«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕР ЙӘШЛЕКТӘ, БЕР ҠАРТЛЫҠТА, ЙӘКИ ҮТКӘНДӘРҘЕ ҠАЙТАРЫУ МӨМКИНМЕ?
+  - 


"Мөхәббәт бер генә, килмәй ул гел генә…" тип йырлай инек йәш саҡта. Был йыр популяр булған ваҡыттарҙан инде ярты быуат самаһы үтеп тә киткән. Уны ҡасандыр һағышланып йырлаған кешеләр ҙә инде олоғайҙы. Ниндәй йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, бер кем һәм бер ҡасан битараф булмаған, йырҙарҙа йырланған ана шул мөхәббәт хаҡында фәлсәфәләп алырға ниәтем.

Инде алтынсы-етенсе тиҫтәһен ҡыуып барамы, әллә әле генә ун етеһен тултырғанмы, һәр кем уны үҙенсә аңлай. Тормош борон-борондан шулай киләлер инде. Ҡасандыр, сәскәләй йәш мәлдәрендә бер-береһен өҙөлөп һөйөп, хатта ҡауышып, бергә-бергә ғүмер итеп, хәҙерге көндә инде байтаҡ йәшкә еткәндәрҙең хистәре хаҡында бер аҙ ғына фекерләп алайыҡ. "Заман башҡа - заң башҡа", тигәндәй, "һөйөү" тип аталған был абстракт төшөнсәгә инде тормош һуҡмаҡтары буйлап оҙон ғына юл үткән кешеләрҙең ҡарашы йәш саҡтағыһынан ныҡ ҡына айырыла, минеңсә. Оло кешеләрҙең күпселеге ошо мәсьәләгә инде башҡасараҡ - өлкәндәрсә баға, тимәксемен. Бындай фекер төрлөлөгө уларҙың тәненә хас булған физиологик торош, һәр төрлө гормональ процестарҙың түбәнәйеүе менән генә бәйле түгелдер. Йәше, тормош тәжрибәһе өҫтәлгән һайын кешенең психологияһы, донъяға ҡарашы ла ныҡ ҡына үҙгәрә, етдиләнә бара. Элекке нескә хистәр урынын бихисап көнкүреш проблемалары биләп ала. Урамда китеп барғанда тротуар ситендә берәй йәш парҙың ҡосаҡлашып торғанын күрһәң, уларҙың ҡылығы әллә нисегерәк, хатта әҙәпһеҙлек булып тойола башлай хәҙер... "Үҙеңде бел әле, ҡартлас, һин үҙең дә йәшлегеңдә тап шундай инең бит", тип тағы үҙ-үҙеңде эстән генә тәнҡитләп, йәштәрҙе күрмәмешкә һалышып үтеп китергә генә ҡала. Оло кешеләрҙең ғаиләһендәге үҙ-ара татыу ғына аралашыуҙар ҙа хәҙер фәҡәт балалар, ейән һәм ейәнсәрҙәр хаҡында сөкөрҙәшеүҙән, шунан ҡәнәғәт табыуҙан ғибәрәт. Баштағы "мөхәббәт", "һөйөү" тип аталған төшөнсәләр урынына хәҙер инде "ихтирам итеү" тигән һүҙ урынлыраҡтыр…
Әммә, оло йәшкә етеүенә ҡарамаҫтан, үҙенең тәүге һөйөү хәтирәләрен һис кенә лә онотмай, күңел түрендә һаҡлап, ҡәҙерләп йөрөткәндәр ҙә бар. Әлеге әйткәндәй, "саф мөхәббәт - мәңгелек", тигән инаныуҙа улар һаман. Башлыса, бындай тойғолар йәшлектә осрашып, бер-береһенә ҡарата ҡайнар мөхәббәт хистәре кисерешеп тә, ниндәйҙер сәбәп арҡаһында "яртышар-яртышар" ҡалып, ҡауышыу бәхетенә ирешә алмағандарға хас. Ана шул элекке ғашиҡтарҙың башҡа ғаиләләр төҙөп, хатта бер ҡалала йә күрше ауылдарҙа йәшәп, бер-береһен унда-бында ишетә-күрә генә йөрөгәндәре лә аҙ түгел. "Ҡараштарың ҡағылып-ҡағылып китә, күҙҙәремде йәшерәм һәр ваҡыт… Ағастарҙа алтын, сәстәремдә - көмөш, ваҡыттарҙы булмай туҡтатып…" тип, үҙҙәренең инде алтын көҙө еткәненә бойоғоп, үткәндәрҙе һағынып йырҙар ҙа сығарып йырлайҙар. Йөрәктәре әле булһа йәш, эстәрендәге һөйөү уты һүрелмәгән бына ошо кешеләрҙең бер категорияһына айырыуса иғтибарымды йүнәлтмәксемен. Тормош һәр саҡ тигеҙ генә бармай. Инде олоғая килә, сир-маҙар килеп тотоп, ҡайһы берәүеңде яҡты донъянан алып та китә… Әлеге әйткәндәй, мөхәббәтле булмаһа ла, әллә күпме тиҫтә йылдар парлы йәшәргә күнеккән, һәүетемсә олпат йәштәге кеше "һыңар" ғына булып тороп ҡала. Ир кешеме ул, әллә ҡатынмы… Хәләл ефетен юғалтыу ҡайғыһы онотола башлау менән уның алдына "яңғыҙлыҡ" тигән проблема килеп баҫа. Әле үҙен яҡшы ғына тойған, йәшәү дәрте һүнмәгән шундай тол ҡатынға: "Яңғыҙың бер өйҙөң дүрт мөйөшөнә ҡарап ултырма. Ана, Фәлән ауылдағы "егетең" хәҙер буйҙаҡ бит. Әллә ни бирешкәндәй ҙә түгел, донъяһы ла төҙөк, пенсияһын да арыу ала тиҙәр, балалары ла башҡа сығып китеп бөткән. Риза булһаң, хәҙер үк үҙем барып һөйләшәм, һиңә яусы ебәрһен…" - тип, уның күңел ебен зымбырҙатып ебәреүселәр ҙә табыла. Йә булмаһа, ир кешегә: "Йәш сағыңда үҙең яратып йөрөгән Фәләнбикәңдең бабайы үлеп ҡалғаны хаҡында ишеткәнһеңдер, моғайын. Нишләп бер үҙең генә йәшәп ятаһың былайтып? Шул "элеккеңә" тәҡдим яһаһаң ни була? Ана, ҡалай йонсоп киткәнһең. Тамағың да ҡәҙерле булыр ине. Ул да һине ярата ине лә баһа…" тигән һымағыраҡ кәңәш биреүҙәре лә тәбиғи. Унһыҙ ҙа инде ошо хаҡта уйлана башлаған был ирҙең (йә ҡатындың) "зәңгәр томандар артында" ҡалған әлеге тәүге һөйөү хистәре ҡабаттан яңырып, нәҡ тә элеккесә уны "яндыра" ла башлауы ихтимал… Бәғзеләре, бер нәмәгә лә ҡарамаҫтан, ҙур өмөт бағлап, йәшлек мөхәббәтенә мөрәжәғәт тә итә. Ғәҙәттә, ир кешенең инициативаһы менән, берәй уңайын табып, осрашып, үткәндәрҙе иҫләй-иҫләй, аулаҡта сәй эсеп тә алалар. "Һин дә яңғыҙ ҡалдың, мин дә, тигәндәй, әйҙә, бергәләп тормош ҡорайыҡ", - тип, ир кеше әлеге "егетлеген" итеп, тәҡдим дә яһай. "Һинең хаҡта мин ғүмер буйы уйланып йәшәнем", - тип өҫтәп тә ебәрә. Яңғыҙ йәшәргә күнекмәгән, өҫтәүенә, үҙенең дә йөрәге ҡабаттан "ҡымырйып" барған ҡатын-ҡыҙҙың: "Әллә инде, балалар быға нисек ҡарар бит әле…" - тигән булып, бер аҙ ғына ыңһарлауы ла тәбиғи. Етди ирҙең: "Балаларҙың ни - үҙ тормошо. Бер-беребеҙгә терәк булып йәшәрбеҙ әле…" - тип, тағы ниндәйҙер матур һүҙҙәр әйтеүе гүзәл заттың күңелен бөтөнләйгә иретеп ебәрә… Оҙаҡламай улар береһенең өйөндә бергә тора ла башланылар, ти. Эйе, был - ысынлап та "һөйөү уты менән йылытылған" яңы тормош! Хәҙер был парға артабан бәхет диңгеҙендә генә йөҙөргә лә йөҙөргә… Инде мөхәббәтле ғаилә ҡорған, ҡасандыр үрелеп тә буйы етмәгән хыял йондоҙон ҡулына алған бына ошо парҙың һәр һыңары күҙлегенән сығып, уларҙың уртаҡ донъяһына бағырға тырышып ҡарайыҡ. Ир йортона ингән ҡатындың артабанғы йәшәйеше хаҡында башта бер аҙ сурытып алыу кәрәктер. "Тәүге никах кисе"нән башлайыҡ. Бына шул яуаплы мәлдә кемеһенеңдер "ҡартайыңҡырап" киткәне беленеүе лә мөмкин, әлбиттә. Ярай, бер аҙ "уңышһыҙ" үткән бындай төнгә, әйтәйек, ҡул ғына һелтәнеләр икән, ти. Тәүге бабайы мәрхүм менән дә инде нисәмә йыл айырым мендәрҙә йоҡлап йөрөгән ҡатын был хәл менән тиҙ генә ризалашты ла, ти. "Йомшаҡ характер"лы ир менән дә бынамын тигән итеп йәшәргә була ла баһа. Тик әлеге "бөйөк" хистәр генә һүрелмәһен. Өйҙәге ваҡ-төйәк эштәрҙе эшләп, ҡыбырлап йөрөһә лә, йәш саҡтарҙы иҫләй-иҫләй, яныңда бергә сәй эсешеп ултырһа ла, яҡшы бит. Унда-бында алып йөрөргә "Жигули"һы ла бар. Әммә…
Эш мендәрҙә генә йә сәй эсеүҙә, йә иһә машинала ғына торһа икән дә ул! Бәғзе бер яҡындарының "Олоғайған көнөңдә үҙеңде генә ҡарап ултырһаң ни була, айырым торһалар ҙа, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең бар…" тигән һымағырыҡ иҫкәртеүенә лә ҡарамай, "Мин уны яратам бит", тип әлеге иргә сыҡҡан ҡатын оҙаҡламай, ысынлап та, үкенә башлауы ла ихтимал. Ни өсөн? Сөнки был бабайҙың үҙенең балалары араһында, әйтәйек, "әпсәһенә оҡшаған уҫал" ҡыҙы бар. Әйтәйек, күрше ауылда йәшәгән был ҡыҙы хәл белешергә килә. Атаһы янында өлтөрәп йөрөгән сит ҡатынға күҙ ҡырыйы менән генә ҡарап, һөйләшер-һөйләшмәҫ булып, тырт-мырт итеп, ул йыуған һауыт-һабаларын ҡабаттан йыуып, "был апай"ҙың тамам кәйефен төшөрә. Атаһын, мәрхүм әсәһенән ҡалған йорт-ҡаралтыһын ҡыҙғанауы ла ҡыҙының тын алышынан һиҙелә. "Киләһе аҙнала тағы килермен, атай, һау бул", тип, был ҡатын менән хушлашмайынса ла ҡайтып китә. Өҫтәүенә, ирҙең даими эше булмаған, йыш ҡына "төшөрөргә" яратҡан бер улы ай һайын, атаһы пенсия алған көндә килеп, "бахмурға" аҡса һорап ҡаңғыртҡылауы хаҡында был ауылдағы бер таныш ҡатын сер генә итеп иҫкәрткәнен иҫенә төшөрә ҡатын. Бына шулай. "Әллә инде, артабан бергә йәшәп булырмы-юҡмы", тигән уйҙар ҡатын кешене көндән-көн йышыраҡ борсой башлауы ла мөмкин…
Тағы бер шундай ғаилә вариантын алып ҡарайыҡ. Йәш сағында йәндәй күреп, күтәреп кенә алып йөрөгән зифа буйлы һылыуҙы, олоғайғас ҡына ҡатын итеп алған ирҙең хәле хатта күпкә мөшкөлөрәк тә булыуы мөмкин. Тик уны күтәрә алмауҙа түгел эш… Ҡартыбыҙҙың ошондайыраҡ хәлгә тарыу ихтималлығын күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ. Әйтәйек, элеккегә ҡарағанда тулыраҡ, ә йөҙгә мөләйемерәк тә булып тойолған был ҡатыны баштан уҡ уның күңеленә ятты икән, ти. Яғымлы ҡатын уның пенсияһына өр-яңы костюм да һатып алып бирҙе, баҙарҙан алған яңы бүрек тә ҡарттың күңеленә хуш килде. "Мин һине элеккеләй йәш, матур итеп күргем килә", тип әйтеүҙәре үҙе ни тора! Инде ун биш-егерме йылдай хәмер тигән нәмәне ауыҙына ла алмаған ҡартына "аппетит өсөн" тип "илле грамм" да һалып бирергә иткәйне, әммә ир әҙәпле генә итеп унан баш тартты. Ирҙең иҫерткес эсемлекте эсмәүен ҡатын да бик оҡшатты, буғай. Хатта бер яҫтыҡта ла йоҡлайҙар… Ә уны элекке ире менән сағыштырып, нисегерәк итеп маҡтағанын ишеткәс, әллә ниндәй "туң" ерҙәрең дә иреп китер. Бына ҡайҙа ул - бәхет! Тик бер көндө ҡатыны уға: "Күпмелер ваҡыт минең пенсияма йәшәп торорбоҙ. Һин үҙеңдекенә, кредит алып, улымдың фатирын түләш әле", - тийәсәк һәм матур йылмайып, ҡарттың сал сәстәрен һыйпаҡлаясаҡ. Ҡатындың үткән йыл ғына өйләнгән кинйәһе ипотека бурысына төшөп, шунан сыға алмай аҙаплана икән... Бабай шунда уҡ былтыр үҙенең улы ла уға тап ана шундай һорау менән мөрәжәғәт иткәнен иҫләй. "Шәриғәттә процентҡа аҡса алыу, биреү ҙә ҡәтғи тыйылған. Гонаһынан ҡурҡам", тигәс, улы башҡаса көсләшеп тормай. Ә был һөйөклөһөнә ни тип яуап бирергә? "Балалар менән кәңәшләшеп ҡарарға кәрәк…" тигән булыр. Ҡарттың шыбыр тиргә батып, артабан ни әйтергә белмәй ултырғанын күргән "йәнкиҫәген" бер нисә секунд эсендә, гүйә, бөтөнләйгә алыштырып ҡуялар: "Ҡайҙа һинең элекке егетлегең? Мин, бер ҡатлылығым менән, олоғайған көнөмдә туғандарым, таныштарым алдында оятҡа ҡала-ҡала һиңә ышанып, кейәүгә сығырға ризалығымды бирҙем. Ә һин ниндәйҙер бер ваҡ ҡына мәсьәләне лә балаларыңдан тыш хәл итә алмайһың икән!" - тип, иң нескә урындарға тейә-тейә "һөжүм"гә күсер. Көн дә ошо хаҡта мыжып, ана шуға бәйле, артабан бергә тороу-тормау мәсьәләһен "ҡабырғаһы менән" ҡуя башлар ҡатыны. "Ундай нәмәне дин ҡәтғи тыя ла баһа", тигән һүҙҙәрҙе хатта ҡолағына ла элмәҫ. "Ҡайһы арала шулай изге булып киттең әле", тип кенә ебәрер… "Ярай әле, был ҡатын үҙенең кемлеген алдараҡ белгертте. Бындай ҡатын менән артабан ғүмер ҡыҫҡартаһым юҡ…" тигән уй башына килеп, элекке "һөйөү усағы"ның бер бөртөк осҡон ишараты ла ҡалмағанлығына тамам инанған бабай артабан тороу-тормау мәсьәләһен үҙ файҙаһына хәл итте, ти. Башында аҡылы булған ирҙең, тап бына ошолай итеп фекерләп, ваҡытында "ҡотолоп" китеүе лә мөмкин.
Бабайыбыҙ бер аҙ "асығауыҙ" булды икән, тип ҡарайыҡ: Аллаһ һаҡлаһын! Әллә күпме сумма кредит алып, башҡа ауыл, ҡалаларҙа йәшәгән үҙенең балалары ошо хаҡта хәбәрҙар була ҡалһа, ана шул ғәзиздәренә ниндәй күҙ менән ҡарар ине?.. Ә инде шундай парҙың бер һыңары кинәт кенә был донъянан китеп барған хәлдә… Һуңынан бындайҙарҙың балалары араһында тыуған бүлеш, ыҙғыш-тартыш, судлашыуҙар аҙмы ни? "Йәшләй һөйгән йәрҙәрҙең" әле һанап киткәндән дә хәтәрерәк проблемаларға барып юлығыу ихтималлығы ла бар бит.
Һуң ғына тормош ҡорған бына шундай бәғзе берәүҙәрҙең татыу-татлы ғына йәшәп китеүҙәренә бихисап кәртәләр булыуына, шулай ҙа, кемеһе ғәйепле? Ирме, әллә ҡатынмы? Ә бит, тәрәнерәк уйлап ҡараһаң, икеһе лә хаҡлы уларҙың. Береһе лә насар кешеләрҙән түгел. Тик кемдер һәм ҡасандыр уйлап сығарған "мәңгелек һөйөү" тип аталған нәмәгә үҙен-үҙе ышандырырға тырышып, ғүмер буйы күңелдәрендә һаҡлап йөрөткән улар был төшөнсәне. Үҙҙәренең башҡа тормошо, ғаиләләре булыуына ла ҡарамаҫтан. Бөгөнгө көн улар бер-береһе өсөн бөтөнләйгә ят. Һәр береһенең үҙ балалары - ғәзиздәре… Урыҫтар әйтмешләй, һәр кемдең күлдәге үҙ тәненә яҡын. Ошо хәҡиҡәтте бик һуң ғына аңлайҙыр бәғзе әҙәм балаһы. Ярай әле, аңларлыҡ хәлдә булһа… "Яңылышты төҙәтеп, яҙмышты үҙгәртеп йәшәһәң, йәшлек кире ҡайтыр кеүек" тип, олоғайғансы үҙ хистәренә алданып ғүмер итеүсе яҡташтарым өсөн булды был әйтер һүҙем.
Мөхәббәтте бөтөнләйгә инҡар итергә маташа икән был ағай, тип тә уйлай башлағандыр бәғзеләр. Юҡ, әлбиттә! Ялҡынлы, ҡайнар, саф мөхәббәт тигән терминдарҙы үҙҙәренең шаулап-гөрләп килгән йәшлек яҙында дәрттәре ташып торған алтындай йәштәребеҙ, әйҙә, ҡулланһын! Ана шундай тылсымлы һүҙҙәр аша йәш хәләл ефеттәр бер-береһенә хистәрен аңлатышһын, танһыҡтары ҡанғансы!.. Әммә оло кеше үҙенең хәлен, урынын белергә тейеш. Икәүең дә иҫән саҡта, ян-яғыңды ҡымтып, "боронғо" хистәреңде бер ергә нығыраҡ йәшереп, хатта кәрәккән-кәрәкмәгәнгә лә бер-береңде хуплаштырып, "майлаштырып", дөйөм балаларыңды ғына хәстәрләп, шуларың өсөн шатланып, ғүмер аҙағына тиклем барып етеү хәйерлерәктер. Етди сирләп, үлем түшәгендә ятҡан хәлдә лә, әллә күпме тиҫтәләгән йыл бергә ғүмер иткән хәләл ефетеңдән, үҙеңдең ғәзиз балаларыңдан артығыраҡ һине бер кем дә ҡарай алмаясаҡ. Әгәр берәйең яңғыҙ тороп ҡалды икән, инде үҙҙәре лә олоғайып килгән улдарың, ҡыҙҙарың, үҫеп килгән ейән-ейәнсәрҙәрең хаҡында иң беренсе нәүбәттә фекерләү кәрәк. Ныҡ ҡартайған мәлеңдә ана шул ғәзиздәреңдән дә яҡыныраҡ бер кемде лә таба алмаҫһың. Ҡабаттан ғаилә ҡорорға йөрьәт иткәндәр айырыуса һаҡ, иғтибарлы булырға тейеш, тимәксемен. "Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ", тигән бит боронғолар.
"Һуңлап", әммә һәр яҡтан ентекле уйлап ҡоролған бәхетле ғаиләләр ҙә бар, әлбиттә. Бөгөнгө һүҙем улар хаҡында түгел. Мөхәббәтте данламаған, өҫтәүенә, уны мәңгеләштереү яғында ла булмаған фекерҙәрем менән ризалашмаусыларҙың күп булыуына шигем юҡ. Ә һеҙ, шулай ҙа, ошо мәсьәләгә нисек ҡарайһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар?

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.09.21 | Ҡаралған: 517

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru