Элегерәк намаҙ уҡыу, ураҙа тотоу хаҡында һүҙ сыҡҡас, бер ағай: "Ә нишләп ҡайһы бер кеше ғүмер буйы намаҙ уҡыһа ла, алтмыш-етмешкә лә етмәйенсә үлә? Бер мәртәбә лә намаҙ уҡымаған, ураҙа тотмаған бәғзеләр хатта туҡһандан ашыу йәшәй бит!.." - тигән һымағыраҡ һүҙҙәрҙе бик еңел генә итеп әйтеп һалғайны.
Эйе, яҡташтарыбыҙҙың күпселеге: "Аллаһтың барлығына эстән генә ышанып йөрөйөм, миңә ана шул еткән",- тигән инаныуҙа шул. Йылына бер мәртәбә туғандарҙы йыйып, мулла саҡыртып, мәрхүмдәргә аят уҡытып, ҡунаҡтарға тинлектәр өләшеп, хатта ҡайһы берҙә ҡорбан салдырһа, уға шунан артығы кәрәкмәй, тигән фекерҙә улар. "Намаҙ уҡырға мин мулла түгел бит, ә ураҙа тотоуҙы организмды ғазаплау тип һанайым",- тиеүселәр ҙә юҡ түгел. Барлыҡ ғаләмдәрҙе, тереклекте бар ҡылған Аллаһы Тәғәләнең изге Ҡөрьәндәге "Мин ендәрҙе һәм кешеләрҙе фәҡәт Үҙемә ғибәҙәт ҡылыу өсөн генә яралттым" тигән мәғәнәле аятын килтереп: "Раббыбыҙ үҙенең изге Китабында беҙгә шулай ҡушҡан бит", - тип әйтеү ундайҙарға бөтөнләй тәьҫир итмәй. Хатта: "Ысынмы? Ҡайһы сүрәнең ниндәй аятында шулай әйтелә?"- тигән һымаҡ һорау биреүсе лә табылмай…
Башта әйтелгәнгә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Ә шулай ҙа ни өсөн беҙ Аллаһы Тәғәләгә ғибәҙәт ҡылып йәшәргә тейешбеҙ? Был донъяла бай йәшәр өсөнмө, ә бәлки, әлеге әйтмешләй, оҙаҡ ғүмер итеү маҡсаты менәндер? Был һорауға яуапты шунан башлайыҡ. Эш уға ҡалһа, Раббыбыҙҙың иң һөйөклө ҡолдары - күп кенә бәйғәмбәрҙәребеҙ ҙә оҙаҡ йәшәмәгән бит. Үҙ ғүмерен фәҡәт кешеләргә иман таратыуға, бер Аллаһҡа ғибәҙәт ҡылыуға өндәүгә бағышлаған расүлуллаһ - Мөхәммәт с.ғ.с. тик алтмыш өс йәшкә тиклем генә йәшәгән, Ғайса ғәләйһис-сәләм дә был донъяла ни бары утыҙ өс йыл ғына ғүмер иткән! Башҡа ҡайһы бер бәйғәмбәрҙәрҙең дә (Аллаһ улар менән риза булһын) үҙ халыҡтары тарафынан ыҙа сиктерелгәне, хатта үлтерелгән осраҡтары билдәле бит. Шулай уҡ Аллаһ илселәре сереп байып та китмәгән, хатта аслы-туҡлы йәшәгәндәре лә күп булған…
Бына шулай: ғибәҙәт ҡылып йәшәүҙең төп маҡсаты - был донъя мәнфәғәттәре, ихтыяжыңды, теләктәреңде ҡандырыу өсөн генә түгел икән шул. Шәриғәт тарафынан оҙаҡ, бай йәшәү тыйылмаған, әлбиттә. Раббыбыҙ беҙгә күпме ғүмер биргән, шунса йәшәйбеҙ инде. Тик ғүмеребеҙҙең маҡсаты үҙебеҙҙе Ахирәткә - мәңгелек тормошҡа хәстәрләүҙән дә ғибәрәт, тип инаныу кәрәк. Бәйғәмбәрҙәр аша беҙгә ебәрелгән талаптарҙы үтәп, тыйғандарынан тыйылып йәшәү, Ҡиәмәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә алдында еңел хисап биреп, Йәһәннәм утынан ҡотолоп, Йәннәткә инеү бәхетенә ирешеү - беҙҙең төп маҡсатыбыҙ булырға тейешлеген дә аңларға тырышайыҡ, ҡәҙерле туғандар!
Әйткәндәй, Аллаһ илсеһе Мөхәммәт с.ғ.с. бер хәҙисендә: "Ҡиәмәт көнөндә Аллаһ ҡолонан иң беренсе эш итеп намаҙ тураһында һораясаҡтар. Әгәр ҙә ул еренә еткереп уҡылған булһа, уның башҡа ғәмәлдәре лә дөрөҫ үтәлгән һанала. Әгәр ҙә инде уның намаҙы яраҡһыҙ булһа, башҡа ғәмәлдәре лә яраҡһыҙ була", - тип әйткән. Фәҡәт был донъяла йәшәйешебеҙҙе генә ҡайғыртабыҙ һәм Ахирәт тормошона ышанмайбыҙ икән, Раббыбыҙ биргән ғүмеребеҙҙе заяға үткәреп, үҙебеҙгә үҙебеҙ золом (ғәҙелһеҙлек) ҡылабыҙ, тигән һүҙ. Изге Китапта тик был донъя тип кенә йәшәгәндәр тураһында: "Улар донъя тормошон Ахирәт бәрәбәренә һатып алдылар, уларға яза еңеләйтелмәҫ һәм ярҙам да ителмәҫ", - тип әйтелә (Әл-Бәҡара сүрәһе, 86-сы аят). Беҙ, мосолмандар, Аллаһы Тәғәләнән ике донъя өсөн дә шулай һорап ялбарабыҙ: "Раббәнәә әәтинәә фии-ддүнйәә хәсәнәтәү үә фил-әәхирати хәсәнәтәү үә ҡинәә ғәҙәәбә-ннәәр" (Раббыбыҙ, беҙгә был донъяла изгелек бир, Ахирәттә лә изгелек бир һәм беҙҙе ут ғазабынан һаҡла!) ("Әл-Бәҡара" сүрәһе, 201-се аят).
Үҙе дин юлында булған күренекле шағирыбыҙ Мәүлит Ямалетдин ағай (мәрхүм) бер шиғырында ошолай тип яҙғайны:
Ғүмер - бүләк. Ә бит уның эйәһе бар.
Быны һүҙһеҙ аңлар кемдең мейеһе бар:
Шундай гүзәл, ҡабатланмаҫ бүләк өсөн
Шөкөр итеп, Уға башты эйәһе бар.
Ҡылған ғибәҙәттәребеҙ - намаҙ, ураҙаларыбыҙ менән риза булып, Аллаһы Тәғәлә һәммәләребеҙгә ныҡлы иман, тәҡүәлек, донъяла һәм Ахирәттә бәхет насип итһен. Амин.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №11, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА