«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯНА... ЯНА...
+  - 

Бөгөн республикала урман-ҡырҙар яна. Һуңғы айҙа был хәбәр теле-радионы һәм бөтөн интернетты тултырҙы. Һәм ошо хәл халыҡты төрлө төркөмдәргә бүлеп күҙ алдына баҫтырҙы ла. Утты һүндереүселәр ҙә, ул утты тоҡандырыусылар ҙа, шул янғын тирәһендә фото һәм видеоға төшөү өсөн йөрөүселәр ҙә табылды. Ҡалайтаһың. Ысынбарлыҡ шулай.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлыҡтың 14 авгусҡа ҡарата мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда көсөргәнешле хәл-торош тыуған, 25 урында ут сыҡҡан, янғын дөйөм 3 524,55 га майҙанды ялмаған. Ут бигерәк тә Бөрйән, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура һәм Белорет райондарында ҡотора.
Ут - уйын эш түгел. Йәй уртаһында ҡайҙалыр ут сығыу оло хәүеф тыуҙыра. Бигерәк тә янғынға яҡын ултырған ауыл халҡының кисерештәрен әйтеп тә, аңлатып та бөтөп булмаҫ. Осоп килгән бер осҡон бөтөн мөлкәтте, йорт-ҡураны күҙ асып йомған арала көлгә әйләндерергә мөмкин. Ә инде ялҡын теле эсендә ҡалған урманды, йәшеллекте, ерлектәрен ташлап китергә мәжбүр булған барлыҡ тереклекте, төтөн һулап йәшәүгә дусар ителгән ауылдарҙы ла иҫәпкә алғанда... Бөгөнгө заман техникаһы һәм технологиялары менән был проблема һанаулы ғына көндәрҙә хәл ителергә тейештер һымаҡ ине лә бит...
Урман янғындары һуңғы йылдар ғына касафаты түгел. Йәшен йә әҙәмдәр һаҡһыҙлығы менән урмандар борон-борондан да янды. Хатта белгестәр әйтеүенсә, тәбиғи яңырыуҙар өсөн тәбиғәттә янғындар булып торорға тейеш тә. Әле интернет һәм башҡа бәйләнештәр булмаған совет осоронда ҡырҙа янғын сығып китһә, шунда уҡ район өҫтөндә кукурузник самолеттар пәйҙә була, ауылдарға янғындың картаһы төшөрөлгән листовкалар ташлап үтә һәм ир-егеттәр бер-ике тракторға тейәлеп барып һүндереп тә килә ине. Янғын һүндереү самолеттары булды. Шулар янғын майҙанын һыу менән ҡойондороп үтте. Бер ниндәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, ирекмәндәр йәки донъянан ярҙам һорап, аҡса йыйып ятҡан хәлде иҫләмәйем. Һеҙ хәтерләйһегеҙме шундайҙы?
Янғын зонаһында йәшәгәндәр, ирекмән булып барып ҡайтҡандар һәм урман хужалығында оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан белгес менән дә һөйләштем был сетерекле хәлдәр хаҡында. Ситтән ҡарап ҡына анализ яһап булмай, хатта айыҡ аҡыллыға аңлашылып торғанда ла, фекерҙәр төрлө була ала. Әммә бер урында был кешеләрҙең уйы тап килә: әлеге янғындарҙың барыһы ла тәбиғи түгел. Урманда йәшәгән һәм эшләгәндәрҙең әйтеүенсә, йәшендән сыҡҡан янғын башҡа төрлө. Тәбиғи янғын бер урында тоҡана ла, ел ыңғайына хәрәкәт итеп ары китә. Һәм был ут, ғәҙәттә, тау башы, бейек ағаслы урындар кеүек йәшен атыуға хас булған билдәлерәк урындарҙа башлана. Ә әлеге янғындар ҡайҙа теләй, шунда сыға, ваҡ сауҡа эсендә лә, дала уртаһында ла һәм бит улар туҡтамай, берәү шырпы һыҙып ырғытып тик барған кеүек. Был тәңгәлдә енәйәт эше ҡуҙғатылып, ентекле тикшереүҙәр алып барылырға тейештер, тигән фекерҙә халыҡ.
Янғын осрағында ирекмәндәрҙең хеҙмәте хуп, әлбиттә, әммә был бит тота килеп һәр кем башҡара ала торған эш түгел. Барып төшөп, бер-ике сәғәттә алынған инструкция һәм көрәк-таяҡ менән йәй уртаһындағы урман утын һүндереп маташыу - ул кешеләрҙе ыҙалатыу, уларҙың ғүмерен, сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуйыу ғына. Ҡайҙа беҙҙең маҡталған, данланған, күргәҙмәләргә сығарылған техника, авиация, тотош министрлыҡтары булған урман хужалығы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре, янғын һүндереүселәр, хәрбиҙәр?
Ә инде ниндәйҙер ваҡиға һәм илгә килгән бәләләр өҫтөндә үҙ файҙаһын йүнләргә яратыусыларға был хәл ҡулай ғына булды. Улар һәр аҙымдарын видеоға төшөрөп, хәбәрҙәрен һөйләп, янғын урынына барып, бер аҙ ҡоромға буялып йөрөп ҡайтыу өсөн бер-ике көндәрен йәлләмәне. Янғын һүндеме-һүнмәнеме - уларға ул мөһим түгел, ә лайктар йыйылыуы мөһим. Ярай, уныһы ла кәрәктер, бөгөнгө интернет донъяһы бит шуға ҡоролған...

Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.08.21 | Ҡаралған: 377

Киске Өфө
 
Һәр көнөң - бәләкәй генә ғүмер: һәр иртән йоҡонан уяныуың - бәләкәй тыуыуың, һәр иртәң - бәләкәй йәшлегең, һәр кисең һәм йоҡларға ятыуың - бәләкәй генә үлемең.

(А. Шопенгауэр).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru