«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Хискә тулы яҙ миҙгеленең 21 мартында Бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ә һеҙҙең тормошоғоҙҙа шиғриәткә урын бармы? Ғөмүмән, бөгөнгө технологиялар заманында шиғриәткә мохтажлыҡ ҡалдымы икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

ТАМҒА, ҠОШ ҺӘМ... ОРАН
+  - 

Башҡорттарҙың ырыу-ҡәбилә берләшмәләре тормошонда ырыу символдары: тамға, ҡош, ағас, оран мөһим роль уйнаған. Улар ҡәбилә ҡоролошо башланған осорҙа барлыҡҡа килеп, ырыу-ҡәбиләнең берлеген кәүҙәләндергән. Үкенескә күрә, ырыу ойошмалары тарҡалғас, күп атрибуттар юғалған.

Бөгөн, Раил Кузеев билдәләүенсә, 3,5 мең ырыу тамғаһы билдәле. Күп булыуына ҡарамаҫтан, ырыу тамғалары быуындан-быуынға тапшырыла килеп, боронғолоҡто һаҡлап торған. Шуға күрә, ырыуҙар, ырыу-аралары бүленешендә төрлө варианттар булыуға ҡарамаҫтан, төп тамғаларҙы бер нисә ҙур ырыуға ҡайтарып ҡалдырырға мөмкин. Әммә был тамғаларҙың килеп сығышы һаман да ахырынаса өйрәнелмәгән, шулай ҙа тарихсылар уларҙың ниндәй ырыуға ҡарағанлығын һәм был тамғаларға эйә кешенең теләһә ниндәй шәхси милеккә хоҡуғын раҫлап булыуын белдерә.
Асылы буйынса тамға ниндәйҙер тотем хайуанының эквиваленты ла, әләмдәрҙә төшөрөлгән үҙенсәлекле геральдик билдә лә булыуы мөмкин. Шулай уҡ ул һаҡлау функцияларын да үтәгән. Мәҫәлән, уны күсмә һәм ярымкүсмә тормошта әһәмиәтле тип һаналған предметтарға: ҡоралға, малға (хәрби аттарға, өйөр айғырҙарына һ.б.) һалғандар. Йәмғиәт ҡатламдарға бүленә, тормошобоҙға Ислам дине үтеп инә башлағас, тамғалар ҡабат шәхси милек билдәһе булып ҡала. Шәхси һәм ғаилә тамғалары барлыҡҡа килә.
Тамғанан айырмалы, ырыу ағасының һәм ҡошоноң тәғәйенләнеше икенсерәк була. Уларҙа башҡорттарҙың анимистик ҡарашы сағыла. Башҡорттарҙың хәтерендә ҡәбиләләрҙең һәм ҙур ырыуҙарҙың ҡайһы бер изге ҡоштарының һәм ағастарының атамалары һаҡланып ҡала. Шуны ла билдәләп китергә кәрәк: ырыу ҡоштарының күпселеге - ыласындар класына (бөркөт, шоңҡар, ҡарсыға һ.б.), ә ағастар - ылыҫлы тоҡомдарға (ҡарағас, ҡарағай һ.б.) ҡарай.
Оран - ҡәбиләләштәр бер-береңде таныу өсөн шартлы саҡырыу. Уны башҡа ырыу-ҡәбилә халҡы белергә тейеш түгел, тип иҫәпләнгән, сөнки оран сакраль әһәмиәткә эйә булған, уның аша тотош ырыуға зыян килтерергә мөмкин, тип һаналған. Оран ҡәбиләләштәр араһында бары тик хәрби бәрелештәр йәки үлем хәүефе янағанда ғына ҡулланылған. Йәғни ҡәбиләләштәр ырыуҙың ҡанбабаларына ярҙам һорап күмәкләп мөрәжәғәт иткән. Алыш алдынан йәки бәрелеш ваҡытында оран ҡысҡырыу изге билдә тип һаналған.
Башҡорттарҙың ырыу символикаһы элементтарының уртаҡлығы әруахтарҙың йәне башта ағасҡа, һуңынан ҡошҡа әйләнә, тип күҙаллауҙан килеп сығырға мөмкин. Илгә афәт килгән йәки ауыр мәлдәрҙә уларҙы оран ярҙамында "уятырға" була. Йәғни был символикалар мәжүсилек осоронан алып йәшәй.

"Киске Өфө" гәзите, №24, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.06.24 | Ҡаралған: 427

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! ПР905 индекслы "Киске Өфө" гәзитенә республика ҡалалары һәм райондарының бөтә почта бүлексәләрендә лә 2026 йылдың икенсе ярты йыллығына 1124 һум 40 тингә яҙыла алаһығыҙ. Әйткәндәй, ике кешегә (562 һум 20 тин), өс кешегә (374 һум 80 тин) бер дана гәзит алдырыу ҙа хуплана. Һәр ваҡыттағыса, гәзиткә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәрҙең кемдәрелер матур башҡорт китаптары менән бүләкләнер.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru