2026
2025
әйт, тиһәгеҙ...
"Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара" тиҙәр. Тап ғинуар айында Халыҡ-ара рәхмәт көнө лә билдәләнә. Ә һеҙ был донъяла кемгә рәхмәт уҡып йәшәйһегеҙ? Һеҙҙең үҙегеҙгә кемдәр рәхмәт әйтә?
2024
2023
2022
2021
2020
2019
2018
2017
2016
2015
2014
Башҡортостандың Милли музейында күп төрлө ҡыҙыҡлы экспонаттар һаҡлана. Улар араһында боронғо ҡаҙылмалар ҙа байтаҡ. Ошондай үҙенсәлекле экспонаттарҙың береһе - юҡҡа сыҡҡан биш аяҡлы моллюскылар класына ҡараған аммонит, уның диаметры 21 сантиметрға етә. Аммониттар тышҡы ҡабырсағы һаҡланып ҡалған беҙҙең заманда йәшәүсе наутилустарҙың алыҫ "туғаны". Улар иртә палеозойҙа барлыҡҡа килеп, 66 миллион йыл тирәһе элек юҡҡа сыҡҡан. Аммониттар башлыса балыҡ менән туҡланған һәм үҙҙәре лә диңгеҙ рептилийҙарының табышына әйләнгән. Йыш ҡына эре аммониттарҙың ҡабырсағына ҡаҙалып ҡалған плезиозавр һәм мозазаврҙың тештәре табыла. Башҡортостандың Милли музейындағы аммонит Шихандарҙа табылған, ул музейҙың "Балыҡтар, ер-һыу һәм һөйрәлеүселәр" залында һаҡлана, Рәсәйҙең Музей Фонды дәүләт каталогына индерелгән.
"Киске Өфө" гәзите, №23, 2023 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
Тормош - изгелек тә, яуызлыҡ та түгел, ул изгелекте һәм яуызлыҡты үҙенә һыйҙырыусы бер һарай. Ул һарайҙы нимәгә әйләндереү, әлбиттә, һинең ҡулда.
(Мишель де Монтень).