«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИТ АШАМАЙ ЙӘШӘЙ АЛАҺЫҒЫҘМЫ?
+  - 

Октябрь башында Бөтә донъя вегетариандар көнө билдәләнде. Вегетарианлыҡ, веганлыҡ тураһында ишеткәнегеҙ барҙыр. Ә бына сейләй туҡланыу тураһында белә инегеҙме?

Кемдер һәр саҡ ябығыу тураһында хыяллана, кемдер һаулығын нығытырға тырыша һәм вегетарианлыҡ юлын һайлай. Ундай кешеләр беҙҙең арала ла байтаҡ. Рәсәйҙә иһә вегетарианлыҡ менән мауығыу XIX быуатта уҡ башланған. Мәшһүр яҙыусы Лев Толстойҙың ошо хәрәкәттең иң әүҙем ағзаларының береһе булып торғаны билдәле. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, донъя буйынса "вегетариан" тип атарға мөмкин булғандарҙың өлөшө дөйөм халыҡтың 30 процентын тәшкил итә икән. Шуларҙың береһе минең яҡын танышым - 29 йәшлек Айгөл Сәфәрғәлина.
"Мин бәләкәйҙән һаулыҡҡа бәйле һорауҙарға яуап табырға тырыштым. Берәй кешенең башы йәки башҡа бер ере ауыртыуына зарланыуын ишетһәм, уның ни сәбәптән барлыҡҡа килеүе тураһында уйлана инем, - ти Айгөл. - Юғары уҡыу йортон тамамлағас, кейәүгә сыҡтым. Тормош иптәшем ашҡаҙаны ауыртыуына йыш зарланды. Күп әҙәбиәт уҡыным, төрлө форум һәм сайттарҙы ҡараным. Үҙем өсөн бик күп дауаланыу юлдарын астым һәм һөҙөмтәлә был проблеманы юҡ итеү өсөн вегетарианлыҡ юлын һайлау кәрәклеген аңланым. Бына һигеҙ йыл дауамында ризыҡты сейләй йәки бешермәй ашайбыҙ".
Сейләй ашау диетаһы (сыроедение) - ул йәшелсә, емеш-еләкте, ғөмүмән, орлоҡ, сәтләүек кеүек бөтә үҫемлек ризыҡтарын эшкәртмәй, бешермәй генә ашау системаһы. Шулай уҡ төрлө ярмаларҙы ла ашарға мөмкин, тик шыттырып, сей көйө генә. Ит, һөт ризыҡтары, балыҡ, диңгеҙ ризыҡтары, йомортҡа, бал, желатин, шәкәр тыйыла. Һыйыр һөтөнә альтернатива - соя, миндаль һөтө һәм башҡа аналогтар. Башҡа эсемлектәрҙән һыу һәм яңы һығылған һут ҡына ҡабул ителә.
"Итһеҙ туҡланыуға күскәндән алып, ауырыуҙарға бирешмәй башланыҡ, мин, мәҫәлән, бөтөнләй дарыуҙар ҡулланғаным юҡ. Халыҡ медицинаһына күберәк ышанам мин, - ти Айгөл. - Иттең алыштырғыһыҙ файҙаһы, организмға кәрәкле матдәләр сығанағы булыуы тураһында күп һөйләйҙәр миңә, тик үҙ фекеремдән кире ҡайтара алмай улар. Емеш-еләк, йәшелсә менән туҡлана башлағас та баш, ашҡаҙан ауыртыуҙары бөттө. Хатта фекерләү һәләте лә башҡа йүнәлеш алды. Туҡланыу режимында үҫемлек ризыҡтарына өҫтөнлөк биреү миңә энергия өҫтәне, эшсәнлегемде арттырҙы. Шулай уҡ рациондағы үҙгәрештәр тире торошон һиҙелерлек яҡшыртты, сәстәремде нығытты".
Сейләй ашау диетаһы - бик ҡаты һәм ҡатмарлы туҡланыу системаһы, ул бик ҙур ихтыяр көсө талап итә. Төп ҡағиҙә - был диетаға ҡапыл күсергә ярамай.
"Туҡланыуға килгәндә, көндәлек рационымды йәшелсә-емеш, салаттар, итһеҙ аштар, һуттар, эшкәртелмәгән үҫемлек майҙары, сәтләүек, аҙ күләмдә эремсек, сыр тәшкил итә. Яратҡан ризыҡтарым - брокколи кәбеҫтәһе, фасоль, кедр сәтләүеге. Шулай уҡ көнөнә 1,5 литр ҡайнамаған һыу эсәм. Рационым ауыр эшкәртелә торған колбаса, ит, фастфудтар, зарарлы чипсыларҙан түгел, ә хуш еҫле, тәмле алма-хөрмәләр, әфлисундар, татлы емештәрҙән тороуын теләйем. Күберәк хәрәкәттә булырға тырышам. Бейеү түңәрәгенә йөрөйөм һәм төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, беренсе урындар алып ҡайтам", - тип уртаҡлашты Айгөл үҙенең уңыштары хаҡында.
Тик ябығырға теләп кенә бындай диета тотоу дөрөҫ түгелдер. Ашағыҙ, әммә күләмен кәметегеҙ. Ҡапыл ғына яратҡан ашамлыҡтан баш тартыу ауыр, шуға күрә әкренләп әҙәйтә барып, яйлап ҡына организмды күнектерергә кәрәк. Тәүҙә нимәнелер ашамай тора алмайһығыҙ кеүек тойолһа ла, яйлап унһыҙ ҙа йәшәргә өйрәнерһегеҙ. Ә вегетариан юлын һайлау өсөн сәбәп һәм ҙур теләк булырға тейеш.

Эксперт фекере

Земфира ХАЗИЕВА, врач-терапевт:
Вегетарианлыҡ - ул йәшелсә һәм еләк-емеш ашау ғына түгел, был - йәшәү рәүеше. Башҡаларҙың тәжрибәһе, әлбиттә, мөһим фактор, ләкин хәл иткес түгел. Кемгәлер ярҙам итһә, икенселәргә төҙәтеп булмай торған зыян килтерергә мөмкин. Индивидуаллек тураһында онотмаҫҡа кәрәк. Тыңлағыҙ, өйрәнегеҙ, әммә аҡыл менән. Ҡарар ҡабул иткәнсе, ныҡ уйлағыҙ, төрлө мәғлүмәттәр уҡығыҙ, белгестәрҙең фекерҙәрен белегеҙ.
Ыңғай яҡтары: ябыҡтыра, эсәк эшмәкәрлеге өсөн һәйбәт, айырыуса эсәк яман шешенән һаҡлай. Кире яҡтары: балалар өсөн хәүефле, туҡлыҡлы матдәләр ҡытлығы, мускул массаһы әҙ була.
Сейләй ашау диетаһын врачтар ҡәтғи рәүештә хупламай. Балаларға, оло йәштәгеләргә, сабый көткән ҡатындарға, хроник ауырыуҙары менән сирләгәндәргә бындай туҡланыу бөтөнләй тыйыла. Уны бушаныу (разгрузочная) диетаһы итеп ҡулланырға ғына мөмкин. Мәҫәлән, организмды таҙартырға теләгәндә 1-3 йәки 5-7 көн иттән баш тартырға мөмкин. Һаулыҡты нығытыу өсөн рационды "таҙартыу" ҙа етә. Фастфуд, кәнфит, ярымфабрикат, майонез кеүек ашҡаҙанға зыян килтергән аҙыҡ-түлекте бөтөнләй ҡулланмағыҙ.
Вегетарианлыҡ юлын һайларға булһағыҙ, тәүҙә анализдар бирергә кәрәк: ЭКГ, гемоглобин, ферритин һәм ҡанда булған тимерҙең күрһәткестәрен тикшереү мотлаҡ. Врачтар менән кәңәшләшеү бик мөһим.

Гөлназ САЛАУАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.22 | Ҡаралған: 251

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru