«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕР ТЕТРӘГӘНДӘН ҺУҢ ҒӘЙЕПЛЕЛӘРҘЕ ЭҘЛӘҮ КӘРӘКМЕ?
+  - 


Күптән түгел булған Төркиә, Сүриәләге ер тетрәү фажиғәһе бөтә донъя халҡын тетрәтте. Емереклектәр аҫтында ҡалып, ҡырҡ алты мең тирәһе кешенең ғүмере ҡыйылыуы, әлбиттә, ҡот осмалы фажиғә.

Бындай хәлдәр донъяла элек-электән була килә шул. Мәҫәлән, 1948 йылда Төркмәнстандың Ашхабад ҡалаһындағы тетрәү мәлендә 110 меңдән ашыу кеше үлә. 1966 йылда ошондай фажиғәгә Ташкент ҡалаһы тарый, уның ныҡ емерелеүе хаҡында гәзиттәрҙә баҫылып сыҡҡаны бала сағымдан хәтеремдә ҡалған. Эпицентры ҡала уртаһына тап килеп, ун квадрат километр майҙандағы йорттар ер менән тигеҙләнә, 300 меңдән ашыу кеше торлаҡһыҙ ҡала, ә һәләк булғандар һаны хаҡында мәғлүмәт ишетмәнем (СССР дәүерендә ундай-бындай хәлдәрҙе артыҡ ныҡ яҡтыртмайҙар ине). Бөтә Союздан төҙөүселәр барып, Үзбәкстандың баш ҡалаһын сағыштырмаса тиҙ арала аяҡҡа баҫтырҙылар.
Һикһәненсе йылдар башында хәрби эш буйынса командировкала Дағстан республикаһында булырға тура килгәйне. Унда ла 1970 йылда ныҡ ҡына ер тетрәү булғанлығы хаҡында белдем. Урындағы кешеләр Махачкала, Буйнак ҡалаларының күп кенә йорттарын ҡабаттан төҙөүҙәре, яңы өйҙәрҙе сейсмологик көстәргә бирешмәүсән итеп ҡороуҙары хаҡында һөйләнеләр. Үҙ ваҡытында был турала матбуғат сараларында бөтөнләйгә хәбәр ишетелмәгәйне. Ғөмүмән, унда ла емереклектәр, үлгәндәр ҙә байтаҡ булғандыр. Ни хәл итәһең. Дауыл, ямғыр, ҡойон, йәшен һымаҡ уҡ ер тетрәүҙәр ҙә беҙҙән тормаған тәбиғәт күренеше. Тик мине кешелек йәмғиәтендә урын алған икенсе бер нәмә һәр саҡ уйландыра: ни өсөндөр күпләп зыян килтереүсе шундай бәлә-ҡаза тыуып китһә, "ғәйеплеләрҙе" эҙләй башлайбыҙ.
Башта иҫкә алған Төркиәнең бөтөнләйгә тиерлек емерелеп бөткән бер ҡалаһының башлығы иҫән ҡалған һәм уны ҡулға алғандар икән. Бәлки, бигүк хаҡлы ла түгелмендер, әммә ошо турала уҡығас, шул хужаны йәлләнем. Бынан тыш, йорттар төҙөүҙә һәм уларҙы ҡабул итеүҙә ҡатнашҡан ике йөҙләп кешегә "эҙләү һалыуҙары" хаҡында ишетеп, уларҙы ла йәлләнем. Был "ғәйеплеләр" нәҡ шундай уҡ йорттар менән тулы, әммә әлегә ер тетрәү кисермәгән башҡа ҡалаларҙың етәкселәре һәм бүтән күп кенә вазифалы кешеләрҙән нимәһе менән айырыла? Ҡулға алынған әлеге ҡала башлығы, моғайын, башҡалар һымаҡ уҡ, яҡындарын юғалтҡан, зыян күргән халҡы менән бергә ҡайғыра, үҙе үк киләсәктә ҡалаһын нисегерәк итеп аяҡҡа баҫтырыу, артабан сейсмототороҡло өйҙәр һалдырыу тураһында ла уйланалыр…
Әлбиттә, һүҙем әйбер урлаған, кеше ҡыйырһытҡан йә үлтергән, йорт-ҡаралтыһын үртәгән һымаҡ аныҡ осраҡтар хаҡында бармай. Һәр төрлө террор акттары яһаған, әллә күпме миллион урлап йә ришүәт алып тотолған әшәке кешеләрҙең эштәре тураһында ла түгел. Бынан тыш, берәй заводтан сыҡҡан зарарлы һыуҙы йылғаға ағыҙып, балыҡтарҙың, хайуандарҙың, кешеләрҙең ағыуланыуына килтергән, метил спиртынан эсемлек яһап, тышына "араҡы" тип яҙып һатыу һымаҡ енәйәт эштәре ҡылынған осраҡтарҙа ла, һис һүҙһеҙ, ғәйепле кешене тотоп, уны тейешенсә яуапҡа тарттырыу мотлаҡ. Һәм шулай итәләр ҙә: эш боҙоусыны, енәйәтсене тейешле органдар кисекмәҫтән эҙләп таба. Ә ниндәйҙер бүтән төрлө, аныҡ берәүҙән тормаған бәхетһеҙлек килә икән, бына шунда килеп тыуа ла инде, урыҫтар әйтмешләй, "Кто крайний?" тигән һорау.
Бер нисә йыл элек гәзитебеҙҙә "Йөйһөҙ ерҙән йөй эҙләү" кәрәкме, йәки Ғәйепһеҙ ғәйеплеләр хаҡында фәлсәфә" тип аталған мәҡәләм сыҡҡайны. Телетапшырыуҙарҙы даими ҡарап барған кеше булараҡ, тәбиғәт катаклизмдарынан йә башҡа берәй ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һуң башланған бына шундай эштәргә гел генә иғтибар итәм. Берәй өлкәлә көндәр кинәт йылынып, ҡар шәпләп иреп китә икән, яҙғы ташҡын һыу өйҙәрҙе, кәртә-ҡураны баҫыуы мөмкин. Әммә, шул бәлә-ҡазаны алдан күҙаллап, хәстәрлек саралары күрмәгән әлеге "крайний" кешенең табылыуы миңә, мәҫәлән, барыбер аңлашылып етмәй. Ҡар күп яуған райондарҙың береһендә, көрттө соҡоп уйнап, ишелеп төшкән ҡар аҫтында ҡалып фәжиғәгә юлыҡҡан бала өсөн дә бер нисә йыл элек кемделер ғәйепләргә йыйыналар ине, буғай. Бала сағыбыҙҙа ни, беҙ ҙә шундай ҡар мәмерйәләре яһарға яраттыҡ ул. Бәлә-ҡазаны иҫкәртеү ниәтендә илдәге бөтә ҡар өйөмөн ҡайҙалыр ҡырға ташып сығарып бөтөү һәр саҡ мөмкин дә түгелдер тип һанайым. Уның менән генә кемдеңдер башына төшәсәк бәләне алдан күҙаллап, иҫкәртеп булмайҙыр. Был өлкәлә иң тәү нәүбәттә ата-әсәнең үҙ балаһына иғтибарлыраҡ булыуы зарур, минеңсә. Хәтерләйһегеҙҙер, нисәлер йыл элек тәнгә һөртә торған "Энәлек" төнәтмәһен эскән һикһәнләгән кеше үлемендә ғәйепләп, һатыусыларҙы яуапҡа тарттырыуҙар хаҡында шау-шыу булып алғайны. Уға ҡалһа, магазин кәштәләре тулып торған "сифатлы" араҡы эсеп тә йыл да әллә күпме меңәрләгән кеше үлә. Тик был, ни өсөндөр, нормаль күренеш һанала. Мин, мәҫәлән, "Принимать внутрь - опасно!" тип тышына ҙур итеп яҙылған шыйыҡсаны эсеп үлгән кешеләрҙең үлемендә был дарыуҙы яһаусы һәм уны һатыусыларҙы ғәйепләүҙе мәғәнәһеҙлек тип һанайым. Ундай кеше үҙ үлемендә фәҡәт үҙе генә ғәйепле, тигән инаныуҙамын. Бындай саралар берәй ерҙә янғын сыҡҡан өсөн шырпы заводы директорын йә һатыусыларҙы язаға тарттырыу һымағыраҡ тойола башлай.
Ҡырҡ беренсе йыл Гитлер Германияһы һуғыш асҡас, баштараҡ Ҡыҙыл Армияның ваҡытлыса уңышһыҙлығында туранан-тура ғәйепләнеп, әллә күпме юғары хәрби начальниктар - тәжрибәле генералдарҙың атылыуы хаҡында ишеткәнегеҙ барҙыр. "Һөжүм итмәү хаҡындағы пакт" ("Пакт о ненападении") килешеүен боҙоп, аңғармаҫтан ябырылған фашист армадаһын ҡапыл да туҡтата алмаған өсөн ғәйепләнде улар. Бәлки, ҡорал, боеприпастар етмәү сәбәпле күпләп ҡырылыуҙан һалдаттарын ҡурсалап ҡалыу ниәте менән сигенергә мәжбүр булған өсөн язаға тарттырылған шул юғары офицерҙарҙы мин үҙем шәхсән "нахаҡҡа ғәйепләнгән" тип һанайым. Урыҫта ошоноң һымаҡ сараларҙы "убырҙарға һунар" ("охота на ведьм") тип шартлы атауҙарҙы ишеткәнем бар. Элегерәк, оҙайлы хеҙмәт иткән дәүеремдә шундай осраҡтар тик беҙҙең армияла ғыналыр, тип уйлай торғайным. Илебеҙ тәненең айырып алып булмаҫлыҡ бер ағзаһы булған элекке әрмебеҙҙә бындай миҫалдар етерлек ине шул. Хәрби табип булараҡ, һәр саҡ тиерлек шундай хәл-ваҡиғаларҙың шаһиты булыу ғына түгел, уларҙың уртаһында ла йөрөргә тура килде. Әммә, "ғәйепһеҙгә ғәйепләүҙәргә" сирек быуат дауамында ла күнегеп китә алманым һәм быға гелән тәнҡит күҙлегенән сығып ҡараным. Утыҙҙан ашыу йылдар элек булған шундай осраҡтар һаман хәтерҙә әле.
…Беҙҙең ракета дивизияһы полктарының береһенән кискә ҡарай госпиталгә бер һалдатты алып киләләр. Табиптар тикшереп, был егеткә ҡорһаҡ тифы ("брюшной тиф") тигән диагноз ҡуя. Әрме коллективында бындай сир табылыу осрағы ғәҙәттән тыш хәл булып һанала. Был ауырыуҙы дауалау - табип-инфекционист эше. Һалдатты инфекция бүлегендәге махсус изоляторға урынлаштырғас, табип дивизияның эпидемиологына шылтырата. Эпидемиолог вазифаһын үтәүсе медицина майоры И. (әйткәндәй, ул - беҙҙең яҡташ) шунда уҡ госпиталгә килеп, "эпид анамнез" (сирҙең ҡасан һәм ҡайҙан йоҡҡанлығын билдәләү) төҙөй, был ауырыуҙың Урта Азия республикаларының береһендә отпуск мәлендә йоҡтороп алып килеүен асыҡлай. Иртәгәһен таң менән хәрби ҡаласыҡтан утыҙлап саҡрым арала ятҡан полкка килә һәм подразделениеларҙа тейешенсә дезинфекция, сирле менән контактта булған һалдаттарҙы карантинлау эше һымаҡ саралар ойоштора. Бәхеткә, башҡаса ауырыусылар табылмай. Бер айҙан һуң карантин режимын туҡтаталар. Минең уйымса, йәғни, ябай табип фекерләүенсә, эш бына ошоноң менән генә тамамланырға тейеш. Әммә оҙаҡламай дивизиялағы шул тиф осрағы буйынса часҡа юғарынан фарман килеп төшә: "...Разобраться... Выявить виновного... Наказать... Копию приказа о наказании направить на имя..."
Өҫтән төшөрөлгән шул бойороҡто үтәү буйынса часта әүҙем эш башлана. Табиптарҙы (улар - һәммәһе лә офицер) "Офицерҙар йыйылышы"на йыялар. Командирҙарҙың кемдән "крайний"ҙы яһарға көйләнгәнлеге көн кеүек асыҡ. Әлеге яҡташыбыҙ - эпидемиолог саманан тыш йыуаш, үҙен әллә ни яҡлаша алырлыҡ хәлдә лә түгел. Урыҫса ла бигүк оҫта һөйләшмәй (татар телле мари егете ине). "...Ни өсөн шул кистә үк полкка бармай, тик иртәгәһен генә барҙығыҙ, иптәш майор, һәм ни өсөн юғарыға шунда уҡ доклад яһаманығыҙ?" - тигәндән башланып киткән һәм башҡа урынлы-урынһыҙ һорауҙар менән күмделәр майорҙы, "утлы табала" ҡыҙҙырҙылар, тағы ла ниндәйҙер "гонаһ"тарын иҫләнеләр. Сығырға тейешле бойороҡ барыбер сыҡты: "...наказать майора медицинской службы И..., объявить…" Һалдаттарҙың сирләп китеү ихтималлығын да тормошта була торған тәбиғи хәл тип ҡабул итергә кәрәк ине лә бит. Тик, ниңәлер, бының өсөн кемгәлер мотлаҡ яза биреү мөһим... Көҙ, ҡыш миҙгеле еткәс, һалдат һәм офицерҙер киҙеү (грипп) менән күпләп сирләй башлаһа ла, "ғәйепле" офицерҙы шунда уҡ таба һалып, уға тейешенсә яза бирелә торғайны...
…Әлеге фажиғә кисергән илдә лә бер-береһен батырғылап, кемгә ниндәй яза биреү яғын ҡарарға тотоноу урынына киләсәктә төҙөлә торған һәр бер яңы йорттоң тетрәүҙәргә бирешмәй торған конструкциялы итеп һалыу юҫығын хәстәрләй башлау етер ине, минеңсә. Был донъялағы ҡатмарлы тормошобоҙ шулай ҡоролған: һәр кешенең ғүмерен уңышлыҡтар һәм уңышһыҙлыҡтар оҙатып бара. Бизмәнгә һалып үлсәү мөмкин булған хәлдә, уларҙың сағыштырмаһы, ысынында, типә-тиң генә булыр ине. Тик Аллаһы Тәғәлә беҙҙең өсөн ебәргән һәр һынауҙы әҙәм балаһы фәҡәт үҙ үлсәме менән генә үлсәп, үҙ күҙлегенән сығып баһалай. Шуның өсөн дә беҙ Раббыбыҙ тарафынан бирелгән һанһыҙ ниғмәттәрҙе күпселек ваҡытта һиҙмәйбеҙ, күрмәйбеҙ, хатта күрмәмешкә һалышабыҙ. Үҙебеҙгә бүләк ителгән ғүмеребеҙ, һаулығыбыҙ, балаларыбыҙ, яҡындарыбыҙ, эшебеҙ, дәрәжәләребеҙ, йортобоҙ, мал-мөлкәтебеҙ, башҡа бихисап байлығыбыҙ өсөн Уға шөкөр итеп, зекерҙәр әйтеп, баш эйеп йәшәргә һәр саҡ онотабыҙ, шуның менән үҙебеҙгә үҙебеҙ золом (ғәҙелһеҙлек) ҡылабыҙ. Ә ниндәйҙер берәй бәлә-ҡаза, юғалтыуға юлыҡһаҡ, уның беҙгә ебәрелгән һынау икәнлеген дә күптәребеҙ танымай, шунлыҡтан быны ифрат та ауыр кисерәбеҙ ("Бәлә" һүҙе ғәрәпсәнән урыҫ теленә - "испытание, беда", тип тәржемәләнә). Йығылыр урынды гел генә алдан белеп, унда һалам түшәп ҡуйыу - мөмкин түгел бит.
Һәммә хәл-ваҡиғаға реаль тормош нескәлектәрен иҫәпкә алып, объектив күҙлектән сығып ҡарап, кешеләр бер-береһенә һәр саҡ яғымлы булып, ғәҙел мөғәмәлә ҡылһа, кемдер әйтмешләй, "ҡалай һәйбәт булыр ине". Элек "коммунизм" ваҡытында иғлан ителгән, әммә тормошҡа ашырыла алмаған "Кеше кешегә - дуҫ, иптәш һәм туған!" тигән лозунг хәҙерге ваҡытта ла тап-таман ғына булып ҡалыр ине лә бит. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы медицина подполковнигы.

"Киске Өфө" гәзите, №9, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.03.23 | Ҡаралған: 165

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru