«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ УНЛАР - БАБАЛАРЫБЫҘ ҺУНДАР (2-се бүлек)
+  - 


V быуатта Ете һыу арауығындағы Азия һундары дәүләтен (уны Ҡытай хроникаларында "көсһөҙҙәр", тип нарыҡлайҙар, ул Ҡытайҙа Юэбань, тип атала) теле ҡәүеме яулап ала. Ә VII быуатта улар Төрки ҡағанаты составына инә. VII быуатта Ҡытай йылъяҙмаларында һундарҙың чуюе, чуми, чумугунь һәм чубань ҡәбиләләре булыуы теркәлә. Улар тарихсыларға Чуй үҙәне халыҡтары булараҡ билдәле. Ошо исем менән билдәле булған этник төркөмдәр ҡаҙаҡтарҙың найман берләшмәһендә һәм ҡарағалпаҡтарҙың чуит ырыуы исемендә сағыла. Башҡорттарҙың мең ырыуының бер төркөмө ҫыбы-мең, тип атала, был этноним шул уҡ чуби атамаһына тап килә. Күрәһең, Халыҡтарҙың бөйөк күсеше дәүеренән башланған һун миграцияһы һөҙөмтәһендә Чуй йылғаһы бассейнында көн иткән һундарҙың бер өлөшө Башҡорт иленә килеп етеп, урындағы башҡорт ырыуҙарына ҡушылып киткән. Кама (Чулман) йылғаһының бер ҡушылдығын ғәйнә башҡорттары Чу-сув тип атай, ул әлеге ваҡытта Чусовая гидронимы аша билдәле. Әйткәндәй, Юэбань һундарының Чуяб исемле ҡалаһы була, ул заманында Көнбайыш Төрки ҡағанатының баш ҡалаһы булып китә: бында "Чу" - гидроним, "яб" - фарсы теленән "һыу" тигәнде аңлата. Юэбань дәүләте исемен һундарҙың Чубан атамаһының ҡытайса варианты булараҡ аңлатып була.
II Көнсығыш Ҡағанатының юлбашсыһы Ильтериш ҡағанға һәм ҡаған улы Күл-тегин хөрмәтенә арналған ташъяҙмаларҙа "6 чуб халҡы" ла телгә алына. Ошо ҡәбиләләрҙең береһен ҡытайҙар "шато", тип атай. Хроникаларҙың береһендә шато хаҡында былай әйтелә: "Шато есть особливое поколение западных тукюесцев (т. е. тюрков. - авт.) из рода чуюе... Жили, перемешавшись с чуюе и чуми". Шато - ҡәүем исеме түгел, ҡытайҙар был топоним менән Тянь Шань һәм Алтай тауҙары араһындағы ҡомло даланы атай. Шато тип аталған ҡәүем кешеләре үҙҙәрен унн тип таныта. Тимәк, был этник берләшмә халҡы үҙҙәренең ҡеүәтле һун нәҫеленән булыуын онотмай, ошо атаманы күп быуаттар буйына һаҡлап килә.
XIII быуатта ҡытайҙар "шато" тип атаған халыҡ вариҫтарынан булған онғоттар монгол тарихында мөһим урын биләй. Онғоттар менән сәйәси союзға инеп, ҡытайҙарҙың Цзинь дәүләтенә ҡаршы походҡа йыйынған Сыңғыҙ хан 1211 йылдың май айында үҙенең ҡыҙын онғот кенәзе Алахус-дигит Хуриның кесе улына кейәүгә бирә. Ҡытайҙарҙың "Юань ши" хроникаһында онғот кенәзенең "шатоларҙың яньмэнь тоҡомонан булыуы", "Алахус-дигит Хуриның кесе улы Боёханың Алахай-беги исемле принцессаға өйләнеүе" хаҡында мәғлүмәт теркәлгән. Ошо ваҡиға фарсы тарихсыһы Рәшид ад-дин яҙмаларында икенсе төрлөрәк күрһәтелә. Онғот хакимы Алакуш-тегин Цзинь императорының вассалы була, уның яугирҙары Бөйөк Ҡытай стенаһының ҡапҡаларын һаҡлай. Әммә онғот юлбашсыһы Сыңғыҙ хан яғына сығыуҙы хуп күреп, уның Цзинь империяһына ҡаршы походҡа сыҡҡан ғәскәрен Ҡытай стенаһы аша уҙғарып ебәрә. Онғот хакимының ошо хеҙмәте өсөн рәхмәтле булған Сыңғыҙ хан үҙенең ҡыҙы Алахай-бегины Алакуш-тегингә кейәүгә бирергә теләй, әммә уныһы хан ҡыҙын Шенгуй исемле энеһенә димләй. Һуңынан уларҙың Ангудай исемле улы монгол Тулуй хан ҡыҙына өйләнә. Арғын хандың әсәһе Ҡаймыш хатун да онғот ҡәбиләһенән була.
Әле килтерелгән мәғлүмәт нигеҙендә Рәшид ад-дин ошондай һығымта яһай: "Был тарихтан Сыңғыҙ хан тоҡомдарының ҡыҙҙарын онғот ҡәбиләһенә биреүе һәм уларҙан алыуы күренә". Бында Алакуш-тегиндың, Тамерлан кеүек үк, гурген тигән хөрмәтле титул йөрөтөүен дә иҫәпкә алырға кәрәк: был титул тик Сыңғыҙ хан тоҡомдары кейәүҙәренә бирелә.
Әле бәйән ителгәндәрҙән монголдарҙа онғот этнонимы менән аталып йөрөтөлә башлаған, ҡытайҙарҙа шато исеме менән билдәле булған ҡәүемдең Урта Азия һундарынан булып, үҙҙәрен унн халҡы тип иҫәпләүе асыҡ күренә. Монгол яуҙары осоронда онғот яугирҙарынан 5 меңлек ғәскәри корпус төҙөлә, улар менән 5 онғот сардары етәкселек итә. Монгол яуҙары осоронда улар көнбайышҡа табан хәрәкәт итеп, Алтын Урҙа дәүләте осоронда яулап алынған ерҙәрҙә таралып йәшәй башлай. Онғот этнонимы менән аталып йөрөтөлгән ырыуҙар, монголдарҙан башҡа, ҡаҙаҡтарҙа ла була. Ә башҡорттар составына инеп киткән онғоттар, төрки теле ҡанундарына ярашлы, унлар (уннар) тип үҙгәртелә биргән исем аҫтында билдәлелек таба. Бында беҙ ике этнонимдың - унлар һәм онғот (унгут) атамалары тамырының бер үк булыуын күрәбеҙ: ун (он) тамырына монголса күплек суффиксы -ут ялғанһа, төрки телдәрендә күплекте белдергән -лар ялғауы ҡушыла. Шулай итеп, унгут-онғоттар һәм унлар этнонимдары бер үк ҡәүемдең монголса һәм төркисә атамалары икәненә ышанырға була. Был осраҡта байлар ырыуы атамаһының монголса "байат" йәиһә "байаут", ә мырҙаларҙың "тайджиут" рәүешендә әйтелеүен дә дәлил итеп ҡарарға була. Рус тарихсыһы Н.А. Аристов боронғо онғот халҡының Монгол илендә тороп ҡалған өлөшө хаҡында шулай яҙа: "...ныне составляют, совершенно омонголившись, аймак ониют в Монголии". Ҡытай Халыҡ Республикаһының Эске Монголия автоном районында әле лә Оннюд-Ци (Оннюдтар байрағы) хошунында (өйәҙендә) боронғо онғот вариҫтары йәшәй.
Башҡорт унларына килгәндә, улар Тарихи Башҡортостан территорияһына XIII быуатта, бер өҙлөкһөҙ тиерлек барған монгол яуҙарынан һуң хәрби хеҙмәттәре өсөн аҫабалыҡ хоҡуғы алып, үҙҙәренә тәғәйен ерҙәргә килеп урынлаша. Бында башҡа башҡорт ырыуҙарының да, Сыңғыҙ хан дәүләтенең союздашы булараҡ, монгол походтарында ҡатнашып, үҙҙәренең аҫабалыҡ хоҡуғын билдәле бер килешеүҙәр нигеҙендә нығыта алыуын иҫәпкә алыу фарыз.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 35-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.09.21 | Ҡаралған: 296

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru