«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"УРСУЛА, АУЫҘЫҢДЫ ЯП!"
+  - 


Океан аръяғы кураторы тарафынан Рәсәйгә ҡаршы туҡтауһыҙ һөсләтелеүсе һәм алдын-артын байҡамаҫтан, санкция артынан санкция иғлан итеүсе Европа бының менән үҙенә тоҙаҡ ҡына ҡороуын төшөнә башланы, буғай. НАТО тарафынан идара ителеүсе берләшмә илдәренең аяҡ-ҡулдары хәрби блокка бәйле етәксе элитаһы ауыҙ асып һүҙ әйтә алмаһа ла, Европа буйлап күптән инде протест акциялары әүҙемләшә, күп меңләгән халыҡ, үҙ мәнфәғәттәре иҫәбенә Киев режимына күрһәтелгән ярҙамды туҡтатыуҙы талап итеп, урамдарға сыға, Рәсәйгә ҡаршы санкцияларҙың Европаны бөлгөнлөккә төшөрөүен киҫәтә.

Ысынлап та, Евросоюз илдәрендә тормош кимәленең бығаса булмаған кимәлгә төшөүе, бензин, электр энергияһы, газ һәм аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың киҫкен артыуы сәбәпле халыҡ асыуы шуға тиклемгә барып етте ки, Париж урамдарына сығыусы ҡала халҡы Евросоюзды тарҡатырға тигән талап ҡуйып, "Урсула, ауыҙыңды яп!" тип хор менән ҡысҡырырға мәжбүр булды, сөнки ошонан алда ғына Еврокомиссия башлығы Урсула фон дер Ляйен Украинаға ай һайын 1,5 млрд евро бүлеү хаҡында тәҡдим индергәйне. Ә шул уҡ ваҡытта ябай француздар аҙыҡ-түлектән башлап, бөтә нәмәгә: электр утына, өйҙө йылытыуға, бензинға экономиялап йәшәргә мәжбүр.
Рәсәйгә ҡаршы санкциялар һәм энергетик көрсөк Европаны бөлгөнлөк хәленә килтереп баҫтырҙы, тигән фекерҙә итальяндар ҙа. Ил етәкселеге сәйәсәтенә ҡаршы Генуяла, Римда, шулай уҡ Барселонала киң ҡоласлы халыҡ сығыштары булып үтте. Киев режимын финанслауҙы туҡтатырға, Мәскәүгә ҡаршы санкцияларҙы ғәмәлдән сығарырға тигән талаптар менән Австралияла, Германияла, Чехияла, Австрияла, Молдавияла, Грецияла һәм башҡа илдәрҙә лә лозунгылар күтәргән халыҡ ағымы ташҡындай урамдарҙы ҡапланы. Вена ҡалаһында, мәҫәлән, Австрияныҡы менән бер ҡатарҙан Рәсәй флагын тотоп сығыусылар ҙа бар ине хатта...
Эйе, Европа бөгөн протест тулҡынына күмелде, халыҡ боларыштары ай буйына дауам итә инде хәҙер, ә ҡыш башланмаған да әле. Бындай шарттарҙа улар ҡышты нисек үткәрер? Кәрәгең тирәгеңде йыҡтырыр, тиме? Әйткәндәй, үткән айҙан алып, Европа халҡы ярышып-ярышып утын ҡырҡа - иларһың да, көлөрһөң дә. Ошоғаса Рәсәй йылыһынан иҙерәп, һис бер мохтажлыҡ белмәй йәшәп ятҡан европалылар шундай эшкә тотонор тип кем уйлаған! Ошо уңайҙан Францияның әлеге лә баяғы яманаты сыҡҡан Charlie Hebdo карикатурасылары арҡаһына утын бәйләме йөкмәтеп, Макронды Елисей һарайы янында кәртинкәгә "төшөрөп" тә ҡуйған, имеш. Һәм был бер ҙә генә уйҙырма түгел: Европа өсөн рәхәт замандар артта ҡалды, тип, тап ул бит ил граждандарын ауыр ҡышҡа әҙерләнергә саҡырғайны. Ысынлап та, бик теүәл һәм тыңлаулы халыҡ булараҡ, быны иң тәүҙә немецтар ишетеп ҡалған булырға тейеш: Германияла утын алтын бәрәбәренә тиң ти хәҙер, һыҡмыр немецтар хаҡына ла ҡарап тормай, кубометрлап утын һатып ала, ҡышлыҡ запас әҙерләргә тотонған икән.
Ә шулай ҙа бер ҙә генә көлкө түгел был: Евросоюздың етәксе элиталары Рәсәйгә тип ҡорған тоҙаҡ, ахыр сиктә, барыбер үҙ илдәре халҡының елкәһенә тос туҡмаҡ булып төшә. Быны Европа халҡы күптән аңланы инде... Бындай көрсөктәргә өйрәнмәгән халыҡтың асыуын урындарҙағы оппозицион көстәр һәм ультра уң партиялар эләктереп алырға һәм үҙ сәйәси мәнфәғәттәрендә файҙаланыуҙары бик ихтимал, ти күҙәтеүселәр. Икенсе яҡлап, Евроберләшмә илдәре араһында аңлашмаусылыҡ, тарҡалыш башланыуы ла мөмкин бит әле. Теләк булғанда, үҙ халҡынан алда агрессив Киев режимы файҙаһын ныҡ ҡайғыртыусы етәксене урынынан алып та ырғыталар хәҙер ҡайһы бер илдәрҙә. Мәҫәлән, Рәсәйгә - яңы ҡаты санкциялар, ә Киевҡа ярҙам вәғәҙә итеүсе Лиз Трасс, ана, премьер-министр ҡәнәфийендә ни бары ай ярым ғына ултырып ҡалды. Хатта ябай британдар ҙа Украинаның АҠШ менән НАТО өсөн Рәсәйгә ҡаршы төбәлгән ҡорал ғына икәнлеген аңлаған. Ғөмүмән, был Украина хәҙер хатта үҙ партнерҙарының да теңкәһенә тейеп, ялҡыта ғына бара. Теләнсе хәленә төшкән Зеленскийҙың ҡулынан килгән бар шөғөлө - ике ҡулын һоноп, АҠШ һәм Көнбайыштан аҡса һәм ҡорал талап итеү. Эйе, был әҙәм хәҙер мыжып, хатта янап, партнерҙарынан ярҙамды аяҡ тибеп кенә талап итә башланы, сөнки хәлдәре бик хөрт украиндарҙың. Евроберләшмә аҡса бүлеүҙән туҡтаһа, Украина халҡы эш хаҡы һәм пенсияһыҙ тороп ҡаласаҡ. Шуға күрә илдең премьер-министры Д.Шмыгаль вәғәҙә ителгән туғыҙ млрд евроны талап итеп, Евросоюзға ультиматум ебәргән. Бына нисек хәлдәр.
Ысын булһа, ошо көндәрҙә генә әле "Яңылыҡтар ижтимағи хеҙмәте" порталы хәбәр итеүенсә, Америка менән Украина мөнәсәбәттәрендә етди проблемалар тыуып тороуы хаҡында хәбәр ителде. Бирһен Хоҙай! "АҠШ-тың стратегик мәнфәғәттәре бынан ары Украинаның пландары менән тап килмәй", - тиелә унда. Был хаҡта The American Conservative баҫмаһы авторҙары ла яҙып сыҡҡан. Аналитиктар фекеренсә, Киев Ҡырым менән Донбасс территорияларына контролде кире ҡайтармаҡсы, ә Вашингтон иһә Рәсәй менән глобаль конфликтҡа инеүҙән тыйылып, бындай ниәттәр планлаштырмай, имеш. Шул уҡ ваҡытта Штаттар Украинаға ярҙам итеүҙән һаман да баш тартмай һәм киләһе йыл уға 50 млрд доллар күләмендә хәрби һәм гуманитар ярҙам вәғәҙәләй. NBC телеканалы, 8 ноябргә тәғәйенләнгән юғары закон сығарыу органына һайлауҙар һөҙөмтәһендә Конгрестың яңы составы Украина мәсьәләһенә ҡарашты үҙгәртеүе лә ихтимал, тигән фекер белдерә...
Әйткәндәй, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Халыҡ-ара "Валдай" дискуссия клубы ултырышында һөйләгән телмәренең АҠШ-тағы һайлауҙар алдынан үтеүе Көнбайыш тарафынан төрлөсә ҡараштар тыуҙырҙы. New York Times белдереүенсә, Рәсәй Көнбайыш менән түгел, ә "көнбайыш элитаһы" менән көрәшә. Һәм, ысынлап та, Рәсәй Президенты телмәрендә билдәләнеүенсә, "Донъя менән идара итергә, ә асылда иһә, диктатҡа ынтылыштары менән Көнбайыш донъя элитаһының, шул иҫәптән, АҠШ-тың да, халыҡ-ара абруйы ҡаҡшауға табан бара..." В.Путин әйтеүенсә, Көнбайыш шәхсән рәүештә донъя менән идара итеүгә һәләтһеҙ булыуға ҡарамаҫтан, бар көсөнә быны эшләргә маташа, ә был, классик һүҙҙәре менән әйткәндә, шундай һығымтаға нигеҙ булырҙай - хәл кәмендә революция рухында: юғарылағылар булдыра алмай, ә түбәндәгеләр башҡаса былай йәшәргә теләмәй...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 08.11.22 | Ҡаралған: 230

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru