«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҮҘЕНСӘ, ҮҘЕНСӘЛЕКЛЕ ИЖАД ИТӘ
+  - 


Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фәйзрахман Абдрахман улы Исмәғилев - СССР-ҙың халыҡ рәссамы Әхмәт Лотфуллиндың шәкерте, барлыҡ эштәре лә тематика тәрәнлеге, халыҡсанлығы менән айырылып тора. Талант эйәһе киндерҙә башҡорт тарихын мәңгеләштерә, донъя кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша, һынлы сәнғәт аша милләтенең, тыуған еренең мәртәбәһен күтәрә. "Ауыл хыялыйы", "Өйөрөлмәк", "Толпар", "Алпамыша", "Ҡыҙылташ", "1812 йылғы Ватан һуғышында башҡорттар", "Салауат тураһында иртәк" (авторҙашы И. И. Ғаянов), "Ҡанатлы ат", "Ҡолап барыусы Толпар", "Сен-Жермен майҙанында таң", "Александр I батшаның башҡорттарға мөрәжәғәте" һәм башҡа эштәре һынлы сәнғәтте үҙ итеүселәргә яҡшы таныш. Беҙ бөгөн Фәйзрахман ИСМӘҒИЛЕВҡа өс һорау бирҙек.

"Замандаштарыбыҙ араһында башҡорт рәссамдары", тигән саҡта һеҙҙең исем-шәриф беренселәрҙән булып тел осона килә. Бар ғүмерегеҙ һынлы сәнғәткә арналған. Шулай булғас, һеҙҙән, рәссам булыр өсөн ниндәй сифаттар кәрәк, тип һорай алам.

- Иң беренсе, һәйбәт кеше булырға кәрәк. Икенсенән, тыуған илеңде яратырға кәрәк. Үҙеңдең эшеңде кемгә бағышлайһың - тыуған илеңә, туған халҡыңа түгелме ни? Мотлаҡ алға ҡуйған маҡсатың булырға тейеш. Ижад юлымды башлаған саҡта мин ошо уйҙар менән ҡоралландым. Халҡың өсөн генә түгел, ә халҡың тураһында яҙаһың бит! Кеше эшһеҙлектән, аптыраған-иккәндән, тикторғандан буяу-һыҙыу менән шөғөлләнеп китмәй. Йәнә лә, үҙеңдең яҙыласаҡ, йәғни тыумаған эштәреңде яратырға тейешһең. Яратып ижад итһәң, һинең эшең уңа. Беренсе мөхәббәтеңде картинаға төшөр әле - уны нисек яратмай эшләмәк кәрәк? Ижад та шулай.
Һәр картинаның үҙ тыуыу тарихы бар. Әхмәт ағай Лотфуллиндың миңә әйткән һүҙҙәрен иҫләйем. Бер тапҡыр ул минән: "Был эште заказ менән башланыңмы, әллә күңелеңә ятҡан өсөн яҙаһыңмы?" - тип һораны. "Юҡ, был күңелемә ятҡан эш", - тинем. "Улайһа, эшең уңа", - тине оҫта. Әхмәт ағайҙың ҡарашы менән ризалашырға була, әлбиттә. Ләкин Леонардо да Винчи, Микеланджело, Рафаэль һ.б. рәссамдар заказ менән яҙғандар, хеҙмәттәре өсөн ҙур аҡса алғандар. Леонардо да Винчиға Мона Лизаны яҙырға заказ биргәндәр, ләкин аҙаҡ заказ биреүсеһе картинаны оҡшатмаған, уны алмаған, баш тартҡан, тип тә әйтәләр. Рәссам иһә һүрәтте ташламаған, оҙаҡ ҡына үҙе менән йөрөткән, яйлап ҡына уны төҙәткән дә төҙәткән, үҙгәрткән дә үҙгәрткән һәм, ахыр килеп, Мона Лизаны идеаль бер образ дәрәжәһенә еткергән. Беҙ күреп-белгән портрет тәүге вариантына оҡшамағандыр, тием. Ысынбарлыҡта, Леонардо да Винчи үҙе күҙ алдына килтергән камил ҡатын-ҡыҙ образын яһаған. Элекке Мона Лизанан исеме генә тороп ҡалған. Рәссамдарҙың әҫәрҙәре көҙгө кеүек, уның ниндәй кеше икәнен күрһәтеп тора. Эйе, ижад емеше - кеше күңеленең көҙгөһө.

Һәр ижадсы ниндәй ҙә булһа хыял менән йәшәй. Һеҙ үҙегеҙҙең иң яҡшы әҫәрегеҙҙе яҙҙым, тип уйлайһығыҙмы? Әллә ундай табыш алда тиһегеҙме?

- Әҫәр яҙыуҙы мин ауырлы ҡатын менән сағыштырыр инем. Ауырға ҡалған ҡатын ниндәй бала тыуҙырырын белмәй. Ул төрлө уйҙар солғанышында йәшәй, камил бала табасағына өмөт итә. Шулай уҡ яңылыш аҙым яһап, балаһының тыуыуын теләмәгән, сабыйҙан нисек тә ҡотолорға тырышҡан ҡатындар ҙа була. Һүрәттең яҙмышы ла шулай булыуы мөмкин.

Живопись тарихына күҙ һалһаҡ, төрлө ағымдар менән танышабыҙ. Абстракционизм, футуризм, дадаизм һәм башҡалар, һәм башҡалар. Бөгөнгө башҡорт һынлы сәнғәтендә новаторлыҡ һәм традиционлыҡҡа нисек ҡарайһығыҙ?

- Яңы бер йүнәлеш табам да, новатор булам, тип йәшәргә кәрәкмәй. Һинең күңелеңдә тыуған әҫәр, иҫке булыпмы, яңы булыпмы, барыбер килеп сыға ул. Мин хатта "новатор булам" тип эшләгән кещеләрҙе артыҡ ихтирам да итмәйем. Ундайҙарҙы замандың ваҡытлыса килеп тыуған шауҡымына бирелеү, кемгәлер ярарға тырышыу, ярамһаҡланыу һымаҡ ҡабул итәм.
Йәш саҡта үҙем дә "изм"дар менән ауырып алдым. Шундай әҫәрҙәремде Әхмәт ағайға күрһәтһәм, ул миңә йылмайып ҡына ҡарап тора ла, барлыҡ "изм"дарымды бракҡа сығарып бөтә торғайны. Хәҙер аңлайым, уларҙа яһалмалыҡ, үҙеңде кәпәйтеп күрһәтергә маташыу ята ине. Ә һин ниндәйһең, һынлы сәнғәттә лә шундай булырға тейешһең. Әлбиттә, һәр заманда ла йәштәр шулай булып ҡаласаҡ: төрлө "изм"дарға әүрәп, үҙ юлын эҙләйәсәк. Шулай булһындар әйҙә, был тормош ҡануны. Ә ололар - аҡыл туплаған быуын. Мин үҙем дә хәҙер донъяға Әхмәт ағай һымаҡ ҡарайым, һоҡланып эшләйем, бүтәндәрҙән айырылайым әле, тигән уй менән түгел, ә күңелемә ятҡанды ижад итәм.
Замана, әлбиттә, ҡатмарлы, рәссамдар хәҙер оло картиналар яҙмай. Яҙыуҙың мәғәнәһе, рәүеше бөттө. Әйтәйек, элек хөкүмәт ҙур полотноларға тотонорға, Салауат батыр, Ҡаһым тураһында яҙырға кәрәк, тип тәҡдим яһай ине. Үҙебеҙҙең тарихҡа ҡағылышлы бына шундай тематикалар булып торҙо. Хәҙер быларҙың береһе лә юҡ. Теге йәки был акция буйынса күргәҙмәләр үтеп тора, улар, башлыса, ваҡытлы һәм ваҡ темалар менән бәйле. Минең башҡорттарҙың Парижға тиклем барып еткән юлын һүрәтләгән картиналар шәлкемем бар. Әле аталған тематикаға яҙылған бындай киң даирәле картиналарыбыҙ юҡ беҙҙең. 1812 йылғы ваҡиғаларҙы һүрәтләгән әллә нисәмә конкурстарҙы үткән, ҙур-ҙур күргәҙмәләрҙә ҡатнашҡан ошо картиналар тупланмаһын тарих өсөн, халыҡ өсөн һаҡларға кәрәк, тип, БР Мәҙәниәт министрлығына мөрәжәғәт иткәнем булды. "Ярай, ыңғай хәл итербеҙ, хуплайбыҙ", тинеләр ҙә, эш һүҙҙән ары китмәне. Рәссамдарға мөнәсәбәт үҙгәрергә тейеш, тип уйлайым. Хәҙер Өфө сәнғәт институтының художество-графика бүлегендә егеттәр уҡымай тиерлек. Унда башлыса ҡыҙҙар ғына белем ала. Ниндәй талантлы егеттәребеҙ ситкә китә, йә иһә һөнәрҙәрен алмаштырырға мәжбүр. Ижади үҫеш өсөн ярҙам кәрәк. Баш ҡалабыҙ төҙөкләнә, матурлана, унда, бер яҡтан, һынлы сәнғәт эштәренә урын бирелеүе шатландыра, икенсе яҡтан, архитектура йәһәтенән бөтөнләй әһәмиәтһеҙ һындар (боланмы, атмы, велосипедмы, һ.б.) урын алыуы эсте бошора. Элек скульптураларҙы ҡуйған саҡта һайлау комиссияһы эшләй ине. Бына шул талапсанлыҡ етешмәй бөгөн. Комиссия эшен мотлаҡ йәнләндерергә кәрәк, ул саҡта художество йәһәтенән бер ниндәй ҡиммәте булмаған аңлайышһыҙ эштәр баш ҡала урамдарын йәмһеҙләп тормаҫ ине.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА яҙып алды
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2023 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.08.23 | Ҡаралған: 169

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru