«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН НИНДӘЙ МИЛЛӘТТӘН?
+  - 


Шундай һорау биреүселәр ишәйә түгелме?
Райондарыбыҙҙың береһендә йәшәгән бер ағинәйгә, хаҡлы ялдағы уҡытыусыһына, элекке уҡыусыһы мөрәжәғәт иткән: "Минең атайым башҡорт, ә әсәйем - мәрйә. Апай, әйтегеҙ, зинһар, мин үҙем ниндәй милләттән булам? Үҙемде башҡорт йә урыҫ тип тоймай, аҙашып тик йөрөйөм…" Был ир кеше хатта илар сиккә етеп, ана шул һорауына яуап тапҡыһы килеүен әйткән. Уҡытыусыһы уға: "Әлбиттә, һин - башҡорт", - тип яуап биргән. Мин был ағинәйҙең яуабы менән ҡуш ҡуллап килешәм һәм ошо мәсьәлә тирәһендә бер аҙ фекер йөрөтөп алыуҙы ла кәрәк тип таптым.

Бик күптәр милләтте кеше үҙе һайлап алырға тейеш, тип һанай. Паспортҡа кем тип яҙҙырһаң да барыберҙер инде ул. Закон тарафынан бында бер ниндәй сикләү юҡ. Әммә Ер йөҙөндәге күпселек халыҡта милләт атаһына ҡарап билдәләнә. Башҡорттарҙа ла элек-электән шулай килгән ул. Күрше ҡаҙаҡтар менән ҡоҙалашып йә уларҙан ҡыҙ урлап, килен итеп алыу осраҡтары ла йыш булып торған. Әммә шул килендән тыуған балалары барыбер ҡаҙаҡҡа әйләнеп китмәгән. Шуға күрә лә, әсәһе мәрйә, немец, негр йә йәһүд ҡыҙы булыуына ҡарамаҫтан, әгәр атаһы башҡорт икән, был кеше башҡорт булып һаналырға тейеш тип уйлайым.
Йәһүд тигәндәй, бына ошо осраҡта, йәғни, атаһы башҡорт булып та, әсәһе йәһүд милләтенән икән, ысынлап та, ғаиләлә ныҡ ҡына аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуыуы мөмкин. Сөнки йәһүд халҡы милләтте әсәһенә ҡарап аныҡлай. Ул ғына ла түгел, улар ошо мәсьәләгә бик етди мөнәсәбәт ҡыла. Йәһүдиҙәрҙең фекеренсә, кеше әсәһенә нығыраҡ яҡын. Атаһына ҡарағанда ла. Сөнки әсә балаһын туғыҙ ай буйы (кеше булып формалашып бөткәнсе) ҡорһағында алып йөрөй, тыуғандан һуң да тағы күпмелер ваҡыт күкрәгенән айырмай. Милләт мәсьәләһенә шундай ентекле ҡарауҙары ла, бәлки, был халыҡтың йәшәү һәләтлелеген һаҡлап киләлер. Бөтә донъя йөҙөнә таралышҡан был милләт вәкилдәренең Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас та, бик тиҙ арала йыйылышып, үҙҙәренә айырым бер дәүләт төҙөй һалып алыуы, туған телен һаҡлап ҡалыуы ла күп нәмәгә ишара. Ситкә киткән (хатта үҙ илендә йәшәгәндә лә) беҙҙең бәғзе милләттәштәребеҙ һымаҡ, бүтән халыҡ араһында иреп, милләтен онотоу уларға әллә ни хас түгел.
…Медицина күҙлегенән сығып ҡарағанда, ир кешелә Х һәм Y енес хромосомаһы, ә ҡатын-ҡыҙ күҙәнәгендә - бер пар Х хромосома була. Әгәр ҡауышыу мәлендә ир кешенең Y хромосомаһы ҡатын хромосомаһының береһе менән ҡушыла икән - малай, ә Х хромосомаһы ҡушылһа - ҡыҙ ярала. Икенсе төрлө итеп әйткәндә, баланың малай йә ҡыҙ булыуы тик ирҙең хромосомаһынан тора. Бер-бер артлы ҡыҙ тапҡан ҡатынына бәғзе ирҙәрҙең: "Миңә бер малай табып бирергә лә эшкинмәйһең", - тип бурылдауы һис кенә лә урынһыҙ. Көслө заттың ошо өлкәлә бер нимә лә белмәүенән килеп сыға бындай һорау, тимәксемен. Әлеге Y хромосома - быуындан-быуынға күсеп килә һәм бер ваҡытта ла Х-ҡа әйләнмәй. Ул фәҡәт атайҙыҡы ғына… Ә инде ҡатын ҡыҙҙағы ике Х хромосоманың атаһыныҡы йә әсәһенеке икәнен айырыу ауыр. Шулай ҙа, әүәлдән ир-аттар аша һаҡланып килгән милләт төшөнсәһе бының менән бәйле түгелдер, тип уйлайым. Сөнки борон генетика тигән нәмәне бөтөнләй белмәгәндәр бит. Әммә был - ҡыҙыҡлы. Тағы ла әлеге уҡытыусыһына мөрәжәғәт иткән ир кешегә әйләнеп киләйек. Ул, ябай итеп әйткәндә, атаһының Y хромосомаһы арҡаһында ир булып тыуған. Ҡартаталарында ла ана шул хромосома борондан тапшырыла килгән. Әгәр был кешенең үҙенең улдары булһа, уларҙа ла, ейәндәрендә лә ана шул "ирҙәр хромосомаһы" буласаҡ. Икеләнеп ултырырға түгел, әлеге әйтелгәнсә, был иптәштең әсәһе йәһүд милләтенән түгел бит… Шундай-бындай һорауҙар килеп тыумаһын өсөн, үҙенең милләте хаҡында баланың аңына бәләкәйҙән һеңдерә барыу кәрәктер тип уйлайым. Был осраҡта, бәлки, был ир кешенең мәрйә әсәһе үҙ милләтен күберәк иҫкә алғандыр ҙа, ә атаһы ошо мәсьәләгә бөтөнләйгә битараф булғандыр…
Хөрмәтле милләттәштәр, "миҙалдың икенсе яғына" ла күҙ һалыу кәрәк. Әгәр инде беҙҙең һылыуҙарыбыҙҙың башҡа милләт кешеһенә тормошҡа сығырға уйы бар икән, тыуасаҡ ғәзиздәренең дә үҙ аталарының милләтенә күсеп китәсәген (балаларының башҡорт булмаясаҡтарын) күҙ уңынан ысҡындырмаһындар ине улар. Аталары сабыйҙарын Иван, Ваня йә Оганес тип атарға уйлаһа, кемдер әйтмешләй, бер ҡайҙа ла бара алмайһың. Шундай һәм башҡа күп кенә аңлашылмаусанлыҡтар килеп сығыу ихтималлығын иҫтә тотоу кәрәк. Киләсәктә, ҡасан да булһа берәй ваҡыт, ата-бабаларың тотҡан хаҡ динде иҫләп, иман килтереп, бер Аллаһ Тәғәләгә баш эйеп йәшәй башларға теләгең тыуыуы ла бар бит. Ана шул мәлдәрҙә ҡатнаш никахтағы ғаиләлә айырыуса етди ҡыйынлыҡтар булыуы мөмкин (Йәш сағында, уны-быны уйламаҫтан, башҡа диндәге бер егеткә кейәүгә сығып, һуңынан, олоғайған көнөндә: "Атайым үҙе хатта мулла була торғайны. Нишләп мине дини рухта тәрбиәләп, шул әҙәмгә тормошҡа сығыуҙан тыймаған икән?"- тип үкенгән бер апайҙы ла беләм). "Ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫ" тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. "Мөхәббәт" тигән төшөнсәне үҙенсә аңлап, сит яҡҡа сығып китеү мәсьәләһенә ябай ғына ҡараған гүзәлдәребеҙгә арналды был һүҙем. Ә ир кеше, әлеге әйтмешләй, кәләш итеп мәрйәне ала икән - был мәсьәлә, сағыштырмаса, бер аҙ "йомшағыраҡ". Мосолман иргә шәриғәт христиан йә йәһүди динендә булған ҡатын-ҡыҙға өйләнеүҙе рөхсәт итә итеүгә. Тик был юҫыҡта ла проблемалар килеп сыҡҡылай, йәғни икенсе милләт ҡыҙына өйләнгән башҡорт атайының үҙ балаларында башҡорт милләтенә хөрмәт тәрбиәләй алмаған осраҡтар ҙа етерлек...
Милләт мәсьәләһенә динебеҙҙең ҡарашы хаҡында һүҙ йөрөткәндә, әлбиттә, үҙебеҙҙең фаразлауҙарыбыҙға түгел, ә Аллаһ Тәғәләнең Китабына һәм Бәйғәмбәребеҙҙең с.ғ.с сөннәтенә мөрәжәғәт итергә тейешбеҙ. Изге Ҡөрьәндең "Әл-Хүджүрат" (Бүлмәләр) сүрәһенең 13-сө аятында Раббыбыҙ әйтә: "Эй һеҙ, кешеләр! Беҙ һеҙҙе бер ир менән бер ҡатындан барлыҡҡа килтерҙек. Бер-берегеҙҙе таныр өсөн һеҙҙе халыҡтар һәм ҡәбиләләр яһаныҡ. Арағыҙҙан Аллаһ ҡаршыһында иң хөрмәтлеһе - иң тәҡүәлелегеҙ…" Ошо аятта күренеүенсә, Раббыбыҙ кешеләрҙе милләтенә ҡарап, береһен икенсеһенән өҫтөн итеп ҡуймай, ә уларҙың иманына, йәғни Үҙенә буйһоноусанлығына ("тәҡүә" - ғәр. "богобоязненность") ҡарап баһалай. Раббыбыҙ ихтыяры менән, барыбыҙҙың да иң тәүге атабыҙ - Әҙәм ғәләйһис-сәләм, әсәбеҙ Һауа радыйаллаһу булыуына икеләнеүселәр юҡтыр, моғайын. Әммә Аллаһ Тәғәлә беҙҙе һуңынан милләттәргә бүлгән, һәр ҡәүемдең үҙенә генә хас тел биргән икән, беҙ, әлбиттә, халҡыбыҙға, уның теленең именлегенә битараф булып ҡалырға тейеш түгелбеҙ. Бәғзе берәүҙәр милләт тураһында күңелдәргә үтеп инерлек һүҙҙәр һөйләп тә, шул уҡ ваҡытта динебеҙ хаҡында бөтөнләйгә шымып ҡалыусан. Ул ғына ла түгел, хатта халҡыбыҙ дингә килһә, милләт булараҡ юғалып ҡалыуы ла ихтимал, тип фаразлаусылар ҙа юҡ түгел. Ә минең ныҡлы инаныуымса, тап Ислам динендә булғаны өсөн дә, Аллаһ Тәғәлә ихтыяры менән тиҫтәләгән быуаттар милләт бөтөнлөгө һәм телебеҙ һаҡланып килгән. Октябрь түңкәрелешенә тиклем барыһы ла Ислам динен тотҡан халҡыбыҙ ҡыҙ биреү, килен алыу мәсьәләһен хәл иткәндә, тик үҙ динебеҙ, йәғни "үҙ йынысы" вәкилдәре менән генә тормош ҡороуға ифрат та ҙур әһәмиәт биргән. Ҡатнаш никахтар булмаған тиерлек. Һуңғы быуат осоро, әлбиттә, кешенең милләтенә, ниндәй диндә, хатта бөтөнләйгә динһеҙ булыуына ла артыҡ ҡарап бармайҙар…
Бынан тыш, динебеҙ улдың йә ҡыҙҙың үҙ атаһын белә тороп, икенсе кешене "атай" тип, йәки "мин уның улы (йә ҡыҙы)" тип әйтеүенә ҡырҡа кире ҡарашта. Үҙ атаңды "танымау" - оло гонаһ. Шәриғәттә "биологик атай"ға ифрат ҙур роль бирелә икәнен дә һәммә мосолман кеше белергә тейеш. Бына ни өсөн боронғо ата-бабаларыбыҙ үҙ шәжәреһен төҙөүгә шулай ныҡ әһәмиәт биргән ("шәжәрә" - ғәр. "ағас"). Үҙҙәренең аталарын, ҡартаталарын танырға тейешлекте яҡшы белгән улар. Шуға күрә шәжәрәләрен дә ир енесе буйынса ентекләп барлап, дауам иткәндәр. Боронғо шәжәрәләргә иғтибар итһәк, ғаиләлә тыуған ҡатын-ҡыҙҙың исеме яҙылған "ботаҡ" шунда уҡ туҡталып ҡала. Хәҙерге көндә бәғзеләр ҡатын-ҡыҙҙарҙың шәжәрәһен дә төҙөргә тырыша, әммә ике-өс быуындан ул бөтөнләйгә башҡа ғаиләләрҙең ботаҡтары менән киҫелешеп, барыбер буталып бөтә. Күптәрҙең шәжәрәһен архивтарҙан табып, аяҡҡа баҫтырырға була. Мәҫәлән, борон-борондан беҙҙең ҡартатайҙарыбыҙ ҡулдан-ҡулға тапшырып килгән Һөйөндөковтар шәжәрәһен артабан тулылындырып, камиллаштырып төҙөүҙә тарих фәндәре кандидаты Фуат Сөләймәнов ярҙам итте. Шәжәрә боронғо ата-бабаларың араһында булған мәшһүр шәхестәр менән маҡтаныу йә ғорурланыу ниәте менән түгел, ә туғандар бер-береһен белһен һәм туғанлыҡ ептәрен юғалтмаһын өсөн төҙөлә. Әйткәндәй, туғандарҙың үҙ-ара бәйләнешен өҙөргә ярамағаны хаҡында Аллаһ илсеһе с.ғ.с. әйткән риүәйәттәр ҙә бар.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.01.22 | Ҡаралған: 494

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru