«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҢ ҘУР ГОНАҺ...
+  - 

Сит ҡалала йәшәүсе таныштарымдың ҡыҙы ирһеҙ тапҡан балаһынан баш тартҡан. Был хәбәрҙе, ғәйбәт сифатында, кеше аша ғына ишеттем. "Етлекмәгән, барыбер йәшәй алмаҫ, тинеләр, ҡыҙыма хатта "үлде", тигәндәр", - тип һөйләгән икән өләсәй була торған бисә. Унан "Үгәй атаһы үҙен этеп-төртөп үҫтерҙе, хәҙер ул баланы яҡлашып, талашып ултырыр хәлем юҡ", тип тә аҡлана икән.

Төптө буш хәбәр! Баланан баш тартыу өсөн әллә күпме ҡағыҙҙар тултыраһың, бер бәләкәй генә башҡорт ҡалаһында ниндәй табип һиңә: "Алмағыҙ, үлә ул", - тип торһон. Шундай эште хәл итеү ҙә бер көнлөк мәшәҡәт түгел. Аҙна буйына шул ҡағыҙҙар артынан йөрөгәндә ғаиләләгеләрҙең, туғандарының береһенең миһырбанлығы уянманымы икән ни?
Улар үҙҙәре билдәле кешеләр. Фатирлы, машиналы, эшлеләр. Ә бер бармаҡ башындай баланы һыйҙырырға урын тапмағандар. Һәүетемсә йәшәп яталарҙыр, көлөп һөйләшәләрҙер, ултырып ашайҙарҙыр ҙа, ятып йоҡлайҙарҙыр... Шул мәл, бер генә мәлдә, ҡайҙалыр имсәк эҙләп тамшанған баланы иҫләп китеп, йәндәре һыҙламай микән? Ошо һорауҙы бик тә биргем килә шуларға...
Тыума (тума) тиҙәр беҙҙең яҡта ирһеҙ табылған баланы. Йәғни, тыума - донъяға яралма, йәшәмә мәғәнәһендәлер инде. Был, әлбиттә, ҡыҙ намыҫы, ғаилә намыҫы һ.б. төшөнсәләрҙе аяҡ аҫтына һалып тапауҙы хупламауҙы күрһәтә. Никахһыҙ, бәйһеҙ тормош алып барыу, тәрбиәһеҙлек, шул уҡ ваҡытта яңылышыу, алданыу, бәхетһеҙ мөхәббәт емештәре лә булырға мөмкин был сабыйҙар. Әммә, нисек кенә булмаһын, уны Аллаһы Тәғәлә был донъяға яралтҡан, йән биргән. Нисек итеп беҙ, ябай кешеләр, уға "Тыума" тип әйтә алабыҙ?
Үрҙә әйткәнемсә, теге өләсәй булған ҡатындың күңелендә берәй тойғо уятҡым килеп, интернет аша булһа ла һалайым әле, тип, дини яҙмаларҙан бала ҡалдырыусы ҡатындарға төбәлгән тәрбиәүи нәсихәттәр эҙләй башланым. Һәм... тапманым. Был ҡырағайлыҡ диндә ҡаралмаған да икән хатта. Кеше һынлы кеше, әсә кеше, ундайға бара алмай, тигәндер Аллаһ та.
Күптән түгел интернет селтәрҙәрендә бер ҡатындың бала табыу йортонда ташлап киткән ҡыҙын килене йөҙөндә танығанын уҡығайным. Икенсе ҡатын телетапшырыуҙа: "Ташлап киткән баламдың илаған тауышы ныҡ мейемә һеңеп ҡалды һәм ғүмер буйы килер бәхетһеҙлектәрем алдынан шул ауазды ишетер булдым", - тип һөйләй. Унан килә, тормош тәжрибәһе күрһәтеүенсә лә, бала ҡарғышы алған ҡатындарҙың, уларҙы етемлеккә дусар иткәндәрҙең язаһын алыуына икеләнергә лә түгел. Хоҙай бит инде уларға был баланы һынау итеп биргән, улар уны бәлә, мәсхәрә итеп ҡабул итеп, баш тартҡан. Яуап биреү юлдары иһә нисек кенә булмаҫҡа мөмкин...
Балаларының ошондай хата аҙымын сабырлыҡ менән күтәреп, бында үҙ ғәйептәрен дә танып, гонаһһыҙ сабыйҙарҙы тейешенсә ҡабул итеп алған күп кенә ата-әсәләрҙе, өләсәй-олатайҙарҙы беләм. Заманында үҙемә туған тейешле бер студент ҡыҙҙы, бала табыу йортонан барып алып, атаһы ғәфү иткәнсе хатта үҙемдә йәшәтеп торорға ла тура килгәйне. Бөгөн ул бала шул олатай-өләсәйҙең уң ҡулы булып, төп терәге булып йәшәй. Яратып туймайҙар үҙен. Олатаһы, шулай, тура килеп һөйләшкәндә: "Балабыҙға башта булған хәлдәрҙе әйтеп ҡуйма инде", - тип тә иҫкәртте.
Икенсе таныштарым етлекмәгән генә яңы тыуған ҡыҙ баланы алып тәрбиәләне. Бик яй үҫте ҡыҙыҡай, әсәһе, белдермәйем, тип, эсен бәйләп йөрөгәндән, тигәндәр. Шул ҡураҡас ҡынаны эшкиндереп, кеше итеп алды йөрәкле әсә. Әле "биш"кә генә уҡып йөрөй. Бына бит, кешелеклек бар ерҙә бәхет тә бар.
Әлбиттә, берәүгә лә "Балаңды ташлама" тип төбәп кенә аҡыл өйрәтеп булмай, закон рөхсәт итә, йәмғиәт күҙ йома. Ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙың ата-әсә һүҙенә ҡаршы бара алмауы ла мөмкин. Иргә ярайым, тип, башта үҙ балаңдан, унан балаңдың балаһынан йөҙ бороу, уларҙы әсәйле булыу бәхетенән мәхрүм итеү - ҡатын-ҡыҙҙың был донъяла яһай алған иң ҙур гонаһылыр, моғайын. Хоҙай ҡөҙрәте булып, шундай ҡатындарҙың йөрәге асылып китһен ине лә бит...

Лилиә ИСМӘҒИЛЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 15.10.21 | Ҡаралған: 2449

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru