«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЫУҒАН ЙОРТТО ТАШЛАП ҠУЙМАЙЫҠ
+  - 

Апрель айындағы эҫелек, майҙың һыуығы, хәҙер килеп ҡойма ямғырҙар - быйылғы йыл республикабыҙ халҡын ныҡлы һынай ғына. Ағып киткән күперҙәр, юҡҡа сыҡҡан баҡсалар, ямғыр туҡтағанын көтөп бесән эшләй алмай ыҙаланыуҙар. Туризм менән шөғөлләнгән эшҡыуарҙар ҙа күпселек туристарын юғалта. Быларҙың барыһы ла хафаға һала. Шулай ҙа республика етәкселегенең район һәм ҡалаларҙы бәләләре менән үҙҙәрен генә ҡалдырмайынса ярҙам ҡулы һуҙыуы бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыуға өмөт уята.

Ана бит, Әбйәлил, Йылайыр райондары хакимиәт башлыҡтарының ташҡын һөҙөмтәләрен бөтөрөүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүҙәре республика Башлығы тарафынан шунда уҡ иғтибарға алынды. Бөрйән районында ла күперһеҙ тороп ҡалған ауылдар бар, улар ҙа ярҙамһыҙ ҡалмаҫ, моғайын.
Тәбиғәт шарттары яйланыр, тормош ҡәҙимге рәүешенә ҡайтыр. Республикала был мәсьәләләрҙе хәл итеү менән бер рәттән, башҡа өлкәлә лә эштәр башҡарыла. Мәҫәлән, республикала йыл аҙағына тиклем санкцияланмаған сүплектәр юҡҡа сығарыласаҡ, тип күҙаллана. 2019 йылдан алып барылған был эшмәкәрлек барышында Башҡортостанда 2,9 мең сүп-сар полигоны таҙартылған. Ҡалған 208 сүплектең 90-ны "Экология" милли проектының "Генераль таҙартыу" программаһы сиктәрендә юҡ ителәсәк.
Шулай ҙа, халыҡ әйтмешләй, "Таҙартҡан ер түгел, ә бысратмаған ер таҙа". Иң тәүҙә һәр беребеҙ ошоно аңларға, балаларға өйрәтергә бурыслыбыҙ. Яңыраҡ ҡына Әбйәлил районында ялда булырға тура килде. Унда ҙур, матур, төҙөк ауылдар, халыҡ дәртләнеп йәшәй. Ләкин ҡайһы берәүҙәрҙең әле булһа ауыл осона машина һәм тракторҙар менән алып барып сүп-сар түгеүе яҡшы күренеш түгел. Әлбиттә, уларҙы ла аңларға була, сөнки "Эко-сити" урынлаштырған сүп-сар һауыттарына серегән бағаналарҙы, емерелгән диван һәм башҡа ҙур көнкүреш әйберҙәрен һыйҙырып булмай. Хатта ҙур контейнер ҙа был эште еңеләйтмәй. Ауылдан ике кеше йорт-ҡураһын таҙалап, эре-торо сүп-сарын ҙур контейнерға алып барып ташлаһа, ул тулып та ҡуя, ә уның күршеһе сүбен ҡайҙа ҡуйырға тейеш? Ә "Эко-сити" контейнер ситендә ятҡан сүп-сарҙы алмай күп осраҡта. Дилеммамы?
Урындағы хакимиәт башлыҡтары, атап әйткәндә, Әбйәлил районында, ауылдарҙы таҙалыҡта тоторға тырыша. Кәрәк икән, үҙҙәре лә сығып эшләй, халыҡты ла йорт-ҡура тирәләрен тәртиптә тоторға саҡырып өндәп тора. Халыҡ үҙе лә әүҙем һәм күпселек осраҡта эргә-тирәһендә сүп-сар ятыуға, бейек булып үлән үҫеп ултырыуға юл ҡуймай. Уларға афарин тиергә генә ҡала. Шулай ҙа хужалары булып та, ташландыҡ хәлдәге йорттарҙы, ихаталарҙы күреү күңелде әрнетә. Кемдер шунда йәшәп тә илтифат итмәй, ҡайһы берәүҙәр йылына бер килеп әйләнә, өсөнсөләр йылдар буйы күренмәй. Емерелеп барған өйҙәргә тейергә хакимиәттең хоҡуғы юҡ, сөнки уларҙың хужалары бар иҫәпләнә. Йылдар дауамында үҙенең дә, күршеһенең дә үлән-бесәнен сабып арығандар тора-бара ҡул һелтәй. Ошо күренеште юҡ итеү өсөн ниндәйҙер әмәл уйларға кәрәктер бит инде.
Әйткәндәй, "Киске Өфө" гәзите РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың бер башланғысы тураһында яҙып сыҡҡайны: "Әйҙәгеҙ, ауылдарыбыҙҙағы хужаһыҙ ҡалған, әммә унда тыуып-үҫеп, ситкә сығып киткән кешеләрҙең ҡарамағында булған тыуған йорттарыбыҙҙы йә төҙөкләндерәйек, йә урындағы хакимиәт ҡарамағына тапшырайыҡ. Ауыл йәмен боҙоп ултырмаһын улар", - тип мөрәжәғәт иткәйне депутат. Үҙенең дә тыуған йортон төҙөкләндереп, һирәкләп булһа ла ҡайтып йөрөүе тураһында ла телгә алғайны. Һәйбәт саҡырыу булды был. Әйҙәгеҙ, шулай итәйек!

Рәмзил ИШТУҒАНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №30, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 01.08.24 | Ҡаралған: 105

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 декабрҙән 12-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың беренсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 835 һум 44 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru