«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛА ТЫУҒАС...
+  - 

Яңы тыуған баланың донъяға килеүенә 1-2 сәғәт уҙғас, уны имеҙергә рөхсәт ителгән. Беренсе тапҡыр имеҙер алдынан сабыйға киләсәге бәхетле булһын өсөн бер балғалаҡ бал йәки һары (йәки күбек) май ҡаптырғандар. Имеҙеү осоро 1 - 1,5, ҡайһы ваҡыт 3-4 йәшкә тиклем һуҙылған. Имеҙгәндә ваҡыт билдәләнмәгән - бала, туйып, үҙе туҡтағансы имгән. Имергә теләге тыуа икән, йәнә имеҙгәндәр. Йәй көнө имсәк ташлатмағандар.

Имеҙеүгә өҫтәп ашатыу 4-6 айҙан башланған. Тәүҙә һыйыр һөтө, һуңынан, иҙеп, ғаилә ашаған бөтә төр ашамлыҡ бирелгән. Имеҙлек ҡулланылмаған. 3-4 йәштән алып, яҙғы-йәйге ваҡытта балаға ашатыу өсөн ҡыр йәшелсәһе, еләк-емеше киң ҡулланылған. Йыуа, ҡуҙғалаҡ, ҡаҡы һымаҡ үҫемлектәр эсәктәрҙәге паразит селәүсен-ҡорттарҙан ҡотолорға ярҙам иткән, зәңге ауырыуынан һаҡлаған.
Баланы беренсе тапҡыр йыуындырғанда һыуға бер семтем тоҙ һалғандар. Боронғолар әйтеүенсә, тоҙло һыуҙа сабыйҙың тиреһе "нығый" һәм тире ауырыуҙарына, боҙолоуға тиҙ бирешеп бармай. Яңы тыуған баланың сәсен ҡырғандар. Был сара сәс үҫеүҙе яҡшырта, сәс ҡуйыраҡ булып үҫә, тип иҫәпләгәндәр. Өҫтәүенә, сәсте ҡырыу баланың башын ҡаплаған ҡауаҡтың тиҙ бөтөүенә булышлыҡ иткән.
Башҡорт ғаиләһендә имсәк баланы мотлаҡ рәүештә биләгәндәр. Боронғолар фекеренсә, биләү баланың аяҡтарын кәкерәйеүҙән һаҡлай. Бала йоҡлағанда тулай, тибенә, йүргәге асылып китеп, һыуыҡ тейеүе бар, биләү ниндәйҙер кимәлдә ошонан да һаҡлай. Баланың тәне сейләнмәһен тип, йүргәк аҫтына ҡоро сөрөк онтағы һалғандар.
Балаларҙы эшһөйәр итеп тәрбиәләргә тырышҡандар. 3-4 йәшкә тиклем бала, ғәҙәттә, әсәһе янында булған. Аҙаҡ ҡыҙ бала әсәһе янында йөрөп, ҡатын-ҡыҙҙарға хас булған төрлө хужалыҡ эшенә, ә малайҙар атаһы эргәһендә йөрөп, мал ҡарарға, сәсеү эшенә һ.б. өйрәтелгән. Атай кеше йыш ҡына 4-5 йәшлек улын атҡа мендергән. Шуға ла инде башҡорттар оҫта һыбайлы булыуы менән дан тотҡан.
Баланы эшһөйәр итеп тәрбиәләүҙә иң элек ата-әсәнең өлгөһө мөһим роль уйнаған. Эшкә өйрәткәндә баланың көс-хәле лә иҫәпкә алынған. Мәҫәлән, 12 йәше тулмаған ҡыҙ балаға һыу ташырға рөхсәт ителмәгән. Ул һыу килтерә икән, уны эсеү гонаһ тип һаналған. 12 йәше тулмайынса ҡыҙҙарға үҙаллы аш-һыу әҙерләү рөхсәт ителмәгән.
Балалар тормошона физик культура һәм спорт иртә ингән. Хәрәкәткә ҡоролған төрлө уйындар, ярыштар йәш быуынға физик үҫеш, сынығыуҙан тыш, мораль-психик һәм эстетик тәрбиә лә биргән.
Балаларҙы физик язалау һирәк ҡулланылған, ул да булһа, бик тә тыңламаған баланың ултырышына сәпәүҙән йәки семтеп алыуҙан торған. Башына, биленә хатта еңелсә һуғыу ҙа ҡәтғи рәүештә тыйылған, халыҡ тарафынан ғәйепләнгән. Баланы һаулыҡ һаҡлауға иртә өйрәткәндәр. Ашыҡмайынса, ныҡ сәйнәп ашарға, көсөнән килмәгән эшкә тотонмаҫҡа, тәртип-таҙалыҡ һаҡларға, эңер төшкәс, сүп түгелгән ерҙә уйнамаҫҡа, һалҡын ергә ултырмаҫҡа һ.б. Бала-сағаның һаулығын нығытыуға тағы ла бер ғәҙәт ярҙам иткән. Хатта етеш йәшәгән ғаиләләрҙә лә 3-4 йәше тулған балалар йәй буйына яланаяҡ йөрөгән. Фән иҫбатлауынса, табандарҙы сыныҡтырыу бигерәк тә һыуыҡ тейеүҙән һаҡланыу йәһәтенән файҙалы. Һәр кеше, бигерәк тә балалар һаулығында дөрөҫ һәм ваҡытында ял итеүҙең мөһим роль уйнағанлығы һәр кемгә билдәле. Борон башҡорттар баланың йоҡоһона айырыуса иғтибар биргән, бала ни тиклем йәшерәк булһа, ул шул хәтлем оҙағыраҡ йоҡларға тейеш, тип иҫәпләгәндәр. Ә бала ҙурайыу менән йоҡо ваҡыты сикләтелә. Самаһыҙ күп йоҡлауҙы ялҡау һәм булдыҡһыҙ кешеләргә хас сифат тип иҫәпләгәндәр.
Имсәк баланы атлай башлағанға тиклем бишектә йоҡлатҡандар. Баланы уң яҡ ҡабырғаға ятып йоҡларға өйрәткәндәр. Мендәрҙе үтә текә итеп тә, үтә түбән итеп тә һалырға тырышмағандар. Был баҫлығып һәм хырылдап йоҡлауға килтерә, тип иҫәпләгәндәр.
Башҡорттарҙа кешене ҡысҡырып йәки ҡапыл уятырға ярамаған. Йоҡоға киткәндә кешенең йәне осоп сығып китә, имеш. Кешене ҡапыл уятһаң, йәне ҡайтып өлгөрмәй. Шуға күрә баланы уятҡанда тәүҙә исеме әкрен генә әйтелә. Был, әлбиттә, мистик ҡараш. Шул уҡ ваҡытта ошолай һаҡлыҡ менән уятыуҙың үҙ мәғәнәһе бар. Сөнки ҡапыл уятып, кешене ҡурҡытып, нервы-психикаһын ныҡ ҡаҡшатырға мөмкин. Белеүебеҙсә, балаларҙың, бигерәк тә кесе йәштәгеләрҙең, үҙәк нервылар системаһы нығынып етмәгән була. Шуға күрә ҡапыл уятыу улар өсөн бигерәк хәүефле.

Варис ҒҮМӘРОВ.
"Башҡорт халыҡ медицинаһы" китабынан.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.21 | Ҡаралған: 771

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru