«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Киләһе йылдан эшләп йөрөүсе пенсионерҙарҙың пенсияһы артасаҡ. Күптән көтөлгән яңылыҡ ине инде ул был...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮРГӘҘМӘЛӘ МӘРКӘЗЕБЕҘҘЕҢ БАЙ ТАРИХЫ
+  - 


Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының Милли архивында "Өфө быуаттар аша" тип аталған күргәҙмә асылды.

Архив документтарында яҙылыуынса, Рәсәй батшаһы Иван Грозный "күсмә халыҡтарҙың аяуһыҙ талауынан миктәгән башҡорттарҙың үтенесе буйынса" 1574 йылдың май айында воевода Иван Нагойҙы стрелецтары менән ҡәлғә төҙөргә ебәрә. Өфө йылғаһы Ағиҙелгә ҡойған ерҙә, ярымутрауҙа, йәғни бар йәһәттән дә уңайлы урында тәүҙә ағастан ҡәлғә, Троицк сиркәүе, йорттар һәм хужалыҡ ҡаралтылары ҡалҡып сыға.
Ләкин баш ҡалабыҙҙың тарихы күпкә байыраҡ. Хәҙерге көндә Өфө II тип нарыҡланған урында 1500 самаһы йыл элек ҡаласыҡ булыуы күптәргә мәғлүм. Борон был ерҙә Башҡорт тип аталған ҡала ла булған. П.И. Рычков фекеренсә, "Башҡортостан Рәсәйгә ҡушылғанға тиклем үк бында Торатау исемле ҙур ғына ҡала булған. Башҡорттар яңы ҡәлғәне, ул имәндән төҙөлгәнлектән, Имәнҡала тип тә йөрөткән". Әммә быуаттар үткәс, халҡыбыҙ оҙаҡ йылдар монгол илбаҫарҙары баҫымы аҫтында йәшәргә мәжбүр була. Аптырағандың көнөнән башҡорт ырыуҙары башлыҡтары, ил-йорт менән кәңәш ҡороп, Урыҫ дәүләте ҡосағына һыйынырға ҡарар итә.
Иван Нагой яңы ҡаланың хакимиәте ролен үтәгән Өфө приказ йорто менән етәкселек итә. Уға 150-200 стрелецтан торған хәрби гарнизон буйһона. Ҡала диуары буйлап посадтар барлыҡҡа килгәс, ҡәлғә Кремль тип атала башлай. Был ҡәлғә-ҡала сит-ят сапҡынсыларҙан һаҡлау өсөн генә түгел, артабанғы йылдарҙа Ағиҙел, Өфө (Ҡариҙел) һәм башҡа йылғалар буйлап төрлө тарафҡа йөк ташыуҙы еңеләйтеү өсөн порт булараҡ та хеҙмәт итә.
Йылдар үтә тора, ҡала ла үҫә бара. Хозур тәбиғәтле, уңдырышлы ергә һәм йәнлектәргә бай төбәккә ымһынып, Рәсәйҙең үҙәк өлөшөнән төрлө милләт вәкилдәре күсеп килә башлай. Өфөлә яңы административ биналар, йорттар, сиркәүҙәр һалына. Аҫаба ерҙәрҙә заводтарға нигеҙ һала башлаған түрәләрҙең сәйәсәтенә ризаһыҙлыҡ белдереп, башҡорттар әленән-әле баш күтәреп тора. Өфө ҡәлғәһен нығытыу тураһында 1728 йылда батша әмеренең донъя күреүе күп нәмә тураһында һөйләй. Заман башҡа - заң башҡа, тиҙәр бит. Башҡорттарҙы сит-ят баҫҡынсыларҙан һаҡлау һәм яҡлау өсөн төҙөлә башлаған Өфө ҡәлғәһе, тора-бара үҙенең төп тәғәйенләнешен үҙгәртеп, аҫаба халыҡты ныҡлы күҙәтеү аҫтында тотоу үҙәгенә әүерелә. Дәүеренә ҡарап, ҡаланың статусы ла даими үҙгәреп тора. Мәҫәлән, Ҡаҙан губернаһы составында ул башта Өфө провинцияһы (1719-1728), 1781 йылдан Өфө наместниклығы, артабан Ырымбур губернаһының (1796-1865) үҙәге була. Ә инде 1865-1922 йылдарҙа Өфө губернаһының мәркәзе ролен үтәй.
Рәсәйҙең сиктәре көнсығышҡа табан киңәйгән заманда Өфө, дошмандарҙан һаҡланыу ҡәлғәһе булыуҙан туҡтап, әкренләп өйәҙҙең сауҙа, кәсепселек һәм административ ҡалаһына әүерелә.
Ул дәүерҙә Өфөнөң Рәсәйҙә ниндәй әһәмиәткә эйә булыуы тураһында йәнә бер факт һөйләй: Өфө наместнигы О.А. Игельстромдың үтенесе буйынса Екатерина II 1788 йылдың 22 сентябрендә ҡул ҡуйған указ буйынса Өфө наместниклығы һәм Ырымбур губернаһы мосолмандарының Диниә назараты төҙөлә. Уны асыу тантанаһы Өфөлә 1789 йылдың 4 декабрендә була. Артабан был Диниә назараты Рәсәй күләмендәге ҙур дини ойошмаға әүерелә, ул Башҡортостандың баш ҡалаһында бөгөнгәсә эшмәкәрлеген дауам итә.
Өфө һәм Ырымбур өлкәләрен бергә ҡушып, Өфө наместниклығын булдырыу һәм уларҙы өйәҙҙәргә бүлеү тураһында (1781), губерна ҡалаһына яңы проект планы төҙөү (1817), Өфөлә йәмәғәт китапханаһы асыу (1836), Өфөлә губернатор йорто төҙөү (1849), йәмәғәт банкы асыу (1876), Ырымбур губернаһын Өфө һәм Ырымбур губерналарына бүлеү (1865) тураһында һөйләгән күргәҙмә документтары - ҡала йылъяҙмаһының бай мәғлүмәтле биттәре.
1859 йылда Ағиҙел һәм Өфө йылғаларында суднолар йөрөй башлауы Өфө сауҙагәрҙәренә Рәсәйҙең төрлө төбәктәре менән сауҙа эшен әүҙемләштерергә булышлыҡ итә. Ә инде Һамар-Златоуст тимер юлы төҙөлөп бөтөп, 1890 йылда Өфө аша үтеүе губерна баш ҡалаһын һәр яҡлап үҫтереүгә ҙур этәргес яһай.
XX быуат башындағы Өфө тарихын донъя пролетариаты юлбашсыһы Владимир Ленинһыҙ күҙ алдында килтереп булмай. Уның ҡатыны Надежда Крупская 1900-1901 йылдарҙа беҙҙең ҡалала һөргөндә була. Ленин 1900 йылдың февраль һәм июнь айҙарында, Өфөгә хәләл ефете янына килгән саҡтарында, "Искра" гәзитен һәм партияның терәк пунктын булдыра. 1917 йылда Рәсәйҙә бойомға ашырылған Октябрь түңкәрелешенә юл Өфөнән башланғандыр, тип тә әйтеп булалыр. Граждандар һуғышы йылдары Өфө өсөн оло һынау осоро була. Ике йыл эсендә ҡалала ҡан ҡойошло яуҙар барышында власть аҡтарға ла, ҡыҙылдарға ла күсә. 1919 йылдың 9 июнендә легендар командир Василий Чапаев дивизияһы, ниһайәт, баш ҡаланы колчаксыларҙан азат итеүгә ирешә.
Башҡорт автономиялы республикаһының мәркәзе 1919 йылдың мартынан Стәрлетамаҡта була. Бөтөн Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты декреты буйынса БАССР Өфө губернаһы менән ҡушылғас, 1922 йылдың 14 июнендә Өфө Башҡорт Совет Социалистик Республикаһының баш ҡалаһы тип иғлан ителә.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында илебеҙҙең көнбайыш ҡалаларынан Өфөгә байтаҡ завод-фабрика, учреждение һәм ойошмалар эвакуациялана. СССР өсөн үтә ауыр осорҙа БАССР-ҙың баш ҡалаһы фронт өсөн бик тә кәрәкле һуғыш ҡоралдары етештереү буйынса ҙур индустриаль үҙәккә әүерелә. Өфө хеҙмәтсәндәренең тылдағы фиҙаҡәр хеҙмәте, байтаҡ йылдар үткәс булһа ла, лайыҡлы баһаланды - 2020 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһы "Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы" тигән юғары исемгә лайыҡ булды.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Өфөлә нефть химияһы сәнәғәте, төҙөлөш тармағы йылдам үҫеш кисерә, яңы уҡыу йорттары, мәҙәниәт усаҡтары, парктар, скверҙар барлыҡҡа килә. Нефть эшкәртеү заводтарында етештерелгән продукция баш ҡалабыҙҙы тотош илдә киң таныта.
Үткән быуаттың 60-80-се йылдарында Өфө тағы ла йылдамыраҡ үҫеш кисерҙе: был дәүерҙә сәнәғәт, төҙөлөш, фән, мәҙәниәт, сәнғәт һәм спорт объекттары, торлаҡ йорттар күпләп төҙөлә.
1980 йылдың 12 авгусында баш ҡалабыҙҙа миллионынсы кеше теркәлә.
2015 йылда ҡалабыҙҙа БРИКС, ШОС кеүек донъя кимәлендәге симпозиумдар уҙғарылды. Бер нисә тиҫтә йыл инде Өфөбөҙҙә Халыҡ-ара, Бөтөн Рәсәй кимәлендә сәнәғәт, фәнни, мәҙәни һәм спорт саралары даими үтеп тора.
Хәҙерге көндә туристик үҙәккә әүерелә барған Башҡортостандың баш ҡалаһы - илебеҙҙең иң ылыҡтырғыс ҡалаларының береһе. Өфө - башҡорт халҡының мәҙәниәтен, рухиәтен, тарихын һаҡлаған һәм үҫтергән баш ҡалабыҙ, донъя һәм илебеҙ кимәлендә Башҡортостандың төп танытмаһы ул!
Евразия йөрәге булып танылған күркәм ҡалабыҙҙың бай тарихы тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр, боронғо карталар, китаптар, фотоһүрәттәр менән танышырға теләгән һәр кемде Милли архивтың Совет урамындағы 7-се йортта урынлашҡан күргәҙмә залында көтәбеҙ.

Ниязбай СӘЛИМОВ, филология фәндәре кандидаты.
"Киске Өфө" гәзите, №19, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.05.24 | Ҡаралған: 100

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 4 октябрҙән 14-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru