«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАТЫР "ЯУГИР" БИТ БЫЛ ҠОРОС!
+  - 

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театрында билдәле драматург Мөнир Ҡунафиндың "Ҡорос. Яугир ат яҙмышы" драмаһы буйынса ҡуйылған спектакль премьераһын башҡорт атына мәҙхиә йыры тип тә атарға мөмкин булыр ине. Керчь-Ҡорос ролен актер Фәнил Ҡарасурин башҡара, спектаклдә шулай уҡ театр актерҙары: Башҡортостандың халыҡ артисы Физалиә Рәхимова, актерҙар Ирек Ибраһимов, Рәсил Сынбулатов, Марат Зөбәйеров, Әлиә Зарипова, Ҡәҙриә Мифтахова, Илнур Атйетәров, Илгиз Әкимбәтов, Нурзидә Сәфәрғолова, Әлфинур Ғәзимова һ.б. ҡатнаша. Спектаклдең режиссеры, музыкаль яҡтан биҙәүсеһе Айҙар Зарипов, костюмдар буйынса рәссам Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Наталья Степанова.

Билдәле булыуынса, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын, параллель рәүештә 113-сө Башҡорт кавалерия дивизияһын комплектлау өсөн Башҡортостан ауыл хужалыҡтарынан 13,3 мең баш ат ебәрелә. Спектакль шул аттарҙың береһе, һуғыш яланынан тыуған яғына, Миәкә районының Илсеғол ауылына әйләнеп ҡайтҡан Керчь-Ҡорос исемле (ҡушаматлы түгел!) башҡорт тоҡомло шәп айғырға арналған.
Шул да уҡыусыға мәғлүм булһын, атаҡлы йырау, тарихсы яҙарман Спартак Илъясов Учалы районының бер ауылына һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан тағы ла бер ат тураһында әҫәр яҙа башлап, ғүмере өҙөлөүе арҡаһында осона сыға алмағайны. Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры ҡуйған был спектакль, моғайын, ул атты ла белеүселәрҙе табырға ярҙам итер. Ат һынлы ат тыуған яғына әйләнеп ҡайтмай буламы! "Атҡынайы ҡайтты, үҙе юҡ..." тип тә юҡҡа ғына йырланмайҙыр халыҡ йырында. Сәхнә әҫәре "Ат һәм башҡорт - икеһе бер", "Атһыҙ башҡорт ҡанатһыҙ", "Ат тауҙа, егет яуҙа һынала" тигән халыҡ әйтемдәрен бик нескә хистәр менән аңларға һәм тойорға ярҙам итә. Ярҙам итеп кенә ҡалмай, атты һәм башҡорт яугирын бер бөтөн итеүгә өлгәшә. Улар бер яғы менән дә айырылмай, бер ҡараһаң, тик аттар ғына дошманға ҡаршы яуға бара, бер ҡараһаң, тик яугирҙар ғына фашистарға яҫҡына. Аттар менән яугирҙарҙың хатта сәхнә костюмдары ла айырылмай тиерлек. Тап шул мәлдә телебеҙҙәге аҫыл һүҙҙең мәғәнәһен бар тулылығында төшөнәһең, йәғни көслө заттың ни өсөн ир-ат тип аталғанын. Исемдең ат мәғәнәһенән алыныуы ла шул юҫыҡта һүҙһеҙ аңлашыла.
Ҡоросҡа атланып тыуған ауылынан сығып киткән Ирек һуғышта батырҙарса һәләк булғас, Илсеғол ауылы халҡы айғырҙы ауылға ҡайтарыуҙы юллап, Буденныйҙың үҙенә хат яҙа. Әлбиттә, улар был ғәмәле менән колхоз эшенә эшсе аттарҙың етешмәүенән ғәйре, башҡорт тоҡомло аттарҙың Ҡорос кеүек яугир айғырҙан дауам ителеүен хәстәрләй. Ҡоростоң һөйгән йәре, һылыу бейә Көмөшъял уны ныҡ яратһа ла, башҡа бейәләргә яҡынлауын аңлап ҡабул итә. Көнләшеүҙең ни икәнлеген дә белмәй. Иң мөһиме, уларҙың ат халҡы айғыр ярҙамында һаҡланып ҡалырға, тоҡомон дауам итергә тейеш. Ошо урында "Гүзәл быуат" төрөк сериалын иҫебеҙгә төшөрһәк, унда солтан менән бер төн йоҡлар өсөн бер-береһенең боғаҙын сәйнәр сиккә еткән кәнизәктәрҙе күҙ алдына килтерһәк, аттар тормошо ҡайһылай камил тип һоҡланырға ғына ҡала! Үҙенең тоҡомо таҙалығы өсөн башҡорт тоҡомло айғырҙан да фиҙаҡәрерәк затты мин, мәҫәлән, әлегәсә ишеткәнем юҡ. "Турайғыр һабағы" тигән хикәйәмдә ошо проблеманы күтәргәйнем инде.
Спектаклгә ана шундай аң төбөн аҡтарырҙай һүҙҙәр, ым-ишаралар, сәхнә хәрәкәттәре бик күп һалынған. Драма авторы, режиссер, рәссам, музыкант был йәһәттән тамашасының иғтибарын йәлеп итер өсөн күп көс һалған. Моғайын, улар хаҡында киләсәктә театр белгестәре, ғалимдар тәфсирләп яҙыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Ҡорос көнбайыштан Башҡортостанға табан юлланған поездың махсус вагонында тыуған яғына әйләнеп ҡайта ла, шинель кейгән яугир рәүешендә Илсеғолға ҡайтып төшә. Баштараҡ Ҡоростоң исем, ә ҡушамат түгеллеге хаҡында әйтеп үткәйнем инде. Ысынлап та, Ҡорос яуҙа еңеп ҡайтҡан яугирҙарҙан бер яғы менән дә айырылмай, дөрөҫөрәге, спектаклдә башҡорт аты шундай юғарылыҡҡа күтәрелә. Һуңынан ҡанатлы атҡа әүерелеп осоп китә, символға әүерелә. Бөгөн килеп башҡорт тоҡомло ат һаҡланып ҡалып, күпләп үрсеп, йәшәүен дауам итә икән, уны үҙенең атамаһы менән бәйләгән халыҡ та йәшәй икән, ҡаһарман халҡы кеүек ҡаһарман башҡорт аты ла, шул иҫәптән Ҡорос та батыр яугир тип аталырға хаҡлы!
Спектакль күңелемдә ана шундай уйҙар тыуҙырҙы! Йөрәгем ат тояҡтары тауышына ҡушылып типте, зиһенем төпкөлөндә кешнәү тауышы, күңелемдә йыр яңғыраны:
Яҡшы атҡа менеп, ҡулына алған
Уҡ-һаҙаҡҡай тигән ҡоралын.
Аямаған йәнен, түккән ҡанын,
Һис бирмәгән башҡорт Уралын!

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
"Киске Өфө" гәзите, №43, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 28.10.22 | Ҡаралған: 207

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru