«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛ КҮРГӘНДЕ КҮРЕРБЕҘ...
+  - 


Бөгөнгө сәйәси ареналағы хәл-торош халыҡты иҡтисади йәһәттән дә шаңҡыта, күп һорауҙар тыуҙыра. Ошо хәлдәргә баһа биреүен һәм киләсәкте фаразлауын һорап, иҡтисад фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының Стратегик тикшеренеүҙәр институты дәүләт автономиялы фәнни учреждениеһының Граждандар инициативаһын өйрәнеү үҙәгенең өлкән фәнни хеҙмәткәре Азамат БАРЛЫБАЕВҡа мөрәжәғәт иттек.

Рәсәйҙә, күпме инҡар итергә тырышһаҡ та, бай һәм ярлы ҡатлам бар. Бөгөн донъялағы хәл-торош бигерәк тә минималь хеҙмәт хаҡына эшләп йөрөгән халыҡҡа йоғонто яһай, сөнки санкциялар арҡаһында сауҙа нөктәләрендә бар нәмәгә хаҡтар артыуы күҙәтелә. Белгес күҙлегенән ниндәй баһа бирәһегеҙ?

- Яҡын киләсәктә, инфляция үҫешен иҫәпкә алып, бюджет өлкәһендә эшләүселәрҙең эш хаҡы һәм пенсионерҙарҙың пенсияһы индексацияланыуы ихтимал. Бөгөн Рәсәйгә төрлө илдәр ҡулланған санкциялар һөҙөмтәһендә инфляция 10-15 процент арауығында фаразлана һәм был, ысынлап та, халыҡтың тормош кимәле түбәнәйеүгә килтерәсәк. Әммә шуны әйтеп тынысландыра алам: илгә дефолт, йәғни аҡсаның осһоҙланыуы янамай, шуға күрә дәүләт үҙенә алған социаль йөкләмәләрҙе тулыһынса үтәйәсәк.

Интернет селтәрендә, банктар хеҙмәтләндереүҙе туҡтата, халыҡтың өҙөп-йолҡоп йыйған аҡсаһы "туңдырыла", тигән хәбәрҙәр тарала. Ысынлап та, ҡайһы бер банктарҙың хеҙмәте менән ҡулланыусылар иҫәптәрҙең ябылыуын белдерә. Шул уҡ ваҡытта, мәҫәлән, Һаҡлыҡ банкыһы, ғәҙәти режимда эшләүен дауам итә. Был мәсьәләгә лә асыҡлыҡ индерһәгеҙ ине: банктар халыҡ алдындағы бурыстарын теүәл үтәрме, әллә төрлө хәлгә әҙер булырға, аҡсаларҙы "быяла банкаларға" күсерергә кәрәкме?

- Рәсәй санкцияларға иҡтисади йәһәттән дә, инфраструктура йәһәтенән дә күптән әҙерләнә килде, резерв тупланы. Банк системаһы ла һуңғы йылдарҙа нығытылды һәм әлеге ваҡытта тотороҡло эшләй. Граждандарҙың банктарҙағы һаҡлыҡ аҡсаһы (вклад) 1 миллион 400 мең һумға тиклем һаҡлыҡ аҡсаларҙы страховкалау буйынса агентлыҡта страховкалана һәм банктар, киреһенсә, вкладтарға ставкаларҙы күтәрҙе. Был финанс учреждениеларында аҡсаларын алырға теләүселәрҙән бигерәк, юғары ставкалар буйынса вклад асырға теләүселәрҙән оҙон сират барлыҡҡа килтерҙе. Шуға халыҡ араһында паника юҡ тиер инем. Ә инде аҡсаларҙы ҡайҙа һаҡларға тигәндә, уларҙы өйҙә "ойоҡта" йәки "банкала" тотоуҙың мәғәнәһен күрмәйем, сөнки инфляция уларҙың ғәмәлдәге хаҡын "ашай".

Мәғлүм булыуынса һәм әле әйтеп китеүегеҙсә, Үҙәк банк төп ставканы 9,5 проценттан 20 процентҡа күтәрҙе. Был ниндәй маҡсаттан сығып эшләнде һәм, ғәҙәттә, халыҡтың үҙ ырымы - пенсиялар артһа, хаҡтар артыуын көт тә тор, тигәндәй, ставка күтәрелеү менән улар хәҙер кредит ставкаларының артыуын фаразлай...

- Иҡтисади мәсьәләләр буйынса кәңәшмәлә ил Президенты Владимир Путин аныҡ бурыс ҡуйҙы - кредит килешеүҙәрендә күрһәтелгән барлыҡ кредит ставкаларының һаҡланыуын тәьмин итергә. Йәғни быға тиклем алынған ипотека кредиттары буйынса процент ставкалары шул килеш ҡаласаҡ. Үҙәк банк ставканы инфляцияны туҡтатыу, кредитлау күләмен түбәнәйтеү һәм баҙарҙа ығы-зығы тыуҙырмау өсөн күтәрҙе. Иҡтисади шаңҡыу шарттарында Үҙәк банк шундай ғәмәлдәр башҡара һәм был улар өсөн ғәҙәти күренеш.

Рәсәй элек-электән бай һәм үҙен-үҙе тәьмин итә алырлыҡ ил булды һәм шулай тип һаналды ла. Әммә һуңғы ваҡытта Европа һәр осраҡта санкциялар менән ҡурҡытырға һәм санкциялар менән быуып алырға тырыша. Бындай янауҙың нигеҙе бармы, әллә Рәсәй бөгөн дә үҙен-үҙе тәьмин итерлек ҡеүәткә эйәме?

- Санкциялар мәңге түгел. Әлеге ваҡытта Рәсәй сит ил тауарҙарына түгел, киреһенсә, Европа Рәсәй газына һәм нефтенә бәйле. Хатта ҡасан да булһа сит илдәр беҙҙең газдан баш тартһа ла, уға альтернатива таба алмаясаҡ. Тимәк, уларҙың производствоһы тиҙ арала банкротҡа әйләнеп, һатылырға мәжбүр буласаҡ. Ә ул мәсьәлә ҡабырғаһы менән тора: үҙаллылыҡ ҡалдығын юғалтырғамы, әллә санкцияларҙан баш тартырғамы? Йәғни Көнбайыш илдәре иғлан иткән санкциялар Америка капиталы ихтыяжын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән.
Икенсе яҡтан, Рәсәй күптән инде ауыл хужалығы тармағында сит илдән индерелгән продукцияны яйлап ҡына ватан етештереүсеһе продукцияһы менән алмаштырыу сәйәсәтен алып бара. Нигеҙҙә, беҙ үҙебеҙҙе ауыл хужалығы продукцияһы менән тулыһынса тәьмин итәбеҙ. Санкциялар, валюта курсының түбәнәйеүе, киреһенсә, ватан продукцияһының дәғүәселек һәләтен арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Шуға күрә, аҙыҡ-түлеккә әллә ни ҡытлыҡ булмаясаҡ. Илдең ҡулланыусылар баҙары ғәҙәти режимда эшләй, етерлек тауар запасы тупланған. Әгәр магазинда йәки дарыуханаларҙа нимәлер юҡ икән, халыҡ үҙе имеш-мимешкә ышанып, кәштәләрҙә нимә бар, барыһын да һыпырып ала һәм үҙе ялған ҡытлыҡ тыуҙыра. Әммә улар складта юҡ тигәнде аңлатмай, бары тик әлегә уны килтереп, ҡабул итеп, урынлаштырып өлгөрмәйҙәр.

Ил халҡы ҡалала ла, ауылда ла лайыҡлы йәшәһен өсөн эш хаҡтары ниндәй кимәлдә булырға тейеш һәм был кимәлгә ҡасан етәсәкбеҙ?

- Рәсәйҙә эш хаҡы түбән булыуының бер нисә сәбәбе бар - түбән хеҙмәт етештереүсәнлеге, инфляцияның юғары һәм предприятиелар өсөн кредит ставкаларының ҙур булыуы, бюджетҡа ҡарамаған фондтарға (Пенсия фонды, ФОМС, ФСС) ҙур күләмдә аҡса күсереү. Юғары эш хаҡы хеҙмәт етештереүсәнлеге юғары булғанда, бюджетҡа ҡарамаған фондтарға мотлаҡ түләүҙәр күләме кәметелгәндә һәм иҡтисад тотош үҫкәндә генә мөмкин.

Шулай итеп...
Бөгөн халыҡ араһында фекерҙәр айырмалығын күҙәтергә мөмкин. Йәштәр бер төрлө уйлаһа, оло быуындың уйы һәм теләге бер генә: ил күргәнде күрербеҙ, һуғыш ҡына булмаһын! Артыҡ һүҙ кәрәкмәй ҙә...

Зәйтүнә ӘЙЛЕ
әңгәмәләште.

"Киске Өфө" гәзите, №10, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.03.22 | Ҡаралған: 327

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru