Илде хәүеф баҫып алған бынау заманда байрам ҡайғыһымы, тип теләр-теләмәҫ кенә ҡабул иттем Ишембай ҡалаһында үтәсәк "Торатау мираҫы" Асыҡ төбәк-ара фольклор фестиваленә саҡырыуҙы. Бармай, күрмәй ҡалыу ҙа яҙыҡ булыр һымаҡ. Ни тиһәң дә, райондарҙағы һәүәҫкәр фольклор коллективтарҙа башлыса ҡатын-ҡыҙҙар, ағинәйҙәр шөғөлләнә. Улар араһында ла, моғайын, тажзәхмәт шауҡымы кисергәндәр ҙә, ирҙәрен, улдарын, кейәүҙәрен, ейәндәрен махсус операцияға оҙатыусылар ҙа барҙыр. Яҡындарының яҙмышы өсөн борсолоп, йөрәктәрен устарында тотоп, сәхнәгә сығасаҡ әсәйҙәр менән бергә булыу теләге еңде: илгә бәлә килгәндә, ауыр саҡта бер-береңә терәк була белеү ҙә халҡыбыҙҙың матур сифаты бит. Йолаларыбыҙ менән ҡаныбыҙға һеңгән тәрбиә.
Ҡунаҡ ҡаршылай белә ишембайҙар
Ҡала Мәҙәниәт һарайының ишеген асып инеү менән миллилек кенә түгел, әҙәплелек, ихласлыҡ, хатта туғанлыҡ бөркөлөп торған мөхит солғанышында ҡалып, бер ни тиклем баҙап та ҡалаһың. Юҡ, өйрәнелгәнсә, ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ, йыр-бейеү менән ҡаршы алыу тураһында түгел һүҙем. Иң тәүҙә байрамға йыйылған халыҡтың ихлас аралашыуы күҙгә ташланды. Ихлас! Туғандарса! Ни тиклем һыуһаған халыҡ бындай аралашыуҙарға! Һәр береһе, әйтерһең, тап бөгөн, тап ошонда, үҙ асылын тапҡан!
Мәҙәниәт һарайының фойеһында халҡыбыҙҙың биҙәү, туҡыу, һырлау, семәрләү сәнғәтенең серҙәрен һаҡлаусы оҫталарҙың ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолған. Ниндәй генә ҡул эштәре юҡ бында: һуңғы ваҡытта модаға инеп киткән һаҡал-ҡашмауҙарҙан алып, сәнғәт кимәленә еткерелеп, күндән, ағастан, таштан һырлап-семәрләп эшләнгән көнкүреш әйберҙәре, сувенирҙар, төрлө орнаменттар менән биҙәлеп, ынйы-мәрйендәр ҡушып сигелгән таҡыялар, алъяпҡыстар, бәйләнгән әйберҙәр, заманса арт-футболкалар, күҙ ҡамаштырырлыҡ биҙәктәр һалып һуғылған балаҫтар... Һәр оҫта үҙенең эшен шундай уҡ оҫталыҡ менән презентациялай. Ҡул эштәренең матурлығы ла, оҫталарҙың үҙ эштәрен тәҡдим итеү маһирлығы ла һоҡландыра. Һай оҫтарғандар был оҫталар, тип уйлайһың ирекһеҙҙән. Заманса, кәрәк сифатты үҙләштергәндәр! Һәр бер эште тотоп ҡарағы килә. Оҫталар уларҙың нисек, нимәнән эшләнеү серҙәрен, һәр бер әйберҙе эшләүгә күпме ваҡыт киткәнен һорамаһаң да һөйләп бирәләр. Эргәләрендә үк үҙеңә самалап-үлсәп, таманлап ҡарау өсөн көҙгөләренә тиклем бар. Көҙгөгә ҡараныңмы, шул тиклем килешле, зауыҡлы әйберҙән айырылғы килмәй, һатып та алаһың. Асылыңда йоҡлап ятҡан боронғолоҡҡа ҡағылыуҙан рәхәтлек кисерәһең, оло байлыҡҡа эйә булғандай ҡыуанаһың, оҫталар ҙа шат: бәләкәй генә булһа ла килемдән бигерәк, күҙ нурҙарыңды, йөрәк йылыңды ҡушып эшләгән әйбере үҙ хужаһын тапты, тимәк, ул дөрөҫ юлда, уның шөғөлөн дауам итеүселәр табыласаҡ - шуныһы мөһим.
Мең төҫтәрҙә балҡыған фойены ҡалдырып, тамаша залына үтәм. Фольклор фестиваленең Гала-концертын асыу тантанаһы икәнлеген белмәһәм, валлаһи тип әйтәм, ниндәй сараға килеп эләккәнемде аңламайыраҡ ултырыр инем. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс кенә сәхнәлә барған тамашаның айышына төшөндөм: бына, геологтар булһа кәрәк, тау-таш араһында нимәлер эҙләйҙәр, кәйләләр менән таш сүкейҙәр, быраулайҙар һәм... ниһайәт: фонтан урғыла! Нефть фонтаны! Башҡортостанда тәүге "ҡара алтын" ятҡылығы асыла! Ҡап-ҡара мазутҡа, нефткә буялған эшселәрҙең шатлығы менән сәхнә тула. Тамашасылар бынан теүәл 90 йыл элек 702-се һанлы скважинанан нефть урғылған тарихи мәлдең шаһиты булалар. Сәхнәлә һуңынан халыҡ телендә "әбей-вышка" тип аталасаҡ вышка хасил була (ошо мәлде бейеү телендә сәхнәләштереүсе хореографтың, режиссерҙың, бейеүселәрҙең оҫталығын әйт!), төрлө яҡтан эшселәр колоннаһы ағыла, тәүге тимер юлы һуҙыла. Ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләткән төҙөлөш майҙанында, кисәге далала, бейек йорттар, мәктәптәр, балалар баҡсалары ҡалҡып сыға. Ял итеү парктарында бейеү майҙансыҡтары асыла. Ҡала үҫә, ҙурая. Һәм бына... сығарылыш кисәләренең шатлығын аяуһыҙ сирена бүлә. 1941 йыл... Ошо көндән башлап Ишембай нефте Еңеү өсөн эшләй башлай: 1941-1945 йылдарҙа һәр өсөнсө танк, һәр дүртенсе самолет Ишембай нефтенән алынған яғыулыҡ менән эшләй. Артабан сәхнәлә - һуғыштан һуңғы тыныс тормош йылдары: нефтселәр, тегенселәр, машина эшләүселәр, урмансылар, умартасылар, спортсылар (Ишембай биатлон буйынса олимпиада чемпионкаһы һәм шашка буйынса Халыҡ-ара гроссмейстрҙар тәрбиәләгән спортсылар ҡалаһы ла) "Хеҙмәт ҡаһарманлығы һәм дан ҡалаһы" тигән Халыҡ-ара маҡтаулы исемгә лайыҡ булған ҡаланың барлыҡҡа килеү, төҙөлөү тарихы һәм бөгөнгөһөн һынландыралар. Кемгә - нисектер, миңә был күренеш төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙы асыу тантаналарын хәтерләтте. Юрматы ерендә "Салауат йыйыны", "Юрматылар йыйыны", "Торатау вариҫтары", "Сармат вариҫтары" кеүек ҙур-ҙур саралар үткәреү тәжрибәһе үҙен тулыһынса аҡланы: был юлы ла һоҡланғыс тамашаның шаһиты булдыҡ. Ҡунаҡ ҡаршылай белә ишембайҙар!
Ниңә фольклор фестивале?
Төбәк-ара фольклор фестивален Ишембайҙа үткәреү ҙә урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең идеяһы икән. 2021 йылда район кимәлендә "Торатау вариҫтары" фольклор фестивален үткәреүгә әҙерлек барышында райондың һәр мәҙәниәт усағында фольклор төркөмдәре ойошторола, бай этномәҙәни мираҫ туплана. "Торатау вариҫтары"ның Гала-концерты ла тап ошо Мәҙәниәт һарайында үкәрелә. 2021 йылдың иң сағыу тамашаларының береһе була ул. Ошо тиклем рухи байлыҡты республика кимәленә, ҙурыраҡ сәхнәләргә сығарыу, һаҡлау, үҫтереү һәм таратыу, тәжрибә уртаҡлашыу ниәте менән яна башлай район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре һәм был проектты Рәсәй Президенты фондының мәҙәни инициативалар конкурсына тәҡдим итә. Проект хуплау таба һәм 500 меңлек Президент грантына лайыҡ була. Боронғо рухи һәм матди мәҙәниәтте өйрәнеүҙән, йолаларҙы, халыҡ музыка ҡоралдарын тергеҙеүҙән тыш, профессиональ сәнғәттең асылын халҡыбыҙҙың йыр, бейеү, биҙәү сәнғәтенән эҙләүҙе лә маҡсат итеп ҡуя был проект. Төбәк-ара асыҡ фольклор фестивалендә ҡатнашырға теләүсе фольклор ансамблдәренең һаны 60-тан артып китә, 30-ҙан артыҡ ҡул эше оҫталары шәхси күргәҙмәләре менән килергә теләк белдерә. Шуға күрә лә ойоштороусылар һайлап алыу туры үткәрергә ҡарар итә.
Фестивалгә тәҡдим ителгән эштәр араһында халыҡ йолаларын профессиональ кимәлдә һынландырған видеофильмдар ҙа байтаҡ. Аҙнанан артыҡ эшләгән баһалама комиссияһын үҙешмәкәр композитор, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Рәсәйҙең, Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Солтанова Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы етәкләне. Һынлы сәнғәт, биҙәү сәнғәте номинацияһына килгән эштәрҙе баһалау бурысы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡадиров Рафаэль Рәшит улына йөкмәтелде. Жюри составында эшләү өсөн Салауат һәм Ишембай ҡалаларындағы сәнғәт мәктәптәренән компетентлы белгестәр йәлеп ителде. Иң-иңдәрҙе һайлап алыу, ай-һай, еңелдән булмағандыр жюри ағзаларына.
Бер тигәс тә ни яҡшы?
Гала-концерт өсөн һайлап алынған ун биш ансамблдең дә сығыштары сағыу, фәһемле булды. Тамашасы сәхнәлә сығыш яһаусыларҙың кейемдәрендәге һәр ырыуға хас орнаменттарҙы ла иғтибарһыҙ ҡалдырмағандыр, йолаларға үрелеп барған балалар уйындарының, халыҡ йырҙарының, бейеүҙәренең, таҡмаҡтарҙың тәрбиәүи әһәмиәте хаҡында уйланғандыр. Эйе, йолалар, башлыса, ғаилә ҡороу менән бәйле булды. Ишембай районы Ишәй ауылы мәҙәниәт йорто - "Ҡоҙалар-ҡоҙасалар", Мәләүез районы - "Килен төшөрөү", Күгәрсен районы - "Туй йолаһы", Архангел районы - "Бәпес күреү йолаһы", Күмертау ҡалаһы "Килен һөйөү", Стәрлебаш районы -"Косилка-молотика" өмә йолаһы, Мишкә районы - "Туй йолаһы" кеүек күренештәрҙе сәхнәләштергәйне. Йолаларыбыҙҙың тарихи ерлеге уртаҡ булһа ла, сығыштар бер-береһен ҡабатламаны. Уларҙың һәр береһендә милли үҙенсәлеккә бәйле тәрбиә ҡанундары, халҡыбыҙҙың ғаилә ҡороу кеүек яуаплы эшкә ҡуйған талаптары ярылып ята. Заман башҡа - заң башҡа, тиһәләр ҙә, бөгөн күп ерҙә туй йолаларыбыҙ икенсе юҫыҡтараҡ башҡарылһа ла, ғаилә ҡороуға ҡарата төп талаптар, төп ҡанундар үҙгәрешһеҙ ҡалған барыбер: ир - ил һаҡсыһы, ҡатын - ғаилә усағының йылыһын һаҡлаусы. Халҡыбыҙҙың быуаттар буйына тупланған тәжрибәһенә, аҡылына нигеҙләнгән йолалар ошо тәғлимәттең бөгөн дә төп тормош ҡануны икәнен иҫбатланы. Мәләүез районынан килгән сыуаш халыҡ фольклор ансамбле, мәжүсилек тамырҙарын юллап, "Ҡояшҡа табыныу йолаһы"н күрһәтте. Телдәребеҙҙә айырма булһа ла, рухи ҡиммәттәребеҙ уртаҡ: Ҡояш-Әсә, Ер-Әсәбеҙ именлеге. Донъяларыбыҙҙың, ил-көнөбөҙ-ҙөң ҡото ла - ошо именлектә. Был мөҡәддәс теләккә тәржемә лә кәрәкмәй: зал алҡыштарға күмде сыуаш ансамбленең сығышын. "Донъяларыбыҙ имен булһын!" тигән теләк һәр сығыштың төп мотивы булып яңғыраны, был изге теләк Ишембай районы Кинйәбулат ауылы мәҙәниәт йорто алып килгән "Өй күтәреү" күренешендә, улар сәхнәләштергән йолаға бәйле, айырыуса сағыу яңғыраны. Оло быуын кешеләренең раҫлауынса, күңел яҡтылығы менән тулған ерҙәрҙән ҡара нурҙар ҡурҡып ҡасыр, ти. Шуның өсөн һәр яңы нәмәне ҡотларға тип, изге күңелле кешеләрҙе саҡырып алыр булғандар боронғолар. Нигеҙ һалғанда ла, өй күтәргәндә лә, яңы өй һалып сыҡҡас та башҡарылған был йола. Ҡунаҡтарҙың ихлас теләктәрен ишеткәс, йорт хужаһы үҙе лә тыныслана, ҡорған нигеҙендә, йортонда яҡты нурҙар ғына балҡып торорона инана. Нигеҙ ҡотлауҙа кинйәбулаттарҙың фантазияһына етеүсе булманы, бөтә эш ҡоралдарын да "эшкә" ҡушҡан улар: бысҡы, балта, төйгөс, уҡлау, биҙрә, кәстрүл ҡапҡастары, кер ышҡып йыуыу ҡорамалына тиклем баянға, скрипкаға ҡушылып көйләп, ысын-ысындан халыҡ инструменттары ансамблен хасил итте. Классик әйтмешләй, халыҡ бай ул!
Бөтә йолаларҙы бергә туплап, сәхнәгә "Тарих һандығы" күренешен алып сыҡты иң һуңғы булып сығыш яһаусы Миәкә районы Тамъян-Таймаҫ ауылы ағинәйҙәре. Был тәңгәлдә Гала-концерт программаһының уңышлы төҙөлөшен әйтеп үтмәй булмай. Миәкәләр фольклор байрамын йомғаҡлап:
- Бер тигәс тә ни яҡшы?
- Бер туғандай гөрләшеп,
Дуҫ йәшәһәң, шул яҡшы.
- Ике тигәс тә ни яҡшы?
- Ике туған бер-береһенә
Терәк булһа, шул яҡшы.
- Өс тигәс тә ни яҡшы?
- Өс тағандай, өс туған
Татыу булһа, шул яҡшы.
- Дүрт тигәс тә ни яҡшы?
- Дүрт балаңдың һәр береһенә
Белем бирһәң, шул яҡшы.
- Биш тигәс тә ни яҡшы?
- Биш йәшлек кенә балаң да
Йола белһә, шул яҡшы, - тип, йолаларыбыҙҙың асылын, түкмәй-сәсмәй, йәш быуынға еткереү кәрәклеген киҫәтеп ҡуйҙы.
Үрҙә һанап кителгән ансамблдәрҙең береһе лә бүләкһеҙ төшмәне сәхнәнән. Быларҙан тыш, байрамға ҡул эштәре күргәҙмәләре менән саҡырылыусы оҫталар ҙа, халыҡ музыка ҡоралдары, фольклор-эстрада ансамблдәре лә иғтибарһыҙ ҡалманы. Һәр йүнәлештә номинациялар, дипломанттар (1,2,3 урындар), лауреаттар (шулай уҡ 1,2,3 урындар) билдәләнде, улар мәҙәниәт усаҡтары өсөн кәрәкле һәм ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуанды. Ә фестивалдең иң ҙур бүләген - Гран-приға тәғәйенләнгән баянды лайыҡлы рәүештә Ишембай районы Ишәй ауылы мәҙәниәт йортоноң "Хазина" фольклор ансамбле яуланы.
Фольклор байрамын йомғаҡлап, Ишембай районы мәҙәниәт бүлеге начальнигы Әлфиә Ринат ҡыҙы Тимербулатова: "Торатау мираҫы" асыҡ төбәк-ара фестивале байрам ғына түгел, ул - халыҡ ижадын өйрәнеүселәрҙең асыҡ форумы, тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны. Ишембай ҡалаһының мәҙәни йөҙөн билдәләүсе был сара ике йылға бер тапҡыр үткәрелеп торасаҡ. Ошондай сағыу байрамдар үткәрергә теләһәгеҙ, үҙ проекттарығыҙҙы булдырығыҙ, гранттар яҙығыҙ, шул сағында тотош республикабыҙ фестиваль йәйғорҙары төҫтәрендә балҡыр. Үҙ проекттарын яҡларға теләүселәргә беҙ ярҙам итергә әҙербеҙ", - тине. "Мәҙәниәт илсеһе" титулын йөрөтөүсе ағинәйебеҙ Мәрйәм Солтанова тағы ла бер матур йолаға нигеҙ һалды: фестивалдә ҡатнашып та, призлы урынға сыға алмаған ике коллективҡа шәхси приздар - балаҫ һуғыу станоктары бүләк итте. "Илебеҙ иңенә ауыр һынауҙар ятҡан мәлдә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың сәхнәгә сығыуҙары үҙе үк батырлыҡ", - тине ул. Хаҡ һүҙҙәр. Донъялар нисек кенә боларып тормаһын, халыҡтың меңәр йылдар буйына тупланған аҡылын, әхлаҡи ҡиммәттәрен оноторға хаҡыбыҙ юҡ беҙҙең, улар быуындан-быуынға тапшырылырға тейеш.
Үрҙә әйтелгәнсә, ҡыйынһынып ҡына асҡайным байрам буласаҡ Мәҙәниәт һарайының ишеген. Сәхнәнән ҡулына баян тотоп, үҙе уйнап, үҙе йырлап, үҙе бейеп сығып киткән Гран-при яулаусы ишәйҙәрҙең художество етәксеһе Раҡаева Сүриәне күргәс, бөгөнгө көндә байрам үткәрергә йөрьәт итеүсе мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр менән һоҡланыуымды йәшерә алманым: беҙҙе асылыбыҙға алып ҡайтыусы, әхлаҡи ҡиммәттәребеҙҙе тергеҙеүсе, рухыбыҙҙы уятыусы йолаларыбыҙ һәм мәҙәниәтебеҙҙе аңларға, баһаларға өйрәтеүселәр барҙа, беҙҙең төшөнкөлөккә бирелергә хаҡыбыҙ юҡ!
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, шағирә.
"Киске Өфө" гәзите, №42, 2022 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА