«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫҺАН КИҢЛЕГЕН АСЫП КҮРҺӘТӘ
+  - 


Билдәле шағирә, драматург, тәржемәсе һәм журналист Лилиә Һаҡмар студент йылдарынан әүҙем ижад итте һәм ошоға тиклем ижадтан айырылғаны юҡ. Әҙибә төрлө темаға берҙәй еңел яҙа, ниндәй эшкә тотонһа ла аҙағына тиклем алып барып еткерә. Үҙенең шиғриәте аша уҡыусыға кеше күңеле менән ҡуша Йыһан киңлеген дә асып күрһәтеүгә өлгәшә һәм уҡыусыһын юғарылыҡҡа әйҙәй. Шул уҡ ваҡытта Лилиәнең ватансылыҡ хисе ижадының алтын ебе булып һуҙыла. Шуғалыр ҙа, тыуған ергә булған һөйөүе йыр булып та башҡаларҙың йөрәгенә үтеп инә. Лилиә Һаҡмарға - өс һорау.

Беҙ бала саҡта әкиәт донъяһына сумып, бәхетле була торғайныҡ. Һин ошо тылсымлы донъяға әйләнеп ҡайтып, бик матур осрашыуҙар үткәрҙең. Дәрес бирҙең. Хәҙер үҙең өсөн алған һабаҡты ла белге килә.

- Ысынлап та, беҙ бала саҡта башҡорт халыҡ әкиәттәрен тыңлап үҫтек. Ғаиләлә алты бала. Элек ҡунаҡҡа саҡырышыуҙар күп була ине. Ҡунаҡтар кискә йыйылһа, тиҙ генә ҡараңғы төшә, урамда уйнап йөрөп булмай. Барыбыҙ ҙа өйҙә булһаҡ, бәләкәй ауыл өйөндә урын тарая бит инде. Шул саҡта ялан кәртәлә, бесән кәбәненә арҡа терәп көтә торғайныҡ ҡунаҡтар таралышҡанын... Бына шулай ултырабыҙ ҙа, олораҡтар беҙгә сиратлап әкиәттәр һөйләй. Әллә ҡайҙағы серле илдәргә осоп китәбеҙ ҙә, ундағы дейеүҙәрҙе еңеп, иң сибәр ҡыҙҙы ҡотҡарабыҙ... Ғүмер үтә килә шул әкиәттәрҙе үҙемдең улыма ла һөйләнем. Бына шулай быуындан-быуынға күсә килгән дә инде халыҡ ижады. Ә 2020 йылдың көҙөндә мин йәнә әкиәт иленә сумдым.
Көтөлмәгәндә килеп сыҡты ул. Өфө районы Михайловка ауылындағы Балалар ижады йортонда республика кимәлендә "Йәш яҙыусы һәм шағирҙар клубы" эшләп килә. Мине, яҙыусы булараҡ, шул Клубтың бер проектында ҡатнашырға саҡырҙылар. Улар йыл һайын "Лукоморье" тигән әкиәттәр яҙыу конкурсы ойошторалар. Башҡорт телендә лә яҙмалар ҡабул ителә. Бер проектта башҡорт һәм рус телендә әкиәт яҙырға өйрәнеү буйынса махсус курс асыу ҡаралған булған. Балаларға ярҙам итеү тигәндә бер ҡасан да ҡаршы булмай торғайным. Шуға риза булдым да ҡуйҙым.
Мин курсты "Әкиәт яҙырға өйрәнәм" тип атаным. Интернет аша йәнле һөйләшеү формаһында 2021 йылдың йәйенә тиклем барҙы был дәрестәр. Интернетта башҡортса мәғлүмәттәр бөтөнләй юҡ кимәлендә. Курстың планын да, йөкмәткеһен дә үҙемә яҙырға тура килде. Әллә күпме китап, әкиәт, төрлө мәғлүмәтте уҡып, үҙеңә кәрәкле, балалар өсөн аңлайышлы һөйләмдәрен генә алырға кәрәк. Йәнә хәҙерге заман балалары ниндәй образдарҙы ярата, шуны аңлайым. Киләсәкте уйлап, борсола башлайым, сөнки бәләкәй саҡтан гел смартфон йә телевизорҙан көнбайыш идеологияһын сағылдырған кино, йәнһүрәттәр ҡарап үҫкән мәктәп уҡыусыларының уйында күберәк һуғыш йә ҡыйралыш, үлтереш кенә һымаҡ. Уларҙы нисек образлы фекер итергә өйрәтергә, кешелектең рухи ҡиммәттәрен аңлатырға, тип баш ватаһың. Бына шул булғандыр ижад йәһәтенән алған дәрестәрем.
Ә шулай ҙа күпкә өйрәндем. Интернет ҡырында башҡортса был темаға материалдарҙы әҙме-күпме байыттым, тимәк, башҡорт теле үҫешенә булышлыҡ иттем, тип уйлайым. Интернетта ни тиклем күберәк башҡортса аралашһаҡ, донъя сиктәрендә беҙҙе шул тиклем күберәк кеше таныясаҡ һәм башҡорт милләте тере, үҫешә икәнен беләсәк.

Һинең күңелең тулы моң. Музыка ҡоралдарында ла уйнайһың. Музыка, йыр-моң сәнғәтен һайламауыңа үкенмәйһеңме?

- Эйе шул. Хатта үҙем дә ҡай саҡ "Ниңә бик күп һәләт биргән икән Хоҙай?" тип аптырайым. Белгәс ни, барыһын да тәмләп ҡарағы килә, ә ғүмер бер генә, тәүлегемдә минең дә 24 сәғәт кенә! Әле ныҡлап әҙәби ижадҡа тотонғас, яратҡан мандолинам "ял" итә. Хатта йырларға ла онотоп барам. Өлгөрөп булмай. Хатта бер заман интернетта "Мандолина уйнарға өйрәтеү" дәрестәрен башларға ла уйлап ҡуйғайным. Туҡтап торҙом.
Ысынлап та, бәләкәйҙән ноталарҙы өйрәтһәләр, бәлки, йырсы йә музыкант булып китер инем. Әммә шулай ҙа әҙәби ижадты һәм журналистиканы һайлауыма һис тә үкенмәйем. Журналистика төрлө-төрлө яҙмыштар менән танышырға, ҡыҙыҡлы темалар табырға ярҙам итә. Ә ижад итеүҙең иң ҙур ләззәте - әҫәрҙәреңде уҡып, ниндәйҙер фәһем алып ҡыуанған кешеләрҙең рәхмәтле һүҙҙәрен ишетеү! Тимәк, бушҡа яҙмағанһың.

Бөгөнгө йылдар бейеклегенән алып ҡарағанда, ижадыңда ниндәй теманы үҙеңдеке итеп күрәһең?

- Әллә ниңә шул темалар тураһында бер ҙә уйланғаным булманы. "Ниндәйерәк тормош күренеше, йәки кешеләрҙәге ниндәй сифаттарҙы яҙыу оҡшай?" тигән һорауҙы әҙерәк аңлайым һымаҡ. Мин тормоштағы күренештәр, хәл-ваҡиғаларҙың шундайҙарын һайлайым: улар кешенең холҡон, илебеҙҙе, еребеҙҙе матурларлыҡ, беҙ хыял иткән тыныс, ирекле, маҡсатлы киләсәккә әйҙәрлек булһын! Ә кешеләрҙең холоҡ-фиғелендәге сифаттарға килгәндә: үҙен генә түгел, башҡаларҙы ла ҡайғыртыусы, һәр уйы, эше менән кешелеклек ҡанундарына ярашлы ҡоролған киләсәккә ынтылыусы, маҡсатлы итеп күрһәткем килә ыңғай геройҙарымды.
Йәнә, мин ижадымда эскерһеҙ хистәр, бар кәртәләрҙе емерерлек көскә эйә ысын мөхәббәтте, тормошонда әҙәм күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар тыуһа ла, башҡаларға бәлә һалмаған, кешелеклек сифаттарын юғалтмай, шул ауырлыҡты еңеп сыҡҡан кешеләргә һоҡланыуымды яҙам. Сатирик, юмористик шиғырҙарым көнсөлдәр, әпкәләйҙәр, ярҙам итәм тип ярҙан этеүселәр, кешеләрҙе һәләтенә ҡарап түгел, кейеменә, дәрәжәһенә йәки "аҡса муҡсаһы"на ҡарап мөнәсәбәт ҡороусылар һәм үҙенең бер ҡатлылығы арҡаһында ҡыҙыҡ хәлгә тарыусылар тураһында. Ә ниндәй әҫәремдә ниндәй темалар сағыла, уның әһәмиәте ниҙә икәнен әйтеүҙе әҙәбиәт тәнҡитселәренә ҡалдырам.
Был шиғырҙарҙың ғына темаһы тураһында булды, ахыры. Ә уйлаһаң, әллә күпме теманы асҡанмын икән проза әҫәрҙәремдә. Хикәйәләрҙе алайыҡ. Ил, дәүләт ҡоролошо, "халыҡ" тигән дөйөм исем эсендәге бәләкәй генә кешенең уйҙары ("Хөкүмәт ағай", "Һимеҙлектән ҡотолоу сараһы"), "бәхет" төшөнсәһенең асылы, кеше булып ҡалыу өсөн ҡылған фиҙаҡәрлек ("Бәхетле ҡатын", "Бумеранг ҡануны", "Етешмәгән"), үҙеңдең барлығыңды һәм башҡалар кеүек йәшәүеңде белгертеү ("Буйҙаҡ мөлкәте", "Ҡыҙҙар ҡыҙылға ҡыҙыға"), башҡаларға аңлайышһыҙ күренгән холоҡ-фиғелеңде юмор аша аңлатыу ("Ҡәһәр һуҡмай торған йән", "Дарыуҙар юҡ", "Мәйет хәтирәләре") кеүек темалар.
Поэмалар һәм эпик шиғырҙар. Улар эскерһеҙ мөхәббәт һәм уның йәшәүе өсөн ҡылған ҡаһарманлыҡ ("Йондоҙ ҡыҙы", "44 йондоҙ һәм 27 диңгеҙ"), башҡорт халҡының моңға тулы күңелен данлау, башҡорт халыҡ йырҙарының эске йөкмәткеһен аңлатыу ("Башҡорт йыры - тере шишмә"), кешелек ҡиммәттәренең сифатын асыу, ер һәм кеше уйҙары араһындағы бәйләнеш ("Ҡара һәм аҡ араһында", "Миҙән"), әсә булыуҙың Ер йөҙөндә кешелекте һаҡлауға тиң икәнен аңлатыу ("Ҡар өҫтөндәге сабый"), ерҙәге һәр тере йәнде ҡәҙерләү ("Боланҡай") темаларын аса.
Драма әҫәрҙәре. Башҡорт халҡын башҡа халыҡтар алдында танытҡан, уның данын күтәргән шәхестәрҙе данлау, уларҙың эске кисереш, уйҙары, холоҡ-фиғелен асҡан, үҙ ереңде, илеңде данлау темаһы күтәрелә уларҙа ("Балапан"- С.Юлаевтың үҫмер осоро, "Аҡ елән"- Р.Нуриевтың үҫмер осоро). Ил етәкселәренең вайымһыҙлығы арҡаһында бөтөүгә дусар кескәй ауылдарҙы тергеҙеү юлдарын асыу ("Марс 500 йәки Марста тормош бармы?"), бик күп аралашыу сараһы булһа ла кешеләрҙең бер-береһенән алыҫайыуы ("Боҙоҡ телефон"), бергә йәшәү мөмкин булмаһа ла, күңелдәрҙә мәңге йәшәгән мөхәббәт ("Йондоҙло күпер", "Ысыҡтағы ҡояш") темалары.
Былар барыһы ла әҫәрҙәремдең йөкмәткеһен асыу ғына булды шикелле. Башҡа төрлө әйтә белмәйем. Рәхмәт!

Һорауҙарҙы Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА бирҙе.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.11.22 | Ҡаралған: 186

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru