Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары Рәсәй халыҡтарының милли мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн тәғәйенләнгән үҙенсәлекле проектты тормошҡа ашырған. Улар "Өләсәйем әкиәттәре" тигән үҫтереүсе тематик күнекмәләрҙе төбәктең үҙенсәлегенә таянып, туған телдәрҙә эшләгән. Уны 2022 уҡыу йылы башында республиканың мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында ҡуллана башлаясаҡтар. Рәсәйҙең Туған телдәрҙе үҫтереү һәм һаҡлау фонды башланғысында проект туғыҙ телде үҙ эсенә алған, әлеге көндә рус һәм башҡорт телдәрендәгеһе донъя күргән. Был проект тураһында башҡортса альбомдың авторы, БДУ-ның башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә АБДУЛЛИНА менән әңгәмәләштек.
Был эшкә нисек тотоноп киттегеҙ?
- Был проектҡа беҙ, мин һәм фольклорсы, факультетыбыҙ уҡытыусыһы Олеся Әхмәтрәхимова, Мәскәү ғалимдары тәҡдиме буйынса ҡушылдыҡ һәм Рәсәй халыҡтарының 9 телендә нәшер ителәсәк дидактик альбомдарҙың башҡортсаһын эшләнек. "Өләсәйем әкиәттәре" һәр халыҡтың ауыҙ-тел ижадында уларҙы берләштергән төшөнсәләр, сифаттар, донъяға ҡараш булыуын сағылдырҙы. Беҙгә "үҙ-ара ярҙамлашыу", "дуҫлыҡ", "ышаныс", "хеҙмәт", "йорт", "ҡунаҡсыллыҡ", "аҡыл", "изгелек" тигән төшөнсәләргә тап килгән әкиәттәрҙе һайларға тәҡдим ителде. Күбеһенсә башҡорт халҡына хас булған милли үҙенсәлектәрҙе сағылдырған халыҡ әкиәттәре һайлап алынды. Альбомдар бик сағыу итеп эшләнгән, унда буяу өсөн дә, логикаға ҡоролғаны ла, тәржемә талап иткән күнегеүҙәр ҙә бар. Сағыу һүрәттәр Мәскәү рәссамыныҡы, уға ижадында башҡорт йөҙҙәре сағылырға тейеш, тигән талапты үҙебеҙ ҡуйғайныҡ.
Был комплекслы дидактик материалды барлыҡ балалар баҡсаһында, башҡорт төркөмдәрендә һәм яңы ғына модаға инә башлаған полилингваль булғандарында ла ҡулланырға мөмкин. Ул 3 йәштән 7-гә тиклемге балалар өсөн тәғәйенләнгән, балалар үҙаллы ла, тәрбиәселәр йәки атай-әсәйҙәре менән дә эшләй ала. Рус телендә нәшер ителгәне "Бабушкины сказки" тип атала һәм урыҫ халыҡ әкиәттәренән тора, башҡортсаһын "Хәҙисә өләсәй әкиәттәре" тип исемләнек. Бында 16 әкиәт тупланыҡ, һәр береһе буйынса кәмендә 2 карточка төҙөлгән. Балаларға "Айыу менән бал ҡорттары", "Икмәк", "Хәйләкәр төлкө", "Дүрт һылыу", "Ҡуян менән һайыҫҡан", "Бабай менән айыу", "Нужа", "Шалҡан", "Йәнлектәр нисек ҡулға эйәләшкән?", "Кәзә менән һарыҡ", "Рәхмәтле ҡуян", "Етегән", "Алдар", "Асылыкүл", "Кесерткән ниңә уҫал?", "Алтын балта" тигән әкиәттәр менән танышырға тәҡдим итәбеҙ. Башҡортса альбомдың "Хәҙисә өләсәй әкиәттәре" тип аталыуы ла юҡҡа түгел: беҙ уны эшләгәндә фольклор белгестәренән тыш, халыҡ араһынан мәғлүмәт биреүсе кешеләрҙең яуаптарына ла мөрәжәғәт иттек һәм күп осраҡта Дәүләкән районы Мәкәш ауылынан Хәҙисә Ғәниеваның һөйләгәндәренә таяндыҡ. Шуға уның исемен ошолай мәңгеләштерергә булдыҡ.
Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телдәрен үҫтереү һәм һаҡлау фонды тигән яңыраҡ эшмәкәрлеген туҡтатҡан ойошманың проекты ине был, шуға данаһы сикләнгән булды, әммә республиканың һәр балалар баҡсаһына берәрҙән таратырға етер, тип уйлайбыҙ. Күберәк нәшер итеп сығарыу мөмкинлеген һорап, Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығына мөрәжәғәт иттек әлегә.
Бындай проекттарҙың әһәмиәте ниҙә?
- Тәү сиратта баланың ике теллелеген үҫтереүгә йүнәлтелгән булыуында. Сөнки, ни тиһәң дә, бөгөн күп кенә балаларыбыҙ бер телдә саф ҡына һөйләшә алмай. Бынан тыш, төрлө мәҙәниәттәргә ҡарата ихтирам тойғоһо уятыу, тәрбиәүи йәһәттән дә мөһим был. Әлбиттә, баланың дөйөм үҫешенә ыңғай йоғонто яһаған эш төрҙәрен һайланыҡ. Ғөмүмән, проектҡа беҙ балаларыбыҙҙы милли ерлектә тәрбиәләүҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында ҡушылғайныҡ. Юғиһә, сит илдә сыҡҡан, Рәсәй прокатында күрһәтелгән киң билдәле йәнһүрәттәр миҫалында тәрбиәләнгән йәш быуын үҙҙәренең милли үҙенсәлеген юғалта барыуын күреп торабыҙ. Әлегә тиклем эшләнгән күп теллелеккә ҡоролған шундайыраҡ ҡулланмалар төрлө мәҙәниәттәр солғанышында йәшәгән балаларҙың башын әйләндерә. Мәҫәлән, ул Иван-дурак тураһында әкиәттәрҙе ҡарай ҙа, уның мейес башында ғына ятып, үҙенә кәрәккә өлгәшеүен күрә һәм күңелендә мин дә шулай барыһына ла еңел генә ирешһәм ине, "суртан әмере" менән ҡулға аҡса инһә, тормошом гел шулай көйлө генә барыр ине, тигән уй тыуырға мөмкин. Ә беҙҙең әкиәттәрҙә тик үҙ көсөң, аҡылың менән нимәгәлер өлгәшеп була, тигән идея һалынған. Шулай уҡ альбомға ингән әкиәттәрҙә башҡорттарға ғына хас кәсеп-шөғөлдәр, географик атамалар ҙа сағыла. Тағы ла заман башҡортона хас булырға тейеш, үҙебеҙ күрергә теләгән характер һыҙаттарын да бирергә тырыштыҡ. Беҙ көрәшеү өсөн түгел, ә тормошта үҙ урыныбыҙҙы табыр өсөн, бер-беребеҙгә ярҙамлышып һәм ышанып, дуҫлыҡта, тыныс хеҙмәттә, хәләл көс менән йорт төҙөп, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, аҡыл менән, изгелек ҡылып йәшәргә тейешбеҙ. Былар барыһы ла ошонда тупланған, ә батырлыҡ темаһынан махсус рәүештә ситкә киттек.
Юғары уҡыу йорттарының ҡабул итеү комиссиялары үҙ эшен башланы, һеҙҙең факультетта ниндәй яңылыҡтар бар?
- Быйыл беҙ, ниһайәт, журналистиканың башҡорт бүлегенә студенттар ҡабул итәсәкбеҙ. Был күптән көтөлгән яңылыҡ, 15 бюджет урынының 8-е ошо бүлеккә тәғәйенләнде. Шулай уҡ бына хәҙер бишенсе йыл рәттән эске туризм өсөн белгестәр әҙерләйбеҙ, улар сит телдәрҙе тәрәнәйтеп өйрәнеүсе экскурсовод-гидтар буласаҡ. Был студенттар Башҡортостандың дәүләт телдәрендә иркен аралашҡан, берәй көнсығыш телен белгән, илебеҙҙең төрлө туристик маршруттарын яҡшы өйрәнгән, музейҙарҙа тәжрибә туплаған белгестәр булып сыға. Тағы ла көнсығыш телдәрен тәрәнәйтеп өйрәнгән журналистарҙы уҡыта башлаясаҡбыҙ, был түләүле йүнәлеш буласаҡ. Уларға дипломдарына өҫтәп Европа ҡушымтаһын алыу мөмкинлеге бирелә. Әлбиттә, быға тиклем асылған уҡытыу йүнәлештәренә лә абитуриенттарҙы көтөп ҡалабыҙ.
Сәриә ҒАРИПОВА
әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №28, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА