«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙҘАН КИЛӘ ҠУРАЙҒА ҺӨЙӨҮ ҺӘМ ЭШҺӨЙӘРЛЕК, ДОНЪЯ КӨТӨҮ ТӘРБИӘҺЕ
+  - 


Республикала ғаилә фольклор ансамблдәре күпме икән? Бармаҡ менән генә һанарлыҡтыр. Ә бына Хәсәновтарҙың 70-тән ашыу туған-тыумасаһын берләштергән фольклор ансамбле һымаҡтар республикала, илдә тағы нисәү икән? Даланлы һәм талантлы ансамбль репертуары сәнғәтебеҙҙең бай гөлләмәһен тәшкил итә: унда башҡорт халыҡ йырҙары, таҡмаҡтар, таҡмаҡҡа бейеүҙәр, халыҡ бейеүҙәре, бәйеттәр, мөнәжәттәр, театрлаштырылған йәки йолаларҙы тергеҙгән тамашалар... Хәсәновтарҙың сығышын Рәсәй Федерацияһында ғына түгел, БДБ, Балтик буйы илдәре тамашасылары ла алҡышланы. Ғаилә ансамбленең нигеҙен бар иткән Сәфәрғәле һәм Рәхимә Хәсәновтарҙың ғаиләһендә ун бер бала үҫә - ете ҡыҙ һәм дүрт ул. Рауил, Рәмил, Рәил - республиканың арҙаҡлы ҡурайсылары. Улар өсөһө лә төрлө йылдарҙа үткән ҡурайсылар бәйгеһендә Гран-при яулаған маһирҙар, үҙҙәре хәҙер күп йәш ҡурайсыларҙың остаздары. Кәрим Дияров исемендәге республика ҡурайсылар ярышында - өлкән ул Рауил, Ғ. Сөләймәновтың 100 йыллығына үткәрелгән ярышта - кинйәләре Рәил, ошо уҡ данлы ҡурайсының 110 йыллығына үткәрелгән быйылғы бәйгелә Рәмил Гран-приға лайыҡ булды.

Бер ғаиләнән сыҡҡан өс бер туғандың Гран-приға лайыҡ булыуы бик һирәк күренеш. Мин хатта ундай ғаиләләрҙе белмәйем дә. Һеҙҙә тарих хәтере һәм уның бөгөнгөбөҙ менән камил берлеге сағылғандай. Һәр берегеҙ Гран-при эйәһе булараҡ, боронғо йолаға ярашлы, йылҡы малы менән бүләкләнгән. Атлы башҡорт - ҡанатлы башҡорт ул. Ниндәй ул һеҙҙе үҫтергән ер-һыу? Ғаиләлә сәнғәткә һөйөү нисек тәрбиәләнде?

Рауил.
Беҙҙе үҫтергән Түбәнге Яйыҡбай ауылы бәләкәй генә булһа ла, тарихҡа бик бай ауыл. Уның Апай тауы ғына ла ни тора! Ул шундай матур, башына менһәң - аҡланы бар, тирә-яҡҡа ҡараһаң - бөтөн тирә-яҡ күренеп тора. Яныбай Хамматовтың "Төньяҡ амурҙары" романында Баязетдин Баяс образы һүрәтләнә. Был егет үҙенең апаһы менән бергәләшеп азатлыҡ өсөн көрәшкән. Ғәскәрҙәре менән Апай тауында йәшенеп, шунда тупланғандар. Ошо тарихи ерҙәрҙә беҙҙең ҡартатайҙар, атай-әсәйҙәр рухлы булып үҫкәндәр. Апай шишмәһе лә бар. Ғүмер буйы беҙҙең инәйҙәр, еңгәйҙәр, өләсәйҙәр шул шишмәнән көйәнтәләп һыу ташығандар. Ауылға яҡын ғына ул. Апай шишмәһенең һыуын эсеп үҫтек, Һаҡмар йылғаһы ла беҙҙең ауыл эргәһенән генә аға.
Рәхимйән ҡартатайым ныҡ шәп ҡурайсы булды... Һигеҙ малайы, бер ҡыҙы булған уның. Ғөмүмән, беҙҙең тоҡомда ишле балалы ғаиләләр байтаҡ. Беҙ үҙебеҙ ҙә ун бер бала үҫтек. Атайыбыҙ һуғыш осоро балаһы. Ағалары, ҡустылары уҡыған, беҙҙең атай ғына мәктәпкә бара алмаған, сөнки атай-әсәйгә ғаиләне ҡарашырға, туғандарға ярҙам итергә кәрәк булған. Ошо оло бурысты ул атҡара һәм эшләп, сынығып үҫә. Нимә тип әйткем килә: Хәсәновтар заты - ергә бәйләнгән кешеләр.

Хеҙмәткә һөйөү менән бер рәттән, атайығыҙ моң донъяһынан айырылмаған, әле әйтеүегеҙсә, шәп ҡурайсыларҙың береһе булған...

Рауил.
Эйе, ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнаны, йырланы ла. Сәнғәткә һөйөү ҡартатайыбыҙҙан килә. Элек ҡунаҡҡа саҡырышһалар, йыр-бейеү булды, ҡурай моңо яңғырап торҙо бит инде. Тәүҙә ҡурайҙан башлайҙар, шунан һуң баянға күсәләр ине. Атайыбыҙ ауылда иң беренсе булып тальянда уйнарға өйрәнде. Шуларҙы күреп, тыңлап, беҙ, балалары ла, йыр-моңға ғашиҡ булып үҫтек.
Атайым ғүмере буйы мал көттө. Үҙебеҙ утыҙ-ҡырҡ баш һарыҡ тоттоҡ. Ул урманда колхоздың һыйыр малын көткәндә лә беҙҙе бергә алып йөрөнө. Урманға һыйырҙарҙы ҡыуып алып китәбеҙ, ҡыуыш ҡороп, күмәкләп шунда ятабыҙ. Бер мәл икмәк бөткәйне, һарына ашап та йәшәп алдыҡ. Өс-дүрт көндән генә алмашҡа ярҙамсыһы килә лә, беҙ ҡайтыу яғына ҡуҙғалабыҙ. Атайҙың юл буйына йырлап ҡайтҡаны хәтерҙә. Эргәһендә һәр саҡ ҡурайы булды. Ниндәй генә көйҙө уйнаманы ул! "Урал"ды, "Буранбай"ҙы, "Уйыл"ды, "Һыр"ҙы. Беҙ арбала йоҡлап китәбеҙ, ул атынан төшә, ипләп кенә беҙҙе һыйпап ҡарай ҙа, бейеп алып китә. Шундай мәлен Үрнәктән бер кеше ҡарап торған икән. "Сәфәрғәле арбанан төштө лә, сүкәйеп-сүкәйеп, сәпәкәйләп бейеп алып китте", тип һөйләгәне хәтерҙә. Эйе, беҙҙең атай шулай булды. Халыҡ моңона мөхәббәте беҙгә лә күсте. Тәбиғәттән айырылмауыбыҙ ҙа быға ярҙам итте.
Ысынлап та, беҙҙең ғаиләлә атай иң беренсе урында булды. Атайҙың эштән ҡайтып килеүен күреү менән беҙ шым булабыҙ. Ул беҙгә ете йәштән бесән сабырға өйрәтте. Артабан күбә күбәләү, кәбән һалыу, утын бысыу... Бер ваҡытта ла арыу-талыу тигән нәмәне белмәне үҙе. Махсус белем алмаһа ла, ғилемле булыуы һоҡландыра ине, сөнки ул халыҡ аҡылы менән бай ине. "Балалар, бер ваҡытта ла алдамағыҙ, урлашмағыҙ. Кеше менән һаулыҡ һорашһағыҙ, тура ҡарап өндәшегеҙ, аҫҡа ҡарамағыҙ". Беҙ бына шундай халыҡ мәктәбе тәрбиәһен алдыҡ. Артабан үҙебеҙ ғаилә ҡорҙоҡ, балаларыбыҙ булды, ә атай әйткән нәсихәт һәр саҡ күңелдә йәшәй. Ун бер баланы көтөүе еңел булмағандыр, хәҙерге ғаиләләрҙәге ике-өс бала менән сағыштырып булмай бит инде...
Әлеге лә баяғы, атай тәрбиәһе - хеҙмәткә мөнәсәбәт. Көтөү көткән саҡта ла ниндәй генә хәлдәр булманы. Бер ваҡыт атайҙар ҡунаҡҡа китте, Рауил ҡусты менән беҙ төпкөл урманда көтөү көтөп ҡалдыҡ. Ҡайһы ваҡыт, атһыҙ саҡта, тал сыбыҡты ат итеп менәбеҙ, һыбайлап мал ҡайырабыҙ инде, йәнәһе. Иртәнге һыуһын, тип, иртә таңдан тороп бесән сабыуҙар... Хәҙер һағындыра шул ҡыуышта ятыуҙар. Китап яҙырлыҡ хәтирәләр бар. "Уйыл"да йырлана бит әле:

Уйылып ҡына аҡҡан Уйыл һыуы,
Уйландыра уйсан да ирҙәрҙе.
Уйландырып ҡына ҡалмай, моңландыра,
Һағындыра тыуған да ерҙәрҙе.

Атайығыҙ балаларына хеҙмәткә, сәнғәткә һөйөү тәрбиәләгән. Шул уҡ ваҡытта ғаиләлә ағайҙарҙың да өлгөһө ҙур икәне аңлашыла. Был нимәлә сағылды икән, шуны ла белге килә.

Рауил.
Мәҫәлән, беҙ бер-беребеҙгә, кесеһе олоһона эйәреп, ҡурай, йыр менән генә түгел, спорт менән дә шөғөлләнәбеҙ. Беҙ шул хәтлем спортты яратҡан кешеләрбеҙ. Бәләкәй саҡтан ҡустылар, ауыл малайҙары менән кинәнеп футбол уйнаныҡ. Мин ҡапҡала торорға ярата торғайным. Алексеев, Жаботинский кеүек штангистарға ҡарап, яһалма герҙәр, гантелдәр, штангылар эшләп шөғөлләндек. Ҡустылар беҙҙең арттан эйәрҙе. Беҙҙе спорт сыныҡтырҙы. Мәктәп йылдарында саңғыла һәйбәт йүгерҙем. Ә Өфөлә сәнғәт училищеһында уҡыған ваҡытта урта махсус уҡыу йорттары араһындағы саңғы ярыштарында чемпион була торғайным. Саңғы, футбол, биатлон булһынмы, балалар, ейән-ейәнсәр бергә йыйылып, бергәләп уйнайбыҙ, ярышабыҙ. Беҙ спортта - иң беренселәр.

Ә шулай ҙа ҡурайға һөйөү бөтәһен дә еңгән...

Рауил.
Ҡартатай менән атай ҡурайсы ғына түгел, сәсән дә инеләр. Мәктәптә Кәрим Дияров класында уҡыныҡ, ул алгебранан уҡытты. Уҡытыусы һәм ҡурайсы Кәрим ағайҙың тәҡдиме буйынса Өфөгә уҡырға килдем. "Рауил, сәнғәт училищеһында ҡурай класы асылырға тора, һин шунда бар", - тигәйне ул. Ул ваҡытта училищеның директоры Камил Вәлиев ине. Әлеге училище бинаһының төҙөлөп кенә ятҡан сағы, беҙ Өфө сәнғәт институты бинаһында уҡый башланыҡ. Ғата ағай Сөләймәновтың тәүге уҡыусыларынан булыуым менән ғорурланам. Ә уның шәкерттәрен ҡурайҙа өйрәтеүе - үҙе бер мөғжизә! Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының актеры ла ине ул. "Салауат Юлаев" драмаһында Салауат батырҙың атаһы Юлай ролен башҡарҙы. Беҙҙе, студенттарын, үҙенең спектакленә алып бара, беҙ мәшһүр актерҙың уйнаған роленә һоҡланып ҡарап ултырабыҙ. Опера һәм балет театрына ла алып бара торғайны. "Сыңрау торна"ға ла саҡырҙы, беҙ ауыл малайҙары бит инде, ниндәй юғары сәнғәт, тип, аптырап ҡарап ултырабыҙ. Ғата ағай Сөләймәнов беҙҙе сәнғәткә ғашиҡ итте, рухи яҡтан үҫтерҙе. Етмеш беренсе йылда училищеға индем, Ришат Рәхимов, Риф Ғәбитов, мин - сәнғәт училищеһының тәүге ҡарлуғастары. Пандемия арҡаһында илле йыллыҡ осрашыуҙы үткәреп булманы, шуныһы үкенесле.

Ғаиләлә һалынған халыҡ ижадына булған һөйөү быуындан-быуынға тапшырыла килә. Һәр быуын был өлкәлә үҙ уңыштарын яулай, үҙ өлөшөн индерә. Был ысын башҡорт ғаиләһе. Рәмил Сәфәрғәле улының ҡурайсы тигән исеме лә алыҫтарға таралған...

Рәмил.
Мин ҡартатайҙың бер һүҙен гел иҫкә төшөрәм: "Атай берәү була ул", - тип әйтә торғайны. Ниндәй ҙур тәрбиәүи һүҙ булған! Тимәк, атайҙы тыңлағыҙ, атайҙы хөрмәт итегеҙ, атайҙы ихтирам итегеҙ, атайҙың өйрәткәнен һеңдерегеҙ, тигән ул. Атай көтөүсе булғас, "Беҙ донъя көтөү тәрбиәһе алдыҡ", тип әйтә алам. Мал көтөү минән ике йәшкә өлкән Рауил ағайым менән икебеҙгә эләкте. Ҡышҡыһын утын бөтһә, көрт йырып, урмандан икәүләп утын алып киләбеҙ. Ике өлкән ағайыбыҙға бесән әҙерләү эше эләкте. Ауырлыҡтар онотолдо, ә рухи хазина, рухи ҡиммәттәр күңелгә һеңеп ҡалған. Мәктәптә эшләгәндә үҙебеҙ алған тәрбиәне беҙ балаларға бирергә тырыштыҡ. Хәҙер халыҡҡа таратабыҙ. Ағайым дипломлы белгес, ә мин һәүәҫкәр музыкант. Етмеш бишенсе йылда мәктәпте тамамлағас, Кәрим ағай Дияровтың әйткәндәрен тыңлап, көйҙәрен ныҡлап өйрәнеп, хеҙмәт юлымды клубтан башланым. Ҡырҡ өс йыл Ниғәмәт мәктәбендә музыка уҡыттым. Кәрим ағай Дияров мәктәпкә ҡаршылағы ғына йортта торҙо. Унан күп нәмә алынды. Алып бөтмәгәндәр ҙә күп ҡалды инде, хатта үҙ теле менән әйтте быны: "Һуңыраҡ, һуңыраҡ инә башланың бит миңә..." Ҡайҙа инде ул ваҡытта барыһын яҙҙырып алырға магнитофон! Юҡ ине шул. Атайҙың әйткән һүҙҙәре һаман да ҡолаҡта сыңлап тора, һуңғы һулышына тиклем ул беҙгә: "Ҡурайҙа уйнағыҙ",- тине. Уйнағыҙ, тиеүе, ҡурайҙы алып, ары-бире генә һыҙғыртыу түгел, ә беҙгә юғары талап ҡуйыуы ине. Атай беҙҙе тыңлап, баһалап ултыра торғайны. "Урал"дымы, йәки икенсе берәй көйҙө уйнап, урынына еткермәһәң, "ике"не һуҡтыра. Тураһын әйтә. Күкрәккә һалып уйнамаһаң, шулай уҡ киҫәтә. Шул тиклем иғтибар биреп тыңлай ине. Хәҙер бит оло һәм урта йәштәге ҡурайсылар ҙа әллә ни күп түгел. Йәштәр уйнай ул. Уйнаһалар ҙа, нотаға ҡарап өйрәнеп уйнайҙар, тигәндәй. Боронғо ҡурайсыларҙың вәземен белә алмайҙар. Миңә ун ете йәш булғанда райондан йөҙ ҡурайсы Өфөгә килеп уйнаныҡ. Бындай сараны Кәрим ағай Дияров ойоштора торғайны.

Сәнғәт өлкәһендә кем һеҙҙең өсөн үрнәк булды?

Рәмил.
Бала саҡта ҡартатайым, атайым һабаҡтарын һеңдерҙек. Артабан Кәрим ағай камиллашырға ярҙам итте. Ул һуғыш ветераны, өлкән кеше, күп ерҙәр күргән, башҡорт халыҡ көйҙәрен варианттары менән өйрәнгән. Беҙҙең атай бейеү көйөн оҫта уйнай торғайны. Һәр бер ҡурайсының үҙенең яратып уйнаған көйҙәре була. Ҡырҡтырып уйнағыҙ, ти торғайны атай. Ул үҙе тальянда ла ҡырҡтырып ҡына уйнаны. Беҙҙең дә уның һымаҡ тальянда өйрәнгебеҙ килеп, урамда, ҡар көртөндә землянка эшләп, май шәм яндырып, шунда уйнарға өйрәнә инек. Ҡурайсы һәләтенең быуындан-быуынға бирелеүе бик мөһим! Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре генә ҡыҙығып ҡурай уйнарға өйрәнә ул, ләкин бик һирәктәре генә уға тоғро ҡала, йә ташлай, йә онота, йә үҫеш юҡ.

Һеҙ ҡурайсы ғына түгел, хәҙер имам да бит әле. Был һеҙҙең өсөн тормошоғоҙҙа көтөлмәгән боролош булдымы, әллә уға әҙер булып йәшәнегеҙме?

Рәмил.
Беҙҙең ауылда ике манаралы ике йөҙ йыл ултырған боронғо мәсет булды. Мәсет булғас, йолалар ҙа һаҡланды. Бала саҡтан ҡорбан салыуҙар, аят уҡытыуҙарҙы күреп үҫтек. Күренекле шәхестәребеҙ М. Өмөтбаевтың, З. Вәлидиҙең телде, динде, ерҙе һаҡлау буйынса әйткән һүҙҙәрен яҡшы беләбеҙ, Аҡмулланың нәсихәттәре һәр саҡ күңелдә. Аллаһы Тәғәлә һәр әҙәм балаһына һынау ебәрә. Мәктәптә эшләп йөрөгәндә аяҡты имгәттем, гипс һалдылар. Тәүге тапҡыр шулай өйҙә хәрәкәтһеҙ ятҡанда Ҡөрьән-Кәрим китабын алып, сүрәләр ятлай башланым. Улар күңелгә һеңеп кенә торҙо. Талҡаҫ санаторийына путевка биргәйнеләр, шунда район үҙәгендә ғәрәп телен өйрәнеү буйынса курс асылыуы тураһында иғлан күреп ҡалдым. Дауаланам да, ғилем эстәргә Баймаҡҡа китәм. Шулай башланды минең дингә килеүем. Ниғәмәт ауылында мәсет асылғас, Түбәнге Яйыҡбай имамы шунда күсеп китте. Мин үҙебеҙҙең мәсеткә йомаларға йөрөй инем. "Беҙҙә имам юҡ, һине һайлап ҡуябыҙ", - ти бер саҡ бабайҙар. Мин мәктәптә эшләп йөрөгән көйө имам булып киттем. Директорыбыҙ ҙа аңланы мине. Ошо көнгә тиклем: "Нишләп эшләп йөрөйһөң, нишләп улай итәһең?"- тип берәү ҙә әйткәне юҡ. Шуға әйтәм: дингә баҫҡан кешегә Аллаһы Тәғәлә һынауын да ебәрә, ауырлыҡтарҙы еңер сараһын да алға сығарып ҡуя. Сыбыртҡыны икенән генә үрһәң, ул ныҡ та, матур ҙа булмай. Ә өстән үрһәң, бик шәп килеп сыға. Ғилем, мәҙәниәт, дин - шуларҙың өсәүһен бергә үрһәң, тормош ҡалай матур була икәнен үҙ тәжрибәмдә беләм хәҙер.
"Динебеҙ ҡурай уйнарға рөхсәт итмәй", тигәндәр ҙә булды ул. Ундай тыйыу юҡлығы тураһында Нурмөхәмәт хәҙрәт үҙе әйтә торғайны. 1923 йылда Башҡортостан делегацияһының етәксеһе булып Мәскәүгә Баймаҡ районы Темәс ауылының имам-хатибы Хөсәйенов Әбүбәкер хәҙрәт бара. Ул бик оҫта ҡурайсы була. Кәрим ағай Дияров: "Күп көйҙәрҙе Әбүбәкер хәҙрәт өйрәтте",- ти торғайны. Ғабдулла Сәйиди ишан да шул тиклем оҫта ҡурайсы булған. "Районға килгән бөтөн әртистәр ҡартатайым янында булып, унан көйҙәр өйрәнә торған булған", - тип яҙа ейәнсәре Дилара абыстай.

Рәил, һеҙҙең дә ағайҙарығыҙ менән бер ҡатар ҡулығыҙҙа - ҡурай. Ошондай рухлы Хәсәновтар ғаиләһендә үҫкән балаларҙың маҡсат-ынтылыштарын аңлауы ҡыйын түгел. Кинйә малайға ағайҙарының йоғонтоһо булмай ҡалмағандыр?

Рәил.
Эйе, атай менән әсәйҙең көтөп алған кинйәһемен. Ғаиләләге һәр кемдең йылы мөнәсәбәтен тойоп үҫтем. Мин атай-әсәй менән бергә йәшәй, уларҙы ҡарай торған бала, шуға атайҙың иркәләүе лә, ҡатылығы ла тәрбиәлә сағылды. Иң беренсе кәңәше: "Алдамаҫҡа, урламаҫҡа, аманатҡа тоғро булырға, кеше нәмәһенә теймәҫкә, юлда ятһа ла, ҡағылмаҫҡа. Ул һинеке түгел. Алаһың икән, эйәһен тап та, алып барып бир".
Атай өйҙәге тәртипкә ныҡ иғтибар бирә ине. Эш кейемең бар, мәктәп кейемең бар, һәр береһенең үҙ урыны булырға тейеш. Кейем һәм ризыҡ ҡәҙерен аңларға ярҙам итте ул, сәләмәтлекте хәстәрләне.
Рауил. Ул биргән һабаҡтар бихисап, әлбиттә. Мәҫәлән, бер саҡ атай арбаға егелгән аты менән саптырып эштән ҡайтып килә. Мин бала ғынамын, атай, тип ҡаршыһына йүгереп килеп сыҡтым да, арбаһына ултырайым тиһәм, был миңә сыбыртҡы менән һелтәне: "Нишләп һин ярһып килгән атҡа ҡаршы сығаһың?" Халҡыбыҙҙа, ысынлап та, был ғәмәл тыйылған, сөнки тирләп килгән атҡа ҡаршы сыҡһаң, уның сарпыуы ҡағыла. Зәхмәт һуға.
Рәил. Атайым туғанлыҡтың ҡәҙерен дә ныҡ төшөндөрҙө беҙгә. Апай-ағайҙар ҙурайып, кем уҡый, кем эшкә китте. Өйҙә мин генә тороп ҡалдым. Әсәй ауырып китте лә, атай менән икәүләп донъя көтәбеҙ. Атай эштән арып ҡайта. Өйҙә лә ихата тулы мал - һыйыр һауырға, өҫ-башты йыуырға, өйҙө таҙа тоторға кәрәк. Мин әле лә ҡыуанам: йорт-ихата эштәрен - һыйыр һауыуҙан башлап, тамаҡ бешереүгә тиклем өйрәндем. Ҡатын-ҡыҙҙың да эшен башҡарҙым. Атай-әсәйҙе һуңғы юлға үҙем ҡарап, тәрбиәләп оҙаттым. Һәр алынған оҫталығым өсөн уларға рәхмәтлемен.
Атайым дөрөҫлөк өсөн янып йәшәне. Уның ҡай саҡ эштән көйөп ҡайтҡанын да аңлайым. Үҙе алданһа алдана, алдай белмәне. Урлай белмәне...

Ҡурайға ҡасан өйрәнә башланың?

Рәил.
Мин иҫ белгәндә ҡурай уйнай инем инде. Ағайҙарҙың араларында тороп, шунда һыҙғыртып йөрөй торғайным. Күпселеген Рауил ағайым өйрәтте. Ул беҙҙең мәктәптә йыр уҡытыусыһы булды. Училищенан ялға ҡайта: "Йә, ҡустым, уйнап күрһәт әле", - ти. Тыңлай ҙа: "Ошо ере, йә теге ере яңылыш бит", - тип төҙәтә. Рәмил ағайым да бирҙе бындай һабаҡтарҙы. Ҡурайсы булып киткәс, атайым ныҡ ҡыуанды. Атайҙар, ағайҙар ҡунаҡта йырлайҙар, мин тыңлайым һәм отоп алам. Күп йырҙарҙы тыңлай-тыңлай өйрәндем. Бынан нисәмә йылдар элек тыңлаған йырҙар хәҙер иҫкә килеп төшә. Миңә бит уларҙы берәү ҙә өйрәтмәне, үҙенән-үҙе күңелгә һеңеп ҡалғандар. Өйҙә ҡурай уйнайҙар, йырлайҙар һәм бала уны тыңлай икән, шуларҙы ул үҙенә һеңдерә. Иң төп тәрбиә өйҙә һалына. Әйтеү-аңлатыу ғаиләлә булырға тейеш.
Мәктәптә музыка уҡытам. Йыр, ҡурай конкурстарында ҡатнашам. Йөрәк йырлай икән, уны бер нисек туҡтатып булмай, үҙенән-үҙе йырлата.

Һеҙ өс бер туған, бөтәгеҙ ҙә йырлайһығыҙмы?

Рәил.
Эйе, бөтәбеҙ ҙә йырлайбыҙ. Беҙҙе "Өс таған ҡурайсы" тип тә йөрөтәләр. Ә Хәсәновтарҙың ғаилә фольклор халыҡ ансамбленә быйыл илле йыл була.
Рауил. Шунан өҫтәп әйткем килә, миңә күп ерҙәрҙә сығыш яһарға тура килде. Мәскәүҙә, Кремлдәр һарайында алты тапҡыр сығыш яһаным. Ленинградта үткән халыҡ музыка ҡоралдарында уйнау һәм халыҡ йырҙарын башҡарыу буйынса Икенсе Бөтә Рәсәй конкурсында дипломант булдыҡ. Азат Айытҡоловты Америкаға гастролгә ебәргәндәр ине, уның урынына Татарстанға Башҡортостан сәнғәте оҫталары концертына мине ҡурайсы итеп алдылар. Нәзир Әбдиев, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Флүрә Ноғоманова, Илфаҡ Смаҡов, композитор Зәбих Мамалимов, Леонора Ҡыуатова, Хәмит Ишбулдиндар ҡатнашты, мин уларҙың ҡурайсыһы булдым, шуның менән ғорурланам. Бындай сәфәрҙәр, әлбиттә, күңелемде байытты.
Тыуған ерем Баймаҡтың данын күтәреүгә үҙ өлөшөмдө индерергә тырыштым. Тере сағында Ғата ағай исеменә ҡурайсылар бәйгеһен ойошторҙом, үҙе килә алмаһа ла, бик шат булды. Ш. Бабичтың "Әйтсе, ҡурай" тигән шиғри юлдарын алып, ҡурайсылар бәйгеһен үткәрҙем. Тәрбиәләгән ҡурайсыларым ҙур ерҙәрҙә эшләй, шуға ҡыуанам. Көслө ҡурайсылар улар! Азат Биксуринды бәләкәйҙән тәрбиәләнем, күрәһегеҙ бит, ниндәй шәп ҡурайсы булып китте!
Рәмил. Атайҙың эше ҡырҙа бит инде, беҙ уның эштән ҡайтҡанын көтөп тора торғайныҡ. Бына ул ҡайтып инә, оҙаҡ итеп ҡабаланмай ғына йыуына. Әсәй ашарға әҙерләп ултыртҡан, уны көтә. Атай ашыҡмай, бара ла ҡурайын ала һәм мөйөшкә ҡарап уйнай башлай, шунан бейергә төшөп китә. Беҙ ҙә төшөп китәбеҙ. Малайҙар бейей, ҡыҙҙар бейей - һәр беребеҙ бейеп ала. Ә ризыҡты әҙерләгән әсәй урындыҡта сабыр ғына көтөп ултыра бирә.
Тәрбиә ғаиләлә һалына. Күңелеңә моң менән инһә, ул һәр бер күҙәнәгеңә һеңә һәм ғүмерлек тәрбиә булып ҡала.
Әсәйебеҙ алтын булды беҙҙең. Ғаилә тотҡаһы ине, сабыр, бай телле, бейеүсе, таҡмаҡсы булды. Ун бер бала табып үҫтерҙе бит, бына тигән бәһлеүәндәрҙе. Алтын һәйкәл ҡуйһаң да әҙ беҙҙең әсәйгә.

Бала сағым урындыҡта,
Күмәкләп сәй эсәбеҙ,
Самауырҙан яһап бирә
Тәмле итеп әсәбеҙ.
Түңәрәкләп ултырғанбыҙ
Ете ҡыҙ ҙа, дүрт малай.
Ризығыбыҙ ябай картуф,
Ярып бешкән урталай.
Һәр беребеҙгә бүлеп бирә
Ҡуҙға бешкән икмәкте.
Шәкәрҙе лә тигеҙ бүлде,
Бөтәбеҙгә эләкте.
Ә үҙенә ҡалдымы икән,
Хәтеремдән юйылған.
Бала саҡта эскән сәйҙәр
Күңелгә һеңеп ҡалған.
Бала саҡты һәр кемебеҙ
Һағыналыр, мин беләм.
Ғәзиздәрҙән ғәзиз булған
Әсәйҙәргә баш эйәм.

Бала саҡта әсәй эсергән сәй, ул бешергән икмәк тәме һаман ауыҙҙа. Ҡайһы берҙә хис-тойғом йыр менән, шиғыр менән килеп сыға.
Рауил. Әсәйебеҙ йылҡы ла көттө. Ирәндек буйында бейә бәйләп һауҙы. Эшкә шәп булды.
Аллаға шөкөр, атай-әсәйҙән бирелгән бар тәрбиә, бигерәк тә сәнғәткә һөйөү балаларыбыҙға ла күскән. Мәҫәлән, үҙемдең улым музыка мәктәбендә уҡыны, ҡурайҙа, кларнетта уйнаны. Ҡыҙым скрипка класын бөттө. Ейәнебеҙ ете йәштә генә булһа ла, ҡурайҙа, баянда уйнай. Сибайҙа Хәлил Ишбирҙин уны күреп, аптырап: "Был баланың йөрәгендә ут бар", - тигәйне. Ғөмүмән, барыбыҙҙың да балалары шундай, эшһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр, талантлылар. Бигерәк тә ир балаларыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ир баланы тәрбиәләү мөһим, улар тоҡомдоң дауамы бит...

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №35, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.09.22 | Ҡаралған: 277

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru