«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺЫУЫҠ СӘЙ ҺЫУҺЫНДЫ ҠАНДЫРА
+  - 

Һыуыҡ сәй - татлы һуттар һәм газлы һыуҙарҙы алмаштыра алыр файҙалы эсемлек. Был эсемлекте ғаиләлә барыһы ла ни тиклем яратып эсеүенә үҙегеҙ ҙә ғәжәпләнерһегеҙ әле. Был юлы ете төрлө тәмле һыуыҡ сәй әҙерләү ысулы менән бүлешмәксебеҙ. Уларҙы байрам өҫтәленә ҡуйырға ла була.

Айырым рецептарға күсерҙән алда һыуыҡ сәйҙәр әҙерләү буйынса дөйөм кәңәштәргә ҡолаҡ һалайыҡ:
- Бер бешерерлек сәйҙе дөрөҫ самалау өсөн түбәндәге ҡағиҙәгә таянығыҙ: 200-250 мл һыуға 1 балғалаҡ сәй.
- Бешерелгән сәй төрөнә ҡарап, һыуҙың эҫелеге лә төрлөсә булыуы ихтимал. Һалҡыныраҡ сәй әҙерләү өсөн башта һыуҙы ҡайнатып, 10 минут һыуынғанын көтөргә була.
- Сәй яҡшы сыҡһын өсөн 5 минут етә. Шунан да артыҡ тотмаҫҡа тырышығыҙ.
- Шәкәрҙе күпме һалыуҙы һәр кем үҙе самалай. Уның урынына бал, төрлө сироптар ҙа ҡулланырға була.
- Емеш-еләктең үҙегеҙгә оҡшағанын һайлағыҙ, шулай уҡ тәмләткестәр ҙә ҡулланырға була.

Классик һыуыҡ сәй

Уны әҙерләү өсөн 700 мл һыу, 3 балғалаҡ ҡара сәй, 1 лимон, 1 ҡалаҡ шәкәр, 2 ботаҡ бөтнөк, 8 шаҡмаҡ боҙ кәрәк. Һыуҙы ҡайнатып, сәйҙе һалырға һәм шәкәр өҫтәп, 5 минут тоторға һәм һөҙөргә. Лимон һутын, бер нисә бүлкә емешен, бөтнөк ҡушырға. Башта сәйҙе бүлмә температураһында һыуытып, шунан һыуытҡысҡа ҡуйырға. Эсемлекте боҙ киҫәктәре ҡушып, бөтнөк япрағы һәм лимон киҫәге менән биҙәп бирергә.

Еләк һәм лайм менән йәшел сәй

Еләк бешкән мәлдә тәмле бәлештәр генә түгел, сәйҙәр ҙә әҙерләргә була. Бының өсөн 1 литр ҡайнар һыуға 4 балғалаҡ йәшел сәй һалып бешерергә, бер нисә минуттан һөҙөп алырға. 1,5 ҡалаҡ шәкәр ҡушып, эсемлекте һыуытырға ҡуйырға. 150 грамм еләк (баҡса еләген уртаға бүлеп), 1 лаймды нәҙек кенә итеп телеп, 2 ботаҡ бөтнөк менән бергә сәйгә өҫтәргә. Яҡшылап болғатырға һәм бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Матур көршәккә һәм касаларға ҡойоп, табынға ҡуйырға була.

Сафландырғыс шафталы сәйе

Июль-август айҙары - шафталы (персик) өлгөргән осор. Был эсемлекте иң бешкән, тәмле емештәрҙән яһау яҡшы. Бының өсөн 800 мл эҫе һыуға 4 балғалаҡ ҡара сәй һалып бешерергә, һөҙөргә. 1 ҡалаҡ шәкәр ҡушып һыуытырға. 2 шафталының һөйәген алып ташлап, блендерҙа иҙергә, тағы икәүһен бүлкәләргә телергә. Һыуынған сәйгә иҙелгән емеште ҡушып болғатырға. Шунан ҡырҡылған емеште, 1 ботаҡ бөтнөк, 10 боҙ шаҡмағы, ярты лимон һутын өҫтәргә.

Ҡара көртмәле-лимонлы сәй

Ҡара көртмәле урынына ҡурай еләге йәки ҡарағат та ҡулланырға була. 2 балғалаҡ ҡара сәйгә 600 мл ҡайнар һыу ҡойорға, бешкәс, һөҙөргә. Ярты лимондың һутын һығып, 100 грамм ҡара көртмәле ҡушырға һәм ҙур булмаған һауытҡа һалып, талғын утта болғата-болғата быҡтырырға. Шунан һөҙөп алырға һәм шыйыҡ массаны әҙер сәйгә өҫтәргә. Сәйгә 1 ҡалаҡ бал ҡушырға. Эсемлеккә матурлыҡ өсөн бер нисә бөртөк ҡара көртмәле, лимон киҫәге һалып, боҙ ҡушып, ҡунаҡтарға тәҡдим итергә мөмкин.

Һыуыҡ каркаде

Был сәйҙе әҙерләү өсөн гибискустың 3 балғалаҡ таж япрағына 700 мл эҫе һыу ҡойоп бешерергә, шунан һыуытып, 300 мл алма һуты өҫтәргә. Һыуытҡыста тотҡас, 1 ботаҡ бөтнөк, 8 боҙ шаҡмағы һалып өҫтәлгә ҡуйырға була. Ҡыҙыл ҡарағат һәм әфлисун

4 балғалаҡ ҡара сәйгә 1 литр ҡайнар һыу ҡойорға, һөҙөргә һәм 1 әфлисун һутын һығып өҫтәргә. Түңәрәкләтеп теленгән тағы 1 әфлисунды, 150 грамм ҡыҙыл ҡарағатты, 4 балғалаҡ шәкәр ҡушып болғатырға һәм бер нисә сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға.

Бөтнөк менән йәшел сәй

Был сәй тик йәшеллектән генә тора. 4 балғалаҡ йәшел сәйгә 800 мл ҡайнар һыу ҡойорға, 5 минут төнәтеп һөҙөргә. Йылымыс эсемлеккә 2 ботаҡ бөтнөк (мята), 1 лаймды киҫәктәргә телеп, икенсеһенең һутын һығып ҡушырға, 2 ҡалаҡ шәкәр өҫтәргә. Шунан һыуытҡысҡа ҡуйырға. Сәйгә 8 боҙ шаҡмағы ҡушып эсергә.

Күреүегеҙсә, төрлө тәмле сәйҙәрҙе әҙерләүе ҡатмарлы түгел. Әйткәндәй, үҙебеҙсә, емеш-еләккә төрлө үләндәр ҡушып та һыуыҡ сәй эшләргә мөмкин. Күңелегеҙгә ятҡандарын һайлағыҙ һәм эҫе йәй көндәрен файҙалы сәйҙәр эсеп үткәрегеҙ.

"Киске Өфө" гәзите, №27, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.07.24 | Ҡаралған: 97

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru