«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ХӘТИРӘЛӘРҘӘН ӨҘӨКТӘР
+  - 


МАТУРЛЫҠТА - УЙСАНЛЫҠ

...Рәми Ғарипов йөрәгенең ярылыуы беҙҙең бик күптәребеҙҙең йөрәген ярып үтте. Был хәл үтә үкенесле һәм ваҡытһыҙ ине.
Дөрөҫ, бер үлем дә үкенесһеҙ һәм ваҡытлы булмай, ләкин Рәми Ғариповтың донъянан китеүенә, нисектер, беҙҙең йөрәк әрнеүҙәре лә килеп өҫтәлә һәм был әрнеүҙәр шағирҙың шиғырҙарындағы йөрәк әрнетеүҙәренә барып тоташа.
Шуныһы асыҡ: шағирҙың ижады тотош әрнеүҙәрҙән генә тормай, күңеленең төрлө саҡтары уның шиғырҙарында сағыла, ләкин шулай ҙа әрней белмәгән шағир - ысын шағир түгел, ул - йөрәкһеҙ шағир, ә булмаған йөрәктең ярылыуы ла мөмкин түгел. Рәми Ғарипов исемен әйтеү менән бер кемгә лә оҡшамаған, сағыштырғыһыҙ һәм ҡабатланмаҫ шағир һәм шәхес күҙ алдына килеп баҫа. Уға шағирлыҡ әсә һөтө менән ингән. Тимәк, ул ысын мәғәнәһендәге шағир, ҙур талант эйәһе. Ул ғүмере буйы ана шул ҙур талантына, тәбиғәттең биргәненә таянып, ысын шағирҙарса, үҙ ғүмер законы, үҙ ҡағиҙәһе менән йәшәне. Бындай ғүмер юлын үтеү, әлбиттә, еңел түгел. Шуның өсөн дә уның шиғырҙарын, ундағы уйҙарын, кисерештәрен башҡалар менән (әгәр ҙә улар башҡаларҙа булһа әле) бутарға мөмкин түгел...

Назар НӘЖМИ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.


МОҢ ҠАЛДЫРЫП КИТТЕ

...Рәмиҙең күп ҡыллы ҡылыҡтарын, аяҙлы-болотло уй-фиғелдәрен мин тамам белеп еткерә алманым, уның ҡатмарлы тәбиғәтенең бөтә нескәлектәре минең өсөн асылып бөтмәне (шиғырҙарынан тыш, әлбиттә). Уның өсөн шартлы нәмәләрҙән тамам азат ҡорҙаштар, быуындаштар, көнкүрештәш әшнәләр булыу кәрәк, даулашырға, бәхәсләшергә, боҙолошорға, унан, һағынышып, дуҫлыҡ яңыртырға кәрәк. Беҙ тынысыраҡ, тигеҙерәк мөнәсәбәттә булдыҡ. Әммә мин уның төп асылын ярайһы ғына төҫмөрләйем.
Көнкүреш мәшәҡәттәренән ул азат уҡ булмаһа ла, шуларҙан өҫтөнөрәк торҙо, шикелле. Донъяларын һәр йәһәттән көйлө, теүәл алып барыусы, малдың хәләлен дә, харамын да өлгөр табыусы әҙәмдәр Рәми ишеләрҙе вайымһыҙға, булдыҡһыҙға сығара. Дөрөҫ, донъя көтөү йәһәтенән ул егәрлеләрҙән түгел ине. Шулай ҙа төрлө ерҙә хеҙмәт итеп йөрөгәндә лә, ҡуштандарға ҡуштан булып, өтәлән күндәмдәрҙән һаналманы, ахырыһы. Исеме ҡыҙыл таҡталарҙа балҡып торманы. Әммә ул эшлекһеҙ булманы, ифрат эшһөйәр, һөйгән эшен мөкиббән китеп, зауыҡланып, ярһып башҡарыр кеше ине. Үҙе йәшәгән йондоҙло йыһаны - әҙәбиәт, башҡарған мөҡәддәс хеҙмәте - шиғыр булды. Дәрүишерәк тәбиғәтле ине ул Рәми. Татарҙарҙың бөйөк Туфаны, йәғни Рәми Ғариповты, энекәшем тип яратып, юғары баһалаған Хәсән Туфан, балҡарҙарҙың бөйөк сабыйы Ҡайсын Кулиев ана шундай ойотҡонан, шундай тоҡомдан ине. Улар өсөн донъя - фани, шиғриәт - мәңгелек.
Уның утыҙ йылға яҡын ғүмере минең ҡаршымда тиерлек уҙҙы. Беҙҙе юлдаштар иткән юлдар ҙа, йырҙаштар иткән йырҙар ҙа, табындаштар иткән табындар ҙа булды. Ә хәтер уларҙы, юйылмаҫлыҡ итеп, берәм-берәм теркәй алмаған. Шуға күрә мин шағир тормошондағы төрлө ваҡиғаларҙы өҙөп-йолҡоп ҡына иҫкә төшөрөргә баҙнат итмәнем. Мин уның ғәзиз һынын, рухи йөҙөн, ут һәм йыр бөркөп торған йөрәген күҙ алдына килтерергә тырыштым. Ошо йөрәк еребеҙгә һәм халҡыбыҙға күпме нур, күпме моң ҡалдырып китте. Ижады уның васыятҡа әйләнде. Был инде - оло шағирҙарҙың ғына яҙмышы.

Мостай КӘРИМ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.
1990 йыл.


ТӨП ҠОРАЛЫ - ТЕЛ

...Ғүмеренең һуңғы йылдарында Рәми Ғарипов халыҡ төшөнсәһен уның бары бер факторына (иң мөһиме булһа ла) - телгә генә ҡайтарып ҡалдырған саҡтары ла булғыланы. Рәми Ғарипов ижады тураһында яҙыусы авторҙар был фактты күрмәмешкә һалыша, унан ҡасырға тырыша, әйтерһең, был шағир ижадында бөтөнләй булмаған! Ниңә унан ҡурҡырға? Туған телде данлау, уға ҡарата шиғыр яҙыу, үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү ярамаған яҙыҡ эшме ни? Тел осонда торған шағирҙарҙы атап сығам: Ломоносов, Тургенев, Шевченко, Туҡай, Маяковский, йә булмаһа, Ғамзатовты алығыҙ. Улар туған телдәренә ҡарата ниндәй һоҡланғыс юлдар бағышланы. Бит милләт төшөнсәһен билдәләгәндә иң мөһим компонент - тел. Ул, әйтер инем, географик төшөнсәнән киңерәк. Тарас Шевченко Көньяҡ Уралда ла, ҡасаҡтар далаларында ла украинса яҙҙы, Мицкевич Рәсәйҙә лә полякса ижад итте. Ярты ғүмерен француздар араһында үткәргән И. Тургенев әҫәрҙәрен, француз телен бик яҡшы белһә лә, бары тик рус телендә яҙыуҙы өҫтөн күрҙе. Муса Йәлил Моабит төрмәһендә баш өҫтөндә палач балтаһы торғанда ла шиғри васыяттарын саф татар телендә әйтеп ҡалдырҙы. Сөнки ҡәләм тирбәтеүсенең төп эш ҡоралы - тел, халҡының туған теле. Үҙ ҡоралы тураһында оҫта ҡайғыртмай, кем ҡайғыртһын?
Рәсүл Ғамзатов "Известия" гәзитендә баҫылған бер шиғырында: "Авар теле бөтһә, - мин үләм", - тип яҙып сыҡты. Ә бына Рәми Ғарипов "Туған тел" шиғырын яҙғас, беҙҙә ҡайһы берәүҙәр араһында һағайыу тыуҙы, күңелдәренә шом төштө: нимәгә ишаралай был, йәнәһе һәм китте... Шул заманда Рәми Ғарипов тирәһендә уралып, унан герой яһап, рухландырып йөрөүселәр "ялп" итеп урамдың икенсе яғына сығып йүгерҙе, уға әллә ниндәй ярлыҡтар тағып, "бер ҡыллы шағир", тип үсекләй башланылар. Ә ҡайһы бере арҡаһынан һыйпап һөсләтеүен белде. Ҡырҡыу характерлы шағирға был етә ҡалды. Уның үҙ һүҙен биргеһе килмәне. Оппоненттарына ул "Бер ҡыл" шиғырында ошолай тип яуап бирҙе:
Ул ҡыл үтеп ингән йөрәгемә
Яуҙар, мең ғазаптар арҡылы.
Пушкин, Тарас, Туҡай, Сәләмгә лә
Изге булған иҫке бер ҡылы.
Мәңге яңы ҡартлас, был донъяла
Бер йөрәгем типкән сағында
Ике йөҙлө, ике һүҙле булмам,
Мин торормон бер ҡыл һағында.
Туҡһан туғыҙ ялған ҡыл булғансы,
Булһын әйҙә ысын бер ҡылың...

Хәким ҒИЛӘЖЕВ,
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.
1979 йыл, 14 ноябрь.


УНЫҢ РУХИ БАЙЛЫҒЫ

...Рәми үҙенең етенсе ҡаттағы яңы фатирына күсенә. Тәбиғи, лифт эшләмәй. Беҙгә социалистик мебелде, алюмин һауыт-һабаны, ауыр абажурҙарҙы йөкмәп, өҫкә ташырға кәрәк. Быныһы - ярты бәлә. Тоҡтарға, йәшниктәргә тултырылған китаптар ташыуыбыҙ ныҡ хәтерҙә ҡалған. Тоҡтар бөткөһөҙ күп. Яратҡан өлкән дуҫыбыҙҙың ғилемгә мөхәббәтен һүгә-һүгә, китаптарҙың таш һымаҡ ауырлығынан арып, баҫҡыстарға ауып китәбеҙ. Үҙебеҙ көләбеҙ. Бындай бай шәхси китапхананы таныш яҙыусыларҙа осратҡан юҡ ине әле.
Китаптарҙы йәшниктәрҙән, тоҡтарҙан ала башлағас, тағы ла бер яңылыҡҡа иҫем китте: улар, барыһы ла тип әйтерлек, Рәмиҙең ҡаралы ручкалары менән билдәләнеп бөтөлгәйне. Эйе, бөтәһе лә тиерлек! Йөҙәрләгән, меңәрләгән китап. Миллионлап бит. Бына кем Карл Маркстың осҡор әйтемен: "Китаптар - минең ҡолдарым", - тип ҡабатлай алыр ине.
Дөрөҫ, Рәми бер ҡасан да ҡол тимәҫ ине. Ул, моғайын, "Алла" йәки Пушкин һымаҡ "дуҫтарым", тиер ине. Үлеп барғанда Пушкин, үҙенең һуш китерлек китаптарына ҡарап: "Бәхил булығыҙ, дуҫтарым!" - тигән бит.
Рәми ундай һүҙҙәрҙе әйтә алмаған. Ул "Тиҙ ярҙам" машинаһы иртәнсәк алып барып һалған реанимация палатаһында үлгән. Уның ҡулынан ҡәләме төшөп киткән, башын өҫтәл ситенә терәгән.
"Ҡәҙерле яҙыу өҫтәлем минең! Тормошомда тоғро дуҫ, һаҡсы һәм ярҙамсы булыуың өсөн рәхмәтем ҙур!" - был һүҙҙәрҙе Марина Цветаева артынан Рәми ҙә ҡабатлай алыр ине. Ябай ғына итеп эшләнгән яҙыу өҫтәле уның гонаһлы һәм яҡты тормош юлында һәр саҡ бергә булды. Ғүмеренең һуңғы минутында ла башын Рәми уға һалған...
...Һуңыраҡ Мәскәүҙең тәржемәсе шағиры, Рәмиҙең һабаҡташ дуҫы Радий Фиш менән һөйләшергә тура килде. "Рәми теоретик һәм матур әҙәбиәтте беҙҙән күберәк уҡый ине, шуға күрә бөтәбеҙгә ҡарағанда ла илебеҙ әҙәбиәтен һәм сит ил әҙәбиәтен яҡшыраҡ белә торғайны, - тип һөйләне ул. - Бигерәк тә шиғриәтте яҡшы белә ине!" Институтты тамамлағас, Мәскәүҙән Өфөгә студент йылдарында туплаған ҙур китапханаһын алып ҡайтҡан. Кемдер кейем-һалым тейәгән, ә ул - китап.
Мин Рәмиҙең иҫкәрмәләре менән тулған китаптарҙы ҡарайым, мәғәнәләренә төшөнөргә тырышам. Был эште күп тапҡыр ҡабатлайым. Уҡыған китабында автор фекеренә ҡарата үҙенең уйҙарын белдерә барған. Уйлап уҡый торған кеше булған шул Рәми. Ҡайһы бер урында автор менән килешкән, кире ҡаҡҡан, үҙенең идеяларын һәм асыштарын теркәп барған. Үҙенең күңелен, рухын китаптарға түккән. Бигерәк тә көндәлектәрендә уның рухи байлығын күрәбеҙ.
Уй-фекерҙәрен, күңел сыуалыштарын, асыштарын, әрнеүҙәрен тәфсирләп көндәлеккә теркәп барған тағы берәй шағир йәки берәй прозаик бармы икән беҙҙә!
Мин белгәндәр араһында ундайҙар юҡ. Бының өсөн ҙур ихтыяр көсө һәм ойошҡанлыҡ кәрәк. Унан тыш, яҙырлыҡ фекерҙәрең дә булырға тейеш. Идеялар кәрәк. Ә улар һәр кемдә лә юҡ...

Ғәзим ШАФИҠОВ,
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.


ШАҒИҘАР ЕҢЕЛ ЯҘМЫШЛЫ БУЛМАЙ

...Рәми Ғарипов үҙе ҡыҫҡа ғүмерле булһа ла, оҙон ғүмерле ижад ҡалдырҙы. Рәмиҙең шиғриәте уның үҙенә ҡарағанда күпкә бәхетлерәк булды. Тере сағында ҡағылып-һуғылған шағирҙың шиғриәте хәҙер үҙенең тейешле баһаһын ала бара, уның ысын ҡәҙере арта бара.
Тағы ла шуны әйтергә кәрәк. Рәми Ғариповты әле өйрәнәһе лә өйрәнәһе... Уҡыусылар иғтибар итмәй ҡалмайҙар: йыл һайын матбуғатта уның быға тиклем баҫылмаған шиғырҙары донъя күрә. Бына уның аҙ билдәле бер шиғыры:
Был кешелек ҡайҙа бара һуң ул?
Белһә әгәр ҡайҙа барғанын,
Тарихи бер бәхет һанар ине
Ярты юлда туҡтап ҡалғанын.
Белмәй һаман: үҙен-үҙе алдай,
Арта ялған, арта вәхшилек.
Аҡыл эшләй аҡылһыҙлыҡ өсөн,
Һәләкәтен даулай кешелек.
Ер әйләнә шартлап ярылырға...
Килһә икән әҙәм ҡулынан,
Ул арҡыры сығып ятыр ине
Туҡтатырға уны юлынан...
Аһ, әйләнәм бер шик ҡолона!
Шиғыр 1964 йылдың 24 апрелендә яҙылған. Әле донъялар сағыштырмаса һил саҡта, кешелек алдына һәләкәт бөгөнгө кеүек үк ҡот осҡос хәлендә килеп баҫмаған саҡта уҡ Рәми Ғарипов бына ниндәй борсоулы уйҙар менән йәшәгән! Беҙ шағирҙың нахаҡҡа күргән ауырлыҡтары, уға ғәҙелһеҙ ғәйептәрҙең өйөлгәнлеге тураһында урынлы хәтерләйбеҙ. Ләкин беҙ шуны ла онотмайыҡ: шағир һәр саҡ үҙенә аяуһыҙ булды, ялған менән бер ваҡытта ла килешмәне, бары дөрөҫлөккә табынды. Уға йәшәүе бер ваҡытта ла еңел булманы, сөнки ул еңел-елпе уйҙар менән, ваҡ маҡсаттар менән йәшәмәне, юҡ-бар менән ҡәнәғәт булып, вайымһыҙлыҡҡа бирелмәне.
Шағирҙар, ғөмүмән, еңел яҙмышлы булмай. Уйлап ҡараһаң, ысынында бит улар фажиғәле, трагик яҙмышлы шәхестәр. Шағир һәр ваҡыт үҙ заманы менән бәхәсләшеп, кеше күңеленә, тормоштоң именлегенә янаусы ҡурҡыныстарҙы алдан күреп йәшәй. Шуға ла ул һәр саҡ һыҙлана, шуға ла ул тыныс яҙмышлы, ғәҙәттәгесә бәхетле була алмай...

Рауил БИКБАЕВ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

"Киске Өфө" гәзите, №6, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.02.22 | Ҡаралған: 468

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru