«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Балалы ғаиләләргә ниндәй генә ярҙам саралары күрһәтелһә лә, тыуым кимәле кәмей, демография хәлдәре мөшкөлләнә бара. Ә шулай ҙа ғаиләләр үҙҙәре ни уйлай был турала, ниндәй ауырлыҡтарҙы хәл итергә тейеш хөкүмәт?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МИН ТЫНЛЫҠТЫ ТЫҢЛАЙЫМ
+  - 


* * *

Камила бирелеп үҙенең эшенә кереште. Бөтә ваҡытын мәктәптә үткәрҙе. Шулай ғына ул йөрәкте ашаусы уй-хәсрәттәренән арыныр ине. Балалар менән аралашыу йәшәүгә дәрт, күңелгә көс бирҙе. Уҡыусылары уны шул тиклем яратты. Үҙҙәре лә апайҙарына хәлдәренән килгәнсә ярҙам итергә тырыштылар. Күңел яраларын бөтәштереүҙә. Киләсәккә ышаныс менән ҡарауҙа. Кескәйҙәр йөрәге үтә лә һиҙгер була шул.
Үткән ваҡыт эсендә ул бер генә тапҡыр ҙа Ғәзинурҙың исемен әйткәне булманы. Гүйә, был кеше уның өсөн үлде. Ул ҡайҙа, ни эш бөтөрә, уңыштары ниндәй, ҡайтып йөрөймө, ҡатыны менән нисек йәшәйҙәр - һорашҡаны ла, ҡыҙыҡһынғаны ла булманы. Үҙ эсенә йомолдо. Ҡыҙы ниндәй хәбәр менән йәшәй, киләсәге тураһында нимә уйлай - әсәһе был турала белә алманы. Элекке Камила түгел ине ул. Әйтерһең, алмаштырып ҡуйҙылар. Етди, талапсан. Нимәлер уйлап сығара, ойоштора, тәҡдим итә, яңылыҡ эҙләй, күтәреп ала, тәүәккәл генә атҡарып ҡуя. Мәктәп эшен шундай итеп алып барҙы - исемен район мәктәптәрендә лә яҡшы белделәр.
Ике йылдан уңған, тынғыһыҙ уҡытыусыны Иҫән тулы булмаған урта мәктәбенә уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса мөдир итеп эшкә саҡырҙылар.

* * *

Иҫән ауылында эш башлауға ярты йыл үтеп китте. Ҡышҡы кистәрҙең береһендә өҫтәл артында дебет шәлгә төрөнөп, яҙыу-һыҙыу менән булышҡан бер мәлдә, фатир хужабикәһе ишекте асты.
- Ҡыҙым, һиңә ҡунаҡ килгән.
Камила күтәрелеп ҡараны. Ҡаршыһында ҡояштай балҡып, мәктәптә бергә уҡыған синыфташы Илфат баҫып тора ине. Ҡыҙ үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы. Әкрен генә урынынан торҙо, ике ҡулын алға һуҙып, Илфатҡа табан атланы. Сәсе элеккенән дә ҡарараҡ һымаҡ. Ниндәй мыҡты кәүҙәле булып киткән! Етмәһә, мыйыҡ үҫтереп ебәргән бит әле килештереп. Маңлайында һырҙар барлыҡҡа килгән. Бына шулай кеше олпатланалыр инде. Илфат унан ҡарашын айыра алмайынса, һаман йылмая. - Үҙеңде бер ҡосаҡлайым әле, синыфташ! Рөхсәт итһәң!..- Унан тағы ла Камилаға тултырып ҡараны. - Һин элеккенән дә һылыуыраҡ булып киткәнһең!..
Илфат Ҡаҙанда мединститутты тамамлағандан һуң Себер яғына сығып киткәйне. Шунан бирле күрешкәндәре булманы.
- Рәхмәт, йылы һүҙеңә, дуҫҡайым! - Камила ихлас яуапланы. - Ә һин отпускыға ҡайттыңмы?
- Юҡ, бөтөнләйгә. Мин хәҙер Стәрлетамаҡта, Камила.
Үткәндәрҙе иҫләп бик оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Ахыр килеп, Илфат тел осонда торған һорауын бирмәйенсә булдыра алманы.
- Мин һеҙҙе... Ғәзинур менән бергәлер, тип уйлай инем. Бөтәһе лә хәл ителеп бөткәйне бит...
Камила ситкә ҡарап моңһоу йылмайҙы.
- Һуңғы һынауҙы үтә алманыҡ. Уны үҙебеҙ ҡатмарландырҙыҡ. Хәҙерге аҡыл юҡ ине ул саҡта. Беренсе һәм тәүге мәртәбә йәшәгәс... Бик аҡыллы, теүәл булыр өсөн һәм мәргән атыр өсөн ҡат-ҡат йәшәп ҡарарға кәрәктер ул. - Шулай ҙа, Камила...
- Хәҙер уйлап та ҡуям, бәлки, шулай кәрәк булғандыр... Унан өҫтәйем: икебеҙ өсөн дә бөтә йәшәү йәме емерелер булғас, нишләп шулай кәрәк булһын, ти инде?.. Мин уны әлегә тиклем күргәнем юҡ. Уның да осрашырға ҡыйыулығы етмәй, ахырыһы. Ышанаһыңмы-юҡмы, беҙҙең һаман да аңлаша алғаныбыҙ юҡ. Уртаға бик ҡалын, бейек кәртә ҡуйылды.
- Ғәзинурға ҡарашың үҙгәрмәнеме?
- Миндә ике тойғо көрәшә. Улар алышы туҡтамаҫ, ахырыһы. Ә, бәлки, миндә ике Камила йәшәйҙер? Баяғы һүҙең... онотманыңмы, тиһеңдер. Юҡ, Илфат, онотманым. Оноторлоҡ көс юҡ миндә.
Илфат урынынан тороп баҫты. Тәҙрәнән тышҡа ҡараны.
- Илфат, үҙең тураһында ла һөйлә. Өйләндеңме?
Егет баш сайҡаны. Яңынан Камила эргәһенә килеп ултырҙы.
- Юҡ, Камила.
- Осратырһың, табырһың.
Илфат ҡыҙҙың ҡулдарынан тотоп алды.
- Әйт әле, Камила, үҙеңде үткәнгә бағышлап йәшәү бәхетһеҙлек түгелме ни?
- Илфат, мин бик күптәр татымаған иң ҙур тойғоно кисерҙем. Мин бөтә йөрәктән яраттым һәм яратылдым. Ул эҙһеҙ генә, тиҙ генә юғалмаясаҡ, юйылмаясаҡ. Юҡ, Ғәзинур ҙа мине бер ҡасан да онотмаясаҡ - быны беләм. Моғайын, бындай көслө хис-тойғо менән кеше үҙ ғүмерендә бер мәртәбә генә яна алалыр. Ҡалғандары ҡабатлау ғына. Бая әйтмешләй, ҡабат-ҡабат йәшәү шыма, хатаһыҙ йәшәүгә килтерер ине. Ләкин уны ысын мәғәнәһендә "йәшәү" тип атап булмайҙыр... Һөйөүем дә, яныуым да тик үҙемдеке.
Илфат башын ҡалҡытты.
- Мин дә бит шулай көслө яраттым. Ул ҡыҙҙы һөйгән шикелле берәүҙе лә ярата алманым.
- Был осраҡта кәңәш бер генә төрлө: уның өсөн көрәшергә кәрәк. Әгәр һуң түгел икән... Мөхәббәттә ҡурҡаҡ булма. Ғәзинур ҙа шулай...
- Ғәзинур?.. Эх, Камила, һин мине аңламаның!
- Нишләп? - Камила аптырап егеткә ҡараны, уның төҫө үҙгәреп китте.
- Ул - һин, Камила. Был - йөрәк түрендә һаҡлаған иң ҡәҙерле серем.
Камила, ғәжәпкә ҡалыуын һиҙҙермәҫкә тырышып, йылмайҙы.
- Илфат, һин бит Ғәзинурҙың иң яҡын дуҫы булдың.
- Эйе, булдым, һине йәнә лә бер мәртәбә күрер өсөн кескәй генә мөмкинлек тә ине бит ул. Мәктәптә генә түгел! Ни өсөн мин Өфө-Ҡаҙан юлын йыш тапаны, тиһең?.. Тик һин генә мине күрмәнең, барлығымды тойманың. Был матур сихри күҙҙәр бүтән берәүҙе - тик Ғәзинурҙы ғына күрә ине шул. Һәм был күҙҙәр бәхетле ине. Мин һоҡланып туя алмаған күҙҙәр...
- Илфат, дуҫҡайым, ҡалдырайыҡ был һөйләшеүҙе.
- Юҡ, уны ҡасан да булһа һиңә әйтергә тейеш инем. Хәтерләйһеңме, беҙ күмәкләшеп, синыфташтар менән ҡырға сыҡҡайныҡ, һиңә бер ҡосаҡ томбойоҡ сығарып биргәйнем. Шул саҡта һиңә бөтәһен дә әйткән һымаҡ инем. Үҙем ҡосаҡлаған сәскәләр аша... Уларҙы күкрәгеңә ҡыҫҡан килеш һин Ғәзинурға төбәлдең. Шундай шат, шундай сағыу... Мин башты эйеп, ситкә атларға мәжбүр булдым, һеҙҙе айырыр көс юҡ ине. Хәҙер ҙә быға ышаныуы ҡыйын, һуңынан да... - Бөтәһе лә еңел генә сиселеш тапты, - Камила байтаҡ өнһөҙ ултырҙы. - Минең өсөн Ғәзинур донъяла иң көслө кеше ине. Уның шул көсөнә, тәүәккәллегенә ышандым. Үҙемә тәүәккәлерәк булырға кәрәккән икән. Йәшәй-йәшәй ул да бер аҙ үҙгәргән, мин дә... Тимәк, уға элеккесә, мәктәптә уҡығандағы һымаҡ, ҡарарға тейеш булмағанмын. Тормош ҡына түгел, әҙәм балалары ла үҙгәрә бит. Хәҙер бер-беребеҙгә яҡын килергә лә ҡурҡабыҙ, буғай. Шул уҡ Ғәзинурмы ул, шул уҡ түгелме? Ә Камила?.. - Ни өсөн ошоға тиклем ул һине бер тапҡыр булһа ла күрергә көс тапмаған? Ғәфү үтенер өсөн булһа ла. Был һиңә күп нәмә тураһында һөйләй түгелме, Камила? Уның урынында булһам, һине эҙләп ете диңгеҙ кисер инем... Камила, сыҡ миңә кейәүгә! Һине бәхетле итер өсөн бөтәһен дә эшләйәсәкмен!..
Камила урынынан тороп баҫты. Дебет шәле һыпырылып иҙәнгә төштө. Ҡыҙ быны һиҙмәне, буғай. Илфатҡа яуап итеп әкрен генә баш сайҡаны.
- Беҙҙе яралы үткәндәр бәйләй. Ҡайҙа барһаҡ та, нимә эшләһәк тә, бер кеше арабыҙҙа торасаҡ. - Камила Илфаттың ҡулынан тотто. - Яратҡан дуҫым булып ҡал! Бәхетле ит мине шулай!..
Был һөйләшеүҙән һуң Илфат бер нисә мәртәбә килеп китте уның янына. Камила егетте өмөтләндермәне. Ахыры, үҙе лә аңланы. Шулай ҙа тәүге осрашыуға ике йыл үткәс кенә өйләнде. Камила был турала ишеткәс, дуҫына бөтә күңелдән бәхет теләне. Илфаттың туй алдынан ебәргән открыткаһын әле лә ҡәҙерләп һаҡлай: "Мин мөхәббәттең ялҡынында көйөүҙән, көтөүҙән ҡурҡманым, ләкин мөхәббәтем булды яуапһыҙ, һөйгәнеңдән һөйөл, үҙең һөй, мөхәббәтең менән ҡауыш, Камила!" Уның Ғәзинур янына барғанын ишетте ҡыҙ. Нимә тураһында һөйләшкәндәрҙер, билдәһеҙ, әммә йәй Ғәзинурҙың Иҫәнгә килеп, үҙен эҙләгәнен ишетте. Ул ваҡытта Камила дуҫтары менән сәйәхәткә сығып киткәйне, осраша алманылар. Ғәзинур!.. Телефон номерын ҡалдырған. Ҡағыҙ киҫәген уста йомарлап оҙаҡ ултырҙы Камила. Бәлки, уның бөтә яҙмышы ошо номерҙалыр? Юҡҡа эҙләмәгәндер бит уны Ғәзинур? Шылтыратырғамы? Үткәндәр шәүләһе артынан йөрөү түгелме был? Әгәр ҙә Камила уйлағанса булһа, Ғәзинур барыбер уның янына килергә тейеш тә баһа! Бүтәнсә булһа?.. Ҡыҙ шылтыратманы.
Курсташы Рәхим Өфөнән районға экспедицияға килешләй уны үҙе эҙләп тапты. Студент йылдарын хәтерләп, оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар. Ул староста булды. Рәхимде курста бик ярата торғайнылар. Кешелекле, ярҙамсыл ине шул. Әле лә һис кенә үҙгәрмәгән. Шундай уҡ ябай, алсаҡ. Мәктәпкә әллә күпме ярҙамы тейҙе. Уҡытыусылар ҙа, бала-саға ла бик яратып ҡалды үҙен. Ошо хәл сәбәпсе булдымы - Камиланың күңелендә Рәхимгә ҡарата ихтирам тойғоһо көсәйҙе. Дуҫлыҡтары өҙөлмәне. Егет Өфөгә ҡайтып киткәс тә шылтыратып торҙо. Камиланы һәр саҡ үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы.
"Яңы тормош башларға кәрәк", - был фекер ҡапыл килде ҡыҙҙың башына. Хатта үҙе лә аптырап ҡуйҙы. Ғәзинурҙан хәбәр-фәлән булманы. Ысынлап та, үткән менән йәшәү дөрөҫ булмаҫ. Элекке һымаҡ һөйөү булмаҫ инде булыуын, әммә бәхет төшөнсәһен башҡасараҡ аңларға ла ваҡыт ет-кәндер. Бер-береңде ихтирам итеү, аңлаша белеү бәхет нигеҙен тәшкил итә. Тойғолар ҙа һәлмәкләнә. Ғәзинурға булған хис-тойғолар тоноҡлана төштөмө әллә? Рәхимдең саҡырыуын тыңлап, Камила ҡышҡы каникулда Өфөгә юлланды. Хәйер, үҙенең йомоштары ла байтаҡ ҡына ине. Шул уҡ кис Рәхим менән театрға барҙылар. Фойела йөрөп әйләнделәр, унан һөйләшә-көлөшә тамаша залына йүнәлделәр. Камила ҡапыл, нимәнәндер һиҫкәнеп, башын күтәрҙе. Ҡаршы яҡ ишектән Ғәзинур инеп килә ине. Ҡатыны ҡайҙалыр ситкә ҡарап атлай. Ғәзинур менән Камиланың ҡараштары осрашты. Ғәзинурҙың ҡаштары һиҙелер-һиҙелмәҫ өҫкә сөйөлдө. Эргә-тирәләге бар нәмә юҡҡа сыҡты. Донъяла, гүйә, ошо икәү генә тороп ҡалды. Тәү башлап Камила иҫенә килде. Баш ҡаҡты. Ғәзинур яуап бирҙе. Ҡыҙ, ҡарашын көс-хәл менән унан айырып, ситкә боролғандай итте. Рәхимде ҡултыҡлап ары атланы. Ғәзинур баҫҡан килеш тора бирҙе. Камила урынына барып ултырғас, ҡарашы менән йәнә Ғәзинурҙы эҙләне. Ана, башын аҫҡараҡ эйгән килеш алғы рәткә үтте. Ҡатыны ҡулын болғай-болғай ниҙер һөйләй. Ире уны ишетмәй шикелле. Башын бөтөнләй икенсе яҡҡа борған. Бер аҙ ултырғас, артҡа ҡайырылды. Йә Хоҙа, тәнде зымбырлатҡан, эҫеле-һыуыҡлы иткән шул уҡ күҙҙәр! Ошо йылдар бер нәмәне лә үҙгәртмәнеме ни? Камиланы эҙләйме был арбаусан күҙҙәр? Тапмай. Шулай яҡшыраҡ. Шулай яҡшыраҡ... Камила боҫҡандай итте. Юҡ, тапһын ине, күрһен ине уны! Әйтһен ине күҙҙәре менән үҙенең сикһеҙ һөйөүен! Камиланы ғына һөйөүен! Йәнде телгеләгән нәфрәт уты гөлтләп һүнде, юҡҡа сыҡты. Йөрәкте әйтеп аңлатҡыһыҙ шатлыҡ биләне, унан - һағыш...

(Дауамы. Башы 27-29-сы һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 29.07.22 | Ҡаралған: 789

Киске Өфө
 

Бер үк ваҡытта әфәнде лә, ҡол да булып булмай. Ҡол булғың килһә, кешеләрҙең һәр береһенә ялағайлан һәм ярарға тырыш, әфәнде булғың килһә инде үҙеңде ошо ҡылыҡтарҙан азат ит.

(Эпиктет).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru