«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАШҠОРТ ТЕЛЕН ИЛ КИМӘЛЕНДӘ ЯҢҒЫРАТАЛАР
+  - 


Ошо көндәрҙә Өфө фән һәм технологиялар университетында Рәсәй халыҡтарының туған телдәре һәм әҙәбиәте буйынса федераль олимпиаданың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йомғаҡлау этабы үтте. Өсөнсө тапҡыр ойошторолған был ярыш ысын мәғәнәһендә тел һәм рух байрамына әйләнде. Мәктәп уҡыусылары араһында үткән был олимпиаданың һайлап алыу өлөшөндә 803 уҡыусы үҙ көсөн һынаған, шуларҙың 363-өнә баш ҡаланың мәртәбәле юғары уҡыу йорттарының береһендә уҙғарылған этабында ҡатнашыу мөмкинлеге бирелгән.

Бында уҡыусылар республиканың төрлө район-ҡалаларынан йыйылғайны. Араларында беренсегә килеүселәре лә, икенсе тапҡыр ҡатнашыусылары ла булды. Балалар менән әңгәмәләшә, таныша йөрөй торғас, уларҙың олимпиаданың һайлап алыу этабын ауырлыҡһыҙ үтеүен, ярышҡа башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслектәрен, Башҡорт әҙәбиәте теорияһы, Ғайса Хөсәйеновтың китаптарын уҡып әҙерләнеүҙәре тураһында белдек. Ә шулай ҙа олимпиаданың текстарға анализдар яһауға арналған өлөшө ҡатмарлыраҡ булыуын да әйтеүселәр булды. Мәҫәлән, Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт гимназия-интернатынан Нурзилә Хәсәнова башҡорт теленән БДИ тапшырыусыларға 2008 йылда нәшер ителгән ҡулланма буйынса әҙерләнгән һәм унда бик күп файҙалы мәғлүмәт бирелеүе утраһында һөйләне.
Олимпиадаға уҡыусыларҙың кемеһелер беренсе тапҡыр килһә, икенсе йыл рәттән ҡатнашҡан һәм еңеү яуларға маҡсат ҡуйғандары ла байтаҡ булды. "Беренсе тапҡыр ҡатнашам һәм бик тулҡынланып һынауҙар башланыуын көтәм. Асҡын 2-се урта мәктәбенән өс кеше килдек, арабыҙҙа былтыр ҙа бында үҙ көсөн һынап ҡарағандар бар. Башҡорт телен бик яратып өйрәнәм һәм төрлө конкурстарҙа, төбәк-ара олимпиадала ла ҡатнашып торам. Киләсәктә логопед һөнәрен һайларға теләйем һәм туған телемде белеүем эшемдә лә кәрәгәсәк, тип уйлайым", - ти Асҡын ауылының 2-се мәктәбенән 10 класс уҡыусыһы Азалия Шәһиева. Әйткәндәй, ошо уҡ мәктәптән башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән Нургизә Рамаҙанова ла килгәйне. Ҡыҙ башҡорт телен 9-сы класҡа тиклем өйрәнеүе, хәҙер бер йыл дәрестәр булмауға ҡарамаҫтан, уҡытыусыһы уға өҫтәлмә ваҡыт бүлеүен, олимпиадала ҡатнашыу өсөн ял һәм байрам көндәрендә, каникулда ла шөғөлләнеүҙәрен һөйләне. Алыҫ Ейәнсуранан килеп еткән уҡыусылар араһында Рәсим Ишмурзин һәм Азалия Дауытова ла тәьҫораттары менән бүлеште. Улар олимпиадала беренсе тапҡыр ҡатнаша, киләсәктә береһе техник һөнәр үҙләштерергә, икенсеһе психолог булырға хыяллана. Баймаҡ районынан килгән бер төркөм балалар араһында Илсиә Сырлыбаева менән Гүзәлиә Садиҡова тап булып, олимпиадаға ныҡлы әҙерләнеп килеүҙәре тураһында һөйләне. Мәсетле районынан - 6, Бөрйәндән 10 уҡыусы килгән. "Оҙаҡ йылдар хыялланып көткәйнек башҡорт теленән федераль кимәлдәге олимпиада ойошторолоуын, әле уның бик юғары кимәлдә үткәрелеүен күреп, күңел һөйөнә. Былтыр мәктәбебеҙҙән ике уҡыусы ҡатнашһа, быйыл унау булып килдек. Уҡыусыларҙы олимпиаданың юғары уҡыу йорттарына ингәндә өҫтөнлөктәр биреүе ҡыҙыҡһындыра былай. Әммә улар ҙа, уҡытыусылар ҙа әле был олимпиаданың әһәмиәтен тулыһынса аңлап бөтмәйҙәрҙер", - ти Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Айгөл Үтәбаева. Уның һүҙҙәрен коллегаһы, Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы филиалы Яңы Яуыш төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Гөлнара Абдрахманова ла йөпләне: "Былтыр гимназияның ике уҡыусыһы ҡатнашып ҡайтҡас, быйыл беҙ ҙә ҡыҙыҡһынып киттек һәм Яңы Яуыш мәктәбенән ике уҡыусымды алып килдем. Ғөмүмән әйткәндә, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәт, тарихҡа ҡағылышлы төрлө конкурстар күп үткәрелә һәм уҡыусылар менән Өфөгә йыш килеп торабыҙ. Шулай ҙа был федераль олимпиаданың баһаһы юғары", - ти педагог.
Шундай мәртәбәле ярышҡа тулҡынланып килгән уҡыусыларҙы Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының йылы ҡаршы алыуы ла арбаны. "Университет беҙҙе шул тиклем йылы итеп ҡаршы алды. Быйыл мин олимпиадала мотлаҡ еңеү яуларға кәрәк, тигән көйләнештә килдем. Сөнки артабан ошо юғары уҡыу йортонда белем алырға теләйем, ә еңеүселәргә 50 мең һумдан ашыу стипендия, ҡунаҡхана тибындағы ятаҡта йәшәү кеүек өҫтөнлөктәр бирелә. Үҙем башҡорт телен генә түгел, инглиз телен дә яҡшы өйрәндем һәм тиҫтерҙәремә лә күберәк телдәр белергә, ҡайҙа барһалар ҙа кешеләр менән аралашып йөрөргә кәңәш итәм", - тине тәьҫораттары менән бүлешеп Р. Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ-ның 11-се класс уҡыусыһы Сара Истәкова. Ошо уҡ белем усағынан 11-се класс уҡыусыһы Ирхан Хисаметдинов иһә, үткән йылда призер булып, быйыл еңеү артынан килгән. "Олимпиаданың өҫтөнлөктәре менән тулыһынса файҙалана алыу өсөн беренсе урын алырға кәрәк. Киләсәктә нәҡ телгә бәйле һөнәр һайламаҫмын, бәлки. Сөнки әлеге мәлдә мәғлүмәти-технологик йүнәлештәге класта уҡыйым һәм бөгөн илебеҙгә кәрәкле IT-белгес булырға ниәтләйем. Әммә ниндәй генә өлкәлә эшләһәң дә, ҡайҙа ғына булһаң да, башҡорт теле - туған телем, һәм уны нисек булһа ла үҫтерергә, уның менән шөғөлләнергә тейешмен, тип уйлайым. Ғөмүмән, үҙ халҡын яратҡан һәр кешенең изге бурысы булып тора был", - ти Ирхан.
Олимпиадала ҡатнашыусыларҙы Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова видеобәйләнеш аша сәләмләне. Ул Төньяҡ-көнсығыш университет тәҡдиме менән ойошторола башлаған Федераль олимпиадала быйыл 44 тел буйынса 9678 уҡыусы ҡатнашыуы, был эште тәүгеләрҙән булып Башҡортостанда Өфө фән һәм технологиялар университеты күтәрмәләп алыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Университетҡа, телһөйәр уҡыусылар тәрбиәләгән педагогтарға, ата-әсәләргә рәхмәтен белдерҙе. Сараға мәртәбә өҫтәп, БР мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, ӨФТУ проректоры Илгиз Ҡыҙырғолов, БР Башлығы Хакимиәтенән Рөстәм Баянов, БР Мәғарифты үҫтереү институты ректоры Әлфис Ғаязов уҡыусылар алдында сығыш яһаны һәм кәңәштәрен, изге теләктәрен еткерҙе.
- Башҡорт теленән федераль кимәлдәге олимпиаданы өсөнсө тапҡыр ойошторабыҙ. Был эште яҡуттарҙың идеяһына таянып, тәүгеләрҙән булып башлаған алты вуз араһында булдыҡ. Олимпиада балаларҙың үҫешенә ҙур йоғонто яһай, сөнки улар республика сигенән сығып, бөтә ил кимәлендә үҙен, белемен күрһәтә ала һәм иң мөһиме, туған телебеҙҙең әһәмиәтен аңлата алабыҙ. Факультетыбыҙ йылдан-йыл ҡатнашыусылар һаны арта барған олимпиаданы лайыҡлы ойоштора алыуына хеҙмәттәштәремә, рухлы уҡытыусыларға рәхмәтлемен. Сөнки күптәр юл сығымдарын үҙ кеҫәһенән ҡаплап килтерә икәнен дә беләм. Шуға олимпиаданың икенсе турында ҡатнашҡан бер бала ла буш ҡул менән ҡайтмай, еңеүселәр, призерҙар ғына түгел, төрлө номинациялар ҙа билдәләнә һәм һәр кемгә сертификаттар тапшырыла. Был уҡыусыға ла, уҡытыусыға ла аҡсалата премия алыу мөмкинлеген бирә. Әйтергә кәрәк, ярыштың географияһы бик киң, республиканан ситтә йәшәгәндәр ҙә һайлап алыу өлөшөндә ихлас ҡатнаша, тик икенсе турға килә алмаусылар бар. Әммә тамаша залына, аудиторияларға һыймай бөгөн килеүселәр. Шуға киләһе йыл "Торатау" конгресс-холы кеүек ҙур бинала уҙғарыу мөмкинлеге булдырылыр, бәлки, тигән өмөт бар. Олимпиада һөҙөмтәләре буйынса еңеүсе булған балалар рус теленән БДИ-ла 75 балл йыйһа, факультетыбыҙҙағы филология һәм педагогик белем биреү йүнәлештәрендәге бүлектәргә имтиханһыҙ ҡабул ителәсәк. Шулай уҡ уларға университет 1 курс дауамында ай һайын 58 мең һум стипендия түләйәсәк. Бындай өҫтөнлөк тик беҙҙең юғары уҡыу йортонда ғына булдырылған, ә инде башҡа факультеттарға, йәки Рәсәйҙең башҡа вуздарына уҡырға инһәләр - олимпиадалағы еңеүҙәре өҫтәлмә балл рәүешендә иҫәпләнәсәк.
Әйткәндәй, бюджет урындарыбыҙ йылдан-йыл арта, киләһе уҡыу йылына, мәҫәлән, башҡор-ҡытай бүлегендә - 15, башҡорт-инглиз бүлегендә - 10, ғәрәп-инглиз бүлегендә - 15 бюджет урыны һ.б. ҡаралған. Бынан тыш, шәрҡиәт һәм африканистика, журналистика йүнәлештәрендә лә урындар бар. Ситтән тороп уҡыу бүлегендә экскурсоводтар әҙерләү буйынса 15 бюджет урыны булдырҙыҡ", - тип һөйләне башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Абдуллина.
Шулай итеп, әлегә уҡыусылар белемдәрен ҡағыҙҙарға төшөрөп, һорауҙар буйынса фекер алышып, Өфө фән һәм технологиялар университеты, баш ҡаланан алған тәьҫораттары менән бүлешеп ҡайтты, ә инде Федераль олимпиада һөҙөмтәләре тик бер айҙан һуң ғына билдәле буласаҡ.

Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №9, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 07.03.24 | Ҡаралған: 180

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru