ арбаһында өшөп-туңып йөрөйбөҙ. Ул заманда хәҙерге һымаҡ ашхана ла булмай торғайны. Бишенсене тамамлағас, Темәс интернатына уҡырға барҙым. Мин ул саҡта үҙемде Гарвард университетына ингәндәй хис иттем. Бәхетле инем. Ярты сирек уҡығас, Темәс интернаты Баймаҡҡа күсте. Тап ошо интернатта уҡыу тормошомдо ғилем, фән юлына борҙо ла инде. Туғыҙынсы класҡа еткәс, юрист булам, тигән хыял барлыҡҡа килде.

Ниңә фәҡәт ошо һөнәрҙе һайларға булдығыҙ һуң?

- Йәшлек романтикаһы көслө булғандыр инде. Шерлок Холмс, Джеймс Бонд, комиссар Мегре тураһында китаптар уҡый инем. Урыҫ телен яҡшы белдем, тип әйтә алмайым. Шулай ҙа туғыҙҙа уҡығанда ҡулыма "Урыҫса-башҡортса һүҙлек" алып, бер ай самаһы Толстойҙың "Һуғыш һәм солох" романын уҡып сыҡтым. Ҡалған әҫәрҙәрен һүҙлекһеҙ ҙә һыу кеүек эстем. Чернышевскийҙың "Что делать?" романындағы үҙен инҡилапсы итеп тәрбиәләгән Рахметов образы әсир итте.

Рахметов һымаҡ, ҡаты түшәктә йоҡлап ҡараманығыҙмы?

- Юҡ. Һуңынан, аспирантурала уҡығанда, йога менән шөғөлләндем. Уҡырға ингәнсе ауылда көтөүсе булып эшләргә тура килгәйне бит. Үҙемде хәҙер студенттарға "ковбой" булып эшләнем тип һөйләйем. Ауылда фермала эшләгәндә Баймаҡ китапханаһына барып, 12 том китап алдым. Мәскәү дәүләт университеты студенттары өсөн "СССР тарихы", "Рәсәй тарихы" китаптары ине улар. Шул китаптарҙы уҡығанда, әлбиттә, урыҫ телемде лә шымарттым.

Интернатташығыҙ, класташығыҙ, һуңынан билдәле шағир булып киткән Буранбай Исҡужиндың да һеҙҙең менән Свердловскиға юридик институтҡа уҡырға барғанлығы хаҡында ишеткәнебеҙ бар. Шағир биографияһының был осоро уҡыусыға мәғлүм түгел. Буранбай үҙе лә һөйләгәне булманы. Шул хаҡта ла һөйләп үтһәгеҙ ине?

- Эйе, интернатта уҡығанда карауаттарыбыҙ йәнәш торҙо. Беҙ төндәр буйына серләшә инек. Киләсәккә пландар ҡорҙоҡ. Урта мәктәпте тамамлағас, ул Свердловск геология институтына һынау тотоп инә алмағайны, Баймаҡта машиналар төҙөү заводында эшләп йөрөй ине. Мин уны үҙем менән Свердловскиға юрислыҡҡа уҡырға барырға күндерә алдым. Унда барғас, беҙҙе ятаҡҡа урынлаштырҙылар. 17 кеше бер бүлмәлә яттыҡ. Милли мәктәпте тамамлағандарҙы (ҡаҙаҡ, сыуаш, татар, бүрәт, яҡут һ.б.) бер төркөмгә туплап, рус теленән диктант яҙҙырҙылар. Буранбай ҙа, мин дә диктантты "дүртле"гә яҙҙыҡ. Рус теленән телдән имтиханды "дүртле"гә, ә тарихты "бишле"гә тапшырҙым. Буранбай дуҫыма көндөҙгө факультетҡа инергә бер генә балл етмәне, киске факультетта уҡырға мөмкинлек биргәйнеләр, ризалашмай, ҡайтып китте. Ул бик белемле егет ине. Ҡайтҡас, Өфө дәүләт авиация институтына уҡырға инде. Беренсе курста уҡығанда ул миңә Свердловск ҡалаһына посылка менән еҙ ҡурай ебәрҙе. Шул ҡурайҙа студенттар араһында уйнап, күңел аса инек.
Беренсе курста, май байрамдарында Өфөгә Баймаҡ районы студенттарының яҡташтар ойошмаһы йыйылышына, ул ваҡытта Сәфәрғәли Йәнтүрин етәксе ине, Свердловск өлкәһенең Башҡортостан студенттары ойошмаһы президенты булараҡ килдем. Яланға сығып, һабантуй үткәрҙеләр. Унда Буранбай дуҫым менән осрашып, авиация институтының дөйөм ятағында төнө буйы һөйләшеп сыҡтыҡ. Шунда ул миңә: "Техник һөнәр мине ҡыҙыҡһындырмай, минең шиғырҙар яҙғым, яҙыусы булғым килә", - тине һәм мин уның киләһе йыл Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инергә тигән ниәтен хупланым. Ысынлап та, ул киләһе йылына уҡыуын БДУ-ла дауам итте. Уҡыуҙы тамамлағас, билдәле шағир, прозаик һәм драматург, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы булараҡ танылыу яуланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бик иртә мәрхүм булып ҡалды. Иң яҡын баласаҡ дуҫтарымдың береһе ине ул Буранбай Исҡужин.

Һеҙ институттан һуң республикабыҙҙың төрлө райондарында төрлө урындарҙа тәфтишсе булып эшләгәнһегеҙ, әрме сафында хеҙмәт иткәнһегеҙ, артабан аспирантурала уҡығанһығыҙ, шунан һуң инде донъяла ҡырҡа үҙгәрештәр башланып китеүе сәбәпле дәүләт хеҙмәтенә килгәнһегеҙ. Биографияғыҙҙы яҙмалар буйынса өйрәнгән кеше тормош юлығыҙҙың бындай боролоштарын осраҡлылыҡ тип билдәләр ине. Әйтәйек, кемдер берәү: "Әгәр ҙә Зөфәр Ирғәле улы юриспруденция буйынса киткән булһа - кәмендә республика прокуроры, фән буйынса киткән булһа - институт, университет ректоры булыр ине", - тип әйтер һымаҡ. Был хәлде үҙегеҙ нисек аңлатаһығыҙ?

- 1973 йылда Свердловск юридик институтын тамамланым. Дыуан районында, Салауат ҡалаһында, Баймаҡ ҡалаһында прокуратура тәфтишсеһе булып эшләнем. Әрме хеҙмәтенән һуң Сибай ит комбинатында юрисконсульт, торлаҡ-хужалыҡ коммуналь хужалыҡ участкаһы начальнигы урынбаҫары, граждандар оборонаһы штабы начальнигы ярҙамсыһы булып хеҙмәт иттем. Ғилми эшмәкәрлегемә килгәндә, ул йүнәлеш һәр ваҡыт заман проблемалары менән бәйле барҙы. Әйтәйек, кандидатлыҡ диссертацияһы темам экологияға бәйле булғас, мин тирә-яҡ мөхитте ҡыйратыуҙы етештереү технологиялары шарттарын боҙоу һөҙөмтәһе тип кенә алдаша алмай инем. Нимә генә тимә, бигерәк тә совет осорондағы экологик һәләкәттең нигеҙендә теге йәки был төбәк граждандарының хоҡуҡтары боҙолоуы ятҡанын күҙһеҙ лә күрер, һуҡыр ҙа ишетер. Шуға күрә, "Быуаттан - быуатҡа" тигән китабымда мин ғүмеремдең был өлөшөн "Тәбиғәтте һаҡлауҙан - сәйәсәткә" тип атаным. Үткән быуаттың һикһәненсе йылдар аҙағындағы, туҡһанынсы йылдар башындағы илебеҙҙәге киң билдәлелек, үҙгәртеп ҡороуҙар еле һөҙөмтәһендә минең сәйәсәттән дәүләт хеҙмәтенә килеү ваҡиғалары докторлыҡ диссертацияһы темаһына әйләнде.

Һеҙҙең менән үткән быуаттың 90-сы йылдарынан башлап аралашабыҙ, һәр ваҡыт бер сифатығыҙға ҡарап һоҡланам: ул да булһа, ниндәй генә ситуация, ҡаршылыҡ, ауырлыҡ булмаһын, һәр ваҡыт оптимисһығыҙ. Оптимизмығыҙ нимәгә нигеҙләнә: тәжрибәгеҙгәме, туплаған белемегеҙгәме, атай-олатайҙарыбыҙ рухынамы?

- Барыһыналыр. Рәсәйҙең тарихы бик үҙенсәлекле, әгәр ҙә уны маятник тирбәлеше менән һынландырһаң, урталығы юҡ: йә уңға, йә һулға. Ниндәй генә ауырлыҡ булмаһын, беҙгә уны ирҙәрсә күтәреп, хәлдән килгәнсе республикабыҙ мәнфәғәтенә эшләп ҡалырға тырыштыҡ. Илдәр, дәүләттәр, милләттәр тарихын, уларҙың үҫеш закондарын, диалектиканы өйрәнеүем дә миңә киләсәгебеҙгә өмөт менән ҡарарға ярҙам итә. Философияның өс закондарының береһе инҡар итеүҙе инҡарлау (отрицание отрицания), шуның буйынса бөгөн йәшәүселәрҙең үткәнде инҡар итеүе иртәгәһе көнгә, киләсәккә нигеҙ булып тора. Был үҫештең спираль формаһы. Ҡыҫҡаһы, тормошта бер нәмә лә, бер тарихи ваҡиға ла юҡҡа ғына булмай. Халҡыбыҙ был саҡта "Юҡтан бар булмай" ти. Инҡар итеүҙе инҡарлау ҡануны һәр ваҡыт эшләй.
Йәштәр менән осрашҡанда уларға шулай тием: "Һеҙгә уҡырға, белем тупларға, өйләнергә, күберәк балалар табырға кәрәк. Ихтилалдарға лимитыбыҙ бөткән. Беҙгә яңы быуын башҡорттарын тәрбиәләргә кәрәк. Бер ниндәй ҙә провокацияларға бирелмәйенсә, халҡыбыҙҙы һаҡларға бурыслыбыҙ..."

Бер тапшырыуҙа: "Мин ҡурайсылар алдында ҡурай уйнамайым, тик үҙем өсөн генә уйнайым", - тигәйнегеҙ. Шул фекерегеҙҙе аныҡлап китегеҙ әле? Бында "Ҡулымдан килмәгән нәмәгә тотонмайым", тигән аңлау ҙа ята шикелле. Шулай түгелме?

- Эйе, бында шулай уҡ "Оҫта барҙа, ҡулыңды тый, сәсән барҙа, телеңде тый" тигән аңлау ҙа бар. Шуға күрә, ысынлап та, ҡурайҙа кеше алдында уйнамайым. Дәүләт эштәре, ғилми конференциялар менән сит илдәргә сыҡҡанда ҡурайымды алып йөрөйөм. Улар ҡурайҙы күргәндәре булмағас, экзотика булараҡ, мин ситтә "ҡурайсы", икенсерәк итеп әйткәндә "сәйәсмәндәр араһында иң яҡшы ҡурайсы, ҡурайсылар араһында иң яҡшы сәйәсмән".

Ошоларҙан сығып тағы ла бер һорау: ҡурайсылар алдында ҡурай уйнамаған һымаҡ, биләгән вазифаларығыҙ буйынса ниәтләгән ниндәй эштәрегеҙҙе атҡарыу ауыр булды йәки килеп сыҡманы?

- Телебеҙгә дәүләт теле статусы биреү бик ауыр булды, уның өсөн туғыҙ йыл буйына көрәштек. Әммә ҡаршылыҡтарҙы йырып сыҡтыҡ. Тел буйынса закондың ҡабул ителеүенә ҡарап ҡына үҙемде бушҡа йәшәмәнем, тип әйтә алам. Сит ил ғалимдары, мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһын иң яҡшы конституция тип тапты. Беҙ әҙерләгән тарихи-ғилми (хоҡуҡи) комментарий Рәсәй Федерацияһы ғалим-юристары тарафынан юғары баһалана. Хәҙер ул, әлбиттә, ҙур үҙгәрештәр кисерҙе, күп йәһәттән Үҙәктекенә яраҡлаштырылды.

Халыҡтың тиҙ арала ғәскәр төҙөй алыуы тик дәүләтселек тәжрибәһенән генә килә. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышында кавалерия дивизияһы төҙөй алыуыбыҙ ҙа шул уҡ дәүләтселек тәжрибәһенән килә, һ.б. Ошоларҙан сығып, шундай һорау: һеҙ 90-сы йылдарҙа республикабыҙ дәүләтселегенең яңы формаһына нигеҙ һалғанда халҡыбыҙҙың боронғо тәжрибәһенә мөрәжәғәт иттегеҙме һәм ул ниндәй формала сағылыш тапты?

- 1917 йылда милләтебеҙ юлбашсылары Рәсәй Федерализмының нигеҙ таштарын һалғанда ла боронғо дәүләтселек тәжрибәбеҙгә таянып эш иткән. 90-сы йылдарҙа инде беҙ шул эстафетаны дауам иттек. Иң күҙгә күренеп торғаны: республикабыҙҙың закондар сығарыу органы Дәүләт Йыйылышының Ҡоролтай тип аталыуы ине. Элек-электән халҡыбыҙ барлыҡ мәсьәләләрен йыйындарҙа, ҡоролтайҙарҙа хәл иткән бит. Минең докторлыҡ диссертациямдың исеме лә "Башҡортостандың дәүләт һәм хоҡуҡ тарихы" тип аталды. Совет осоро идеологтары: "Һеҙ бер кем дә түгел инегеҙ, республика төҙөп бирҙек, беҙгә рәхмәт әйтегеҙ", - тип барлыҡ халыҡтарға ҡарата кәмһетеү сәйәсәтен алға һөрҙө. Ә беҙ тарихтан шуны ла беләбеҙ: руна, орхон-йәнәсәй яҙмалары боронғо төрки яҙмалар булған. Шул дәүерҙәрҙә Дәште (Тышҡы) Ҡыпсаҡ, Хазар, Барын-Табын ҡағанаттары, Һундар дәүләттәре булған. Улар атамаһында "башҡорт" һүҙе булмаһа ла, асылда, улар төрки халыҡтарының уртаҡ дәүләте. Беҙҙең эраға тиклем үк йәшәгән саҡ-мәсәғүттәр ҙә беҙҙең боронғо ата-бабаларыбыҙ. Аҫаба башҡорт үҙенең шәжәрәһен, ете быуынын белергә тейеш. Ошо факт ҡына ла дәүләтселек күренеше хаҡында һөйләй. Был йола һәм ғөрөф-ғәҙәт хоҡуғы. Был турала беҙ белергә, белергә генә түгел, шәжәрәне белеүҙе дәүләтселектең төп шарты тип баһаларға тейешбеҙ.

Мине төрөкмән ырыуҙарының Византия империяһы ерҙәрен баҫып алып, Ғосман империяһын төҙөүе һоҡландыра. 1700 йыл буйы 23 армия ала алмаған Константинополь ҡалаһын 21 йәшлек Мәхмүт Икенсе яулап алып, хәҙерге Истанбул ҡалаһына әйләндерә. Ике мең йылдан ашыу донъя буйлап һибелеп йөрөгән йәһүдтәр ҙә үҙ дәүләтен - Израилде төҙөй. Ғөмүмән, һәр бер халыҡтың үҙ дәүләтен төҙөүе милләт булараҡ үҙҙәрен һаҡлап ҡалыуға йүнәлдерелгән. Шулай бит?

- Тап шулай. СССР тарҡалғас, 15 союздаш республика кимәлендә йәшәгән ҡаҙаҡ, үзбәк, төркмән һ.б. халыҡтар үҙ мөстәҡил дәүләттәрен төҙөүгә өлгәште. Әгәр ҙә ГКЧП булмаһа, беҙ реаль федералистик дәүләттә йәшәр инек. Ул сағында республикабыҙ һәм элекке Советтар Союзы ҡеүәтле үҫеш юлынан киткән булыр ине. Горбачевтың юлы бик дөрөҫ ине. Йәһүдтәргә килгәндә, улар бер генә кеше һөйләшкән телдәрен дәүләт кимәленә күтәрә алды. Уларға үҙ дәүләтселеген төҙөүҙә үҙҙәренең меңәр йыллыҡ тарихын яҡшы белеүе, диндәре ярҙам итте. Ысынлап та, тарихһыҙ рух булмаған кеүек, рухһыҙ ҙа тарих юҡ. Совет осоронда аҙ һанлы халыҡтарҙың тарихын юҡ итергә тырышыу ҙа рухыбыҙға һөжүм булды.

Философияға бәйле бик ҡыҙыҡлы, юморға ҡоролған әйтемдәр бар: "Яҡшы ҡатын эләкһә, бәхетле булырһың, насары эләкһә, философ булырһың". Һеҙҙең был фәнгә мөнәсәбәтегеҙ нисек?

- Мин һәр ваҡыт: "Юриспруденция - законлы ҡатыным, философия- һөйәркәм", тип шаяртам. Свердловскиҙа уҡығанда беҙ боронғо Рим, Византия тарихын өйрәндек. Дәүләттең үҫеш тарихы мәсьәләләре лә беҙҙең иғтибарҙан ситтә булманы. Ә ҡайҙа дәүләт, ҡайҙа тарих бар, ул философиянан, йәмғиәт үҫеше ҡанундарынан азат була алмай. Гегелдең һәм башҡа философ ғалимдарҙың барлыҡ хеҙмәттәре минең өй китапханаһында тора, уларға мөрәжәғәт итәм, фекерҙәремде нығытам.

Һеҙ бер тапшырыуҙа халҡыбыҙҙың бер әйтемен килтергәйнегеҙ: үҙеңдән башҡаны фәрештә тип бел. Быны нисек аңлайһығыҙ?

- Бында бик тәрән философик һәм юридик мәғәнә ята. Юриспруденцияла ул ғәйепһеҙлек презумпцияһы (презумпция невиновности) тип атала. Ҡартатайым, атайым, әсәйем миңә бала саҡтан: "Кеше һинең менән нисек кенә шаярып һөйләшһә лә, һәр ваҡыт етди яуап бир, бер ваҡытта ла кешене мыҫҡыл итмә, һәр кешене фәрештә тип ҡабул ит", - тип әйтә торғайнылар. Ғәйепһеҙлек презумпцияһы ла шулай уҡ: кешенең ғәйебе суд тарафынан раҫланмайынса, ул ғәйепле түгел. Боронғо халыҡтарҙың, дәүләттәрҙең был ҡануны башҡорттоң ҡанында һаҡлана. Ошо әйтем генә лә халҡыбыҙҙың боронғолоғон күрһәтеүсе дәлил. Халҡыбыҙҙың ҡунаҡсыллығы ла ошо принципҡа нигеҙләнә. Йәғни "Ҡунаҡ Хоҙайҙың илсеһе".

Ауылығыҙҙа тарихты белгән ҡарттар, олатайҙар бар инеме?

- Был йәһәттән мин өс быуат араһында үҫтем, тип әйтә алам. Илленсе йылдарҙа әле ун туғыҙынсы быуат кешеләре бар ине. Егерменсе быуат кешеләре менән бергә йәшәйем, әле бына егерме беренсе быуаттамын. Был иҫ китмәле байлыҡ, аңлай һәм һанлай белһәң, әлбиттә. Ауылым ҡарттарының донъяға ҡарашы, фәлсәфәһе боронғоса ине. Бер үк ваҡытта беҙҙең ауылда олатайҙар шул тиклем мәрәкәсел булды. Бер-береһенә үпкәләмәнеләр, һүҙ күтәрә, төрттөрөп әйткәнде үткәреп ебәрә белделәр.
Батша дәүерендә тыуып үҫкән кешеләр һөйләгән фәһемле, әһәмиәтле һәм ҡыҙыҡ ваҡиғаларҙы тыңлап үҫеү бәхете тейҙе. Мәҫәлән, Мәсәғүт тигән бабай Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡанын һәм бер иптәш егетенең һәр ваҡыт: "Һуғыштан имен-аман тыуған яғыма ҡайтып, бер генә көн йәшәп үлһәм дә, үкенмәҫ инем," - тигәнен һөйләр ине. Ысынлап та, был егет ауылына ҡайтып, бер көн йәшәгәс, ниндәйҙер сәбәп менән яҡты донъянан китеп барған. Был хәл минең өсөн һәр саҡ фәһем булып торҙо. 90-сы йылдарҙа мөстәҡиллек - суверенитет өсөн ҡаты көрәш барған бер көндө башыма: "Ошо ваҡиғаларҙа һүҙебеҙ өҫкә сығып, маҡсатыбыҙға ирешһәк, үлһәм дә үкенмәҫ инем", - тигән фекер килде. Мәсәғүт бабайҙың әйткән һүҙҙәрен иҫкә төшөрөп, шунда уҡ ул уйҙы баштан юйҙым. Шунан инде суверенитетты ғәмәлгә ашырып, халыҡтың мәҙәниәтен, телен хоҡуҡи яҡтан ҡурсалап, үҙемдең илемдә йәшәргә Аллаһы Тәғәләнән оҙон ғүмер һораным...

Ваҡытында совет осоро мәғариф системаһы иң алдынғыһы һаналды. Хәҙер мәктәптәргә Берҙәм дәүләт имтиханын индерҙеләр. Был форманың ыңғай һәм кире яҡтарын нимәлә күрәһегеҙ?

- Берҙәм дәүләт имтиханының яҡшы уҡыған кешегә бер ниндәй ҙә зыяны юҡтыр. Хәҙер барыһы ла юғары белем алырға тырыша, күптәр аҡсаға диплом һатып ала. Юғары белем алыусы 30 кешенең 5-6-һы ғына ысын мәғәнәһендә юғары белем алыусылар, ҡалғандары белемгә түгел, дипломға ғына эйә булыусылар.

Нисек уйлайһығыҙ, илебеҙҙәге иҡтисади көрсөк, сәнәғәттең, ауыл хужалығының үҫешмәүе, тәбиғи байлыҡтар иҫәбенә генә йәшәү иҡтисадтың фәндән айырылыуына бәйлеме? Әллә был сәйәси мәсьәләме?

- Бында сәйәси мәсьәлә өҫтөнлөк итә, әлбиттә. Әммә иҡтисадыбыҙ улай уҡ артта ҡалған тип әйтмәҫ инем. Мәҫәлән, ауыл хужалығын ғына алайыҡ. Беҙ 90-сы йылдарҙа Ҡаҙағстандан иген һорай инек, хәҙер үҙебеҙ сит илдәргә иген һатабыҙ. Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса Рәсәй хәҙер юғары кимәлдә бара. Үҙебеҙҙең ауылдарҙы ғына алып ҡарайыҡ. Элек колхоздарҙа күпме трактор булған да, хәҙер күпме? Ялҡауы килмәгән кеше ауылда йәшәй ала хәҙер. Әлбиттә, ауылдарҙа йәшәүселәрҙең барыһы ла үҙ эшен аса алмай. Шул уҡ ваҡытта совет власының ауыл халҡын бөлгөнлөккә төшөрөүен дә онотмайыҡ.
Ә сәнәғәткә, тәбиғәт байлыҡтарын эшкәртеүгә килгәндә, улар барыһы ла олигархтар ҡулына күсте. Рәсәйҙә йөҙҙән ашыу миллиардер бар. Улар барлыҡ ил халҡы етештергән байлыҡты бүлешеп алды. Бында инде сәйәсәт башлана.

ХХ быуат башҡорто менән XXI быуат башҡорто ни яғы менән айырыла?

- Был айырылғанлыҡ иң тәүҙә йәштәрҙә күренә. Уларҙың донъяға ҡарашы беҙҙекенән икенсе. Беҙ күберәген дәүләткә һалынһаҡ, улар барыһын да үҙ көсө, үҙ ҡулы менән башҡара. Миндә ике егет водитель булып эшләне. Икеһе лә ауылдан килеп, Өфө янында өй һалды, икеһе лә институтта ситтән тороп уҡый, өйләнгәндәр, балалар үҫтерәләр. Ҡасан Хөкүмәт аҡса, фатир бирә, тип көтөп ултырмайҙар. Балаларын башҡорт мәктәбендә уҡыталар, айыҡ тормош алып баралар. Һуңғы йылдарҙа Өфөлә башҡорттарҙың артыуын күреп ҡыуанам. Магазинға инеп, "Һеңлекәш!" тип өндәшеүең була, шундуҡ туған телебеҙҙә яуап биреп, һораған тауарыңды килтереп тә еткерәләр. Телебеҙгә дәүләт теле статусы яулауҙа туранан-тура ҡатнашҡан кеше булараҡ, бында минең дә өлөшөм бар, тип ҡыуанып йөрөйөм. Йәштәргә ҡараһам, киләсәккә оптимистик ҡараш тыуа.

Нурсолтан Назарбаев Ҡаҙағстанды нисек күтәрә алды тип иҫәпләйһегеҙ?

- Беренсенән, уларҙың тәбиғи байлығы күп, икенсенән, Европаның ниндәй генә иленә барһам да, ундағы вуздарҙа белем алыусы меңәрләп ҡаҙаҡ егеттәрен осрата торғайным. Бөгөн ҡаҙаҡ егеттәре туған телендә, урыҫ һәм инглиз телендә иркен аралаша. Тағы ла Назарбаев хужалыҡ бәхәстәренә бәйле суд эштәрен Англиянан судьялар саҡыртып үткәрә башланы. Был Ҡаҙағстанға инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге бирҙе, нимә генә тимә, инвесторҙар тотороҡло климатлы илгә ынтыла.

Европала, Америкала йөрөгәндә уларҙың тормошондағы ниндәй күренештәргә ҡарап һоҡланғанығыҙ булды? Мәҫәлән, Америкала булыусылар уларҙың закон ҡоло булыуы хаҡында һөйләй. Был дөрөҫмө?

- Сөнки закон уларға лайыҡлы тормош өсөн гарантия булып тора. Беҙҙә иһә, законды төрлө яҡҡа борорға, кемдеңдер файҙаһына йүнәлтергә була. Америка конституцияһы 300 йыл буйына үҙгәрешһеҙ һаҡлана. Беҙҙә иһә уны һәр ил башлығы үҙенә ҡулайлаштыра. Был хәл ил үҫешен тотҡарлай, граждандарҙа Төп законға ҡарата ышанысты кәметә. Америка штаттарҙан тора, штат һүҙе (state) инглиз теленән дәүләт тигәнде аңлата. Ғөмүмән, АҠШ-ты инглиз теленән Америка Ҡушма Дәүләттәре тип тәржемәләү дөрөҫ һәм ул уның юридик йөкмәткеһенә тура килә. Һәр бер штат айырым дәүләтте тәшкил итә. Уларҙа губернатор, вице-губернатор, дәүләт секретары, баш казначей, прокурор, аудитор - барыһы ла халыҡ тарафынан һайланып ҡуйыла. Шул принципта төҙөлгән дәүләттә урлашыу, халыҡ милкен үҙләштереү мөмкин түгел. Шуға күрә лә АҠШ-тың 300 йыллыҡ тарихында штат етәксеһе - губернаторҙарҙың берәүһе лә яуапҡа тарттырылғаны юҡ. Беҙҙең илдә иһә, 20 йыл эсендә йылына берәр губернатор, йәғни республика башлығы урлашып, төрмәгә эләгә... Был бик хәүефле күренеш!
Ваҡытында Башҡортостан менән Татарстан суверенитет яулағас, йәнәһе, Рәсәй составынан сығырға йыйыналар, тип лаф орҙолар. Шул саҡта мин Башҡорт хөкүмәтенең 1917 йылда ҡабул иткән докуметтарын өйрәндем. Был документтарҙа тәҡдим ителгән Рәсәй Федерацияһының ҡоролош концепцияһы ысын мәғәнәһендә федерализм принциптарына тура килә ине. Докторлыҡ диссертацияһы яҡлағанда Мәскәү һәм Санкт-Петербург университеттарында эшләүсе Рәсәйҙең билдәле ғалим-юристары "Башҡорттар - Рәсәй Федерацияһына нигеҙ һалыусылар", тигән фекерем менән тулыһынса килеште...

Етмеш йәшкә еткән кеше үҙ алдына ниндәйҙер ҙур пландар, башланмаған эштәр ҡуя аламы икән? Әле ниндәй ғәмдәр менән йәшәйһегеҙ?

- Алдағы йылдарымда ғилем өлкәһендә эшләрмен, хеҙмәттәр яҙырмын тием. "Быуаттарҙан - быуаттарға" тигән китабымды башҡорт телендә яҙҙым. Әле уны сығараһы бар. Унда документтар урыҫ телендә килтерелә. Хоҙайға шөкөр, улым менән ҡыҙым үҙаллы донъя көтәләр. Улым ейән, ҡыҙым ейәнсәр бүләк итте. Ҡыҙым төп эшенән башҡа сабыйҙарҙы башҡорт теленә өйрәткән "Тел асҡысы" тигән йәкшәмбе түңәрәге алып бара. Ҡыҫҡаһы, башлаған эштәремде балаларым дауам итә.

Шулай итеп...
"Башҡорт халҡының михнәттәр сигеп, инҡилаптарҙа көрәшеп яулаған дәүләте - Башҡортостан Республикаһы - уның именлегенең гаранты булып тора" - был һүҙҙәр Зөфәр Ирғәле улы яҙған ғилми хеҙмәттәрҙең төп тезисы булып тора. Уның 70 йыллыҡ ғүмере лә ошо инаныуҙа үткән. Юбилейығыҙ менән, Зөфәр Ирғәле улы!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.04.21 | Ҡаралған: 454

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru