«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"СУРТАН"ДАРҒА ҺУНАР БАРА!
+  - 


Һуңғы осор әле социаль селтәрҙәрҙә, әле гәзит биттәрендә коррупция һәм ришүәтселектә ғәйепләнеп ҡулға алыныусы төрлө дәрәжә чиновниктар хаҡында хәбәрҙәр йышайҙы. Бының берәй ғилләһе бармы, әллә сираттағы кампанияларҙың береһенә старт бирелдеме?

Яңыраҡ, 9 декабрҙә, Коррупция менән көрәш көнө айҡанлы Рәсәйҙең Генераль прокуроры Игорь Красновҡа һорау биргән ТАСС хәбәрсеһе лә шулай уйлағандыр, бәлки. "Рәсәй пандемия менән бәйле ҡатмарлы осор кисерҙе, әле иһә махсус хәрби операция алып барыла, өҫтәүенә, сит ил санкциялары дауам ителә. Бындай шарттарҙа коррупция менән көрәш икенсе планға күсмәнеме?"- тип һорай хәбәрсе. Ысынлап та, арыуыҡ ваҡыт был өлкәлә тынлыҡ урынлашҡандай тойолдо, әммә, И.Краснов әйтеүенсә, киң мәғлүмәт сараларында ғына. "Беҙҙең өсөн, - ти Генераль прокурор, - коррупцияға ҡаршы эшмәкәрлек уғата мөһим һәм көнүҙәк мәсьәлә булыуҙан туҡтағаны юҡ".
Аныҡлабыраҡ әйткәндә, был өлкәләге бөтөн эшмәкәрлек ил Президенты Владимир Путин тарафынан индерелгән "2021-2024 йылдарға коррупцияға ҡаршы көрәш буйынса Милли план"ға ярашлы алып барыла. Ә бит ришүәт, мутлашыу һәм коррупция осраҡтары менән беҙ көн дә тиерлек осрашабыҙ. Әйтәйек, әлеге хәбәрсе иҫкә алған пандемия осоро башланғас ҡына ла битлектәр һәм респираторҙар менән бәйле әллә күпме мутлашыу, алыпһатарлыҡ, шәхси һаҡланыу сараларына ҡытлыҡ килтереп тыуҙырыуҙарҙың шаһиты булдыҡ! Мәҫәлән, бер генә факт: әлеге ваҡытта суд Иркутск өлкәһенең һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарған һәм улының фирмаһы аша алынған сифатһыҙ контрафакт битлектәр һатып алыу һылтауы менән 25 млн ҡаҙна аҡсаһын үҙләштергән ҡатынға ҡарата енәйәт эшен ҡарай. Башҡа өлкәләрҙәге коррупция енәйәттәре менән сағыштырғанда, был бер тамсы ғына. Коррупцияға ҡаршы Милли комитет рәйесе Кирилл Кабанов, электрон паспорт проекты буйынса елгә осҡан миллиардтар, дәүләт заказы системаһын булдырыу, контракттар буйынса юғалтыуҙарға бәйле юғары хәүеф сығанағы булараҡ, IT өлкәләге мутлашыуҙарҙы беренсе урынға ҡуйһа, икенсе урында - торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (ЖКХ), ти. Ә бының шулай икәнен беҙ үҙ елкәбеҙҙә татып та һәйбәт беләбеҙ. Күпме аҡса түгелә һис туймаҫ Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ "табағы"на: ҡаҙнанан да, ил граждандары кеҫәһенән дә! Ҡайҙа китеп тора ул аҡсалар? Йыл да бер үк проблемалар һәм уларҙы хәл итергә уйлаған кеше лә юҡ. Шул уҡ серек торбалар, шул уҡ нигеҙһеҙ сығымдар...
Быныһына, ярай, күнгәнбеҙ ҙә ти, ә бына ил өсөн ҙур һынау мәлендә дәүләт оборона заказы өлкәһендәге енәйәттәрҙе нисек аңларға? Йәп-йәш балалар махсус операция барышында йәндәрен фиҙа ҡылғанда, кемдәрҙер үҙ ҡорһаҡтарын хәрәм аҡса менән тыңҡыслай, башҡа һыйғыһыҙ! Рәсәй Тәфтиш комитеты быйыл ғына ла оборона-сәнәғәт комплексының 60 вазифалы чиновнигын һәм дәүләт оборона заказы менән бәйле 27 кешене енәйәт яуаплылығына тарттырған. Был коррупция тамырҙарының Рәсәй тәненә ни тиклем тәрән үтеп инеүе, хатта ки ошондай енәйәттәргә ҡаршы көрәшергә бурыслы органдарҙы ла ҡармап алыуы тураһында һөйләй, ватаныбыҙ өсөн ҡурҡыныс булып китә...
Быға тиклем хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы коррупция кимәлен "Менттар һуғышы" сериалынан ҡарап, әкиәт, тип уйлай инек, асылда, бөтәһе лә тап фильмдағыса. Хәйер, был хаҡта бөтәбеҙгә лә мәғлүм булһа ла (шуларҙың берәгәйлеһе - 1,4 млрд һум күләмендә ришүәт алғаны өсөн 16 йылға хөкөм ителгән "алтын полковник" Д.Захарченко), тап хоҡуҡ һаҡлау органдарындағы, бигерәк тә коррупцияға ҡаршы көрәш ведомстволарындағы енәйәтселек масштабтарын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Быйылғы йыл башынан ғына ла Рәсәйҙә 1,4 мең хоҡуҡ һағы хеҙмәткәре, 679 хәрби, 420 урындағы үҙидара органдары чиновниктары, 356 мәғариф һәм 259 һаулыҡ һаҡлау системалары хеҙмәткәрҙәре енәйәт яуаплылығына тарттырылған, тип һөйләй Тәфтиш комитеты рәйесе Александр Бастрыкин "Новости" мәғлүмәт агентлығы менән әңгәмәлә. Ә инде масштабтарҙы күҙ алдына килтереү өсөн төпкәрәк китеп, иҫәпләп ҡарағанда, 2011 йылдан алып 72 мең вазифалы кеше хөкөм ителә, ә улар килтергән зыян 220 млрд һум тәшкил иткән.
Бына ҡайҙа беҙгә түләнеп еткерелмәгән эш хаҡтары, пенсиялар! Бына ни өсөн фәҡирлектән башыбыҙ сыҡмай. Быйыл иһә илдә коррупция енәйәттәренән күрелгән зыян 24,6 млрд һум тәшкил иткән. Ә ошо араларҙа ғына "суртан"дың оһоллоһон эләктергәндәр: Федераль таможняның коррупция менән көрәш өсөн төп яуаплы генералы Д.Мурышыв тиҫтәләгән млн ришүәт алғаны өсөн бер нисә статья буйынса ғәйепләнеп, ҡулға алынған. Балыҡ башынан серей, тигәндәре дөп-дөрөҫ. Хәйер, миҫалдар артынан бик алыҫ йөрөмәгәндә лә була. Өфө ҡала полицияһының иҡтисади хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы бүлек начальнигы Руслан Әхмәҙишин ҡалалағы казино хужаларына "ышыҡ" булып хеҙмәт иткәне һәм миллионлап ришүәт алғаны өсөн ошо араларҙа хөкөм алдына баҫасаҡ. Был нимә әле! Президент В.Путиндың 5 декабрь указы менән Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры Роман Деев эштән бушатылды һәм был тикмәгә түгел, тип яҙа мәғлүмәт сығанаҡтары. Социаль селтәрҙәрҙә министрҙың яҡын кешеһе һәм урынбаҫары Андрей Москвитиндың ҡулға алыныуы менән бәйләйҙәр юғары чиновниктың отставкаһын. Унан һуң енәйәтсел төркөм ойоштороп, "алтынға ҡойонған" гаишник Илдус Шәйбәков тигән мут әҙәмде хәтерләйһегеҙме? "Дандары" илгә таралған был хеҙмәттәштәре лә ныҡ "ярҙам" иткәндер, күрәһең, министрҙың эштән китеүенә.
Һуңғы ваҡыттарҙа, эйе, көрәш бер ни тиклем әүҙемләшеүгә ҡарамаҫтан, юғары дәрәжәләге чиновниктар бик аҙ килеп эләгә. Нигеҙҙә ваҡ түрәләр һәм түбәнге чин хоҡуҡ һағы чиновниктары күпселеге 50 меңгә тиклем ришүәт алғандары өсөн рисуай була, ә бит, баяғыса, балыҡ башынан серей тигән кеүек, коррупция ептәрен тартып, сценарий режиссерҙары ролендә юғары пост башында ултырыусы эре вазифа биләүселәрҙән арыныу кәрәк иң тәүҙә. Коррупционерҙарҙың милкен, шулай уҡ сит илдәрҙәге активтарҙы ла, кире ҡайтарып, ил ҡаҙнаһына күсереү эше - башланмаған сиҙәм генә әле. Хәйер, был социаль афәтте еңеүсе ил юҡ, хатта үлем язаһы менән көрәшеүсе Ҡытайҙа ла ул дауам итә, тиеүҙәренә ҡарамаҫтан, көрәш торған һайын аяуһыҙыраҡ һәм компромисһыҙ алып барылһа ғына ниндәйҙер һөҙөмтә мотлаҡ буласаҡ, ти оптимистар.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №50, 2022 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.12.22 | Ҡаралған: 200

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru