«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕГЕТТӘРҘЕ ЕГЕТ ИТЕП ТӘРБИӘЛӘЙЕК:
+  - 


ул малай саҡтан мәһәр йыйһын, малы һәм көс-ғәйрәте булһын, ҡарар ҡабул итә алһын, үҙендә яуаплылыҡ тойһон!

Күркәм тәрбиә бик бәләкәйҙән бирелә. Беҙ оло быуындың яҡшылыҡҡа, әҙәп-әхлаҡҡа өйрәткән һүҙҙәрен иҫебеҙҙән сығармайбыҙ. Меңәр йылдан ашыу Ислам динендә булған халыҡ өсөн, әлбиттә, дин, шәриғәт аша ла тәрбиә яҡшы һеңдерелгән, һәм ул терәк бағанаһы шикелле, әҙәмде яҙыҡ юлдан китеүҙән һайлай. Төрлө дәүерҙәр кисерергә тура килә халыҡҡа, ләкин күркәм холоҡ, яҡшы тәрбиә төп талап булып ҡала. Һәр халыҡтың үҙенең йолалары, ғәҙәттәре, тәрбиә мәктәбе лә бар, улар ҙа изгелек эшләү, гонаһ ҡылмау кеүек дин ҡанундары менән тап килә. Бөгөн дә йәшәү мәғәнәһе, йәш быуынға рухи ҡиммәттәрҙе тапшырыу тураһында уйланабыҙ, тәбиғи, тормош-көнкүрештә төрлө һорауҙар килеп тыуа. Уйланған, фекер иткән һайын яңы һорауҙар ҙа өҫтәлеп ҡуя. Бөгөнгө хөрмәтле дин әһелдәре менән һөйләшеү шуларға асыҡлыҡ индерер, алға барыр өсөн ниндәйҙер кимәлдә ярҙам да, ҡулланма ла булыр, тип уйлайбыҙ. "Киске Өфө" ҡунаҡтары - имам-хатиб, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында "Йома" тапшырыуын алып барыусы журналист Морат ЛОҠМАНОВ, Өфө районы Булгак ауылы мәсете имам-хатибы Нурмөхәмәт НУРИЕВ, баш ҡалалағы Хәмзә мәсете имамы Хаммат БОХАРБАЕВ.

Кешенең тәбиғәте шулай: ул һәр саҡ тормош, йәшәү мәғәнәһе, фанилыҡҡа һәм баҡыйлыҡҡа бәйле һорауҙарға яуап эҙләй. Беҙҙең халыҡта дин менән ҡыҙыҡһыныу көсәйәме, һеҙ быны тояһығыҙмы?

М. Лоҡманов.
Әлбиттә, беҙҙән алда йәшәгән быуындарҙа дин тәрбиәһе беҙҙекенә ҡарағанда көслөрәк, Аллаһы Тәғәлә ҡушҡанса йәшәүҙәре - ихласлығы, йомшаҡ күңеллелеге, ярҙамсыллығы, ҡунаҡсыллығы юғарыраҡ һәм өҫтөнөрәк булған. Халыҡ күңелендәге гәүһәрҙәр, тәрбиә ысулдары - милли йолалар һәм дини йолалар менән бәйләнгән. Дини тәрбиә лә бик борондан килгән, сөнки һәр халыҡ Аллаһы Тәғәлә менән бәйләнештә бит. Яңы йолалар, уйҙырмалар барлыҡҡа килеп, дингә ҡаршы китә икән, ул, тимәк, кешелеккә ҡаршы китә тигән һүҙ. Ана шундай кешелек тәбиғәтенә ҡаршы килгән ғәмәлдәр барлыҡҡа килһә, Аллаһы Тәғәлә шәриғәтте кире ҡайтарыр өсөн Ергә үҙенең бәйғәмбәрҙәрен ебәрер булған. Шул арҡала шәриғәт бер сылбыр булып өҙөлмәй дауам итә килгән. Бөгөн дә был сылбыр дауам итә, тип ышанабыҙ.
Х. Бохарбаев. Мин бала саҡта ауылыбыҙҙа мәсет тә, мәҙрәсә лә булманы. Намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу ҙа юҡ ине, әммә әхлаҡи тәрбиә ҡанундары һаҡланып ҡалды. Мәктәпкә ҡыҙ балалар еңһеҙ күлдәк кейеп килгән саҡта класс етәксеһе үҙенең бала сағын иҫләп, бик матур тәрбиә ысулы ҡулланғанын хәтерләйем. Ул: "Беҙ бәләкәй саҡта урамдан үтеп барһаҡ, ҡулдарыбыҙ асыҡ икән, өлкәндәр: "Муйындарығыҙҙы, ҡулдарығыҙҙы ябып йөрөгөҙ", - тип әйтә торғайны", тип, үҙенең бала сағын иҫкә алды. Уҡытыусының был һүҙҙәре, әлбиттә, балалар күңелендә уйылып ҡалды. Эйе, ул осорҙа дәүләт кимәлендә дин ҡабул ителмәһә лә, әҙәп тәрбиәһе бар ине бит. Тимәк, ата-бабаларыбыҙ ошо гүзәл диндән айырылмаған булған. Аллаға шөкөр, хәҙер ул яйлап тергеҙелә.
Н. Нуриев. Диндең ысын мәғәнәһе - әхлаҡи тәрбиә, һәм ул бөгөнгө көндә лә беҙҙең йәмғиәтебеҙҙә бик актуаль булып ҡала. Ниндәй генә өлкәлә хеҙмәт итһә лә, кешенең кеше булып ҡалыуы - һәр заманда ла етди мәсьәләләрҙең береһе. Ошо өҫтәл артында ултырған коллегаларым раҫлар, беҙ шуның өсөн эшләйбеҙ, шул турала осрашыуҙарҙа әйтә киләбеҙ. Нәфсене тәрбиәләү, ололарҙы ололау, ватанға һөйөү - былар барыһы ла тәрбиәүи ҡиммәттәр. Тәрбиәнең иң юғары нөктәһе - ул күркәм әҙәп. Балаларыбыҙ өсөн дә, йәмғиәт өсөн дә үҙебеҙҙә күркәм әхлаҡ тәрбиәләргә тейешбеҙ. Ул беҙҙең милләтебеҙҙе һаҡлай торған бер ҙур ҡорал. Динле булып йәшәү буш һүҙ түгел, уны фәҡәт яҡшы тәрбиә аша раҫлап була. Ә тәрбиә нигеҙе - иманда.

Әҙәм балаһы үҙенең хәлен яҡшыртыу тураһында уйланмай ҡалмай. Шул уҡ ваҡытта йәмғиәтебеҙҙә кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен юғары кимәлдә тип әйтә алмайбыҙ. Ә динебеҙҙә был һорауҙарға һәр ваҡыт яуап табырға була. Хәмзә мәсетендә ғаилә мөнәсәбәттәре тураһында матур һабаҡтар бирелеүен ишетәбеҙ...

Х. Бохарбаев.
Мәсеттең бурыстары нимәлә? Ул ғибәҙәт урыны һәм дә дәрес биреү урыны. Беҙҙең дә төп бурысыбыҙ - халыҡҡа ғилем еткереү. Хәмзә мәсетендә башланғыс һәм дауам итеү кимәлендәге дәрестәр бирәбеҙ. Ә һәр шәмбе иртәнге туғыҙҙа ғаилә мөнәсәбәттәре тураһында дәрестәр була. Ир кешенең һәм ҡатын-ҡыҙҙың бурыстары нимәлә, балаларҙы нисек тәрбиәләргә, йәмәғәт ҡаршыһында үҙ-үҙеңде нисек тоторға - ошоға оҡшаш һорауҙарға яуап бирәбеҙ, йәғни, әхлаҡ темаларын өйрәнәбеҙ. Был ғилем һабаҡтары бик ҡыҙыҡлы үтә.
Мосолман өсөн аҡида, фикһтан тыш, шәриғәттең өсөнсө шарты - ул күркәм холоҡ, хуснуль холоҡ, яҡшылыҡ. Шул булмаһа, кешенең иманы ла зәғиф була. Күпме ғибәҙәт ҡылып та, кеше насар холҡо арҡаһында ирешкән сауаптарын юғалтыуы бар. Йәғни әҙәм балаһы өсөн дин тотоу, намаҙ уҡыу ғына аҙ. Бәйғәмбәребеҙҙең бик күп хәҙистәрендә яҡшы холоҡ тураһында, ғаилә, балалар эргәһендә, йәмғиәттә үҙеңде нисек тотоу кәрәклеге тураһында әйтелгән. Кешегә файҙа итмәгәндә лә, һин үҙеңдең ҡиәфәтең менән дә, телең менән дә, фиғелең менән дә кешегә зарар итергә тейеш түгелһең, тигән төшөнсәләр үткәрелә. Дин - ул гүзәллек.
Н. Нуриев: Хәмзә мәсетендә алып барылған ғаилә мөнәсәбәттәре буйынса уҡытыуҙар бик ваҡытлы. Ғаилә мөнәсәбәттәре - бөгөнгө көндә ҙур проблема. Мосолмандар араһында беҙ "өлгөлө" тип ҡараған ғаиләләр ҙә тарҡала. Беҙ үҙебеҙҙең ғәҙәттәребеҙҙең, әҙәбебеҙҙең, тәрбиәбеҙҙең бик ныҡ ҡаҡшағанын күрәбеҙ. Кеше интернетҡа ғына ҡарап, үҙенең кем икәнен һәм урынын онота. Шуның өсөн дә милләтебеҙҙе, халҡыбыҙҙы, йәшәйешебеҙҙе һаҡлайыҡ тиһәк, был дәрестәрҙе артабан да дауам итергә кәрәк.

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, дин менән мәғрифәттең айырылғыһыҙ икәнен күрәбеҙ. Милләтебеҙҙе юғары үҫеш баҫҡыстарына күтәргән һәр осор киң ғилемле ирҙәр исеме менән бәйле. Рухи терәк бағаналары булған шәхестәребеҙ төрлө мәҙрәсәләрҙә белем алған бик уҡымышлы, зиһенле заттар. Юлай улы Салауат, Зәйнулла Рәсүлев, Аҡмулла, Ризаитдин Фәхретдин, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев һ.б. һәр бер шәхестең тарихта тотҡан урыны һәм хеҙмәте бар.

М. Лоҡманов.
Әгәр өс тағанды айырып, бер аяғын алып ташлаһаң, таған йығыла. Аҡидә, фикһ, әхлаҡ тураһында әйтәм. Шуның өсөн уларҙы беҙ айырып ҡарарға тейеш түгелбеҙ. Аҡидәң дөрөҫ түгел икән, йәғни кемгә ышаныуың дөрөҫ түгел икән, намаҙ уҡыуыңдың файҙаһы юҡ. Был шәхестәр - улар ғибәҙәт ҡылыусылар ғына түгел, хатта ғибәҙәт ҡылыусыларҙың алдында торған кешеләр. Ә ғөмүмән алғанда, беҙҙең халыҡта ғибәҙәт ҡылмаған кеше лә булмаған. Һәр башҡорт намаҙ уҡыған. Х. Бохарбаев. Эйе, мин мәғлүмәттәрҙе өйрәнгәйнем, һәр бер ауылда имам, кәмендә, ғәрәп, фарсы, иҫке төрки телен белгән. Иҫке төрки теле дөйөм уртаҡ яҙышыу сараһы булып хеҙмәт иткән, шул телдә ижад иткәндәр, китаптар сығарғандар. М. Лоҡманов. Шәхестәребеҙгә килгәндә, улар, ысынлап та, дин яғынан ныҡлы, төплө белемгә эйә булғандар. Мәҫәлән, "Кинйә абыҙ", тип әйтәбеҙ бит. "Абыҙ" тигән һүҙ ул "хафиз", йәғни "Ҡөрьәнде яттан белгән кеше" тигәнде аңлата. Шуға, дин өйрәнгән ваҡытта үҙебеҙҙең шәхестәребеҙҙе лә миҫал итеп ҡуйырға тейешбеҙ, сөнки һәр бер халыҡ үҙенең юлынан бара, шул саҡта ғына уның күңеле асыла. Үҙебеҙҙең Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдин, Зәйнулла ишанды өйрәнмәй тороп, уларҙың юлдарын күрмәй тороп, ныҡлы, төплө ғилем ала алмаясаҡбыҙ. Беҙгә уларҙың мираҫын күберәк өйрәнергә кәрәк. Уларҙың исемдәрен ҡайтарыу буйынса эш алып барабыҙ, әлбиттә. Ләкин беҙгә был өлкәлә күберәк һәм ныҡышмалыраҡ эшләргә кәрәк. Сөнки "Ошо ауылдан шундай ғалимыбыҙ сыҡҡан", тип әйтеү менән генә лә әлеге ауылда күп нәмә үҙгәрәсәк. Шәхес исеме йәмәғәтселек тормошона тәьҫир итмәй ҡалмаясаҡ, һәм ундай ауылдарҙа заман сире булған эскелек тә кәмейәсәк.

Дини ғилем етмәгәнлектән күп кенә һорауҙар асыҡ ҡала. Был осраҡта иң йыш биргән һорауҙарҙың береһе - мәрхүмдәрҙең үлгән көнөн билдәләргә яраймы-юҡмы? Әллә уларҙың үлгән көнөндә мәсеткә барып, хәйер биреү яҡшыраҡмы, тигән һорау ҙа бирәләр.

М. Лоҡманов.
Әгәр ҙә кешегә ҡырт киҫеп, ҡапыл ғына "тегеләй ярамай, былай ярамай", тип әйтһәң, уның диндән ситләшеүе ихтимал. Сит илдән килгән кешеләр өсөн, әйтәйек, ғәрәптәр өсөн, беҙҙәге күп кенә йолалар сәйер тойолор ине. Әммә ул йолалар беҙҙең өсөн бик файҙалы булыуы мөмкин. Ниндәйҙер дата икән, ул мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу өсөн сәбәп булып тора. Ошо юл менән беҙҙең күңелдәребеҙ асыла, иманға табан ниндәйҙер аҙымдар яһайбыҙ. Быға күп миҫалдар килтерергә мөмкин. Тик беҙ "мәрхүмдең үлгән көнө" тип түгел, "шул көндө мәрхүмгә доға ҡылабыҙ", тиергә тейешбеҙ. Шул көндө, мәҫәлән, ҡәберенә зыярат ҡылырға, мәсеткә барырға була.
Х. Бохарбаев. Бындайыраҡ һорауҙарҙы башҡа мосолман илдәренән килгән ғалимдарға ла биргәнебеҙ булды ул. Мәҫәлән, мәрхүмдең вафатына ҡырҡ, илле бер көн үтеүен билдәләү мотлаҡмы? Аныҡ һорауға аныҡ яуап алдыҡ: "Был көндәрҙе үткәреүгә бер ниндәй ҙә дәлил юҡ". Йәғни, әгәр ҙә кеше мәрхүмдең тыуған көнөндә, йә ҡырҡында аят уҡытмай ҡалды икән, был гонаһ булды, тигәнде аңлатмай. Әммә беҙҙең халыҡта айырым көндәрҙә мәрхүмде иҫкә алыу йолаһы бар. Был көндө өйҙәргә халыҡ йыйыла, улар Ҡөрьән аят-сүрәләрен ҡолаҡ менән, күңел менән тыңлай, сауапты мәрхүмдәргә бағышлай. Хәҙрәт бер биш-ун минут вәғәз һөйләп китһә, ул да бит халыҡҡа файҙа. Беҙҙең йәмәғәт өсөн бындай саралар кәрәк.
Н. Нуриев. Мәрхүмдең үлгән көнөн генә түгел, ғөмүмән, мәрхүмде иҫкә алыу кәрәк. Шундай табын йыя икән, йә мәсеткә килеп, хәҙрәттең өгөт-нәсихәтен тыңлап, доға ҡыла икән, ундай кеше сауап ҡына ала. Бына беҙ бик күп йылдар мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу табындарына барабыҙ, унда бит аят уҡып ҡына йүгереп сығып китмәйбеҙ, ә хәлдән килгәнсә кешеләрҙең һорауҙарына яуап бирәбеҙ, нәсихәтте еткерәбеҙ. Бындай аралашыуҙың һөҙөмтәһе бар. Кешеләр, "бисмиллаһ" итеп, хәләл ризыҡ әҙерләй. Тәһәрәт ала, уйлана, хәйерле йыйылыштар үткәрә, унда Аллаһы Тәғәләне иҫкә ала икән, унан бер ниндәй ҙә хата эҙләү кәрәкмәй. Бындай йыйылыштар туғандар һәм дә иманлы бәндәләр менән күрешеүгә бер сәбәп булып тора, Аллаһыны иҫкә төшөрөүҙән, мәрхүмдәрҙе иҫкә алыуҙан файҙа алырға кәрәк.

Ауылдарҙағы күп имамдарыбыҙ дин тәғлимәтен үҙаллы, йә курстарҙа ғына өйрәнгән өлкән кешеләр. Ләкин уларҙың динебеҙгә хеҙмәт итеү ихласлығын кемдәрҙеңдер баһаламауы ла бар. Ошо турала ни тиерһегеҙ?

М. Лоҡманов.
Бер ауылда халыҡ менән осрашҡанда бер егет: "Беҙҙең мәсетебеҙҙең имамы, мулла бабай, бер нәмә лә эшләмәй", - тип әйтеп ҡуйҙы. Уға аңлатырға тура килде. Был үҙе сәйер талап, сөнки өлкән кешегә икенсе төрлө сифаттар хас. Ололар аҡыллы, ғилемле булһа, ә йәштәр тырыш, эшсән булһа, йәмғиәт тә алға бара. Әгәр ҙә йәштәр ололарҙы хөрмәт итеп, уларҙың һүҙҙәрен тыңлай, етте тигәндә, туҡтай белһәләр, бына шул ерҙә бәрәкәт була. Йәштәр йүгереп йөрөп эшләй, ә өлкәндәр аҡыллы юлдар күрһәтә. Бабай тирәһендә бәрәкәт барлыҡҡа килә. Бабай үҙенең оло дәрәжәһен төшөрмәйенсә, матур аҡһаҡал булып ҡала икән, уның янындағы бер кешенең эше етмеш кешенең эшенә тиң була. Шул тиклем ҙур бәрәкәт барлыҡҡа килә, уны ололарҙы ололау бәрәкәте, тиҙәр. Ә беҙ ошо бәрәкәтте юғалтҡанбыҙ. Ололарҙы хөрмәтләгән ерҙә һәм ололар үҙҙәренең дәрәжәләрен төшөрмәй, олпат булған ерҙә һәр саҡ бәрәкәт фәрештәләре була, улар "амин" тип, бөтә эштәреңде алға алып баралар. Ололарҙы ололау мәрхүмдәрҙе иҫкә алыуҙа ла сағыла. Мәрхүмдәребеҙҙе хөрмәт итмәйбеҙ икән, тимәк, тереләребеҙҙе лә күрмәйбеҙ, тигән һүҙ. Кеше иғтибарҙы үҙенә генә бүлә башлаһа, тәкәбберлеккә бирелә. Ә тәкәбберлек хөкөм һөргән ерҙә Йәннәт еҫе булмай.
Х. Бохарбаев. Бәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрендә: "Хәҙерге быуын үткән быуынды хурлай башлаһа, Ҡиәмәт көнө киләсәк", - тип әйтелә. Бөгөнгө тормошта ҡай саҡ үткән быуын ғалимдарын, имамдарын хурлағандарын да күрәбеҙ. Ысын дин - оло кешеләрҙе хөрмәт итеү ҙә ул. Был бик мөһим мәсьәлә, тик бер ҡолаҡтан инеп, икенсеһенән сығып китмәһен.

Ир кеше үҙенең төп эшен арыу ғына алып барһа, ғаиләһен ҡараһа, тик эсеүен ташлай алмаһа, уға ярҙам итеп буламы? Өшкөрөүҙең тәьҫире бармы, әллә кеше үҙе эсеүен ташларға теләк белдергәндә генә был афәттән ҡотола аламы? Бөгөнгө көндә бәғзе ғаиләләр алдында торған етди һорауҙарҙың береһелер был, моғайын.

Н. Нуриев.
Эскелек, наркомания һәм мин был афәткә тәмәке тартыуҙы ла индерер инем - улар кешене шайтан ҡапҡанына бәйләп тотоп торған нәмәләр. Ысынында иһә, Аллаһы Сөбхәнә үә Тәғәлә: "Бәндә үҙе үҙгәрергә теләмәйенсә тороп, Мин уның хәлен үҙгәртмәйем", - ти. Ниндәй генә талант эйәһе, ниндәй генә һөнәр әһеле булмаһын, кеше үҙенең тормошон күҙ йәштәре менән үҙгәртергә теләмәйенсә тороп, ғөмүмән, йәшәргә теләк белдермәйенсә тороп, уға ярҙам итеү бик ауыр. Үҙенең яҙмышына битарафлығы, үҙенең ауырыу икәнен, нәфсе ҡоло икәнен аңламауы уны һәләкәткә алып бара. Ул: "Мин сама белеп эсәм, сама белеп ҡулланам", - тип, үҙен үҙе алдай. Ғөмүмән, был иҫерткесте эсеү проблемаһына ғына ҡағылмай, динһеҙ кеше лә, наҙан кеше лә һәм изге эштәр эшләп маташҡан кеше лә иғтиҡады, йәғни Аллаһы Тәғәләгә ышаныуы һәм тормошҡа ҡарашы дөрөҫ булмауы арҡаһында бөтөн эштәрен үҙенең нәфсе ҡарамағына тапшыра, шуға үҙен дөрөҫ эш эшләгән һымаҡ тоя һәм нисек һәләкәткә барғанын аңламай.
Нигеҙе насар бинаны ни тиклем матур итеп төҙөгән хәлдә лә, уның киләсәге юҡ, сөнки ул емерелеүгә, юҡҡа сығыуға дусар. Кешенең тормошо ла шулай. "Аллаһы Тәғәләнең ризалығына ирешәбеҙ", тигән һүҙ маңлай ышҡылып бөткәнсе намаҙҙа ултырыу, күпме байлығы бар, шуны хаҡ юлда таратыу ғына түгел, былар Аллаһы Тәғәләгә яҡынайыу ысулы ғына. Шуның өсөн "был гонаһ эште ташлайым" тип әйткәндә, иң беренсе, Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында үҙеңдең бәндә икәнеңде, гонаһлы ябай кеше икәнеңде аңлау. Әгәр ҙә кеше мин-минлегенә бирелеп, еңел генә: "Мин эскелекте ташлай алам",- тип әйтә икән, был нигеҙһеҙ, ул быны эшләй ҙа алмай. Һүҙ юҡ, үҙеңә ышаныс кәрәк, ләкин ярҙам, һис шикһеҙ, Аллаһы Тәғәләнән икәнен белергә кәрәк. Аллаһы Тәғәлә ҡаршыһында үлемдән башҡа бөтөн проблемаларҙы хәл итеп була. Аллаһы Сөбхәнә вә Тәғәлә "Йа, Рабби!" тип күҙ йәштәре менән ҡул күтәреп һораған бәндәһенә сараларын, һис шикһеҙ, бирә: ниндәйҙер клиникаға барамы, ниндәйҙер дарыуҙар ашаймы, өшкөрөләме - саралары була. Һәр ваҡытта ла иң беренсе дауалау юлы - үҙеңдең кеше икәнлегеңде аңлап, сараларын һәм хәләл юлды табырға ярҙам итеүен һорап, Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итеү. Был беренсе аҙым.
М. Лоҡманов. Шайтан кешене юлдан яҙҙырырға тырыша, тигәнгә, үҙебеҙҙең тормоштан ап-асыҡ дәлил. Бер бала мәсеткә барырға теләй, тик шул мәлдә әсәһе аяҡ терәп ҡаршы тора, уны мәсеттәге байрамға ебәрмәй. Бер нисә йыл үткәс, ошо ҡатын үҙе килеп беҙгә мөрәжәғәт итте: "Улым юлдан яҙҙы, эскегә бирелде..." Әсә кеше мәсеттән ҡурҡа ине, ә бәлә улын үҙе килеп тапты. Эйе, шундай күренеш тә юҡ түгел: атаһымы, әсәһеме баланы мәсеткә алып барыуҙан ҡурҡа, ә араҡы тоттороуҙан ҡурҡмай. Шунан: "Баламды тиҙ генә өшкөрөгөҙ ҙә, эсмәҫлек итегеҙ", - тип үҙе мәсеткә килә. Әгәр ҙә кемдер балаһын эскелектән ҡотҡарырға теләй икән, иң тәүҙә үҙе ныҡлы итеп иманға килһен. Шунан һуң балаһын насар мөхиттән алып китһен, һижрәт ҡылһын, эсмәгән кешеләр араһына алып барһын. Тырышлыҡ һалырға кәрәк.
Н. Нуриев. "Кеше үҙе үҙгәрергә тейеш" тигән фекер - бик көслө фекер. Беҙ һәр ваҡыт кемделер үҙгәртергә теләйбеҙ, ә үҙебеҙ үҙгәрергә бик ашыҡмайбыҙ. Мәҫәлән, тормошоңда ҡатмарлыҡтар өйөлөп киткән икән, кемдәндер ғәйеп эҙләргә түгел, уйларға тейешбеҙ: "Үтәлеп бөтмәгән аманаттарым ҡалмағанмы?" Кешенең тәүбә ителмәгән гонаһтары ла проблема тыуҙыра бит. Шуға, кемдеңдер ғаиләһенә ауырлыҡ килгән икән, ниндәйҙер фажиғә булған икән, ул кеше уйланырға, һығымта яһарға тейеш: "Минең әле тәүбә ителмәгән ғәмәлдәрем бар, үтәмәгән вәғәҙәләрем бар. Тәмәкене ташларға тип йыйынған инем, быны эшләргә кәрәк; байрамдарҙа эсә инем, был ғәҙәттән арынырға кәрәк; мин бит атай, инде олатай дәрәжәһенә инеп барам, үҙ ырыу-затымдың ағзаһы", - тип, кеше үҙенә ыңғай план ҡуйырға тейеш. Һәм шуны иҫтә тотоу кәрәк: тәүбә ителмәйенсә ҡалған гонаһтар - хәүефле, улар дауалап бөтөлмәгән ауырыу һымаҡ, барыбер үҙен тойҙорасаҡ. Шуның өсөн тәүбә итергә ашығығыҙ, бурыстарығыҙҙы ҡайтарырға ашығығыҙ, мәрхүмдәрҙе ерләргә ашығығыҙ, еткән ҡыҙҙы кейәүгә бирергә ашығығыҙ. Бына былар "Ашығығыҙ!" тигән пландарыбыҙ эсендә булырға тейеш.

Мәһәр буйынса шулай уҡ һорау биреүселәр бар, мәҫәлән: "Һуңғы йылдарҙа никах уҡығанда кейәүҙең кәләшкә аҡсалата ҙур бүләк, кәмендә утыҙ-илле мең һәм унан да юғары мәһәр биреүе модаға инде, дөрөҫмө икән шул?" Ошо мәсьәләгә лә асыҡлыҡ индерһәгеҙ ине.

Х. Бохарбаев.
Мәһәр ул никахтың важибы һанала, йәғни, мотлаҡ үтәлергә тейеш йөкләмә. Мәҫәлән, Умар раҙыйаллаһу ғәнһү: "Кем мәһәр түләмәй, уларға ризалыҡ булмаһын",- тип әйткән. Мәһәр мода өсөн уйлап сығарылған нәмә лә түгел, ул шәриғәттең бер шарты. Мәһәрҙе күпме биреү буйынса аныҡ сикләү юҡ. Кәмендә күпме бирергә, тигәне бар. Хәҙерге аҡса менән иҫәпләп сығарғанда, яҡынса ете-һигеҙ мең самаһына тура килә. Ҡайһы бер мосолман илдәрендә мәһәргә 400-500 мең һум бирәләр. Мосолман илдәренән Рәсәйгә килеп эшләгән йәш кеше, ғәҙәттә, бында эшкә килеүенең сәбәбен: "Минең бит кәләш алаһым бар, ә беҙҙә мәһәр ҙур", - тип аңлата.
Н. Нуриев. Бында һүҙ ҡатын-ҡыҙҙың дәрәжәһе, ҡәҙере тураһында бара. Беҙҙең ҡыҙҙарыбыҙ тәртипле, аҡыллы. Беҙ никах уҡыған саҡта күбеһе мәһәр ҙә һорамай. Мәһәрҙең нимә икәнен дә белмәйҙәр хатта. Әммә мәһәр - ул ир кешенең ғаилә ҡорорға әҙер булыуын аңлата. Утыҙ мең күп буламы? Ир менән бер-бер хәл булып китһә, утыҙ мең, бер уйлаһаң, ҡатынға ҡуртымға алған фатирҙарына ике ай түләп торорға ғына етә. Шунан ҡайҙа бара ул, кемгә бара, кем тол ҡатынға ярҙам итә? Ғаилә башлығы - ул йорт хужаһы. Һүҙендә, эшендә генә хужа түгел, уның бурысы - ғаилә бюджетын хәстәрләү. Тимәк, күпмелер аҡсаһы ла булырға тейеш. Урта Азия илдәренән эшкә килгән егеттәр менән һөйләшкәнем бар. "Мәһәргә, кәмендә генә, ике мең доллар йыябыҙ", тиҙәр. Бынан тыш, мәхәлләһе, районы менән кешеләрҙе лә ҡунаҡ итәләр бит улар. Әлбиттә, мәғәнә аҡсаны күп сарыф итеүҙә түгел, был бөтәһенән элек - хөрмәт. "Бына кәләш алдым да ҡуйҙым, хәҙрәт, никах ҡына уҡып ебәрегеҙ әле", - тигән буш һүҙ һөйләү һәм еңел ҡараш булырға тейеш түгел. "Кәләште ғүмергә бер генә алам, бөтөн уй-ниәтем артабан уның менән матур итеп йәшәү", тигән төплө ҡараш булырға тейеш. Һәм егет артабан ошо ниәтте матди нығытып ҡуя, әйткән һүҙендә тора. Ир кеше - ул ғаилә байрағын ахырға тиклем тотоп барыусы.
Берәүгә лә сер түгел, бөгөн йәшәү ҙур сығымдар талап итә. Шуның өсөн ҡатын-ҡыҙ мәһәр менән, ниндәйҙер кимәлдә, үҙенең тормошон тәьмин итә. Ата-әсә уны егерме-егерме биш йыл буйы ҡарай, юғары белем бирә, ҡыҙын оло тормош юлына сығарғансы күп сығымдар түгелә. Ҡайҙандыр кейәү килә лә, уны бушҡа алып китә. Ә былай кейәү биргән мәһәрҙән ата-әсә күңелендә лә ышаныс уяна. "Өҫ-башы ла ыҫпай, алып ҡайтырға йорто ла бар, ҡыҙыма утыҙ мең һум мәһәр бирә",- ти улар. Никахта кәләш мәһәрҙе күпме теләй, шулай билдәләй. Был шәриғәт талаптарына тура килә. Бөгөнгө көндә никах килешеүе лә булыуы мөмкин. Шуның өсөн ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ кейәүгә сыҡҡанда уйлап, төплө ҡарар ҡабул итергә тейештәр.
М. Лоҡманов. Бында ла күп нәмә теләктән тора. Мәһәр тигән әйберҙе теләргә кәрәк. Беҙгә бөгөн егеттәрҙе егет итеп тәрбиәләргә кәрәк. Малай саҡтан мәһәр йыйнаһын, үҙенең фекере булһын, көс-ғәйрәте булһын, малы булһын, ҡарар ҡабул итә алһын, үҙендә яуаплылыҡ тойһон. Мәһәрҙе никах килеп еткәс кенә белергә түгел, баштан уҡ һеңдерергә кәрәк. Ул турала биш йәштән үк аңлата башларға, Аллаһы Тәғәлә бына шундай эштәрҙе эшләрлек беҙгә көс-ҡеүәт бирә, тип үҫтерергә кәрәк. Мәһәр бирә алыу - ир кешенең бәхете. Бурысы ғына түгел. Шуға ла ир балаларға тәүҙән үк маҡсат ҡуйып, мәһәр әҙерләү зарурлығын аңлатырға кәрәк. "Аҡса юҡ," тигән сәбәп алда торорға тейеш түгел. Ғөмүмән, мәһәр никахҡа кәртә булмаһын, кеше бәләкәйҙән үк үҙенә юлдар асһын.
Х. Бохарбаев. Тормошта төрлө хәлдәр ҙә булып ҡуя. Ҡыҙ менән егет мәсеткә киләләр ҙә: "Беҙгә никах уҡығыҙ, шаһиттарыбыҙ бар, кейәүгә эшкә китергә кәрәк",- тиҙәр. Никахтың шарттарын аңлата башлайһың, егет: "Минең мәһәргә аҡсам етмәй", - ти. Буласаҡ кейәү менән кәләш инде өйләнешергә әҙерләнеп, фатир ҙа йүнләгәндәр. Әгәр ҙә никах уҡымаһаң, хәҙер никахһыҙ йәшәп китеүҙәре бар. Был "зина" тип атала, хәҙер уҡымаһаҡ, беҙ ҙә ошо гонаһлы эштә ҡатнашҡан кеүек килеп сығабыҙ. Әгәр ҙә никах ваҡытында егет кеше мәһәр бирә алманы икән, мәһәр биреүҙе күпмелер ваҡытҡа - бер көнмө, бер аҙнамы, хатта бер айғамы - кисектереп торорға рөхсәт ителә. Ләкин был кәләштең ризалығы менән эшләнә. Егет үҙ өҫтөнә йөкләмә ала.

Шулай итеп...
Дин тураһында ла, ғаилә мөнәсәбәттәре тураһында ла һөйләштек. Фекерләй белгән кеше өсөн бик мөһим мәсьәләләрҙе ҡуҙғаттыҡ шикелле. Ләкин дин, тәрбиә, тормош, киләсәк тураһында һөйләшеүҙәрҙең осона сығырлыҡ түгел. Шуға ла тәҡдимдәр көтәбеҙ: тағы ниндәйерәк темаларға фекер алышыу уҡыусы күңеленә хуш килер ине икән?

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №4, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.01.22 | Ҡаралған: 707

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru