«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕЛЕМ БИРЕП КЕНӘ ҠАЛМАЙҘАР...
+  - 


Уҡыу йылы тамам. Ниндәй борсолоуҙар, проблемалар, ҡаҙаныштар, яңылыҡтар менән иҫтә ҡалды ул?

Шайморат ТИМЕРБУЛАТОВ, Күмертау ҡалаһы Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры:
2022-2023 уҡыу йылы беҙҙең гимназия-интернат өсөн иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды.
Февралдә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы, уҡыу йортона Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов исеме бирелде. Был беҙҙең өсөн ғорурлыҡ, оло мәртәбә һәм яуаплылыҡ. Шул ваҡиға айҡанлы Рәхимов исемендәге кабинет-музей астыҡ, 12 майҙа I "Рәхимов уҡыуҙары" республика фәнни-ғәмәли конференцияһын уҙғарҙыҡ. Конференцияла республиканың райондары, ҡалалары, Ырымбур өлкәһе, Ҡаҙағстан Республикаһынан 125 уҡыусы ҡатнашты. Киләсәктә Рәхимов исемендәге премия булдырыу һәм бюсын эшләүҙе планлаштырабыҙ.
Былтырғы уҡыу йылы менән сағыштырғанда, олимпиада, конференция, конкурс, спорт ярыштарында еңеүҙәр ике тапҡырға артты. Ҡаҙағстан Республикаһы Аҡтау ҡалаһындағы Назарбаев исемендәге интеллектуаль мәктәп менән меморандум төҙөп, онлайн форматта уҡытыусылар һәм уҡыусылар өсөн файҙалы осрашыуҙар үткәрҙек. Хәҙер иһә уҡыу сифатын тағы ла яҡшыртыу, уҡыусыларҙың һәләтен төрлө яҡтан асыу, рухлы, илһөйәр итеп тәрбиәләү өсөн түңәрәктәр һанын арттырыу һәм ошо йәһәттән эшмәкәрлекте көсәйтеү бурысы тора. Әлеге уҡыу йылында 9-сы, 11-се класты 130 уҡыусы тамамлай. Балаларҙың имтихандарҙы уңышлы тапшырып, юғары һәм махсус уҡыу йорттарына инеүҙәрен теләйбеҙ. Тик шуныһы бер аҙ борсолдора: яңы 5 көнлөк уҡыу планы буйынса башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре кәмей. Шуға күрә уларҙы өҫтәмә дәрес итеп уҡытырға ниәтләйбеҙ.

Марат ҒИЛМАНОВ, Дыуан районының Тимер Йосопов исемендәге республика лицей-интернаты директоры: Лицейыбыҙ республика мәғариф һәм фән системаһы тормошонда әүҙем ҡатнаша һәм лайыҡлы урын алып тора. Әле 2023 йылда мәктәптәрҙе комплекслы ремонтлау федераль программаһы буйынса ремонт-төҙөлөш эштәрен башланыҡ.
Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан ойошторолған төрлө фәнни-ғәмәли эҙләнеү эштәрендә тәрбиәләнеүселәребеҙ юғары һөҙөмтәләр күрһәтә. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ойошторған Халыҡ-ара кимәлдәге конференцияла тәрбиәләнеүсебеҙ Наил Мәжитов менән Нурислам Ғәлиуллин (етәкселәре - Марат Ғилманов) еңеүсе булдылар. Башҡорт теле һәм әҙәбәите буйынса ойошторолған олимпиадаларҙа ла уҡыусыларыбыҙ уҡыу йорто намыҫына тап төшөрмәне. Төньяҡ-көнсығыш төбәк уҡыусыларын бер ҡорға туплаған "Йәш сәсәндәр кисәһе" проекты ла интернатыбыҙҙың рухи һәм мәртәбәле сараларының береһе булып тора. "Урал батыр" эпосын һәм башҡа ҡобайырҙарҙы яттан һөйләү, сәхнәләштереү буйынса үткәрелгән милли проект йәш сәсәндәребеҙҙе, фольклор коллективтарын әҙерләүҙә ҙур роль уйнай.
Уҡытыусы һәм остаз йылында ижад, спорт түңәрәктәренең эше йәнләнде. Ҡышҡы полиатлон буйынса Донья чемпионатында илебеҙҙең йы-йылма командаһы өсөн сығыш яһап, үҙ категорияһында беренсе урын яулаған Вилдан Нурыев (тренеры - А. Каиров) лицей-интернаттың ғына түгел, Рәсәйҙең данын күтәрҙе. Шулай уҡ милли көрәш түңәрәгендә шөғөлләнеүсе егеттәребеҙ (тренер - Р. Хужин) батырҙар майҙанында һәр ваҡыт призлы урындар яулай. "Ынйыҡай" балалар бейеү һәм "Хазина" фольклор коллективтары ла (етәкселәре - Р Солтанова, А. Кәримова) республикала ойошторолған ижади бәйгеләрҙә призлы урындар яулап, юғары кимәлдә сығыш яһай, тамашасы һөйөүен яулай.

Гөлнар МӨСӘЛИМОВА, Белорет районының Оло йылға мәктәбе директоры: Һәр уҡыу йылы беҙҙең өсөн үҙенсәлекле, сөнки һәр йыл артабан үҫәбеҙ, яңы маҡсаттар ҡуябыҙ һәм һөҙөмтә алабыҙ. Тәү сиратта, 2022-2023 уҡыу йылы, башҡа ҡаҙаныштарыбыҙ менән бер рәттән, ауылыбыҙҙың "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыуы менән иҫтә ҡаласаҡ. Ишле ауыл биләмәһе башлығы Фәнис Даньянов конкурста ҡатнашырға теләк белдергәс, Оло йылға мәктәбе ситтә тороп ҡалманы: уҡытыусылар менән уҡыусылар бик әүҙем ҡатнаштыҡ. Ошо конкурс сиктәрендә йәштәр һәм балалар ҡоролтайы ойошторҙоҡ. Улар төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша.
Туҡан мәктәбе менән берлектә социаль видеороликтар конкурсында ҡатнаштыҡ. Иң әүҙем уҡыусыларыбыҙ ҡиммәтле сертификаттар менән бүләкләнде. Мартта район мәктәптәре, крайҙы өйрәнеүселәр, ҡыҙыҡһыныусылар өсөн "Рәсәй халыҡтарының туған телдәрен үҫтереүҙә Википедияның роле" темаһына семинар үткәрҙек. Семинарҙа ҡатнашыусылар сайтта теркәлеп, әүҙем эшләй башланы.
Мәктәптә тыуған ил алдындағы бурысын үтәп, 2000 йылда Чечен Республикаһының Грозный ҡалаһын штурмлағанда батырҙарса һәләк булған Рауил Закиров исемендәге "Герой партаһы" астыҡ. Ҡышҡы Паралимпия уйындары чемпионы, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов, район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта менән осрашыу ойошторҙоҡ. Сараға райондың Шығай, Туҡан, Инйәр, Сермән, Тирлән, Тимер юл, Мәхмүт, Абҙаҡ, Ҡаһарман, Исмаҡай һәм Ломовка мәктәптәренән уҡыусылар килде. Улар легендаға әүерелгән замандашыбыҙ менән күҙгә-күҙ ҡарап аралашты.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам ойошторабыҙ. Мәктәп уҡыусылары ҡалай банкалар йыйҙы, ауыл халҡы менән берлектә окоп шәмдәре эшләнек. Бынан тыш, маскировка селтәре, бейәләй-ойоҡбаштар бәйләп ебәрҙек. Уҡыусылар һалдаттарға хаттар яҙҙы, талисмандар, бетеү эшләне.
Заман башҡа - заң башҡа, тигәндәй, хәҙер дәресте бер китап менән генә үткәреү мөмкин түгел. Уҡытыусыға заман менән бергә атларға, заманса технологиялар менән эш итә белергә кәрәк. Бынан тыш, улар ата-әсәләр менән эшләй, ул арала төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашырға, отчеттар эшләп өлгөрөргә тейеш. Был йәһәттән, уҡытыусы ғына "тейеш" булып ҡалмаһын, йәмғиәттә уҡытыусыларҙың абруйын күтәреү буйынса ла эштәр эшләнһен ине.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ
яҙып алды.

"Киске Өфө" гәзите, №21, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.06.23 | Ҡаралған: 212

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru