«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠАТЫН-ҠЫҘҘЫҢ НӘЗӘКӘТЛЕГЕ ИР-ЕГЕТТЕ УҢЫШҠА ИЛТЕҮСЕ КӨС
+  - 


Йәмғиәт гелән ҡатын-ҡыҙҙан күберәкте талап итә. Ир-ат ул барыбер ергә нығыраҡ баҫып тора, ә тормоштоң хис-тойғолар, матурлыҡ өсөн яуап биргән яғы гүзәл зат иңендә. 8 Март - Халыҡ-ара байрам көнөндә Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының психология факультеты деканы, педагогия фәндәре кандидаты, доцент Лилиә Рәшит ҡыҙы ХАЛИҠОВА һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Фәйрүзә Юныс ҡыҙы ҮТӘБАЕВА менән ошо хаҡта фәлсәфә ҡорабыҙ.

Классик, донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тигән һәм был ҡанатлы фекерҙе йышыраҡ ҡатын-ҡыҙға төбәп әйткәндәрен күрәбеҙ. Әлбиттә, бында гүзәл заттың тышҡы матурлығынан бигерәк, эске торошо күҙ уңында тотолалыр?

Л. Халиҡова:
Бик хаҡ һүҙҙәр. Ысынлап та, кеше тышҡы яҡтан да, эстән дә матур булырға тейеш. Бөгөн ни эшләптер тышҡы ҡиәфәткә нығыраҡ баҫым яһайҙар, йәшлек үҙе гүзәллек булһа ла, йәш ҡыҙҙар ҙа бының менән артыҡ мауыға. Бер көләмәс иҫкә төшә. Имеш, бер ҡатын хәл өҫтөндә ятҡанда Аллаһ менән осраша ла: "Үлерменме икән ни?" - тип һорағас, Аллаһ: "Юҡ, тағы ла 40 йыл йәшәйһең әле", - тип яуап бирә. Быны ишеткәс, ҡатын дәртләнеп китеп, пластик операциялар яһата, әле алда оҙайлы ғүмер бар бит. Тик бер көн урамда машина бәреп, ул теге донъяға юллана. Тағы ла Аллаһ алдына барып баҫҡас, "Ни эшләп алданың мине?" тип һорай һәм Унан: "Аһ, мин һине таныманым бит!" - тигән яуап ишетә. Көләмәс булһа ла, бында тәрән мәғәнә һалынған - бер төрлө ҡалыпланған һылыулыҡҡа, образға инеп китеү кешенең үҙенсәлеген юғалтыуға килтерә.
Ф. Үтәбаева: "Һары матур - иң матур, ҡара матур бик матур" тиҙәрме әле? Бер тапҡыр "Йәмһеҙҙәргә лә күҙ тейә ул", - тип көлдөргәйнеләр, тимәк, кем дә матур, кем дә гүзәл. Шул матурлыҡты күрһәтә белеү зирәклеге, нескәлеге генә кәрәктер ул. Ҡасандыр, матурлыҡ - ул йәшлек билгеһе тип уйлай инем, әле иһә йөҙөн һырҙары нурлаған инәйҙәргә, сал сәстәрен ипле йыйып, йәшенә тап килтереп кейенгән оло апайҙарға һоҡланам. Ҡатын-ҡыҙ булып тыуғас, матур булмайынса хаҡыбыҙ юҡ. Кеше тышҡы ҡиәфәтен матурлап, күңел торошон үҙгәртә, көйләй алалыр, тип уйлайым.

Тимәк, матур күлдәк кейгәндән күңелең бөтәйә икән, быны мотлаҡ эшләргә кәрәк?

Л. Халиҡова:
Тышҡы матурлыҡ ҡына кешенең күңелен бөтәйтә алыуы шикле, әлбиттә, ул ваҡытлы күренештер. Ә бына физик һаулыҡты ла, психик һаулыҡты ла, рухи һаулыҡты ла тигеҙ хәстәрләргә кәрәк икәне хаҡ. Күлдәк кейеп кенә, йә пластика яһатып ҡына түгел, ә рухи яҡтан үҙ өҫтөңдә эшләү, тәрбиәләүҙе һәр ваҡыт, ғүмер буйы хәстәрләү кәрәк.
Ф. Үтәбаева: Һеҙҙең менән килешәм. Мәктәптә 25 йыл эшләү дәүерендә дәрестәрҙә ҡыҙ баланың тышҡы ҡиәфәте генә түгел, үҙ-үҙен тотошо, аралашыуы, тауышы, һөйләше, хатта атлауы, һирпелеп ҡараш ташлауы ла матур һәм ипле булырға тейешлеген аңлата киләм. Уҡыған әҫәрҙәрҙең образдарын анализлағанда ла бәхәсләшеп китәбеҙ, сөнки йәштәр матурлыҡты башҡасараҡ аңлай. Ҡаш, ҡолаҡ, танау тиштереп алҡа тағыу ҙа улар өсөн матурлыҡ билгеһе. Бөгөнгө заман ҡыҙҙары үтә ҡыйыу биҙәнә, үтә ҡыйыу кейенә, был уларҙың тәбиғи нәзәкәтлеген баҫып китмәһен ине.
Ә бына, һеҙ әйткәнсә, физик һәм психик һаулыҡты хәстәрләү - һәр кешенең бурысы икәнен аңлар йәшкә еткәнмен. Бер мәл хәлем бөткәнен аңланым. Атайым менән әсәйем мине сәләмәт, камил итеп тапҡан, үҫтергән, шул һаулығымды, булмышымды тәләфләүемде аңлауым тормошома икенсе һулыш бирҙе. Иртәнге гимнастика, саф һауала йөрөү, һыу эсеү, бассейн, фитнес залға йөрөү физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да ныҡлыҡ өҫтәй.
Л. Халиҡова: Тәрбиәнән дә күп нәмә тора. 3-7 йәштәр араһында ҡыҙ бала малай менән ҡыҙҙар араһындағы айырманы аңлай башлай, ҡыҙҙар матур, наҙлы була икәнен, улар ҙурайғас әсәй буласаҡ икәнен белә. Ҡайһы бер ата-әсәләр уның ошо ҡараштарын боҙоуы мөмкин, мәҫәлән, атай өсөнсө бәпесте малай итеп көтә, сөнки 2 ҡыҙы бар һәм тағы ла ҡыҙ тыуғас, уға малайға ҡараған һымаҡ ҡарайҙар. Ә ҡыҙ төпкө аң менән ата-әсәһен тыңлай һәм үҙен малай һымаҡ тота. Йәнһүрәттәр ҙә тәьҫир итә, ниндәйҙер супергеройҙар йә донъяны ҡотҡара, йә ниндәйҙер батырлыҡтар ҡыла, ә былар ҡыҙҙарға хас сифат түгел. Шулай уҡ малайына ҡыҙға ҡараған кеүек ҡараһалар, был да уларҙың холоҡ-ҡылығында сағыла. "Малайҙары шул тиклем һәйбәт, ҡыҙҙар шикелле", - тигәнде ишеткәнегеҙ барҙыр. Ни эшләп малай ҡыҙ һымаҡ булырға тейеш әле, уға аҙаҡтан нисек ир итеп ҡарап, унан ир ҡылыҡтары көтәһең?
Пирсинг иһә ул ниндәйҙер кимәлдә үҙеңә ҡарата агрессия, тимәк, бала нимә менәндер, мәҫәлән, ҡиәфәте менән ҡәнәғәт түгел. Айырыуса үҫмер ваҡытында үҙенең тәнен, тәнендә барған үҙгәрештәрҙе ҡабул итергә өйрәтергә кәрәк. Һөйөп тор балаңды, матур һүҙҙәр әйт - ул тәнен ҡәҙерләргә өйрәнер. Бындай бала үҙен дә ярата, башҡаларҙы ла ярата ала, бөгөнгө көндә йәмғиәттә ошо ныҡ етешмәй.

Һеҙ үҙегеҙ ҡыҙҙар үҫтергән әсәйҙәр, ҡыҙ бала тәрбиәләгәндә нимәгә иғтибар итергә кәрәк, тип уйлайһығыҙ?

Ф. Үтәбаева:
Тамсыны беҙ тәрбиәләп ултырманыҡ та, быға ваҡытыбыҙ ҙа булманы. Ул атаһы менән үҙ-ара булған мөнәсәбәтебеҙҙе күреп, ошо мөхиттә үҫте. Ғаиләләге тәрбиә нигеҙҙәренә килгәндә, иң тәүҙә баланы яратырға кәрәктер ул. Башҡалары шуға үрелеп килә. Мин атайымдың, ҡартатайымдың яратыуын тойоп, ошо хистәрҙең күңелемде үҫтереп, үҙемә ышаныс уятыуын үҙ тәжрибәмдән беләм. Тағы ла бер хәл иҫемдә ныҡ ҡалды. Атайым менән әсәйем мин 1-се курста уҡығанда Өфөгә килгәйнеләр, шунда иртәнге сәй мәлендә икәүләшеп кенә һөйләшеп ултыралар. "Дүрт балам өсөн йөрәгем дүрткә теленгән инде", - ти әсәйем. "Ә минең йөрәгем - ҡыҙымда", - атайымдың ошо әйткәне миңә ныҡ тәьҫир итте. Ҡустыларым да ҡурсалап ҡына торҙо үҫкән саҡта. Шуға ла ҡыҙ бала атаһы яғынан яратыуға сорналып үҫергә тейештер, ҡыҙымдың да атаһына яҡыныраҡ булыуы, уның менән күберәк кәңәшләшеүенә ҡыуанып ҡына ҡарайым.
Ул хәҙер минең үҙемде тәрбиәләй. "Әсәй, һин шуны кей, ошолай биҙән", - тип өйрәтә. Шул мәлде ныҡ көтә инем, ҡыҙҙары үҫмерлек мәлен үтһә, әсәйҙәр икенсе йәшлеген кисерә бит ул. Уның шулай уҡ үҫә килә яйлап тәненең үҙгәрә барыуы, ул үҙгәрештәрҙе ҡатын-ҡыҙ өсөн хас ниндәйҙер серле бер нәмә итеп яратып ҡабул итә белеүе лә оҡшай. Бөгөнгө балаларҙың белмәгән нәмәһе юҡ, шулай ҙа әсәй генә өйрәтә, әйтә торған нәмәләр бар, шуларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тырышам.
Л. Халиҡова: Ысынлап та, ғаиләләге дөйөм мөхит, мөнәсәбәт нисек ҡоролған, баланы күбеһенсә шулар тәрбиәләйҙер. Ҡыҙым Йәнгүзәлгә 24 йәш инде. Ул үҙенең яратылған, көтөлгән бала икәнен тойғандыр тип уйлайым, ҡосаҡлау, үпәсләү ҙә минең яҡтан күп булды. Атайҙар икенсерәк ярата, улар, бәлки, супылдатып үбеп ултырмай, әммә уның яратыуына бала шикләнмәй ҙә. Ҡыҙым һәр ситуацияла ла атаһына таянырға була икәнен яҡшы белә. Үҙемдең ата-әсәйемә, ҡәйнәмә рәхмәтлемен, ейәнсәрҙәрен тәрбиәләүҙә улар ныҡ ҡатнашты.
Атаһы яратҡан ҡыҙҙы ире лә ярата, был дөрөҫ. Әсәй ҙә улын алтын урталыҡтан сыҡмайынса ғына яратырға тейеш. Бындай сик баланың киләсәктәге тормошо өсөн һәйбәт нигеҙ, хатта ниндәйҙер кимәлдә тоҡом, нәҫел көсө тип әйтергә лә була. Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙарға, ниндәй көслө, тип һоҡланып ҡарайбыҙ, әммә ул тәбиғәте менән ундай булырға тейеш түгел. Ул ана шул бер кемгә лә таянып, һалышып өйрәнмәгәнгә тормошта барыһын да үҙе хәл итә. Ғаиләһендә яратылған, үҙен ҡәҙерле итеп тойған бала насар күренештәргә лә бирелеп бармай, насар юлға баҫмай. Яратыу көсө тормошта ҡыйынлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә.

Ҡыҙ тәрбиәһенә ҡағылған тағы бер күренеш бар. Ҡыҙым бәхетле булһын, тиҙәр, әммә бер кемдең дә ҡыҙына: "Бәхетле булғың килһә, бул, был һинең үҙеңдән тора", - тип әйткәнен ишеткәнем юҡ. Бәхетле булаһыңмы, булмайһыңмы - был кемдәндер, әйтәйек, уңышлы никахтан, мул тормоштан һ.б тора тигәнде уның аңына һалып үҫтерәбеҙ түгелме?

Л. Халиҡова:
Был хаҡта үҙебеҙ уйлап та ҡарамағанға әйтмәйбеҙҙер, бәлки. Бәхет тойғоһо, ысынлап та, бик шартлы төшөнсә, хатта ҡайһы саҡта тормошҡа ҡарашың үҙгәреп китеүе лә үҙеңде бәхетле тойорға мөмкинлек бирә. Шуға ла һәр ситуациянан "Мин бәхетлемен" тип сыға алаһың икән, был бик яҡшы. Шулай ҙа кеше үҙен бәхетле тойһон өсөн булмышына ярашлы һөнәре, аралашыр дуҫтары, яратыр кешеһе булырға тейештер. Тик был саҡта ла улар һине бәхетле итмәй, ә, киреһенсә, бәхетле була белгән һин был мөнәсәбәттәргә яҡтылыҡ өҫтәйһең.
Ф. Үтәбаева: Ҡасандыр бер апайым миңә: "Ҡайҙа саҡыралар, шунда бар, әммә мине хәҙер нимә эшләтерҙәр икән тип көтөп ултырма, үҙеңдең күңелеңде үҙең генә күтәрә алаһың",- тигәйне. Ҡыҙыма хәҙер үҙем шулай тейем. "Нимәлер көтөп ултырма, мәҫәлән, тыуған көнгә бараһың икән, берәү ҙә һиңә күңелле булһын өсөн йырлап-бейеп торорға тейеш түгел. Үҙ күңелеңде үҙең күр", - тейем.
Л. Халиҡова: Яуаплылыҡты үҙеңә алыу был. Хәҙер бәләкәй балаларҙы тыуған көнгә саҡырыр алдынан минутына тиклем уйланылған күңел асыу программаһы төҙөйҙәр. Ата-әсә ял һайын нисек итеп баланың күңелен күрергә икән тип баш вата. Шуға ла ғәҙәти тормошта балаға күңелһеҙ, ул ошоға өйрәнеп китә - кемдер эргәһендә уның өсөн алдан уйланған сценарий буйынса бейеп торорға тейеш. Ә бына беҙ уйнап үҫтек. Бәләкәй саҡта уйналған йәнле уйын ул етди нәмә. Әгәр ҙә кеше уйнай, ошо уйын буйынса нимәлер төҙөй, ҡора, маҡсат ҡуя, бының өсөн фантазияһын эшкә "егергә" өйрәнә икән, үҙенең тормошон да үҙе ҡора аласаҡ. "Күңелһеҙ" тип йыш әйтә икән, был бик ҡурҡыныс сигнал, аҙаҡтан бындай кешеләр тормоштан да ялҡа, сөнки ана шул кәйефе өсөн кемдер нимәлер эшләргә тейеш булып сыға.

Әҙәби геройҙар араһында кәрәк саҡта һеҙгә йәшәү көсө биргән, илһамландырған берәй образ бармы?

Ф. Үтәбаева:
Беҙ студент саҡта "Аҡ тирмә" мәҙәни клубы төрлө сараларҙы күп ойоштора ине бит. Рәшиҙә Туйсина, Таңсулпан Бабичева кеүек гүзәл заттарға иҫебеҙ китеп ҡарай инек. Тормошта көслө булған ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланам. Яҙыусыларҙан Гөлсирә Ғиззәтуллинаны яратам, барыбер ҡатын-ҡыҙҙы ҡатын-ҡыҙ яҙыусы ғына аңлай һәм уның психологияһы тураһында яҙа ала. Мостай Кәримдең Аҡйондоҙо минең өсөн гүзәл зат эталонылыр, моғайын.
Ҡатын-ҡыҙҙың матурлығы тураһында мәктәп программаһында бер-ике генә әҫәр бар. Уларҙың береһе - Һ. Дәүләтшинаның "Айбикә"һе, ул көслө рухлы булыуы менән оҡшай миңә. Йыһат Солтановтың "Ҡәнәфер сәскәһе"ндә иһә ғаилә мөнәсәбәттәре, Фәриҙәнең әсәһенә мөнәсәбәте матур итеп һүрәтләнә. М. Кәримдең көндәлектәрен йыш ҡына уҡыйым, уның ҡатынына булған һөйөүе, Раузаның зирәклеге үҙе бер илһам сығанағы. Барыбер ҙә ҡатын-ҡыҙҙың нәзәкәтле булыуы ир-атты батырлыҡтар ҡылырға, ҙур уңыштарға ирештереүсе төп көс ул. Ә бына һуңғы ваҡытта йыш һөйләнгән, әҫәр буйынса спектакле лә ҡуйылған "Килен"де (З. Мусина) бик тормошсан тип ҡабул итә алманым.
Л. Халиҡова: Сөнки хәҙер бик йәберләнеп, бер ҡайтып, бер килеп йәшәгәндәр һирәк. Үҙ һүҙен генә һүҙ итергә өйрәнгән әсәһенең йоғонтоһонда булған улдар иһә барҙар. Улар үҙаллы ниндәйҙер ҡарар ҙа ҡабул итә алмай. Дөрөҫөн әйткәндә, ауыр хәлдә ҡала икән, был ҡатынға ситтән ярҙам кәрәк ул. Күпме ишеткәнебеҙ бар, ире туҡмаһа ла, үҙ әсәһе лә: "Кешенән, күршенән оят, кейәүгә сыҡҡас, йәшә", - тип, кире өйөнә индермәгән осраҡтар була. Бындай кризис мәлендә ҡатындың үҙенә ҡул һалыуы ла ихтимал. Тик былар һирәк күренеш. Беҙ, киреһенсә, хәҙер бер кемдән дә оялмайбыҙ. Улай ҙа ярамай, әлбиттә.
Аборттар тураһында күп һөйләйбеҙ. Туғандары, ире, был бала тыуһын, тип торһа, ҡатын ул юлға бармай бит инде, сөнки психологик яҡтан бик ауыр кисерә быны. Шул яҡтан да яҡлау кәрәк бөгөнгө ҡатын-ҡыҙға. Гүзәл зат ирҙәргә ҡарағанда рухи яҡтан көслө һымаҡ ул, шулай ҙа ул ҡурсалауға, ир заты тарафынан яратыуға ныҡ мохтаж. Был тәбиғәттән һалынған үҙ роленән сығып китмәһен, донъя ҡотҡарырға тырышмаһын, нәзәкәтле, матур булһын өсөн кәрәк.
Әҙәби әҫәрҙәргә килгәндә, беҙҙең быуын Наил Ғәйетбай, Динис Бүләков кеүек яҙыусыларҙың үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән әҫәрҙәрен уҡып үҫтек. Маҡсат ҡуйыу, үҙ-ара мөнәсәбәттәр, холҡоңдо тәрбиәләү өсөн үҙ өҫтөңдә эш уларҙа шул тиклем матур бирелгән. Бөгөнгө йәштәр ҙә уҡыһын ине уларҙы. Шундай тормошто аңларға ярҙам иткән әҫәрҙәр күп булды, мәҫәлән, Жорж Сандтың "Консуэло"һында героиняның рухи матурлығы көслө бирелгән. Аҙаҡҡы ныҡ тәьҫирләнеп уҡыған әҫәрем Оскар Уайльдтың "Портрет Дориана Грея" метафораларға бай. Герой гел йәш һәм матур булып ҡалыу өсөн күңелен һәләк итә һәм ҡаты йөрәкле, ике йөҙлө кешегә әүерелә.

Бөгөн кәрәк тип тапһа, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тренингтар ҙа бар, улар менән психологтар ҙа эшләй. Шулай ҙа беҙҙең өләсәй-әсәйҙәр бындай саҡта нимә эшләне икән, улар күңел төшөнкөлөгө кисермәгәнме, әллә стресс, депрессия ул уйлап табылған нәмәме?

Л. Халиҡова:
Психогигиена тигән нәмә бар. Беҙ көн һайын йыуынған, йә башҡа гигиена сараларын үтәүҙе норма тип ҡабул итәбеҙ, шуның кеүек насар тойғоларҙан, уйҙарҙан арынып торорға кәрәк. Кемделер яратмай йөрөйһөң икән, ул кешенән бигерәк, үҙеңә ҡыйын бит. Психологик яҡтан таҙарынып тороуҙың үҙенең ысулдары бар, уларҙы хатта интернетта ла табырға мөмкин. Стресс кисергәндә тән-уйҙар-тойғолар ҡатнаша. Мәҫәлән, көсөргәнештән арыныу өсөн йылмайыу, көлөү тәнде йомшартырға ирек бирә. Халыҡта бындай ысулдар күп булған, онота төшкәнбеҙ генә. "Серҙәш" тигән һүҙ бар, күңелеңде ышаныслы ғына әхирәтеңә бушатыу күренеше булған. Ныҡ тетрәнеү кисергән кешене тау-урманға алып барып, ҡысҡыртыу үҙе бер алым. Йырлау, көйләп йөрөү ҙә, ҡурайҙа уйнау ҙа һулышты тынысландырып ебәргән. Урыҫтарҙың усаҡ аша һикереүенең дә үҙ мәғәнәһе бар. Диндә лә матур алымдар күп, әммә бөтөн кеше лә дингә килә алмай. Шуға ла хәҙерге заманда психологияны белеү ҙә кәрәк, сөнки ана шул элек таянып торған нәмәләр юғалып бара.
Ф. Үтәбаева: Өләсәйем үҙе бер матурлыҡ эталоны ине, уның ярамаған ғәҙәте генә түгел, һүҙе лә булманы. "Кеше тураһында саҡ ҡына насар уйлаһам да, тубығым дерелдәй башлай", ти торғайны ул. Мине лә шулай-былай бул тип тәрбиәләмәне. "Маңлайы матур бит ҡыҙымдың, ҡайырып яулыҡ бәйләргә", - тип әйтә, ошо һүҙҙәрҙән һуң нисек үҙеңде яратмайһың? "Ни эшләп көлмәйһең, һиңә көлөү килешә", ти ине, шулай миндә, йылмайыу - тормошоңдон теүәллеге, һиллеге тураһында белдерә, тигән фекер нығынған.

Гүзәл заттың ҡартайыуҙы ауыр кисергәнен дә беләбеҙ. Үҙеңде һәр йәштә лә ҡабул итергә нисек өйрәнергә?

Л. Халиҡова:
Билдәле Голливуд актрисаһы А. Джолиҙың әйткәне иҫтә ҡалған: "Минең битемдә һырҙар бар, сөнки мин тере кеше". Бала саҡта һинд киноларын, Шридеви тигән актрисаны яратып ҡарай торғайныҡ. Ул ҡартайырға ҡурҡып, операциялар яһатып йәшәгән икән. Ғүмере 54 йәшендә генә ҡапыл өҙөлә. Мин шуға инанғанмын: ҡартайырға ҡурҡһаң, йәшләй генә китеп барырға мөмкин. Ҡартайыу, битеңдә һырҙар барлыҡҡа килеүе үҙе бер бәхеттер. Күп нәмә әйтергә булыр ине бында, әммә ошо фекер иң ҡатыһы, әммә тәьҫирлеһе. Әсәйем 62 йәшендә генә мәрхүмә булды, хәҙер оло инәйҙәрҙе күрһәм, уларҙың йәшенә етергә яҙһын, тип теләйем үҙемә. Дауаланмаған сирҙәрҙән күпме йәштәр үлә, шуға ла һырҙарығыҙ бар икән, шатланығыҙ, тимәк, һеҙ тере, йәшәйһегеҙ, олоғаяһығыҙ, олпатланаһығыҙ. Өлкәнәйгән һайын кешенең күңел байлығы, тормош тәжрибәһе йөҙөнә сығып, күренеп тора, икенсе төрлө матурлыҡ килә, минеңсә. Гел йылтырап йөрөп булмай бит. Пластик операциялар яһатмағыҙ, тимәйем, тик һәр нәмәлә сама булһын. Шулай ҙа... ҡартайғас та матур булам тиһәгеҙ, күңелегеҙҙе байытығыҙ.

Шулай итеп...
Ысынлап та, йәмғиәт ҡатын-ҡыҙҙың нескә иңенә ауырлыҡты күберәк һала, ул ҡатын да, әсә лә, милләт тотҡаһы ла. Ҡунаҡтарыбыҙ хаҡлы, тормош матур булһын өсөн гүзәл заттың күңеле бөтөн булырға тейеш, бының өсөн ҡайһы саҡта тәбиғи көсһөҙлөгөңдө танып, йөгөңдө ир затына бушатыу ҙа кәрәктер. Һәр хәлдә, ир-егет - үҙенең, ҡатын-ҡыҙ үҙенең урынында булһын. Шул саҡта ғына тормошобоҙға гармония, һиллек, тыныслыҡ килер. Байрам менән!

Ләйсән ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.03.24 | Ҡаралған: 263

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru