«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘМЫШЫБЫҘ ТЫУҒАН ЕР ҺӘМ ТУҒАН ТЕЛ
+  - 

Ҡайһылыр бер "аҡыллы баш"тың фаразлауынса, 2037 йылдың декабрендә, имеш, Рәсәйҙә һуңғы гәзит һаны донъя күрәсәк. Тағы ла дүрт йылдан, тип дауам итә әлеге "күрәҙәсе", "Гәзиттәр ҡасан юҡҡа сығасаҡ" тигән китап ишараты авторы Андрей Мирошниченко, телевидение ла юҡҡа сығасаҡ. Үҙенең был фаразын ул ошо ваҡытҡа "гәзит уҡыусы һуңғы быуын"дың был донъянан китәсәген күҙаллай. Был быуын, ти ул, бала саҡтан уҡ "Мурзилка", унан "Пионерская правда", артабан "Комсомольская правда", өлкәнәйә биргәс, "Правда", "Труд" гәзиттәрен уҡып ғәҙәтләнгән. Баҡса һәм мәктәп йәшендә сағынан уҡ әлеге балалар социалләшеп үҫкәндәр, ә инде 90-сы йылдарҙан һуң тыуған быуындың социалләшеүе интернет эраһының башланыуына тап килә һәм улар гәзиттең ни икәнен дә белмәй үҫте, тимәксе әлеге автор.

Мин был кеше менән бәхәскә инергә йыйынмайым, һәр кем үҙ манараһынан тороп ҡарай. Ә уның манараһының әллә ни юғарынан түгеллеген баҫма матбуғатҡа булған мөнәсәбәте лә асыҡ курһәтеп тора бит. Һәр хәлдә, йәше иллегә етеп барған был әфәнденең гәзит-журнал баҫмалары менән дуҫ түгеллеге уның мәҙәни-әҙәп кимәлен яҡшы фашлай. Дөрөҫ, совет, аҙаҡ Рәсәй халҡы ваҡытлы матбуғат менән дуҫ булды - бының ни яҙығы бар? Уның ҡарауы, гәзит-журнал уҡып йәшәгән быуындың социаль мөхиткә шул йәмғиәттең социаль һәм әхлаҡи тәртип нормаларына яраҡлашып, шул йәмғиәт ҡағиҙәләре, ҡиммәттәре, белем тәрәнлеге һәм донъяға ҡараш кимәле менән инеп китеүе, шәхес булараҡ өлгөрөп етеүе күп йәһәттән ваҡытлы матбуғат баҫмаларының шәхес тәрбиәләүҙәге әһәмиәтенә ныҡлы дәлил булып торҙо. Беҙҙең гәзит-журналдар күп һанлы уҡыусыларын илде, ватанды һәм хеҙмәтте һөйөргә, кешелекле һәм кеселекле булырға, белем алырға, сәләмәт тормош рәүеше менән йәшәргә һәм башҡа шундай тормошсан, көн дә кәрәкле сифаттарға эйә булырға өйрәтте; уҡыусыларының яҡын дуҫы, кәңәшсеһенә, серҙәшенә әүерелде.
Ә интернет бөгөн үҙ ҡулланыусыларын нимәгә өйрәтә, нимәгә саҡыра, ниндәй яңылыҡтар менән таныштыра? Дөрөҫөн әйткәндә, унда бөтәһе лә бар: хәҡиҡәте-ялғаны, кәрәге-кәрәкмәгәне, файҙалыһы-зыянлыһы... Бөгөн гәзит-журнал уҡымаған, ҡибла тарафын белмәгән уртаса статистик берәмек өсөн - барыбер, ул бөтәһен дә үҙенә һеңдерә, ялғанды ысын менән бутарға ла күп һорамай. Интернет ресурсы материалдарын "һөҙөп" файҙалана белеү өсөн дә бит кимәл, белем кәрәк. Ә бәғзе берәүҙәр ундағы "бутҡа"ны бик тә разый булып ҡабул итә, ваҡытын исрафлай. Шунда соҡсоноп ултырғансы, берәй гәзит алып, күҙ һалһа, файҙалыраҡ мәғлүмәттәр алыр ине ул кеше.
Дөрөҫ, яңылыҡтар төрлө сығанаҡтарҙа ла бер төрлө булыуы бар, ә бына гәзит рәсми хәбәрҙәрҙән генә тормай. Үҙем хәҙер нисә йылдар алдырып уҡыған "Киске Өфө" гәзитен генә алайыҡ, булмаһа. Был баҫмала бирелә килгән халҡыбыҙҙың рухиәт хазиналары, шанлы тарих биттәре, кесе ватаныбыҙҙың бөгөнгөһө, арҙаҡлы шәхестәребеҙ, хеҙмәт карьераһы һәм ижад үрҙәрен яулаусы, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүсе заман башҡорттары хаҡындағы мәкәлә һәм интервьюларҙы һеҙ күпме соҡонһағыҙ ҙа интернетта таба алыуығыҙ икеле, сөнки үҙебеҙ хаҡында үҙебеҙҙең матбуғат баҫмалары ғорурланып, күтәрмәләп, ентекле өйрәнеп, яратып, ә инде йыш ҡына проблемалар айҡанлы хәсрәтләнеп тә яҙа; сөнки беҙҙең өсөн башҡалар ҡайғырмаҫ, башҡалар беҙҙе күтәрмәҫ; үҙебеҙҙе үҙебеҙ күтәрер, бер-беребеҙҙең күңелдәрен күрер, дәртләндерер, хатта ул-был айҡанлы иҫкәртер өсөн дә әсә телебеҙҙә сыҡҡан матбуғат баҫмаларын уҡырға тейешбеҙ. Әсә телебеҙҙе рәсми йәшәтеп килеүсе гәзит-журналдарыбыҙға рәхмәтле булайыҡ, йәмәғәт, һәм шуның өсөн генә булһа ла алдырайыҡ, уҡыйыҡ гәзиттәребеҙҙе. Халҡыбыҙ, милләтебеҙ яҙмышының иң тәү сиратта тыуған еребеҙ менән туған телебеҙгә бәйле булыуын онотмайыҡ!

Мөхәмәт ИМАНҒОЛОВ,
хеҙмәт ветераны.

"Киске Өфө" гәзите, №19, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.05.23 | Ҡаралған: 158

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru